Перейти к содержимому




Башфорум находится по адресу; www.forum.bash-portal.ru
Фото

Уңған kатын


  • Please log in to reply

13 ответов в этой теме

#1 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 12 Апрель 2011 - 04:24

Сер түгел, өй эсендәге тәртип, зауыҡ, аш табыны ҡатын-ҡыҙҙың бөтмөр, уңған, тәрбиәле булыуына бәйле. "Юҡтан бар итә" , тиҙәр ундайҙар тураһында. Беҙҙең өләсәйҙәр бәләкәй генә туҡыма ҡиҫәген дә ташламай, ҡорама ҡорған, аяҡ аҫтында үҫкән үләндәрҙе лә аш иткән. Һылыуҙар, әйҙәгеҙ ошо темала үҙебеҙҙең хужабикәлек серҙәре менән уртаҡлашайыҡ. Маяға бер рецепт: кесерткән билмәне Яңы сыҡҡан кесерткән япраҡтарын эҫе һыуҙа бешекләп турарға, ҡаты итеп бешерелгән йомортҡаны ҡырғыстан үткәреп өҫтәргә, тоҙ, борос(үҙегеҙгә оҡшағанса), һуған, теләһәгеҙ, берәй һарымһаҡ теше иҙеп ҡушығыҙ. Бешкән ит киҫәктәре лә өҫтәргә мөмкин (ҡайсаҡ тороп ҡала бит). Ошо ҡатнашманы һалып, ҡәҙимгесә билмән эшләгеҙ. Бешереп алғас, табынға ҡаймаҡ йә иретелгән май ҡойоп бирергә. Шыйыҡ май һалып ашарға ла була. Яҙ көнө мотлаҡ 3 тапҡыр кесерткәндән ниндәй ҙә булһа ризыҡ әҙерләп ашағыҙ. Был бик файҙалы. Варикоз булған һәм ауырлы ҡатындарға кесерткән ашауҙан тыйылырға кәрәк. Әммә берәр генә япраҡ сәйгә һалып ебәрергә мөмкин. http://www.kedem.ru/glossary/herb/krapiva/

#2 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 12 Апрель 2011 - 04:40

Яҙ көнө ҡуҙғалаҡ, ҡаҡы, ҡымыҙлыҡ, ревень (ирәүән дөрөҫ буламы икән), кәзә һаҡалы, кәкүк сәскәһе (медуница), йыуа, оҫҡон кеүек үләндәрҙе лә ашап ҡалырға кәрәк. Кәкүк сәскәһе аҙ ҡанлылыҡтан иң шәп дауа. Уны балаларығыҙға мотлаҡ ашатығыҙ. Хәҙер сысҡан биҙгәге таралған, шуның өсөн элеккесә йыумай ғына әрсеп ашау хәүефлерәк. Йыуһағыҙ, хәйерлерәк булыр. Был үҫемлектәрҙән салаттар яһарға була, ашҡа өҫтәп ебәрһәгеҙ ҙә, билмән бешерһәгеҙ ҙә насар булмаҫ. Кәзә һаҡалы инде йүткереп яфаланыусыларға үҙе бер дауа. Күкрәкте йомшартып ебәрә. Әммә... Бына бер өҙөк: Весной первым на грядках вырастает… ревень. В этой траве содержится витамин С, который так нужен нашему организму весной. Нежные молодые листочки щавеля помимо витамина С, содержат много важных и полезных микроэлементов. Внимание! Эти растения особенно полезны, пока не наступило жаркое лето. При старении листьев в них накапливается большое количество щавелевой кислоты, которая может нанести вред здоровью. Щавель и ревень нормализует работу кишечника. Но людям с повышенной кислотностью лучше есть щавель и ревень в термически обработанном виде. Стебли ревеня вместе с кожурой можно отварить, добавить несколько ложек сахара и получится вкусный компот, богатый пектинами. Такой напиток помогает снизить уровень холестерина. Очищенные и нарезанные стебли – прекрасная начинка для пирогов. А нежный щавель сделает весенний суп кислым и полезным. Но поторопитесь, в середине лета растения загрубеют и утратят свои полезные свойства.

