Перейти к содержимому




Башфорум находится по адресу; www.forum.bash-portal.ru
Фото

Кескәйҙәргә уҡығыҙ


  • Please log in to reply

134 ответов в этой теме

#81 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 14 Май 2011 - 07:24

Дөйә менән күктә гиҙеү

- Үркәсемә нығыраҡ тотон да, күҙеңде йом. Мин күккә ашам. Аҫҡа ҡарай күрмә, башың әйләнеп осоп төшөрһөң, - тине Нарымбай малайға.
Асман ҡарыуһыҙ ғына уның ҡушҡандарын үтәне. Һыуыҡ булып киткәс, дөйәнең үркәсенә нығыраҡ һырышты. Күпмелер осҡас, дөйә түбәнләй башлаған кеүек тойолдо, йылы һауа бөркөлдө. Бер аҙҙан хатта самаһыҙ эҫе булып китте, һәм Нарымбай туп итеп ҡатыға баҫты ла байтаҡ ҡына сабып барҙы. Осоп барғанда ныҡ өшөгәс, Асман ерҙә лә дер ҡалтырап бер булды.
- Күҙеңде асһаң да була, - тине дөйә үҙенең һыбайлыһына.- Хәҙер йылынырһың. Күктә шулай һыуыҡ ул. Беҙ әле артыҡ юғары күтәрелмәнек. Ә өҫтәрәк хатта йәй көнө лә осҡостарҙың ҡанаттарына боҙ ҡата.
Малай тыңлаусан ғына уның әйткәнен үтәгәс, тирә-яғында ҡом далаһы күрҙе. Нарымбай малайҙы ҡайнар ҡомға күмеп, йылындырып алды, шунан еңелсә генә юрғалап бәләкәс кенә ҡом тауына күтәрелде. Алда йәнә ҡомлоҡ. Ҡом да ҡом, ҡом да ҡом... Бер түбәләсенә менһәләр, икенселәре армытланып юлды быуа.
- Абау, ниндәй ҙур ҡомлоҡ! Моғайын, бында бәһлеүәндәрҙең балалары уйнайҙыр, - тип ҡуйҙы Асман.
Дөйә көлөмһөрәне:
- Бында бер кем дә йәшәмәй, сөнки һыу юҡ. Кешеләр хатта сәйәхәт иткәндә лә ситтән урап уҙырға тырыша. Һине мин һыуһыҙ кибенмәҫ иттем, сөнки беҙ йәнһүрәткә эләктек...
- Ҡомлоҡ та йәнһүрәт кенәме?
- Юҡ, ул ысын. Беҙ икәү генә әле мультик булып йөрөйбөҙ.
Асман аптырап үҙен тотҡолап ҡараны - аяҡтары ла, ҡулдары ла үҙенеке, ҡолағы менән танауы ла, бите лә.Бер ере лә һүрәткә оҡшамағансы.
- Иҫең китмәһен юҡҡа, - тине тағы уның шиктәрен аңлап алған Нарымбай. Һин бына минең кеүек үк бәләкәс булып ҡалдың, юҡһа һыртыма атлана алмаҫ инең бит. Ашамай, эсмәй ҙә түҙә алаһың, теләһәк, осоп сығып китәбеҙ, теләһәк, ҡомға күмеләбеҙ. Хатта теләгән бер нәмәне йәнһүрәткә лә әйләндерә аласаҡбыҙ.

Малай бер яҡтан ошо хәлгә ғәжәп итһә, икенсе яҡтан ҡурҡып та ҡуйҙы. Әгәр ул кире ҙурая алмай ҡуйһа? Ҡайта алмаһалар? Улай бәләкәс кенә булғас, берәй йәнлек йотоп та ҡуйыуы бар бит!
Әммә дөйәһе ғәмһеҙ генә көйшәүен белде, хатта күҙ ҡыҫып, баш һелкеп алды - бирешмә, шөрләмә, йәнәһе. Ярай, өләсәһе рөхсәт иткәс, бик ҡурҡыныс түгелдер әле. Шулай ҙа бик күңелһеҙ бында, ни уйынсыҡ, ни йәнһүрәт, ни һөйләшер кеше юҡ. Атаһы менән әсәһен, апаларын да һағынып өлгөрҙө инде.
- Ҡайтайыҡ, -тине малай, танауын мыш-мыш тартып.
- Ир кеше илаҡ та, мыжыҡ та, ҡурҡаҡ та булмай. Ошо һынлым ергә килгәс, бер ни ҙә күрмәй, өйрәнмәй ҡайтырға итәһеңме?
-Ҡом да ҡом, бында нимә күрәһең дә, нимә өйрәнәһең инде, - тип ризаһыҙлығын белдерҙе Асман.
- Улай тимә. Бында беләһеңме ниндәй ҡыҙыҡ донъя! Өфөңдә ғүмерҙә лә уның һымаҡты күрмәйәсәкһең!
Нарымбай малайҙы тештәре менән һаҡ ҡына эләктереп, арҡаһына ултыртты ла елдереп сығып китте.

#82 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 15 Май 2011 - 09:56

Батша һарайы алдында

Ел күтәргән ҡом бөртөктәре малайҙың битен ауырттырып семтене, ҡояш аяуһыҙ яндырҙы. Нарымбайға әйтергә кәрәк әле, йәнһүрәт булғас, миңә эҫе менән һыуыҡты ла, ауыртыуҙы белмәҫлек итһен, тип уйлап ҡына өлгөрҙө күҙҙәрен сытырҙатып йомған Асман. Ул арала ҡайҙалыр килеп туҡтағандарын һиҙеп, керпектәрен һаҡ ҡына күтәрҙе һәм ... күҙҙәре шар асылып китте. Алдарында теге, үҙҙәренең ишек алдындағы, ҡом һарайы ҡояшта балҡып ултыра. Тик инде ул д-д-дәү, диуарҙары иһә ҡом төҫлө эре-эре таштарҙан һалынған булып сыҡты. Бер яғында яҫ-ҫы-ы, ки-и-иң, соҡорораҡ урын да бар.
- Ана, һинең бармаҡ менән төртөп ҡараған урының, - тине шул саҡ Нарынбай.
- Китсе, минең бармағым бәләкәс кенә лә инде.
Дөйә пырхылдап ҡуйҙы:
- Һарай ысын ҙурлығына ҡайтты, шуға бармаҡ эҙең дә ҙурайҙы. Батша был һинең эш икәнде белеп кенә ҡалмаһын инде. Хәҙер уға ҡунаҡҡа инәбеҙ бит.
- Ә нисек белһен ул, мин кескәй генә,ә диуарҙағы эҙ үҙемдән әллә күпмегә ҙур!
- Батша һарайына ингәндә бармаҡ эҙе алып ҡалалар, ә ул эҙҙең һүрәте һәр кемдеке үҙенә башҡа. Шул һүрәт буйынса кем ҡалдырғанын белеп була.
Асман йәнә ҡурҡып китте. Быны күреп, Нарымбай уны йыуатырға кереште:
- Йә, ярай, хафаланма, беҙ бит йәнһүрәт. Шаяртып ҡына әйттем бит. Әммә был диуарҙа һинең бармаҡ эҙең мәңгелеккә тороп ҡаласаҡ, иҫтәлек булып. Йә, хәҙер күҙеңде йом да, мин әйтмәйенсә асма һәм өндәшмә! Нимә генә һиҙһәң дә, ишетһәң дә, яраймы?
Иптәше ризалығын белдереп баш ҡаҡҡас, дөйә уны йәнә арҡаһына атландырҙы...

