Перейти к содержимому




Башфорум находится по адресу; www.forum.bash-portal.ru
Фото

Башҡорт Icq чатында аралашайыҡ (568154206)


  • Please log in to reply

11 ответов в этой теме

#1 Аҡылһыҙ

 
Аҡылһыҙ

    Юлдаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPip
  • 46 сообщений
  • Интересы:Аҡылды ҡайҙан табып алырға һәм уны нимә менән бешереп ашарға...
  • Ырыуым:Ҡыпсаҡ
  • Ораным:Туҡсаба!
  • Ҡошом:Бөркөт
  • Ағасым:Ҡарама
 

Отправлено 16 Май 2011 - 01:02

568 154 206
Реклама түгел!

Бына инде Беренсе башҡорт чатының "түшәккә ятырға" ла ваҡытты етте. Йыназа уҡып, күмергә генә ҡалды. Элек ниндәй шәп, тиктормаҫ һәм супер чат була торғайны бит!
Ярай инде... нимә эшләйһең... һәр нәмәнең донъяла башы ла була ахыры ла етә бит. Аллаһы Тәғәлә генә мәңге! :)
Рәхмәт Илфатыбыҙға! Ул тырышмаһа, нисек булыр ине икән?!
Хәҙер аська-мобильниктар ваҡыты күптән етте инде, уның да вакыты бөтөр ул. Хәҙер кешеләр компьютер алдында ултырып "браузер" чаттарында ултырмайҙар - күптән инде "аська" ваҡыты етте. Аська хатта "ауырыу"ға ла әйләнде шул! Шулай аська заманы килгәс, кешеләр чаттарҙы ташланылар һәм яңы заман технологияларына кустеләр. Башҡорттар ҙа ситтә ҡалманылар. :)
Бына икенсе йыл инде башҡорт чаты йәки икенсерәк әйткәндә "Башҡорт асько-чаты" эшләй. Әммә ҡайһы бер элекке чатсылар асько-чат тураһында ишеткәндәре лә юҡ, ҡайһы берәүҙәр кереп ҡарап бер нәмәлә аңламағандар ҙа, бүтән кермәҫкә буғандарҙыр.
Чат һәйбәт кенә эшләп тора. Элекке (Беренсе башҡорт чаты) чатсылары шикелле осрашыуҙар ойоштороп йөрөйҙәр, быйыл КВН-да ла катнашҡандар, былтыр бераҙ бергәләшеп Башҡортостанды гиҙеп алғандар, быйыл Абҙаҡта ял итеп кайтҡандар. Чат осрашыуҙары Өфөлә генә түгел - төрлө ҡалаларҙа булалар. Дөйөм әйткәндә, инде, чат гөрләп-йырлап ҡына тора.

Ошо темала инде чаттың нисек эшләүен һәм башҡа мәсъәләләрен яҙырға булдым.
Элек чатта нисектер яҙыла торған ине... : "не стесняйтесь - здесь все свои!" (шул мәғәнәлә). Һеҙҙе лә шул чатҡа саҡырам! Тәүҙәрәк, әлбиттә, үҙегеҙҙе сит кеше итеп күрһәгеҙ, аҙаҡ өйрәнеп китерһегеҙ. Ҡунаҡҡа барғанда ла шулай була бит инде: тәүҙә бер-берегеҙ менән танышып уртаҡ теманы тапмай ултыраһығыҙ (таныштар булмаһа), аҙаҡ инде ярты һүҙҙән аңлашаһың.
Чатта ла шулай. Тартынмай, оялмай керәһең дә күҙҙәреңде аҡайып мониторға (мобльниктың аськаһына) ҡарайһың. Ҡарап туйғас, һөйләшә башлайһың. Беренсе һүҙ: "Сэлэм", яуаптар килә бит инде: "Сэлэм, сэлэм, сэлэм...."
---
Был чатта башҡорт хәрефтәре менән яҙһаң, кайһыларҙың аськаларында шаҡмаҡтар ғына күренәсәк. Шуға күрә рус хәрефтәре менән яҙалар: ү-у, ҡ-к, ә-э, ң-н, ғ-г, ҙ-з, һ-х,
ө-о, ҫ-с.
Чатта тик башҡортса ғына аралашыу бара. Русса яҙһаң, тышҡа сығарылаһың. Бындай ҡаты ҡағиҙәләр арҡаһында тәүҙәрәк ыҙғыштар-аңлашмауҙар за булғандыр. Әммә ундай ҡағиҙәләр, инде, шовинистик-милләтселек арҡаһында түгел! Уныһы телебеҙҙе һаҡлау, үҙебеҙсә аралашыу өсөн! Сөнки хәҙерге ваҡытта бөтә ерҙе лә тик русса ғына һөйләшәбеҙ, ә үҙебеҙҙең телебеҙҙә аралашыу мөмкинлектәре юҡ тиерлек. Башҡортса белмәгәндәре аралаша алмай тип мыжып ҡына ҡарағыҙ - хәзер ауыҙғыҙҙы орам! :angry: Ниһәйәт башҡортса белмәгәндәре чатта башҡортса һөйләшергә өйрәнәләр! :) Һәм шулай уҡ башҡортса аралашырға мөмкинлектәре булмағандарҙың да бында үзебеҙсә һөйләшеп алырға форсаттары тыуа.
---
Элекке (браузер) чатта, әлбиттә, еңел булды. Ә аськала ни бары тик яҙырға ғына була.

