Перейти к содержимому




Башфорум находится по адресу; www.forum.bash-portal.ru
Фото

Бесәйҙәр


  • Please log in to reply

3 ответов в этой теме

#1 Айли

 
Айли

    Закрой Коран, свободно оглянись И думай сам.. О.Хайям

  • Тел һаҡсыһы
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 1 327 сообщений
  • Город:Учалы
  • Интересы:Благотворительность.

    http://www.blog.ye02.ru/banu/
  • Ырыуым:Күбәләк
  • Ораным:Салауат!
  • Ҡошом:Ҡарағош
  • Ағасым:Ҡарағас
 

Отправлено 07 Май 2011 - 10:19

Ерәнсә менән Һоросай Бала саҡтан өләсәйҙәрҙең һөйләгәне хәтергә уйылған: имеш тә, сират күперен үткән саҡта, эт хужаһына ярҙам итә, ә бесәйҙең ҡойроғо менән этеп китеүе лә ихтимал. Был хәбәргә ышанып етмәйем, әммә барыбер һәр хәлдә бесәйҙәрҙе яратып бармайым. Типкеләп йөрөтә икән, тип уйламағыҙ, юҡ, ундай уҡ бәғерһеҙ түгелмен, шулай ҙа алдыма алып, уларҙы иркәләп, ҡосаҡлап ултырғаным юҡ. Улдарым урамдан бесәй күтәреп алып ҡайтһа, әлбиттә, был ҡылыҡтарына күҙ йомдом, бесәйҙәрен ишекте шар асып, кире тышҡа быраҡтырманым. Миһырбанлы кеше булып үҫһендәр әйҙә, тинем. Иң беренсе бесәй балаһы - матур перс тоҡомонан ине. Батмустай түңәрәк, яҫы моронло (шуға ирем уға Морон тип исем ҡушты), күҙҙәре өлкән, тәгәстәй. Күпселек осраҡта күҙҙәрен упайтып, диванда ҡурсаҡ кеүек ҡатып тик ултыра. Килгән һәр кем уны һөйөп туя алмай. Бер ял көнө уны ваннала йыуындырҙым да, фендан ҡурҡҡас, таҫтамалға урап, ҡояшҡа баҫҡысҡа сығарып ултырттым, йәнәһе лә, фатирҙа һалҡында өшөр (яҙын йылылыҡты һүндергән мәл ине), унда тиҙерәк кибер. Ярты сәғәттән иҙәндәрҙе йыуып баҫҡысҡа сыҡһам, бесәйебеҙҙән елдәр иҫкән, таҫтамалы ла юҡ, һауыты ғына етемһерәп ултырып ҡалған. Моронға өйрәнгәйнек, байтаҡ үҙен юҡһындыҡ... Шулай ҙа эстән генә еңел тын алдым, сөнки балалар, үҙебеҙ ҡарарбыҙ, тиһәләр ҙә, бесәйҙең артынан йыйыштырыу күпселектә минең елкәгә төшә ине. Ләкин ҡыуанысым иртәрәк булған, күп тә үтмәне өйгә икенсе бесәй балаһын алып ҡайттылар. Матур ғына сиам тоҡомло бесәй. Уны ла улдарым ныҡ яратты, уйнап туя алманылар.