Перейти к содержимому




Башфорум находится по адресу; www.forum.bash-portal.ru
Фото

Уңған ҡатын


  • Please log in to reply

Пока никто не отвечал в этой теме...

#1 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 12 Апрель 2011 - 04:19

Сер түгел, өй эсендәге тәртип, зауыҡ, аш табыны ҡатын-ҡыҙҙың бөтмөр, уңған, тәрбиәле булыуына бәйле. "Юҡтан бар итә" , тиҙәр ундайҙар тураһында. Беҙҙең өләсәйҙәр бәләкәй генә туҡыма ҡиҫәген дә ташламай, ҡорама ҡорған, аяҡ аҫтында үҫкән үләндәрҙе лә аш иткән. Һылыуҙар, әйҙәгеҙ ошо темала үҙебеҙҙең хужабикәлек серҙәре менән уртаҡлашайыҡ. Маяға бер рецепт: кесерткән билмәне Яңы сыҡҡан кесерткән япраҡтарын эҫе һыуҙа бешекләп турарға, ҡаты итеп бешерелгән йомортҡаны ҡырғыстан үткәреп өҫтәргә, тоҙ, борос(үҙегеҙгә оҡшағанса), һуған, теләһәгеҙ, берәй һарымһаҡ теше иҙеп ҡушығыҙ. Бешкән ит киҫәктәре лә өҫтәргә мөмкин (ҡайсаҡ тороп ҡала бит). Ошо ҡатнашманы һалып, ҡәҙимгесә билмән эшләгеҙ. Бешереп алғас, табынға ҡаймаҡ йә иретелгән май ҡойоп бирергә. Шыйыҡ май һалып ашарға ла була. Яҙ көнө мотлаҡ 3 тапҡыр кесерткәндән ниндәй ҙә булһа ризыҡ әҙерләп ашағыҙ. Был бик файҙалы.




0 посетителей читают эту тему

0 пользователей, 0 гостей, 0 скрытых

Башфорум на Башпортале
BaShFoRuM