#3 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 14 Апрель 2011 - 03:07

Был һөйләшеүгә ир-ат та ҡушылһа, шәп булып ине, сөнки иң яҡшы ашнаҡсылар, кулинарҙар - ирҙәр. Донъя күләмендә шулай. Юҡҡа ғына "Ирҙәр аш яраштырғанда, фәрештә ҡанатын тығып тора", - тип әйтмәгәндер халҡыбыҙ. Ә эшләп йөрөгән йәш килендәргә йәнә бер "аҡыл" өйрәтеп алайым әле. Мин үҙем туҡмаслы аш яратам. Ғөмүмән, халҡыбыҙҙың иң яратҡан ризығынандыр ул - туҡмаслы аш. Хатта ана Президент Хәмитов та уға өҫтөнлөк биреүен яҙғайны. Көньяҡ-көнбайыш башҡорттар ашҡа һалма һала. Ҡыҙыҡ, эйе бит, туҡмас ҡамыры бер үк төрлө баҫыла, әммә тәме йәймәнең ни рәүешле ҡырҡылыуына бик бәйле. Оҙонсалап ҡырҡылғаны - туҡмас - минең зауыҡҡа наҙлыраҠ, тәмлерәк кеүек. Әммә нәҙек кенә итеп ҡырҡылғанын бик ҡупшы булһа ла һәр кем яратып бөтмәй. Ҡәйнәм, мәҫәлән, мин тырышып, вермишелдәй ваҡ ҡына итеп ҡырҡҡан туҡмасымды ашағас, телгә йоҡмағандай булды, тине. Башҡаларҙан да нәҙек туҡмасты бик туҡлыҡлы һанамағанын ишеткәнем бар. Ә бына дүрткелләп киҫелгән һалма туҡлыҡлыраҡ, әммә минең ҡарамаҡҡа бик наҙлы түгел. Яратам уртасараҡ итеп ҡырҡылған оҙонса туҡмасты. Йәштәр туҡмас ҡырҡырға йыбанып, магазиндан алынған макарон-вермишелде күберәк тотона. Әммә туҡмаслы ашҡа етмәй, шулай бит? Эш сәфәрҙәрендә күп йөрөһәм дә, йәмәғәт эштәре арҡаһында аш-һыуға ваҡыт тарыраҡ ҡалһа ла, ғаиләмде үҙ ҡулым менән әҙерләгән тәғәмдән мәхрүм итмәҫкә тырыштым. Быға нисек өлгәшеп була тиһегеҙме? Мәҫәлән, ял көндәрендә тотош ғаиләбеҙ менән ултырып күп итеп билмәндәр бөгөп, туңдырып ҡуя инек. Икенсе ялда күп итеп туҡмас ҡырҡып, киптереп ҡуям. Хәҙер иһә, ҙур туңдырғыс алғас, туҡмас ҡамырын бер юлы күп итеп баҫам да, бер ашлыҡ ҡына киҫәктәргә бүлеп, туңдырам. Кәрәк булған һайын иртән сығарып иретергә ҡуям да, төшкөлөктә ғаиләмде туҡмаслы аш менән һөйөндөрәм. Туҡмасты беҙҙең халыҡ ашҡа ғына һала. Киптерелгән туҡмастан мин ... гарнир бешерәм. Магазин макаронына ҡарағанда тәмлерәк тә, туҡлыҡлыраҡ та, һөйһөнөбөрәк тә ашайһың. Бындай туҡмасҡа тәмләткестәр, соус һалып та ебәрһәң, телеңде йоторлоҡ була ла ҡуя. Арзаныраҡҡа ла төшә бит, ҡыҙҙар!

#4 Дедеманн

 
Дедеманн

    Башҡорт ханы

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 474 сообщений
  • Ырыуым:Ырыуһыҙмын
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 14 Апрель 2011 - 03:23

Туҡмасты беҙҙең халыҡ ашҡа ғына һала. Киптерелгән туҡмастан мин ... гарнир бешерәм.