Ҡайҙа барһаҡ та, бесәйҙе үҙебеҙ менән йөрөттөк. Яҡын-тирәлә Аська тәпәйе баҫмаған ҡала-район ҡалманы, буғай (уны ҡайһы бер форумсылар ҙа күргәне бар). Шул бесәй беҙҙең ыңғайға хатта һыу төшөргә лә ҡурҡманы. Һуңынан күшегеп машина эсенә елдереп инеп китә лә, руль эргәһенә ятып йылына. Алыҫ юлға сыҡҡанда йыш ҡына йә минең башыма, йә иремдең елкәһенә менеп уралып ята. Ҡалала бесәйҙе бөтөнләй урамға сығарырға ҡушмайым, сүплеккә барыр ҙа, берәй ауырыу эләктерер, тип борсолам, етмәһә уның тәпәйҙәрен йыуыу ҡыйын, ныҡ тырнаша. Ә ул йәй буйы иркен йәшәп өйрәнгәс, гел тышҡа атлығып тик тора. Тыйыуҙың кемдән булыуын һиҙә, ахыры, сөнки бер заман ул минән үс ала башланы. Ҡиммәтле күн туфли һатып алғайным, иртәгә эшкә кейеп барырмын тип, кистән крем һөртөп, ялтыратып ишек төбөнә ултыртып ҡуйҙым. Иртән тороуыма бесәйебеҙ туфлиның һыңарын туалет итеп алған, имеш. Тиҙ генә уны таҙартып йыуып, эсенә ҡағыҙ тултырҙым да, аяҡ кейеме ҡуйыла торған тумба эсенә йәшереп киттем. Төшкөлөккә ҡайтһам, тумбаның ишеге асыҡ. Иң шөбһәле уйҙар менән унда күҙ һалдым һәм һиҙемләүем алдаманы: сиам бесәйе ни ғәләмәт менәндер тумба ишеген асып, аяҡ кейеменә кесе ярау иткән. Был юлы уға бармаҡ янап әрләнем, ә уның иҫе лә китмәне. Сөнки үҙ ғәҙәтен ташламаны: мин туфлины йыуып таҙартып торам, йәшерәм, ул шуны эҙләп табып, барыбер билдәһен ҡалдыра. Күршеләремдең береһе, мороно менән һыҡраһына төрт, тип аҡыл өйрәтһә лә, Аськаны шулай мыҫҡыл итергә йөрәк етмәне. Уның ҡарауы, кейеп тә ҡарамайынса, аяҡ кейемен сүплеккә бырғатырға тура килде (хәйер, «Белизна» менән ҡат-ҡат эшкәрткәндән һуң, уның кейерлеге лә ҡалмағайны). Инде еңмешләнеп, ҡайҙа теләй, шунда билдә һалған Аськанан ҡотолайыҡ, тип ипләп кенә улдарыма әйтеп ҡарайым, әммә улар бесәйҙәрен йәлләй, шуға теш ҡыҫып артабан түҙәм. Тик холоҡһоҙлоғона сыҙай алмаған сиам бесәйе бер көн килеп күҙ алдымда диван өҫтөнә ултырып һейеп ҡуйҙы. Сабырлыҡ ебе шартлап өҙөлдө: «Йә мин, йә бесәйегеҙ!», - тигән ультиматум яңғыраны (бесәйҙе һайламаҫтарына ышанғанға ғына инде). Шулай Аськаны тиҙ арала ауылда йәшәгән туғандарға оҙатырға йөрөгәндә, ул асыҡ торған форточка аша урамға тайҙы (аңғармай ҡалғанбыҙ). Ҡапҡа эсендә уйнап йөрөгән малайҙар, әллә ниндәй өлкән ике егет бесәйегеҙҙе алып китте, тип йүгерешеп килгәнгә, арттарынан ашыҡтыҡ, ләкин таба алманыҡ. Шулай итеп Аська менән проблема үҙенән-үҙе хәл ителде. Улдарым ныҡ ҡайғырҙы. Һәм... әллә ҡайҙан өйөбөҙҙә ала бесәй пайҙә булды. Аҡыллы булғанға Умка тип исем ҡуштыҡ. Уны балалар ҡулдарынан да төшөрмәне тиерлек. Йәтеш кенә бесәй артыҡ мине яфаламаны, һәүетемсә һыйышып йәшәнек. Ҡунаҡҡа килгән