#83 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 15 Май 2011 - 11:26

Батша малайы бүлмәһендә
Күҙҙе йомған көйө лә ниндәйерәк урындан осҡанды самалап була икән. Туҡ-туҡ, бер иш кенә баҫып уҙҙылар - моғайын, ҡарауыл алмашына. Унан тәмле еҫтәр таралды, һауыт-һаба шалтырағаны ишетелде - быныһы аш яраштырған урындыр. Хуш еҫтәр бөркөлөп ҡалды - сәскәлектер, моғайын. Һәм бына музыка тауышы яңғыраны, төрлө тауыштар ҡолаҡҡа салынды - Асман яратҡан йәнһүрәт бит был. Саҡ шулай тип ҡысҡырып ебәрмәне, әлдә Нарымбайҙың күҙҙе асмаҫҡа, өндәшмәҫкә тигән тыйыуы иҫенә төштө.
Ниһайәт, туҡтанылар.
- Ас күҙеңде, - тип бышылданы Нарымбай, - тик һөйләшә күрмә. Был батша малайы яғы.
... Улар ниндәйҙер гөл һауыты артында булып сыҡтылар. Иркен бүлмәләге диванда Асмандан саҡ ҡына ҙурыраҡ малай телевизор пульты тотоп ултыра, йыш-йыш баҫып, йәнһүрәттәрҙе алмаштыра.
- Ялҡытты бер үк йәнһүрәт ҡарап, - тип пультын ташлап ебәрҙе малай. - Нишләп яңылары юҡ!Һәй, ялсы, һин ҡайҙа, миңә яңы кино тап!
Бүлмәгә биленән бөгөлөп, бер туҡтауһыҙ баш эйә-эйә ялсы килеп инде, пультҡа баҫҡылай башланы.
Малай иһә һаман ярһыны:
- Күрҙем, быны ла күрҙем, тағы күпме ҡарарға була!
- Хужам, бәлки уйынсыҡтар яғына сығырбыҙ, ә? - тине инәлесле тауыш менән ялсы.
Уның һайын үртәлде хужаһы:
- Юҡ, миңә уйынсыҡтар кәрәкмәй, ялҡтым мин уларҙан!Атайыма ошаҡлайым миңә гел күңелһеҙ һинең менән, тип.
Ялсы ҡалтыранып китте, малайҙың алдына йығылып, аяғын үпте:
- Зинһар, әйтә күрмәгеҙ, мин бит донъяның барса яҡшы йәнһүрәттәрен, уйынсыҡтарын алып килеп бөттөм, яңыларын әле өлгөртмәгәндәр.
- Әйҙә телевизор эсенә, - тип бышылданы Асман, түҙмәйенсә.- Берәй йәнһүрәтенә инәйек. Йәл бит бынау кеше.
- Ә унда беҙ нишләйек?
- Үҙебеҙ булып уйнайыҡ.
Дөйә уйланыбыраҡ торҙо ла, уны атландырып, экран эсенә осоп инде.

#84 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 15 Май 2011 - 01:24

Батша малайы һәм ялсы

Батша малайы экранда башындағы аллы-гөллө суҡтарын сайҡалдыра-сайҡалдыра сабып килгән аҡ дөйәне, уның үркәсенә сат йәбешкән Асманды күреп ҡалыу менән ҡысҡырып ебәрҙе:
- Бына-бына, яңы йәнһүрәт! Шуны ҡарайым!
Уның ялсыһы иҙәндә туңҡайып ятҡан еренән башын бороп телевизорға күҙ ташлағас, ауыҙын асып, шаҡ ҡатты - ул бит бындай йәнһүрәт алғаны юҡ ине. Кем килтереп ташланы икән? Сит-ят кешеләр инеп йөрөгәнен белһә, батша бит уны язалаясаҡ. Ул ҡурҡышынан һикереп тороп пультҡа ынтылды, әммә батша малайы алданыраҡ өлгөрҙө.
-Бар, сыҡ, - тип аяҡ тибеп ҡысҡырҙы ул. - Ҡамасаулама миңә кино ҡарарға.
Ялсы бөгөлә-һығыла арты менән генә шыуышып сығып китеүгә малай экрандан күҙен алмаҫ булды.
Баҡһаң, Нарынбай Асмандарҙың йорто алдынан осоп сығып киткән мәлдән алып ҡайҙан уҙғанын тотош киноға төшөрөп барған икән. Урал тауҙары, урмандар, йылғалар, күлдәр, яландар, ауыл-ҡалалар, диңге-е-еҙ! Асман уны күрмәгән дә, күрһә, ҡото осоп йығылып төшөп ҡалыр ине. Әлдә күзен йомған булған!
Унан инде осо-ҡырыйы күренмәгән ҡомлоҡ хасил булды.
- Их, ошо малай кеүек дөйә өҫтөндә елдереп, төрлө ерҙәрҙе күреп йөрөһәң ине, - тип хыялланды батша малайы.
Шулай уйлап ҡына өлгөрҙө, дөйә өҫтөндә, Асманға менгәшкән булып сыҡты.

#85 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 15 Май 2011 - 09:32

Пальма урманы - оазис

Байтаҡ остолар улар ҡом тауҙары өҫтөнән. Был юлы Асман ҡарап барҙы, сөнки әллә ни бейек тә күтәрелмәнеләр, шулай елдереп йөрөүгә өйрәнеп тә китте. Батша малайы иһә ҡурҡышынан уға сытырҙатып йәбеште лә шым ғына барыуын белде. Сатырға оҡшаған ағастар араһына барып төштөләр өсәүләшеп.
- Йә, таныш булайыҡ, мин Нарымбай исемле дөйә булам, - тип һүҙ башланы дөйә.
- Ә мин Асман.
- Мин батша малайы Аман. Тик мин нишләп былай бәлкәс кенә булып ҡалдым ул?
- Йәнһүрәткә әйләндең.
- Йәнһүрәткә? Ә мин кире үҙем була алырмынмы һуң?
- Һис шикһеҙ. Үҙең теләнең бит беҙҙең менән сәйәхәттә йөрөргә. Теләгең ҡабул булды. Һарайыңдағы бүлмәгә инеү менән ҙураясаҡһың. Исемдәрегеҙ ҡайһылай оҡшаш әле ул, - тип йылмайҙы дөйә. - Ә был урын оазис тип атала. Пальма ағастары урманы була инде.
Шул саҡ Асман биленә арҡан бәйләп, пальма башына менеп барған бер кешене күреп ҡалды.
- Ҡарасы, әллә ағас башында солоҡ ҡорттары бармы икән? Бөрйәндә йәшәгән ағайым бал алырға шулайтып менә ләһә ағас башына, - тине ул дөйәгә.
Аман сәйерһенеп тыңланы, сөнки ул бал ҡортон да, солоҡто ла, Бөрйәнде лә белмәй ине. Тик батша малайы булғас, быны күрһәткеһе килмәне.
Теге кеше иһә пальма башына менеп етте лә, ниндәйҙер емештәр ҡуйы булып һәленеп торған суҡтарҙы ҡырҡып ергә ташларға тотондо.
- Хөрмә йыя, - тине дөйә.
- Хөрмә? - тип аптыраны Аман, батша малайы бар нәмәне лә белә икәнен күрһәтергә тейеш икәнен онотоп. - Ул бит аш бүлмәһендәге кәрзиндә була.
- Кәрзингә инеп ятҡансы ул бына шулай ағаста үҫә, - тип яуапланы Нарымбай. - Был урманды сәсеп үҫтергәндәр. Һәр ағастың төбөнә һыу үткәрелгән. Ҡом сүлендә үҙе үҫкән урман бик һирәк осрай.
Асман ысынлап та ағас төбөнә урап һалынған шлангыларҙы күрҙе.
- Ә беҙҙәге урмандарҙа ағастар үҙҙәре үҫә, - тип аптыраны ул. - Һыу һипкән кеше лә юҡ.

#86 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 16 Май 2011 - 08:02

Батша малайы ла бойоға икән

Аман һорау бирмәй түҙә алманы:
- Ә һин ҡайҙа йәшәйһең?
- Башҡортостанда.
- Ә ул йыраҡмы?
- Бынан бик йыраҡ, юлыбыҙҙы йәнһүрәттә Нарымбай күрһәтте бит. Тауҙар, урмандар, йылға-күлдәр, ялан-далалар, унан д-д-дәү диңгеҙ аша үттек.- Асмандың үҙе бер ни күрмәй килеүе иҫенә төштә шул саҡ. Алдаҡсы булмаҫ өсөн төҙәтеп ҡуйҙы, - ...үткәнбеҙ.
- Һеҙҙә лә пальма үҫәме? - Батша малайына сит яҡтар тураһында ишетеү ҡыҙыҡ ине.
- Юҡсы. Беҙҙә ҡайын, муйыл, балан, мышар, имән, ҡарағай, шыршы бар. - Асман бик бәләкәй әле, бише менән генә бара, шуға белгән ағастары ошо урында бөттө лә ҡуйҙы. - Башҡа төрлө ағастар ҙа бар, тик мин уларының нисек аталғанын белмәйем. Пальма бар ул, бәләкәс кенә. Әсәйем көршәктә үҫтерә.
Дөйә пырх итеп ҡалды.
- Их, шуларҙы күрһәң ине, - тип уфылдап ҡуйҙы Аман. - Тик мин хатта үҙебеҙҙә нимәләр үҫкәнен дә белмәйем, сөнки һарайҙан сығырға рөхсәт юҡ.
- Ә нишләп? - тип аптыраны Асман. - Көндәр буйы шул бүлмәңдә йәнһүрәт ҡарап тик ултыраһыңмы?
- Һарай буйлап йөрөйөм ул, бүлмәләр күп, тик урам буйына сығып йөрөргә рөхсәт итмәйҙәр нишләптер.
Һүҙгә Нарымбай ҡушылды:
- Амандың апалары күп, ә ул бер бөртөк кенә малай. Уны батша бик көтөп алды, шуға бик ҡәҙерләйҙәр. Ауырыу йоғоп ҡуймаһын тип башҡа балалар менән уйнаттырмайҙар, эҫе ҡабып ҡуймаһын тип ҡояшҡа сығармайҙар. Йәнһүрәткә әйләндермәһәм, уға ысынлап та хәҙер ауырып китер ине, сөнки саф һауала йөрөп өйрәнмәгән.
Асманға бар нәмәне лә тик йәнһүрәттә генә күреп үҫкән батша малайы йәл булып китте.
- Нарымбай, моғайын, һиңә Башҡортостанды ла күрһәтер, шулай бит? - тип өмөт менән дөйәгә ҡараны.
- Бәлки... - тип кенә яуапланы тегеһе. - Уны юғалтып, эҙләп тә йөрөйҙәрҙер әле. Һарайға кире ҡайтайыҡ, юҡһа, ялсыһын язалап ҡуйыуҙары ла бар бит.