тороктэр зэ бешерэ, тэмде былай, майза кыззырып алалар

#5 ҠунаҡЛиә_*

 
ҠунаҡЛиә_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 15 Апрель 2011 - 10:32

Нәҙек кенә итеп ҡырҡылған һалма оҡшай. Апайым шулай эшләй. Тәмле, наҙлы була аш. Мин улай нәҙек итеп ҡырҡа алмайым. Уртасараҡ була инде. Шуға күрә йоҡаҡ итеп йәйергә тырышам йәймәне. Тоҙ һалмай ҡамыр баҫһам, йәймә тиҙерәк кибә. Тик һалма йәйеү ауыр, шуға күрә һалмалы ашты йыш бешермәйем. Ә бишбармаҡ бик тәмле ризыҡ, ысынлап та. Йәшелсә аштары менән сиратлаштырам. Борщҡа сөгөлдөрҙө эре терка аша үткәреп, майҙа бер аҙ ҡыҙҙырып алам һуған менән. Аштарҙың артыҡ тоҙлоғон(майын) алам. Оләсәйем бешергән яҙғы йәшелсә ашын һағынам: ыумас балдырған ҡатыш. Олатайым иртә йәй менән сабынлыҡтарҙы ҡарарға, тип урманға бара ине аты менән. Арба тултырып, ҡымыҙлыҡ, ҡаҡы, балдырған алып ҡайта ине.

#6 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 15 Апрель 2011 - 08:19

Балтырғанды баҡсала үҫтерәбеҙ, шуның өсөн яҙҙарын, ҡәйнәм әйткәнсә, кәмендә 3 тапҡыр ашҡа һалып бешерәм. Уны эҫе һыу менән бешекләп, салатҡа һалырға ла була. Ашҡа ҡаҡы сәскә атып өлгәрмәҫ элек, борсаҡтай тумалаҡтарын да һалып ебәрергә мөмкин. Балаларыма бәлкәй саҡтарында йыш ҡына кишер печеньеһы бешерә инем. Был ризыҡты даими пропагандалайым, сөнки ифрат файҙалы ла, туҡлыҡлы ла, тәмле лә, гәрәбәләй матур төҫлө лә. Ҡамырға йышыраҡ аҡ һәм һары май, ҡайһы ваҡыт шыйыҡ май һалам (маргарин тотонмайым, сөнки уға сусҡа майы ҡушылған булыуы ихтимал). Һары майға баҫылған печеньеның 1-2-һен ашау ҙа тамаҡты туйҙыра. 2-3 кишерҙе ваҡ ҡырғыста ыуаһың, бер ҡап (200 г) май, йә 3/4 стакан шыйыҡ май, 1 стаканға яҡын шәкәр (аҙыраҡ алырға ла була), тоҙ, ярты балғалаҡ аш содаһы (һеркә менән һүндерергә мөмкин). Ондо күпме алһа, шунса ҡушаһың. Ҡамыры бик йомшаҡ та, бик ҡаты ла булмаһын. Печеньены төрлө фигуралар яһап ҡырҡырға ла була. 180 гр. эҫелектә 25 минут бешерергә. Ҙурыраҡ ҡабартмалар яһап бешереп, торт итергә лә була. Ныҡ майлы булмаһын өсөн кремын эремсек менән ҡаймаҡ ҡушып эшләргә, өҫтөн емеш-еләк менән биҙәргә була.

#7 uno

 
uno

    Тархан

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPip
  • 684 сообщений
  • Ырыуым:Юрматы
  • Ораным:Айтайлаҡ!
  • Ҡошом:Әтәлге
  • Ағасым:Өйәңке
 

Отправлено 19 Апрель 2011 - 02:48

Кто знает рецепт асык ауыз? Печенье в виде конвертиков.