туғаным, бер-ике аҙнаға ғына сысҡан тоторға, тип Умканы һорап алып ҡайтҡайны, күп тә үтмәне, бесәйегеҙ юғалды, тип хәбәр итте. Әллә бисара кире ҡайтырға юлды эҙләп сығып китте лә, аҙаштымы, таландымы икән, тип үҙемде-үҙем битәрләп бөттөм, үкенес тойғоһо байтаҡ ваҡыт күңелемде ҡырҙы. Улдарым да үпкә белдерҙе: «Юҡҡа Умканы бирҙең, әсәй». Былай ҙа кәйефем юҡ ине, балаларға, инде башҡа бесәй тип ауыҙығыҙҙы асмағыҙ, тинем. Әммә яңыраҡ улар түгел, үҙем өйгә бесәй балаһын алып ҡайттым. Берәү ҙә түгел, икәү берсә бит әле. Эш былай килеп сыҡты. Инәйемдәрҙә бик аҡыллы, тәртипле, ҡыйыу бесәй йәшәй. Исеме Фрося (тәүге хужаһы урыҫ ине). Ҡыйыулығы уның ҡомаҡтарға һөжүм итеүендә лә, тырышып сысҡан тотоуында ла, эттәргә ыҫылдауында ла асыҡ күренә. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең Рекс менән ифрат татыуҙар. Бесәй тиҙ генә үҙенең аҙығын ашай ҙа, эттең һауытына моронон тыға, унан да үҙенә өлөш сығара. Рекс ябайыраҡ булғас, Фросяның мутлығын аңламай, ашарға сабыр ғына рөхсәт итә. Ошо май байрамдарына ауылға ҡайтһаҡ, балалар өйҙә ығы-зығы килә - Фрося ауырый! Әйтмәксе лә, Фрося баҡсала иҫәңгерәп ята, күҙҙәрен дә аса алмай, саҡ тын ала, ауыҙынан нимәлер аға. Ағыуланған ҡомаҡ ашанымы икән, тип аптыраштыҡ. Икенсе көндө иртән, бесәй үлгән, тинеләр. Ә уның ике кескәй генә сабыйы бар. Соландағы тауышыбыҙға улар зарлы мыяулашып ҡаптан тәгәрәшеп килеп тә сыҡты. Фросяның бер йәшлек үҫмер балаһы (малай) шул ике сабыйҙы әүрәтергә маташа, уларҙы уйнарға саҡырған була, тик ас балаларҙа уйын ҡайғыһы юҡ, аяҡтарыбыҙға килеп төртөлә-төртөлә инәләрен эҙләй. Ауылда уттай ҡыҙыу баҡса эштәре мәлендә улар менән мәшәҡәтләнмәҫтәрен аңлап, күрәләтә үлтереп ҡуйырға йәлләнем дә, ҡаптарына тейәп, үҙебеҙгә алып ҡайттыҡ. Тиҙ генә һөт йылыта һалып, һауытты яндарына ҡуйҙыҡ һәм минең егеттәр уларҙы мең бәлә менән һөт яларға өйрәтте. Уныһы бер ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та тамаша булды. Һөт яларға өйрәнгәстәре эй ҡыуандыҡ! Аҡыллы бесәйҙең балалары ла аҡыллы, тиеүҙәре хаҡ: бер көн тигәндә махсус һауытҡа туалетҡа ла йөрөргә өйрәнделәр. Ә кисен ошо ике етем бәпестең бер-береһенә һыйынышып ҡына ҡосаҡлашып йоҡлап ятыуын күргәс, минең йөрәк әллә нишләне. Бынан ары бесәйҙәрҙе яратмайым, тип ҡәтғи рәүештә әйтә алмам, ахыры, сөнки Ерәнсә менән Һоросай мышнап алдымда йоҡлап ята.