#87 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 16 Май 2011 - 12:33

Солоҡ балы

Күҙ асып йомған арала улар яңынан батша һарайында булып сыҡтылар, күрәһең, барғанда Аман бик ҡурҡмаһын өсөн яйыраҡ осҡандыр Нарымбай.
Дөйә менән Асман ҙур гөл көршәге артына йәшенделәр, кире үҙ һынына ҡайтҡан батша малайы диванға йәнһүрәт ҡарарға ултырҙы. Ул арала бүлмәгә хәле бөтөп ялсы килеп етте:
- Ҡайҙа юғалдығыҙ, бәләкәй хужам, ҡарамаған ер ҡалманы бит, - тине.
- Ә мин теге йәнһүрәт эсендә йөрөнөм.
Ялсы балаға аптырап ҡарап торҙо, батша язаһынан ҡотолоу булмаҫ ахыры, тип әрнеп уйланы. Бөтөнләй сәйергә әүерелде был малай. Ҡайҙандыр ул һатып алмаған йәнһүрәт килеп сығыу өҫтөнә, шуның эсендә йөрөнөм тип иҫбатлайсы. Ул әлегә батшаға был хаҡта өндәшмәҫкә булды, уның асыуынан ҡурҡты. Шуға бик ярамһаҡланып:
- Әйҙә, ашап алығыҙ, хужам!- тигән булды.
Тегеһе ризалығын белдереп, баш сайҡаны.
Ялсы ниндәйҙер зыңғырға баҫыуы булды, төрлө ризыҡтар тулы батмус тотҡан ашнаҡсы күренде.
Аман ундағы аш-һыуға ризаһыҙ ғына ҡарап:
- Миңә дөгө кәрәкмәй, ит тә ашамайым, алмағыҙҙы ла алып ҡуйығыҙ, - тип турһайҙы.
- Ни килтерәйем, хужам, - тип уның алдына тубыҡланды ашнаҡсы.
- Минең солоҡ балы ашағым килә.
- Нимә була һуң ул, һарайҙа ундай ризыҡтың булғанын ишеткәнем дә юҡ, - тип яуапланы ҡалтыранған тауыш менән тегеһе.
- Ә мин ишеттем, ул бик тәмле була икән, килтерегеҙ миңә шуны!
Аман пультын тотоп яңынан диванға ултырҙы.
Ашнаҡсы ҡото осоуҙан атлай алмаҫ булды хатта.Ялсы уны саҡ йөкмәп алып сығып китте.
Асман йәнә был кешеләрҙе йәлләп, дөйәгә өндәште:
- Ярҙам ит, зинһар.
Тегеһе баш ҡаҡты һәм һыртындағы япманы күтәреп ҡарарға ҡушты. Унда келәм киҫәгенән тегелгән кескәй генә тоҡ эленгән имеш. Уның эсендә - ағас батман, ағас батман эсендә - мин һиңә әйтәйем - солоҡ балы. Асман шуны батша малайы алдындағы батмусҡа ултыртты.
- Ошо була ул солоҡ балы, - тигәнде ишеткәс, Аман һөйөнөп китте һәм ҡалағына тотондо. Диван һөйәнгесендәге зыңғырға ғына баҫып, бер кемгә лә үҙе янына инмәҫкә бойорҙо.
Бик оҡшатты солоҡ балын Аман. Ашап туйғас, батманды йыйып ҡуйғас, яңынан ялсыһына әмер бирҙе:
- Миңә сәй килтерегеҙ.
Ашнаҡсы менән ялсыны йонсотоп бөттө ул төрлөсә көйһөҙләнеп. Йә сәй эҫе, йә һыуыҡ, уны килтер ҙә быны алып кит, уныһы әсе, быныһы сөсө.
Асмандың хатта башы ауыртып китте яңы дуҫының ҡыланыштарынан. Ҡайһы саҡ үҙенең дә шулайыраҡ мыжып алыуы иҫенә төштө,инде бер ҡасан да әсәйемде шулай ыҙалатмам, тип уйлап ҡуйҙы.

#88 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 16 Май 2011 - 05:36

Кәзәме, бесәйме?