#8 Наян

 
Наян

    Юлдаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPip
  • 48 сообщений
  • Ырыуым:Үҫәргән
 

Отправлено 19 Апрель 2011 - 11:00

Һәйбәт тема, рәхмәт!Ябай һәм тиҙ әҙерләнә торған аҙыҡтар тураһында күберәк яҙығыҙ әле, зинһар.Көнө буйы плита алдында торғо килмәй. Ялҡаулыҡтан түгел, ваҡытты бүтән нәмәгә лә бүлергә ине. Әсәйем йыш ҡына кишерҙән бәлеш бешерә. Тәмле! Ә мин үҙ ғаиләмә уны бешерергә ҡыймайым әле.Ашамай ҡуйырҙар тием.Уны бешереүселәр бармы?Өфөлә бер кемдә лә күргәнем юҡ.

#9 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 29 Апрель 2011 - 10:44

Ҡайын һыуы йыйыр ваҡыт етте. Кеше йылына 6 литр самаһы ҡайын һыуы эсергә тейеш тиҙәр табибтар, сөнки был шифалы эсемлек иммунитетты ла көсәйтә, бик күп эске ауырыуҙарҙы дауалай. Әгәр бер барғанда бик күп килтерәһегеҙ икән, әрәм булмаһын өсөн йөҙөм, ҡара икмәк киҫктәре һалып, ҡарңғы йылы урынға ҡуйып, кеүәҫ эшләргә була. Тик ҡайынды ҡанһыратып ҡалдырмағыҙ, уны бырау менән генә тишеп, һутын алғас, балауыҙмы, пластилинмы, йә булмаһа ағастан бөкө яһапмы, яраһын ябып китегеҙ. Ауылға ҡайтып йөрөүселәр, баҡсалары булғандар өсөн витаминлы табын осоро етте - ҡуҙғалаҡ, һарымһаҡ, ҡышҡы һуған, оҫҡон (урман һарымһағы),ирәүән күренде. Оҫҡон бөрөктәрен, өсмөйөштәрен бешереү өсөн сейләй ваҡлап туралған бәрәңге, ваҡлап туралған оҫҡон, ваҡлап ҡырҡылған туңмай, ҡаҙ майы ҡушып эслек әҙерләнә. Ғәҙәттә, аш бешергәндә ит тороп ҡалғылай, шуны ваҡлап ҡушырға ла була, кемдәрҙер итен генә ашай ҙа, майлы өлөшө тороп ҡала. Аш өҫтөн һөҙөп ала күптәр, уны ла туңдырып ҡуйып, бөйөрөккә ҡушырға мөмкин.Эслеккә тәменсә тоҙ, борос ҡушыла. Ҡамырын әсетеп тә, сөсө килеш тә баҫырға була (күмәс ҡамыры кеүек итеп). Бәлеш ҡамыры һымаҡ, май ҡушып баҫыу ҙа ризыҡты ләззәтле итер. Ҡамырығыҙ артып ҡалһа, борсолмағыҙ, туңдырырға ҡуйығыҙ. Кәрәк сағында иретеп алып ҡына нимәлер яраштырып та ебәрергә була. Быныһы инде тиҙ-тиҙ генә бешереү кәрәк булғанда уңайлы.

#10 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 29 Апрель 2011 - 11:47

Йыуа бөрөгө.

Эслек өсөн йыуаны, йомортҡаны ваҡлап турарға. Тоҙ, борос - тәменсә. Теләгәндә бүрттерелгән дөгө ярмаһы, йә тороп ҡалған бутҡа ла ҡушырға мөмкин.Шыйыҡ май ҡушып ебәрергә була.
Тышлығына сөсө ҡамыр ҙа, әсетелгәне лә бара.


Туҡмастан ҡала иң тиҙ бешә торған аш - чечевицанан. 15-20 минутта ул әҙер була, тәмле лә, туҡлыҡлы һәм файҙалы ла.