#2 elvira

 
elvira

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 712 сообщений
  • Город:Уфа
  • Ырыуым:Мең
  • Ораным:Алаҫ!
  • Ҡошом:Ыласын
  • Ағасым:Ҡарама
 

Отправлено 05 Июнь 2011 - 10:33

У нас был рыжий кот по кличке "Чубайс" :) Очень хитрый, шустрый и всеми любимый. Было много котов, но этот был особенный. Очень любил овощи, особенно сырую картошку. Как начинаешь картошку чистить, сядет рядом и давай с нетерпением лапу протягивать :) Никогда не мяукал, но умел просить, невозможно ему было отказать. Я научила его "здороваться", ему это очень нравилось. В деревне кошек за животных не считают, они сами по себе ходят и особо их никто и не ласкает. Так было и у нас дома. Я приезжала только на выходные, сестра и мама вообще кошек не любят, отец только может иногда погладить пару раз и все. "Чубайс", чтобы получить свою дозу ласки то и дело подходил по очереди к каждому и протягивал правую лапу :) Он чувствовал, что я должна приехать. Встречал меня всегда у ворот. Я иду, а он сидит у ворот и протягивает правую лапу :lol: Обычно кошки боятся воды и тяжело их купать, а этого мы часто брали с собой в баню. Спокойно моем, он даже не сопротивлялся :rolleyes: Весной и осенью сестра его лапки мыла под умывальником. Он как только заходит в дом, стоит ждет, а сестра со словами "иди ко мне, бездельник" хватает его за шкирку и давай лапки мыть, а он мурлычит довольный, и еще лапки расширяет, чтобы удобно было мыть, смешно было наблюдать :lol: Иногда он пару дней не заходил в дом и как то виновато избегал взгляда мамы, тогда мы точно знали, что он в чем-то провинился, что-то съел украдкой или на стол полез. В один год у нас уродилась дыня, такие большие и сладкие, но вот задача: кто-то успевал откусить поспевшие дыни. Мы покараулили и уличили "Чубайса" в воровстве :D Такой он был у нас любитель фруктов, овощей и ягод, ел все: морковь, тыкву, картофель, огурцы, арбуз, яблоки, дыню, зато мышей не ловил :lol: Охотился исключительно на воробьев, однажды даже поймал грача, который его дразнил на рябине около дома. Дело было поздней осенью. За окнами у нас растет рябина, куда грач прилетел и давай дразнить кота, который сидел на крыльце. Он забрался на крышу и оттуда прыгнул на дерево, голову грача схватил зубами прямо на лету! Это надо было видеть! :o :D И еще он очень любил смотреть ... футбол по телевизору, я даже однажды его сфотографировала. Теперь иногда смотрю на это фото и вспоминаю с его улыбкой. Такой был кот интересный, лет пять-шесть прожил, однажды ушел из дома и не вернулся. Кошки умирают на стороне. После него взяли одного котенка, но он почему то не прижился. Больше кошек не держали...

Прикрепленные файлы



#3 Bahatur

 
Bahatur

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 1 078 сообщений
  • Город:г.Уфа
  • Интересы:культура
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 05 Июнь 2011 - 10:40

Забавный и необычный кот, надо же и бывают такие, отличный рассказик, улыбнуло, спасиб Эльвир :)

#4 юлбарс74

 
юлбарс74

    Хан

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 1 281 сообщений
  • Город:Караидель
  • Интересы:охота,рыбалка,холодное клинковое оружие,история,военное дело
  • Ырыуым:Суннарсы
  • Ораным:Тәңре!
  • Ҡошом:Ыласын
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 06 Июнь 2011 - 10:15

а у нас наоборот-сначала в сарае приживаются,там жена им молоко наливает тустакка,потом они тихо-тихо особо не наглея в дом пробираются,сколь их было,уж и не помню-помню пока последнего-Бомжиком назвал,в марте другу Ринатке отдал :) а своих двое кот Шпунтик и кошка Машка




0 посетителей читают эту тему

0 пользователей, 0 гостей, 0 скрытых

Башфорум на Башпортале
BaShFoRuM