Ашап туйғас, йоҡлап алырға тейеш икән Аман. Әммә һис йоҡоһо килмәй ине уның. Яңы дуҫтары менән яңы ерҙәрҙе ҡарап йөрөгөһө килде. Ялсыһына ҡамасаулап йөрөмәҫкә ҡушты ла, ул Асмандар янына уҡталды. Тегеләр гөл артында ултырып арып бөткәндәр ине инде.
- Әйҙәгеҙ, тағы сәфәргә, - тип бойорҙо батша малайы.
- Мөмкин булһа тип әйтергә кәрәк, - тип төҙәтте уны Нарымбай.
- Мөмкин булмаһа ла китәйек, - Аман ғәҙәтенсә аяҡ тибеп үк ебәрҙе.
- Улайһа беҙ һинең яныңдан бөтөнләй китәбеҙ ҙә, башҡаса килмәйбеҙ.
Амандың шундай күңелле, алсаҡ иптәштәрен юғалтҡыһы килмәне, батша малайы булһа ла, ул да кеше бит.
- Йә, ярай, мөмкин булһа, әйҙә, яңынан йөрөп киләйек, - тине .
- Хәҙер мөмкин, әлбиттә,- тип күңелле йылмайып ебәрҙеләр Асман менән Нарымбай.
Улар ялт итеп тау-таш араһындағы бер ауылға барып төштөләр. Ябай таштарҙы юнып һалынған бәләкәй генә келәткә оҡшаған ҡоролма.Ер иҙән. Сыбыҡтан үрелгән, ситән ишек. Бында кешеләр йәшәй булып сыҡты. Кәзә аҫрап, ике тауҙың тар ғына аралығында емеш, йәшелсә үҫтереп йәшәйҙәр икән.
- Ҡарасәле, кәзәләре ағас башында йөрөй, - тип таң ҡалды Аман.
Йыраҡтан бик асыҡ күренмәгәс, Асман шик белдерҙе:
- Бесәйҙер ул.
Дөйә уларҙы арҡаһына ултыртты ла һә тигәнсә ағаслыҡҡа барып та етте. Киң булып тарбаҡланып үҫкән ағас ботаҡтарында ысынлап та кәзәләр көйшәнеп йөрөй.
- Ашарға үлән булмағас, шулай тамаҡ туйҙыралар инде, - тип аңлатты Нарымбай. Асман уйға ҡалды:
- Ә ҡайҙан эсәләр, йылға ла, шишмә лә күренмәй бит?
- Ауыл янында соҡорға ҙу-ур цистерна күмеп ҡуйылған. Шунда батшаның ҡушыуы буйынса эсә торған һыу килтереп һалалар, - тип аңлатты дөйә. - Ана, сағыу һары төҫкә буяп ҡуйылған.
Хәҙер инде Аман бер аҙ уйланып торҙо:
- Атайым шундай эштәр менән шөғөлләнә икән. Әйтәм, минең менән уйнарға, һөйләшергә һис ваҡыты юҡ.- Был кешеләр һыуһыҙ нисек йәшелсә-емеш үҫтерә икән һуң?
- Хәҙер уныһын да күрербеҙ, - тине Нарымбай һәм малайҙарҙы атландырып тау араһына елдерҙе. - Ямғырҙар ваҡытында бында ағым шул тиклем көслө була, хатта ҙур-ҙур һарыҡташтар тәгәрәп килеп төшә, кешеләр ҙә ағып киткеләй. Ошо һыуҙан файҙаланып ҡалалар быуып-быуып. Ана, күрәһегеҙме, ҡалҡыуға пальмалар ултыртылған, уларҙың күләгәһенә - банан, йөҙөм (виноград), зәйтүн, кофе ағасы, ә инде уларҙың күләгәһенә йәшелсә сәсәләр.
- Бына ниндәй тырышлыҡ менән, ыҙалап үҫтерелә икән йәшелсә-емеш, - тип таң ҡалды Аман.
Шул саҡ малайҙар кәзә көтөүен ҡыуып ҡайтып килеүҙәрен күрҙеләр. Баштарына салма ураған, яланаяҡ, һәләмә кейемле был кешеләр кәзәләрен бер аҙбарға ҡыуып индергәс, ситән ишекле йортҡа инделәр. Уларҙы шундай уҡ һәләмә кейемле балалары ҡаршы алды.
- Йорт эстәрен ҡарап сығайыҡ әле, - тип һораны Аман. - Улар нисек йәшәй икән?
- Рөхсәтһеҙ инергә ярамай ҙа инде, тик батша малайы булғас, ҡарап кит. Быны белеү һиңә кәрәк ул, - тине Нарымбай.
Улар түшәмдәге төнлөктән эскә уҙҙылар. Йәнһүрәт булғас, уларҙы берәү ҙә күрмәне. Ғаилә киске ашҡа йыйылғайны. Төпкө бүлмәлә киң генә урындыҡ. Бик ҡыҫыҡ. Алғыһында иҙәндә ашап ултыралар. Ваҡ ҡына һабаҡтарҙан үрелгән циновка тигән түшәмес өҫтөндә - дөгө һалынған батмус, һәр береһенең алдында йәмшәйеп бөткән кружка. Эсендә кәзә һөтө күрәһең. Әҙерәк хөрмә күренә. Балаларҙың ҡулы уйнап ҡына тора, ашамайым тип инәлтеп ултырыусы юҡ. Тиҙҙән батмус ялтырап ҡалды.
- Минең бер үҙемә ошо тиклем ризыҡ килтерәләр, ә бында ун кеше, - тип ғәжәпләнеп уйланы Аман. - Нисек туялар икән?
Шул саҡ балаларҙың иң бәләкәсе булһа кәрәк, күҙҙәрен мөлдөрәтеп, әсәһенә ҡараны:
- Ә мин ашап өлгөрә алмай ҡалдым, туйманым.
- Бүтән бер нәмә лә ҡалманы шул, балам, - тине әсә. - Икенсе юлы йылғырыраҡ бул.
Асман дөйәнең шым ғына теге баланың кеҫәһенә ниҙер һалғанын күреп ҡалды.

#89 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 16 Май 2011 - 10:49


Ялсының шиге көсәйә

Йәнә ашығырға кәрәк ине, сөнки йоҡо сәғәте уҙҙы, Аманды эҙләй башлағандарҙыр.
Батша улы ялт итеп диванына барып ултырыуы булды, ишектә ялсы күренде. Яңы уйынсыҡтар алған икән. Тик малай уларға боролоп та ҡараманы. Хәҙер уға ысын донъя менән танышыу ҡыҙыҡ, нимәгә ул был тәтәйҙәр?! Ул ысын кәзәләрҙе, ысын пальмаларҙы, ысын ҡомлоҡто, кешеләрҙең ниндәй өйҙәрҙә йәшәүен күрҙе. Атаһының эше күп булғанын аңланы.
- Ә минең дөгө ашағым килә, - тине ул ҡапыл. - Кәзә һөтө менән хөрмә лә килтерегеҙ.
Баяғы балаларҙың бик йотлоғоп ашауын күргәс, үҙенең дә тәмләп ҡарағыһы килеп киткәйне ошо ризыҡтарҙы.
Һорағанын килтереп тә еткерҙеләр. Аманға ошо ябай ғына ризыҡтар иҫ киткес танһыҡ булып тойолдо, тиҙҙән батмуста бер ни ҡалманы. Ялсы тағы ғәжәп итте: Аман бер ваҡытта ла инәлтмәй ҡалмай торғайны ниндәй татлы ашамлыҡтар килтергәндә лә. Әле иң ябайын ялт итеп ҡуйҙы!
Ялсы Аман артынан күҙәтергә булды, сөнки ул-был була ҡалһа, язаһын ҡаты бирәсәк уға батша.
- Хәҙер уйнап алаһығыҙмы инде? - тигән булды үҙе.
- Юҡ, йәнһүрәт ҡарайым, ҡамасаулама, бар сыҡ! - Аман ғәҙәтенсә ҡаты ғына яуапланы.
Ялсы ишекте асып япты ла бүлмәлә ҡалды. Йәнһүрәт ҡарай башлаған малай уның шкаф эсенә инеп йәшеренгәнен абайламаны.

#90 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 17 Май 2011 - 09:53

Сүлдәге теплица

Аман уны сыҡҡан тип уйлап, дуҫтарын үҙе янына саҡырҙы. Артабан ялсы уларҙың һөйләшкәнен дә ишетмәне, шкаф ишеге ярығынан нисек кенә секерәйеп ҡарамаһын, бер ни күрә лә алманы. Тегеләр Аманды ла йәнһүрәткә әйләндергәс, телевизорһыҙ бер ҡайҙа ла сағылмайҙар, ишетелмәйҙәр шул.
Башҡаса тауыш-тын булмағас, хеҙмәтсе шкаф эсенән сыҡты һәм малайҙың юҡҡа сыҡҡанын аңланы. Ишектән дә сыҡҡаны тойолманы, тип уйланы меҫкен ир, ҡайҙа ғына булды икән? Әллә ендәр алып киттеме, кем менәндер һөйләште бит ул. Бөтөн ерҙе ҡарап сыҡты, тик, үҙегеҙ аңлайһығыҙ, Аман да, иптәштәре лә күптән сәфәрҙә ине инде.
Был юлы сәйәхәтселәр ҡыуышҡа оҡшатып өҫтәре яры менән ябылған, бер-бер артлы теҙелеп киткән ниндәйҙер ҡоролмалар янына килеп төштө. Теплица, тип уйлап ҡуйҙы Асман. Улай тиһәң, былай ҙа йылы, хатта эҫе, нимәгә кәрәк булды икән? Ә Амандың беренсе күреүе булғанға, бер ни ҙә аңламаны, шуға Нарымбайға һораулы ҡараш ташланы. Асман дөрөҫ төшөнгән икән - теплицалар, ти.
- Ә улар нимәгә кәрәк? - батша малайы ҡыҙыҡһынып киттә. - Унда кем йәшәй?
- Төрлө еләк-емеш, - тип көлөмһөрәне дөйә. - Уларҙы ошонда үҫтерәләр.
- Ниңә, тау араһында үҫтерелгәне етмәйме ни?
- Ул ғына етмәй шул, һыуһыҙлыҡтан, эҫенән ҡороп та ҡуя сәселгән үҫемлектәр. Ә бында хатта һеҙҙең яҡтарҙа осрамағаны ла үҫтерелә.
- Шулаймы? Ә нисек үҫтерәләр һуң?
- Асмандарҙың Ватанында - Башҡортостанда - теплицаларҙы үҫемлектәр һыуыҡтан һәләк булмаһын өсөн эшләйҙәр, ә һеҙҙә - эҫенән һаҡлайҙар. Әйҙә, эскә инеп ҡарайыҡ әле.
Дөйә менән малайҙар эскә осоп инде. Ысынлап та, унда һауа һалҡынса булып сыҡты. Эҫенән ингәс, хатта өшөтөбөрәк тә ебәргән кеүек булды. Асман үҙҙәренең баҡсаһындағы кеүек, ҡарағаттарҙы, ағас еләген, ер еләген, энәлекте күреп, таң ҡалды. Әҙгә генә йәнһүрәт булыуҙан туҡтап, ашап ҡарарға ине шуларҙы, тип уйлап та өлгөрмәне, Аман менән икеһе лә ҡәҙимге малайҙар рәүешенә инеп, ҡыуаҡлыҡтар араһында баҫып торалар ине инде.
- Һаҡ булығыҙ, берәйһе күреп ҡалмаһын, - тип бышылданы уларға дөйә. - Берәр емеш кенә ҡабып ҡарағыҙ ҙа, осорбоҙ кире. Кеше әйберенә һорауһыҙ тейергә ярамай, һеҙ ашаған өлөш өсөн ҡыуаҡ төбөндә аҡса ҡалдырырбыҙ.
Асман күҙ яуын алып ултырған матур еләктәрҙе берәрҙән генә ҡапты. Ҡупшы булһалар ҙа, үҙебеҙҙең яҡтың еләгенә етмәй, тәме ерле юҡ кеүек, тип уйланы ул. Ә Аманға бигерәк тә ағас еләге оҡшап төштө, услап ашарға кереште лә китте. Дөйә тегене йәнһүрәткә әйләндереп, саҡ туҡтатып алды. Ҡыуаҡ төбөнә аҡсаны артығы менән һалып, Нарымбай малайҙарҙы батша йәшәгән ҡалаға алып осто.