Чечевицаны (төрки телдәрҙә мәрйемәк (мәрджимәк(н) тип ҡулланыла) ҡайнар һыуға һалаһың, тоҙҙо бер аҙ ҡайнағас һалыу яҡшыраҡ. Ваҡ ҡырғас аша үткәреп кишер ҡушаһың, берәй баш помидор турап һалаһың. Бешеп сығыр алдынан иҙеп һарымһаҡ теше һалаһың, әҙер булғас,блендер менән иҙәһең. Шыйыҡ май ҙа, аҡ май ҙа һалырға мөмкин.

#11 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 02 Май 2011 - 08:10

Эшләп йөрөгән кешегә өйҙә ризыҡ әҙерләү мәшәҡәтлерәк, тик был әле магазинадн алынған печенье-меченье, кәнсир-мәнсир, билмән-һәлмән, колбаса менән тамаҡ ялғап йәшәргә мөмкин тигәнде аңлатмай. Ҡатын кеше эш сәфәрендә түгел икән, мотлаҡ нимәлер яраштырып ашатырға тейеш көн дә ғаиләһенә. Ваҡытты күп алмай ул ризығыңа мөхәббәтеңде һалып әҙерләһәң. Ҡайтыу менән ит ҡуяһың. (Ит булмаһа, ябай туҡмас та бик тәмле). Ул ҡайнап сыҡҡансы бәрәңге әрсей тораһың. Иттең өҫтөн мотлаҡ алырға кәрәк. Бәрәңгене ҡайнар һыуға һалып бешерергә ултыртаһың да ашҡа һалыр өсөн иртән һыуытҡыстан сығарып киткән ҡамырҙы туҡмасҡа йәйәһең, йә кәбеҫтә турайһың . Ул арала бәрәңге бешеп сыға. Варианттар:1)пюре; 2) ашҡа ҡушырға турайһың; 3)духовкаға ҡуйып ҡыҙартып алаһың. Ҡыш урталарына тиклем бәрәңге һыуын итһеҙ туҡмас ашы өсөн тотонорға була. Һарҡытып, һыуытҡысҡа ултыртаһың, иртәгәһенә туҡмас төшөрөп кенә ебәрәһең. Ит бер аҙ ҡайнағас, бешеп етһен өсөн кескәй кәстрүлгә күсереп, өҫтөнә сығырлыҡ ҡына һурпала ҡайнатыуҙы дауам итәһең, ҙур кәстүлдә ҡалған һурпаны аш итеп бешереп еткерәһең. Һуған, тәмләткестәр, йәшеллектәр - зауыҡҡа ҡарап. Аш ашап бөтөлөүгә ит тә бешеп сыға. Һурпаһынан тоҙлоҡ эшләп, бәрәңге менән бирергә була. Бәрәңге тороп ҡалһа, иртәгәһенә ҡурырға, пюре итергә, шул пюрены ҡушып, ҡыҫтыбый йә билмән бешерергә була. Бергәләп билмән бөгөүе үҙе бер байрам даһа! Бына ике көндөң анһат ҡына менюһы. Бер саҡ студент туғанымдың