#91 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 17 Май 2011 - 11:21

Батша һарайында ығы-зығы

Батша һарайы янына килеп еткәс, Нарымбай малайҙарҙы бер пальма төбөндә ҡалдырҙы - оҙаҡланылар бит, моғайын, Аманды эҙләйҙәрҙер. Ул һаҡ ҡына тәҙрәнән күҙ һалды: ысынлап та, бүлмә тулы полицейский, батша менән ҡатыны, тағы әллә кемдәр, әллә кемдәр... Ялсының аяҡ-ҡулын бәйләп, ситлеккә ултыртҡандар хатта.
Батша бойроулы тауыш менән полиция башлығынан бүтәндәргә сығырға ҡушты сығырға ҡушты. Барыһы ла ялт итеп ҡалдылар. Полиция башлығы оҙон буйлы, йыуан, ҡалын тауышлы кеше ине. Тимер мискәгә күҫәк менән һуҡһаң да шымыраҡ сығыр тауышы.
- Әйт әле, әҙәм аҡтығы, ҡайҙа иттең Аман әфәндене, бөйөк батшабыҙҙың һөйөклө, берҙән-бер улын?! - тип аҡырҙы ул, ялсыны ситлектән сығарып.
Теге бахыр уның тауышынан иҫтән яҙып йығылды. Башлыҡ сирыла-сирыла уға һалҡын һыу һибеп, иҫенә килгәс, ни булғанын тотлоға-тотлоға һөйләп бирҙе.
- Йәнһүрәткә инеп фөрөнөм тип әйтте тиһең инде, ә?
Полицейский уға ышанмай, күҫәк менән тондорорға торғанда батша телгә килде:
- Һуҡма, мин уға ышанам, күп йылдар тоғро хеҙмәт итеп килде, алдашҡаны булманы.
Ялсы шатланып китте, башына килгән уйҙы әйтергә ашыҡты:
- Телевизорҙы ҡабыҙып ҡарайыҡ әле, бәлки йәнһүрәт эсендә йөрөйҙәрҙер.
Телевизорҙа күренмәнеләр ҡасҡындар. Унан, бөтөн йәнһүрәттәрҙе нисек ҡарап бөтмәк кәрәк, йыл буйы әйләндерһәң дә исмаһам бер ише табылмаясаҡ.
- Әгәр йәнһүрәт оҫтаһын, Ҡарэс әфәндене саҡырып ҡараһаҡ, ул берәй юлын таба алмаҫмы икән? - тип ләпелдәне йәнә ҡурҡып төшкән ялсы.
-Нишләйһең, саҡырырға тура килер инде, - тине батша.
Ҡарэс гел ҡурҡыныс йәнһүрәттәр эшләүе менән дан тота ине. Уның киноларындағы кешеләр, хайуандар гел бер-береһенә яманлыҡ ҡылалар, алдашалар, һуғышалар, урлашалар, гел байлыҡ тураһында ғына уйлайҙар, бер кемде лә йәлләй белмәйҙәр. Аманға гел шуларҙы күрһәтәләр ине бит. Бына ошо йәнһүрәтсе бик тиҙ уйлап тапты юғалған малайҙы эҙләү юлын.
- Мин хәҙер йәнһүрәт полицейскийҙарын уларҙы эҙләргә ебәрәм, - тине ул.- Улар мотлаҡ Аман әфәндене лә, уны урлаусыларҙы ла табасаҡ.
Дөйә быны ишетеп торҙо бит инде, шуға йәһәт кенә малайҙар янына ашыҡты. Йәшенергә кәрәк, эштәр харап, юғиһә.

#92 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 17 Май 2011 - 03:42


Төнгө ҡойон

Малайҙар ҡурҡып төшмәһен өсөн Нарымбай уларға тотош һөйләп торманы, бары тик әлегә ҡайтмай торорға, һәм үҙҙәре кеүек үк йәнһүрәттәрҙән һаҡ булырға ҡушты. Батша һарайынан мөмкин тиклем йырағыраҡ алып китергә кәрәк, тип уйланы Нарымбай. Уның уйынса,Ҡарэс тылсымсы түгел, шулай булғас,хәүеф тыуғанда малайҙарҙы йәнһүрәттән сығарырға ла ҡуйырға була, теге полицейскийҙар уларҙы күрмәйәсәк. Тынысланып, дөйә малайҙарҙы каруан китеп барған ергә алып елде, сөнки улар икеһе ошо хаҡта бик хыялланалар ине.
Көн кискә ауышҡайны.
Каруан башлығы иптәштәрен ҡояш байығансы ҡоҙоҡ булған ергә барып етергә ашыҡтыра, малдарҙы һуғарып ҡуйыу хәйерле. Һалып алған һыу самалы ҡалған, дөйәләргә түгел, үҙҙәренә етер-етмәҫ кенә.Арып бөткән каруан дөйәләре аҡтыҡ көсөн йыйып юрғалаған була. Өлгөрҙөләр һыу сығанағына ҡараңғы төшкәнсе. Юлсылар тәрән ҡоҙоҡтан һыу сығара-сығара арып бөттөләр, малын һуғарғандары тәпәш кенә сатырҙары эсенә инеп йоҡларға ятты.

Ел сығырға иткән һымаҡ. Нарынбай быға аптыраны, барлыҡ билдәләр буйынса ла һауа боҙолорға тейеш түгел ине. Ул малайҙарҙы етәкләштереп, ул-был килеп сыҡһа, ел айырып осортоп алып китмәһен өсөн ҡулдарын яулыҡ менән ҡуша бәйләп ҡуйҙы. Кәрәк сағында ысҡындырырһығыҙ, тип иҫкәртеп тә ҡуйырға онотманы. Иң ҙур дөйә янындағы ышыҡҡа барып яттылар.
Хафаланыуы бушҡа булмаған икән, ҡойроғон һөйрәп ҡойон килеп сыҡты, төн ҡараңғылығында ул күренмәһә лә, имәнес олоуы, дөйәләрҙе күтәреп-күтәреп һуғыуы ишетелде, кешеләрҙе төрлө яҡҡа алып бырғатты. Әйтерһең,мал түгел, кеше түгел, ә аяҡ аҫтындағы көҙгө япраҡтар.
Асман менән Аманды саң һурҙыртҡан ише генә эләктерп алып ҡойон һил булды. Тып-тын булып ҡалды, Нарымбайҙың хатта ҡолаҡтары сыңлап китте. Ҡараңғы булһа ла, ул яҡшы күрә, тирә-яҡты байҡап сыҡты, һәм малайҙарҙы юғалтҡанын төшөндө. Ҡарэс ябай йәнһүрәтсе генә түгел икәнен аңланы ул шул саҡ. Тик уның ни тиклем ҡурҡыныс сихырсы икәнлеген генә белмәне.