тоҙһоҙ, ҡара күҙәнәктәре, йәшел ерҙәре күренеп торған бешеп етмәгән бәрәңгеһе менән "һыйланғас", уны ошо ябай ғына ризыҡты ла бешереү серҙәре барлығына төшөндөргәйнем. Кемдеңдер бәрәңгеһе студент туғанымдыҡы кеүек килеп сыға икән, бына уға кәңәштәр: Бәрәңгенең йәшәргән, күҙәнәкле ерҙәрен тотош ҡырҡып, соҡоп алыу зарур. Былар йәмһеҙ, ерәнес кенә түгел, һаулыҡҡа ла зыянлы. Ҡабығын мөмкин тиклем йоҡараҡ әрсеһәгеҙ, ҡайнар һыуға һалып бешерһәгеҙ, витамины күберәк ҡалыр. Бүлбеләрҙе бер самараҡ ҙурлыҡта итеп ҡырҡығыҙ. Һыуға 1-2 баш һуған, 1-2 кишер (айырым бешерһәгеҙ, яҡшыраҡ булыр), лавр япрағы һалығыҙ, бешеп етер саҡта 1-2 һарымһаҡ теше иҙеп ҡушығыҙ. Өҫтәлегеҙҙә хуш еҫ боҫратып ултырыр. Ярмалы бәрәңге иҙелә башлауын күреү менән үк төбөндә бер аҙ һыу ҡалдырып һарҡытығыҙ ҙа, һүрән утҡа ҡуйып, ҡапҡасын йымлап ҡаплап бешереп сығарығыҙ. Ярмалы бәрәңгене пюре өсөн файҙаланыу яҡшыраҡ. Оҙонса ҙур ғына тәрилкәнең сит-ситенә йәшел салат япраҡтары теҙеп, табынға биргәндә йәшеллектәр һалып, теге кишерҙәрҙе ҙур ғына киҫәктәргә ҡырҡып ҡушып, өҫтөнә шыйыҡ май ҡойоп ебәрһәгеҙ, ябай, әммә һәләк нәзәкәтле ризыҡ менән һыйланырһығыҙ. Шуны иҫтә тотоғоҙ - аштың тәме бешереүсе ҡулынан! Бер үк ингридиенттарҙан бер үк блюдо ике кешенеке ике төрлө килеп сыға. Йәнегеҙҙе һалып бешерегеҙ ризыҡҡа, мотлаҡ тәмле булыр. Ашығыҙ аш булһын! Бөгөн, 20 майҙа, редисты һирәкләнем. Ҡуйыраҡ ултыртҡанмын орлоҡтоң сифатына шикләнеп. Ә уны ҡуйы ултыртырға ярамай, һирәкләгәндә ҡуҙғалып, буйға китә лә бара һабағы. Шулай ҙа утаным инде. Беҙҙә нишләптер йолҡоп сығарылған үҫентеләрҙе ырғыта ла ҡуялар. Ә улар бит витамин, микроэлементтар сығанағы! Йәшел аш бешерҙем редис үҫентеләренән, ирәүән, оҫҡон, балтырған өҫтәп (Балтырғанды баҡсаға ултырттыҡ). Кишер һәм сөгөлдөрҙө һирәкләгәндә лә мотлаҡ витаминлы аш буласаҡ, Аллаһ бирһә.