#93 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 17 Май 2011 - 08:48

Ҡарэстең мәкерле ниәттәре

Ҡойон һурып алған Аман менән Асман зыр әйләнгән торба эсенә эләккәндәй булдылар. Уларҙың башы әйләнде, тындары ҡыҫылды, йөрәктәре болғанды. Күпмелер шулай ыҙалана торғас, ниһәйәт табандары ергә тейҙе. Тик улар ҡомда ла зыр әйләнеүҙәрен дауам итте. Баштарын ҡалҡытырға мөмкинлек тыуғас, ауырлыҡ менән тороп ултырҙылар. Яулыҡ менән ҡуша бәйләнгән ҡулдары , төрлө яҡҡа тартҡылана торғас, һыҙлай. Тәүге эш итеп малайҙар уны сисеп алды.
- Йә, ҡасҡындар, сәфәр тамаммы? - тигән тауышҡа улар икеһе лә терт итеп ҡалды. Алдарында ҡурҡыныс итеп тештәрен ыржайтҡан Ҡарэс баҫып тора ине. Йәмһеҙ көлөп, ул һүҙен дауам итте:
- Батша малайы - йәнһүрәт. Шул көйө ҡаласаҡһың һин мәңгегә, мин ни ҡушам, шуны эшләйәсәкһең. Атайың да берҙән-бер малайын мин юҡҡа сығармаһын тип бөтәһен дә үтәйәсәк!
Ҡарэстең хахылдауы шаңдау булып таралды. Йәнһүрәтте телевизорһыҙ ябай кеше күрмәй бит, тимәк, был да
Нарымбай кеүек тылсымсы тип уйлап алды Асман. Уның менән һаҡ булырға кәрәк.
Батша улы үҙенә ҡарата бындай тупаҫлыҡҡа өйрәнмәгән, ғәрләнеп, бәләкәс кенә йоҙроҡтары менән Ҡарэстең сәпелдәк башынан сығып торған бармаҡтарын төйгөсләне. Тегеһе асыуы килеп уны тибеп осорҙо.
- Нишләргә, нисек ҡотолорға был яуыздан, - тип баш ҡатырҙы Асман. - Хәҙер ҡәҙимге кеше рәүешенә ҡайтһам, барыбер күрә инде беҙҙе. Нарымбай беҙҙе тапһа ғына ярай ине.
Ҡарэс сысҡан балаларындай ғына ҙурлыҡтағы малайҙарҙың ҡолағынан эләктереп йәнһүрәт эсенә тығып ҡуйҙы ла, дискыны ҡумтаһы эсенә һалды һәм сумаҙанына шартлатып бикләп тә ҡуйҙы. Хәҙер ул был дискыны күрһәтеп, батшаны үҙе алдында бейетәсәк кенә! Бар нәмәгә лә ул хужа буласаҡ! Шатлығынан ишәк тауыштары сығарып иһаһайлағандан һуң батша һарайына йүнәлде.

#94 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 17 Май 2011 - 08:54

Берәйһе уҡыймы ул ошо әкиәтте, әллә юҡмы? Әллә урынды һәм ваҡытты бушҡа әрәм итәмме? :D Әгәр уҡыһағыҙ, артабан нисек булыр тип фараз итә балалар? Яҙһағыҙ ине.

#95 elvira

 
elvira

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 712 сообщений
  • Город:Уфа
  • Ырыуым:Мең
  • Ораным:Алаҫ!
  • Ҡошом:Ыласын
  • Ағасым:Ҡарама
 

Отправлено 17 Май 2011 - 09:47

Берәйһе уҡыймы ул ошо әкиәтте, әллә юҡмы? Әллә урынды һәм ваҡытты бушҡа әрәм итәмме? :D
Әгәр уҡыһағыҙ, артабан нисек булыр тип фараз итә балалар? Яҙһағыҙ ине.

Языгыз, языгыз, мин укыйым :) кескэй булмаhам да экиэт укырга hэлэк яратам :D

#96 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 18 Май 2011 - 09:24

Мажара артынан мажара

Беҙ Нарымбай исемле тылсымсы дөйәне каруан янында ҡалдырғайныҡ бит әле. Малайҙарҙы юғалтҡас, ҡойондоң да Ҡарэс эше икәнен аңлағас, ул да батша һарайы яғына елдерҙе. Сихырсының шунда йүнәлеүендә шиге юҡ ине. Малайҙар ғүмерлек ҡоллоҡҡа эләкмәһен өсөн Ҡарэстән алдараҡ барып етергә кәрәк, тип бар көсөн һалды ул.
Башҡала уттары күренә башлағанда ҡойон туҙҙырып осоп барған Ҡарэсте ҡыуып етте һәм төкөрөп ебәрҙе. Ҡойон күбеккә буталып тынып ҡалды, ә сихырсы, ауыҙынан ут сәсеп, Нарымбайға ташланды.
Дөйә малайҙарҙың сумаҙанға бикләнгән икәнен һиҙҙе һәм нисек тә уны эләктерергә тырышты. Айҡаша торғас, малайҙар ятҡан һауыт Ҡарэстең ҡулынан ысҡынып китеп, яҡындағы пальма төбөнә барып төштө. Ә унда бер бур ни булырын күҙәтеп ята ине. Уның да сумаҙанды бик тә ҡулына төшөргөһө килде, сөнки ошо тиклем аяуһыҙ һуғышҡастар, моғайын, ҙур байлыҡ яталыр тип уйланы.
Бур сумаҙанды эләктерҙе лә ҡала ҡапҡаһынан ялт итеп инеп тә китте.
Нарымбай менән Ҡарэс ни булғанын төшөнгәнсе ул баҙарсылар араһында эҙ яҙҙырҙы. Ҡарэс асыу менән дөйәне күтәреп һуҡты ла бур артынан атылды. Юл ыңғайы ул йәнһүрәт полицейскийҙарын ҡайнашҡан халыҡ өҫтөнә һелтәп ебәрҙе. Тегеләр шунда һатылып ятҡан йә берәйһенең ҡулында булған йәнһүрәттәрҙе йыбыр-йыбыр тикшерә башланы.
Бур иһә борма-борма тыҡрыҡтар аша йән-фарман сабып барып бер ҡоҙоҡҡа төшөп китте. Ҡоҙоҡта һыу ҡороған да, ул күптән инде шунда ҡунып йөрөй, ер аҫтында оҙон-оҙон коридорҙар ҡаҙып бөткән. Бур ашығып сумаҙанды асып ебәрҙе һәм йәнһүрәт ҡумтаһынан башҡа бер ни ҙә күрмәгәс, асыуы килеп уны сойорғотоп ебәрҙе.
Малайҙар ятҡан диск ул ҡаҙған коридорҙарҙың береһенә барып төштө. Асман йәнһүрәттән һикереп сыҡты, ғәҙәти хәленә ҡайтып, һаҡ ҡына башын сығарып өҫкә ҡараш ташланы һәм... үҙе яғына ҡарап торған полицейскийҙарҙы күреп ҡалды. Хәҙер ни эшләргә? Улар ысын кешене күрмәгәне иҫенә төшөп, Асман тиҙ генә Аман янына йүгерҙе – урынында ғына торһон инде әлегә.
Нарымбай Ҡарэсте ҡыуып тота алмағас, баҙар, урамдар эсен йәнһүрәттәр менән күмеп ташланы – баҙарсылар күрмәһә лә, полицейскийҙар уларҙы йырып сыға алмаҫ булды. Ҡарэс тә ҡоҙоҡҡа күҙ һалып уҙҙы, тик уның төбөнән йырылған юлдарҙы күрмәне. Теге бур яңынан урлашырға сығып киткәйне инде.


Асман кире йәнһүрәткә ҡайтырға мәжбүр булды, сөнки өҙөлөп асыҡты, һыуһаны. Аманды табып алғас, артабан нишләргә кәңәшләшә башланылар. Хәҙер нисек тә Ҡарэстең һәм полицейскийҙарҙың ҡулына эләкмәй генә батша һарайына эләгергә кәрәк ине. Һөйләшеп ултырғанда Аман бер ҡарт ҡына кешенең уларҙы шым ғына тыңлап йөрөгәнен аңғарып ҡалды. Ҡарт та быны һиҙҙе һәм ныҡ ҡына баҫып былар янына килде.
- Аңлауымса, һин батша улы Аман, - тине ҡарт. - Ә мин атайыңдың иң тоғро хеҙмәтсеһе Ильяс инем. Ҡарэс, атайыңа мине алдап ошаҡлап, йәнһүрәткә бикләргә рөхсәт алды. Юл табырға ярҙам итә алыр инем, тик йәнһүрәттән сығып, ҡайҙа эләккәнебеҙҙе ҡарап килергә кәрәк.
- Өҫтә полицейскийҙар йөрөй, - тине Аман. - Әммә улар тере кешене күрмәй.
- Их, кеше һынына нисек ҡайтырға, - тип уфтанды Ильяс бабай.
- Мин быны эшләй алам, - тине Асман. – Тик Аман ғына үҙ бүлмәһенән ситтә йәнһүрәт булып ҡала. Нарымбай беҙҙе эҙләп таба алмаҫмы икән?!
Ә Нарымбай был ваҡытта Ҡарэсте эҙәрлекләй ине. Малайҙар аҡыллы, бәлки үҙҙәре һарайға барып етә алыр. Иң мөһиме, Ҡарэсте күҙҙән ысҡындырмаҫҡа һәм яуыз ниәтенә өлгәшергә мөмкинлек бирмәҫкә! Ҡарэс инде ҡала эсен әллә нисәмә тентеп сыҡты, полицейскийҙары ғына дөйә ырғытҡан йәнһүрәттәр араһында аҙашып, динозаврҙар араһына барып сыҡтылар ҙа, тегеләрҙең аяҡтары аҫтында ҡалып тапалып бөттөләр.
Ильяс бабай менән кәңәшләшеп, ошондай фекергә килделәр: ҡараңғы төшкәс, Асман менән йәнһүрәттән сығалар, ғәҙәти кеше һынына ҡайтып, һарайға барыр юлды эҙләйҙәр. Аманды диск менән алып китәләр. Һарайҙы тапҡас, Ильяс бабай менән яңынан йәнһүрәткә әүерелеп, батша улының бүлмәһенә инәләр.
Тик Ҡарэс кенә осрамаһын да, полицейскийҙары тотоп алмаһын. Динозаврҙар араһында юғалып ҡалыуҙарын белмәй ине әле улар.