Сообщение изменено: miraj (02 Июнь 2011 - 12:23 )


#12 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 02 Июнь 2011 - 12:21

Әле өй янындағы баҡсаға сыҡтым да, ағас еләгәе араһында ямғырҙан һуң матур булып күпереп үҫеп киткән алабутаны күреп, түҙә алманым, индереп, сырлы, итле бөйөрөккә ҡушып бешерҙем. Һуған, саҡ ҡына борос менән һәләк тәмле.

http://www.1000listnik.ru/lekarstvennie-travi/11/70-lebeda.html

Кроме того:

Как пищевое растение известна с глубокой древности. До XIX в. специально разводилась в садах, ею засевались большие участки наряду со злаковыми посевами. Еще древнегреческий врач Гален подметил, что лебеда способна "питать, придавать сытость" наравне с животными продуктами. Позднее было открыто значительное содержание в лебеде протеина. Лебеда не имеет ни запаха, ни вкуса, что делает ее идеальным компонентом любых пищевых сочетаний, которые она не изменяет.
Основное применение лебеды и сходной с ней мари (которую, кроме ботаников, никто от лебеды не отличает) - подмесь ее в ржаную и пшеничную муку, что, кстати, придает хлебу повышенную питательность, лучшую пропекаемость и сохранность. В настоящее время это главное применение лебеды забыто совершенно, как и использование семян лебеды для получения каш. Лебедовую кашу - лебедянь - едят с молоком и яйцом, по вкусу она близка к гречневой. В России основным районом производства лебедовой крупы была Нижегородская губерния и прилегающие к ней области Среднего Поволжья.
В связи с тем, что лебеда как однолетняя культура сравнительно быстро утрачивает элитные свойства, особенно если не вести правильных севооборотов и не удобрять землю, южноевропейские (французские) сорта лебеды и мари, завозимые в Россию в XVIII в. в помещичьи имения, одичали спустя век. К тому же применение лебеды натолкнулось на предубеждения темных людей, которые не отличали садовой лебеды и мари от дикой. Все это, при отсутствии отечественной селекционной работы, привело к полной утрате культуры зерновой лебеды в России.
Между тем именно лебеда, не подверженная воздействию засухи, была на протяжении столетий буквально спасительницей многих народов Европы от голода в периоды неурожаев. Об этом свидетельствуют названия лебеды на французском и английском, где она сравнивается с Орлеанской Девой по своему значению и носит имена Прекрасная Дева (по-французски) и Добрый Генрих (по-английски). Кстати, и на русском языке лебеда также названа в честь спасительницы - Царевны Лебедь, известной всем по сказке о царе Салтане. Но эта связь была утрачена в народном сознании уже в начале XVII столетия, когда после шведско-польской интервенции и Смутного времени многое было потеряно в русской национальной жизни. Только весьма распространенная фамилия Лебедев - в первоначальном своем произношении - Лебедёв или Лебедев, говорит о былом широком применении лебеды как пищевого сырья.
Свежая лебеда (листья растения) идет в салаты, супы, гарниры как зеленая овощная масса, подобно капусте. Но к лебеде обязательно нужны сильные ароматичные пряные добавки: перец, чеснок, лук, петрушка.
Что касается дикой лебеды, имеющей зеленый цвет, в отличие от садовой и мари (белого, т.е. светло-зеленоватого, красноватого и бордового цвета), то ее можно употреблять лишь весной и в начале лета, пока она молода, до цветения. При этом надо обращать внимание, чтобы тыльная сторона листьев имела белый мучнистый налет. Сорта лебеды дикой без налета - бывают горьки или даже ядовиты.
В международной и русской вегетарианской кухне известно и такое блюдо, как котлеты из... лебеды.
Его рецепт: 200 г мелкосеченых листьев белой лебеды, 50 г лука, 30 г овсяной крупы или геркулеса, 10-15 г жиров (масла или сала), перец, чеснок - для сдабривания, сухари и яйцо - на панировку. Из этих продуктов выходит "лебедовая порция" - две котлеты по 150 г. Идеальная пища для слишком тучных!


(Кулинарный словарь В.В. Похлебкина, 2002)
ЛЕБЕДА

#13 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 29 Июль 2011 - 02:15

Мең шөкөрҙәр - еләк күп булды быйыл.
Йәй көнө, эҫелә, итле аш бик бармай. Шуға ла "бушлай" һалма, еләк аштары, турама аш (окрошка), йәшелсәле аштар өҫтөнлөк итә.
Шөкөр, еләк күп булды быйыл. Шуның өсөн, һурпа бешермәй генә, анһатҡа сығып алынды.
Баҡса еләген йыуып таҙалағас, иҙәһең (ҡул менән иҙелгәне - иң тәмлеһе, әммә маникюр менән быны эшләп булмай, шулай бит?! :D ), һөт йә һөт өҫтө менән шыйығайтаһың, ауыл ҡаймағы ла өҫтәп ебәрһә-әң -ммм, телде йоторлоҡ була. Шәкәр һалырға ла, һалмаҫҡа ла мөмкин. Балды ла ҡулланырға була. Тик иҫтә тотоғоҙ - аллергия була күрмәһен!