#97 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 18 Май 2011 - 11:03

Хәл иткес алыш

Ҡоҙоҡ эсенән йондоҙло күк йөҙө күренә. Асман менән Ильяс бабай йәнһүрәт килеш ҡала өҫтөнә күтәрелделәр һәм ҡайһы тарафҡа китергә кәрәклеген билдәләнеләр. Ергә төшкәс, элекке рәүештәренә ҡайтып, ҡаса-боҫа һарай яғына йүнәлделәр. Ара күп тә ҡалмағайны, уларҙы аңдып ятҡан Ҡарэс күреп ҡалды. Ул малайҙарҙы тоторға уйлап ҡойон сығара ғына башлағайны, Нарымбай ҙа килеп сыҡты. Тылсымсы менән сихырсы йән асыуына бер-береһенә ташланды.
- Йәнһүрәткә әйләнегеҙ, һеҙҙе күреүсе булмаҫ, - тип ҡысҡырып өлгөрҙө улай ҙа Нарымбай.
Асман менән Ильяс бабайға шул ғына кәрәк ине лә. Улар батша улының бүлмәһенә осоп инделәр.Бында берәү ҙә юҡ ине. Аман үҙенең яратҡан диванына барып та ултырҙы. Тик пультҡа тотонманы. Уға хәҙер йәнһүрәттәр ҡыҙыҡ түгел ине. Ҡарэс төшөрөп биргән кинолар яуыз, ҡомһоҙ, хәйләкәр, оятһыҙ, ялҡау, тәртипһеҙ, тыңлауһыҙ кешеләрҙе маҡтай торғайны. Аман бының киреһенсә бик яман икәнен аңланы хәҙер.
- Йә, Ильяс бабай, нишләйбеҙ хәҙер? - тип һораны Аман, батша малайы бөтәһен дә белә тип ҡыланмай ғына.
- Атайыңды саҡыр ҙа барыһын да һөйләп бир, - тине бабай. - Ә мин әлегә йәнһүрәт килеш ҡалам. Күренмәүем хәйерле.
Эйе шул, атаһына бик күпте һөйләргә кәрәк буласаҡ. Донъяла шундай ғәжәп нәмәләр бар, улар йәнһүрәттән ҡыҙығыраҡ. Кешеләр ҙә, хайуандар ҙа төрлө икән, кемдер яҡшылыҡ ҡыла, кемдер насар уйлы була, яуызлыҡтар эшләй. Табынға ризыҡ килеп торһон өсөн әллә күпме кешеләр тырышып хеҙмәт һала. Һыу ҙа ниндәй ҙур байлыҡ имеш. Бер-береңә ярҙам итеү, дуҫ булыу күп бәләләрҙән ҡотҡара. Күп инде ул һөйләй китһәң, бөтәһен дә әле иҫләп кенә бөтә алмай.
Аман диван һөйәнгесендәге зыңғырға баҫыу менән ах та ух килеп батша менән батшабикә, ялсылары йүгереп килеп тә етте.
Ярай, улар һөйләшә торһон, беҙ Нарымбай менән Ҡарэс алышып ҡалған ергә ҡайтайыҡ. Улар дөмбәҫләшкән ерҙә саң осоп тора ине, инде тубыҡтарынан ергә батҡандар. Гел ҡара уйлы, яуызлыҡ ҡына ҡылып йөрөгән өсөн ҡара эсле тип, шундай ҡушамат бирелгән Ҡарэс Нарымбайҙы сихыр менән еңергә маташа, ә аҡ дөйәнең яҡшы эштәре сихырҙы уҙғармай ҙа ҡуя. Инде билдәренән баттылар, былар һаман береһе лә еңә алмай. Шул мәл һарай диуары өҫтөнә Ильяс бабай, Асман, Аман, уның ата-әсәһе сығып баҫтылар. Уларҙы күргәс, Ҡарэстең эсе ярылып китте лә, ҡап-ҡара төтөнгә әүерелеп юҡҡа сыҡты.
Бик арыған Нарымбайҙы ерҙән саҡ ҡаҙып сығарҙылар.
Арығанһың, ял итеп ал, тиһәләр ҙә, аҡ дөйә йәнә юлға сыҡты. Асманды өләсәһе көтәлер инде.
Уларҙы оҙатырға Аман һәм батша ғаиләһе тотош сыҡты.
- Мине онотма, килеп тор, - тип ҡул болғаны Аман.
- Онотмам. Ана, һарай диуарында һиңә иҫтәлеккә минең бармаҡ эҙем. Юғалтһаң, шуның буйынса эҙләп табырһың, - тип көлдө Асман.
Бер аҙҙан аҡ дөйә менән малай үҙҙәренең йорто алдындағы ҡомлоҡта уйнай ине инде.
Балконда өләсәһе күренде һәм өйгә ҡайтырға саҡырып ҡул болғаны. Асман дөйәһен күкрәгенә ҡыҫып, йүгереп инеп китте.