Әле тамылйып сейә беште. Унан да аш әҙерләргә мөмкин. Тик башта һәр кемгә оҡшап етмәй. Әммә күпмелер ваҡыттан ул яратҡан ашҡа әүереле, ғәҙәттә.
Оҡшамай ҡуйһа, әрәм булмаһын өсөн аҙ ғына әҙерләгеҙ башта.
Шулай итеп, төп компонент - сейә. Әлбиттә, ҡыр сейәһе түгел, ә баҡсаныҡы - эре, итле сортты алырға кәрәк. Хәйер, йыбанмаһағыҙ, ҡыр сейәһен дә ҡулланырға була.
Тошо алынған сейәгә тәменсә тоҙ, йәшеллектәр ҡушабыҙ (укроп, петрушка, сельдерей, рәйхан, кинза һб. Улай төрләндерергә яратмаһағыҙ, укроп ҡына ла алырға мөмкин). Иҙеп, һарымһаҡ ҡушабыҙ. Уны ла үҙегеҙгә нисек оҡшай, шунса һалығыҙ. Һыуытҡыста тота биреп, табынға өҫтөнә ҡаймаҡ һалып, бирһәгеҙ, шәп булыр.Йәшеллектәрҙең япраҡтарын һалып, биҙәп тә ебәрһәгеҙ, бына тигән сәнғәт әҫәре килеп сығыр хатта!

Ашығыҙ аш булһын!

Вишня
Вишня содержит массу полезных веществ. Красящий пигмент антоциан отличается хорошей усвояемостью, так как распределен по всей мякоти плода. Немало в плодах вишни и кумарина - вещества, снижающего свертываемость крови. Эта особенность вишни позволяет использовать ее для профилактики ряда осложнений атеросклероза артерий, а удачное сочетание в вишне витаминов С, В1, В6, железа, магния, кобальта, пигментов - для предупреждения и лечения малокровия.

Вишня - содержит кроветворные микроэлементы: железо, медь, кобальт, что позволяет использовать ее при малокровии. Пектиновые вещества способствуют выведению азотистых шлаков из организма. Мякоть вишни содержит бактерицидные вещества. Сок вишни употребляют при психических заболеваниях, артрите, как легкое слабительное, отхаркивающее, утоляющее жажду и повышающее аппетит средство. Вишня содержит эллаговую кислоту, которая предотвращает развитие злокачественных опухолей, блокируя рост раковых клеток. А наличие в ягодах антоцианидинов способствует снижению содержания в организме мочевой кислоты. Кроме того, регулярное включение вишни в рацион многократно снижает риск подагры.

Аскорбиновая кислота в комплексе с Р-витаминоактивными дубильными веществами и пигментами вишни тонизируют, укрепляют кровеносные капилляры, снижают повышенное артериальное давление, повышает устойчивость организма к неблагоприятным воздействиям, в частности, к повышенному радиационному фону. Употребление вишен снижает частоту и уменьшает силу сердечных приступов.

Вишня не рекомендуется людям с повышенной кислотностью желудочного сока, при склонности к поносу, сахарном диабете, ожирении, язвенной болезни желудка, хронических воспалительных заболеваниях легких!

#14 ҠунаҡЛиә_*

 
ҠунаҡЛиә_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 03 Август 2011 - 05:52

Кто знает рецепт асык ауыз? Печенье в виде конвертиков.

Увидела этот рецепт в книге Индусы Амировны Арслановой "Выпечка на любой вкус". Эта книга еще есть в магазине Белая река.

Асыҡ ауыҙ (муйыл менән)

Тесто 45-50 г, начинка черёмуховая 25-30 г, яйцо 5 г, масло для смазывания.
Готовое дрожжевое (или сдобное пресное тесто) делят на кусочки весом по 45-50 г, придают им круглую форму и раскатывают.
Затем в середину кладут начинку, защипывают, приподнимая два противоположных края и оставляя два конца открытыми. Выпекают.

Тесто пресное сдобное
1000 г пшеничной муки,250 г сливочного масла илимаргарина, 250 г сахара, 2 яйца, 150 г сметаны, 1 г соды, 1 г лимонной кислоты.
Муку смешать с содой, просеять горкой на разделочную доску и сделать углубление. Масло растереть с сахаром, добавить соль, сметану, яйца и тщательно перемешать. Приготовленную массу вылить в углубление в муке и быстро вымесить тесто, скатать его в шар и поместить в холодное место на 40 минут.




0 посетителей читают эту тему

0 пользователей, 0 гостей, 0 скрытых

Башфорум на Башпортале
BaShFoRuM