#98 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 31 Май 2011 - 02:25


Ағиҙелдең рәхмәте

Өләсәһе менән өй тирәһендә генә уйнау Асманды ялҡытты.
- Әйҙә, берәй ергә экскурсияға барайыҡ, - тип тәҡдим итте ул төштән һуң.
Әләсәһе шунда уҡ риза булды:
- Әйҙә һуң. Ә ҡайҙа барайыҡ икән?
Малай бер аҙ уйлап торҙо, иҫенә төшөрә башланы:
- Урманға кисә барҙыҡ. Уйын майҙансығында ла булдыҡ. Ә бәлки диңгеҙгә барырбыҙ?
- Диңгеҙ юҡ бит беҙҙә, балам, - тине өләсәһе. - Әйҙә, йәнә урман буйлап барайыҡ әле, бәлки берәй ҡыҙыҡ урынға барып сығырбыҙ.
Йыйына башланылар. Асман төҫлө ҡәләмдәре менән ҡағыҙ алды - ул юлда туҡтап һүрәт төшөрөп алырға ярата. Унан һуң берәй ерҙә ултырып тамаҡ ялғау ҙа оҡшай уға - экскурсияла икмәк иҫ киткес тәмле була нишләптер!Термос менән сәй алдыртырға ла онотманы Асман, ул бар нәмәне лә шулай алдан хәстәрләй.
Өләсәһе менән байтаҡ ҡына атланылар урман эсендәге юл буйлап. Әллә ҡайҙан ҙур-ҙур машиналар килеп сыға ла, төтөндәрен борҡой-борҡой уҙып китә.
- Ҡала эсендә еҫтәре юҡ, ә бында тын алғыһыҙ, - тине Асман, танауын баҫып.
Өләсәһе иһә башҡа төрлө уйлай икән:
- Ҡала эсендә беҙҙең танау насар еҫкә күнегә лә, шуның өсөн төтөнөн һиҙмәйбеҙ, - тине ул. - Ә урман һауаһы таҙа булғас, барса яман еҫтәр шунда уҡ белгертә.
- Төтөн еҫкәп киләбеҙ-киләбеҙ, ә бер ҡыҙыҡ та юҡ, - тип мыжырға булып китте малай.
Өләсәһе йылмайып ҡына ҡуйҙы:
- Түҙ, балам, саҡ ҡына түҙ.
Йәнә бер аҙ барғас, машина юлынан ағаслыҡтағы һуҡмаҡҡа боролдолар. Әҙ генә үтеүгә Асман үҙ күҙҙәренә ышанмай торҙо:
- Диңге-е-еҙ, - тип ҡысҡырғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. - Диңгеҙ, диңгеҙ, ә һин беҙҙә диңгеҙ юҡ, ти инең.Мин хәҙер краб эҙләйем.
- Был диңгеҙ түгел, Ағиҙел йылғаһы, - тип яуапланы өләсәһе. - Күрәһеңме, теге яҡта яры бар. Ә диңгеҙҙең икенсе яры күренмәй. Бында крабтар ҙа булмай. Ә ҡабырсаҡ табырбыҙ, моғайын.
Әй шатланды ейәне йылғаға!Ҡырсынташтар араһынан матурын һайлап, хазина тауы эшләне, йәйпәктәрен һыуға кәйелтеп, "ҡоймаҡ майланы". Өләсәһе 5-6 "ҡоймаҡ майлай", ә ул ташлағаны әле 2-3 кенә була. Оҫтара башланы инде, башта ташлағаны сулп итеп кенә бара ла төшә, тулҡын өҫтөнән һикермәй ине.
Ҡабырсаҡтар ҙа йыйылып китте.
Яр буйлап ары атланылар. Арыраҡ кирбестәр араһында көл-күмер күрҙеләр, шешәләр тулып ята. Өләсәһе аптыратты - шуларҙы пакетҡа йыя башланы.
- Үҙең ҡулым һыҙлай, ауыр күтәрергә ярамай,тип әйтәһең. Ниңә уларҙы йыяһың инде, - тине Асман.
- Алып ҡайтһалар, йә күмеп китһәләр ни була инде,- тип һуҡранды өләсәһе.- Быялалары ярылып, һыу ингән кешеләрҙе яралай инде шунан. Килеп тороп ярҙы йәмһеҙләп ята.
- Планетабыҙҙы бысраталар, эйе бит, - тип йөпләп ҡуйҙы ейәне.
-Әй аҡыллым, дөрөҫ әйтәһең. Ниндәй һүҙ беләһең бит әле, - өләсәһе уның башынан һыйпаны.
Уға ауыр булыр тип йәлләп, Асман да бер шешәне үҙе тотоп алды.
Икенсе бер һуҡмаҡ буйлап улар сүп-сар ташланған соҡор янына барып сыҡтылар. Шешәләрҙе шунда ташланылар ҙа ярға баҫып, теплоход уҙғанын ҡарап торҙолар.Асман унда ҡүренгән кешеләргә ҡул болғаны.
Ҡайтырға сыҡтылар.
- Ағиҙел, һау бул, беҙ тағы килербеҙ әле һиңә ҡунаҡҡа, - тип ҡысҡырҙы Асман.
Йылға ҡояшта ялтырап, тулҡындарын уйнатты, ярға бәрелеп алды.
Рәхмәт, малай, көтәм, килегеҙ, тиеүе булды, ахыры.

#99 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 31 Май 2011 - 07:03

Сыйырсыҡ дауылы

Әле генә ҡояш яҡтырта, йылы, тыныс ине. Ҡапыл ел сығып, ишек алдын гөжләтә башланы. Ҡайҙандыр пакеттар, ҡағыҙҙар осоп килеп төштө. Баҡсалағы слива, балан, муйыл, оҙонайып үҫкән сәскәләр ҙә ергә тиклем бөгөлдө хатта.
- Әйҙә тиҙерәк өйгә инәйек, - тип ҡабаландырҙы Асманды өләсәһе. - Юҡһа, үҙеңде лә аяҡтан йығыр был сыйырсыҡ дауылы.
- Сыйырсыҡ дауылы? - тип ғәжәпләнде малай. - Ә нимә була ул?
- Бына ошо көслө ел - дауыл тип атала. Ә ниңә сыйырсыҡтыҡы икәнен хәҙер күрерһең.
Өйгә ингәс, өләсәһе тәҙрәнән өй артындағы мунса башына ҡағылған ҡош ояһын күрһәтте. Хатта ул да сайҡалып тора ине.
- Сыйырсыҡтарыбыҙ беҙ ингәнсә балаһын осороп өлгөргәнгә оҡшаған, - тине ул. - Күренмәйҙәр инде.Улар ошондай дауыллы көндә ҡошсоҡтарын оянан төртөп төшөрә. Тегеләргә шулай яйлыраҡ, ергә ҡолап төшмәйҙәр, ә ел ыңғайына осоп китәләр.
Асмандың аҡыллы ҡоштарға иҫе китте.
- Хәҙер көҙгә тиклем беҙгә килмәҫтәр инде, - тип өҫтәне өләсәһе. - Йәй буйы улар урманда йәшәй ҙә, көнъяҡҡа осоп китер алдынан ғына ояларына кире ҡайтып алалар.
- Ә көнъяҡҡа улар ниңә оса?
- Ҡыш һалҡын бит, беҙҙә улар йәшәй алмай.
- Ә-ә-ә, ҡояшта ҡыҙынырға яраталар икән, - тип ҡуйҙы Асман. - Шуға ҡарайып бөткәндәр инде.

#100 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 01 Июнь 2011 - 10:45

Яңы дуҫ
Көтмәгәндә Асмандың олаталарына ҡунаҡтар килеп төштө. Улар ҙа Таһир исемле ейәнен эйәртеп алғандар.
Малайҙар башта бер-береһенән ятһынышып, һөйләшмәйерәк, һынап ҡарап торҙолар.
Күрһәтәйемме, юҡмы икән был малайға уйынсыҡтарымды, тип уйланы Асман. Берәйһен оҡшатып, алып ҡайтам, тип илай башлаһа?! Теге саҡта Вика тигән ҡыҙыҡай шулай итте бит. Асмандың иң яратҡан машинаһына йәбешеп алды ла, ысҡындырманы ла ҡуйҙы, тәки биреп ҡайтарҙылар уға уйынсыҡты.Килтерәм тигән булды үҙе,килтермәне лә...
Таһир, ысынлап та, Асмандың уйынсыҡтарын күргеһе килә ине. Тик, ҡайһылай уҫалға оҡшаған, юҡҡа эйәреп килдем, олатай-өләсәйҙәр ана ҡайһылай күңелле итеп һөйләшә, ә мин торам бер үҙем ситтә, тип уйланы ҡунаҡ малай. Кеҫәһенән үҙе яратҡан өрөктө сығарып һура башланы, береһен шулай ҙа Асманға һуҙҙы - бер үҙең генә ашарға ярамай, тип өйрәтә бит олатаһы.
Асман да өрөк ярата ине, башта алмаҫҡа уйлағайны ла, ҡулы тыңламаны, һуҙылды ла алды. Икәүләшеп өрөк сәйнәй-сәйнәй, Асмандың уйынсыҡтары яғына юлландылар. Диван арты туп-тулы уйынсыҡтар йорто икән - машиналар, пирамидалар, доминолар, төрлө нәмәләр ҡороп була торған эләктергесле "кирбестәр", йәнлектәр, төрлө кейемле кешеләр һындары... Бигерәк тә Таһирҙы тәпәйҙәре һәм мороно пластырь менән йәбештереп ҡуйылған айыу аптыратты.
- Нимә булған уға?- тип һорамай булдыра алманы.
- Розеткаға моронон тыҡҡан да, ток һуҡҡан, - тип аңлатты Асман.- Моронон тартып алам тигәнсә тәпәйҙәре янған. Күпме әйтһәм дә тыңламаны, хәҙер ята ана ауырып. Ярай тотош янып китмәне.
- Розеткаға тейергә, унда бер нәмә лә тығырға ярамай, тип олатайымдар миңә лә әйтеп тора ул, - тине Таһир.- Тик мин унда ток тигән кеше һуғып ултырғанын белмәгәйнем.
- Ток кеше түгел дә ул, ана лампочканы яндыра, телевизорҙы күрһәттерә. Үҙе күренмәй,күренмәһә лә һуғышҡаҡ, - тип белгәнен һөйләп бирҙе Асман.
Малайҙар бик дуҫлашып киттеләр был кистә. Тағы осрашып торорға һүҙ ҡуйыштылар. Яңы дуҫын бик яратып, Асман үҙенең иң яратҡан яңы машинаһын бүләк итеп ҡайтарҙы.




0 посетителей читают эту тему

0 пользователей, 0 гостей, 0 скрытых

Башфорум на Башпортале
BaShFoRuM