Был чатта ундай нәмәләрҙе "әмер" (команда) тип атайыҡ.

Берәй "кнопка"ға баҫыу урынына бында айырым төрлө рәүештә хәбәр (сообщение) ебәрергә кәрәк. Һәр әмер-кнопка "!" (өндәү билдәһе)-нән башлана. Мәҫәлән, чаттың кондакты гел йәшел итеп янһа ла, уныһы чатка кеҙең тигәнде аңламай әле.

Нисек инде чатҡа теркәлеп керергә һем аралашырға?

Беренсенән, чаттың номерын авторизацияларға кәрәк. Уныһы еңел инде: 568154206 номерына авторизацияға "запрос" ебәрәһәң, контакт шундуҡ йәшел булып китә. :) ("Мы работаем быстро и качественно!") Йәшел булып киткәс инде чатҡа керергә лә була. Әммә тәүҙә бүлмәләре һәм әмерҙәре тураһында бераҙ белеп алырға кәрәк.
Чат дүрт бүлмәнән тора, йәғни дүрт айырым бүлектән: Баш, Аулак, Йорэк (йөрәк) һәм Дуслык. Ниндәйенә кереп аралырға аҙаҡ һайларһың, ә беренсе тапҡыр кергәндә чат "Аулаҡ"ҡа керергә тәҡдим итә (аулаҡ - өс бүлмәнән береһенең исеме).

Беренсе тапҡыр кергәндә иң тәүҙә ник (исем-ҡушамат) һайларға кәрәк. Шул исем аҫтында чатҡа теркәлер өсөн шундай әмер яһайбыҙ (ИСЕМ һүҙе урынына исем-ҡушаматығыҙҙы яҙаһығыҙ):
!яны ИСЕМ
Мәҫәләң минең буласаҡ исем-ҡушаматым Ишмохэмэтолатай, тимәк шулай яҙып ебәрәм:
!яны Ишмохэмэтолатай
Аҙаҡ ул исемде үҙгәртергә лә була.
-----------
Теркәлгәс, инде, чатҡа керергә лә ваҡыт. Ҡабатлап яҙайым, чат дүрт бүлмәнән тора: Баш, Аулак, Йорэк һәм Дуслык.
Иң тәүҙә Аулаҡ бүлмәһенә керәйек:
!булмэм аулак
Шуны ебәргәс, бер-нисә секундтан чаттың һуңғы 10-20 хәбәре килеп сығыр. Яҙышығыҙ, сәләмләгеҙ! Ҡалғаны үҙегеҙҙән тора, инде.
Чаттың башҡа бүлмәләренә күсер өсөн шул уҡ чатҡа кергән шикелле әмер ҡулланыла:
!булмэм баш
!булмэм йорэк
!булмэм дуслык

Чаттан сығыр өсөн "тамам" тигән әмер ҡулланыла:
!тамам


-----------------------
Түбәндә чаттың төрлө әмерҙәре:

!яны "исем" - Теркэлеу
!кагизэ - Чат кагизэлэре
!ярзам - Чат ярзам мэглумэте

!булмэм "булмэ исеме" - Чатка керергэ
!кем бар - Чатта ултырыусылар исемлеге
!тамам - Чаттан сыгырга

!нимэ - Йыш бирелгэн hораузар
!кунел - Кунел асыу
!иглан - Игландар (бында hэр кемегез яза ала бынын осон

!дэгуэ иглан "hеззен иглан"
!сыгышым "кала йэки ырыу исеме" - Сыгышымды язырга
!мин "мэглумэт" - Узем тураhында мэглумэт язырга

!исемем "яны исем" - Исемде узгэртергэ
!белешмэ "исем" - Кулланыусы тураhында мэглумэт
!сакырыу UIN - Чатка сакырырга




Аминдарға һәм аҡыллы модерҙарға өндәшәм! Минең текстымды үҙгәртмәғеҙ! Бөтәһе лә дөрөҫ яҙылды!

Прикрепленные файлы

  • Прикрепленный файл  bashICQchat.JPG   34,03К   12 Количество загрузок


#2 Аҡылһыҙ

 
Аҡылһыҙ

    Юлдаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPip
  • 46 сообщений
  • Интересы:Аҡылды ҡайҙан табып алырға һәм уны нимә менән бешереп ашарға...
  • Ырыуым:Ҡыпсаҡ
  • Ораным:Туҡсаба!
  • Ҡошом:Бөркөт
  • Ағасым:Ҡарама
 

Отправлено 16 Май 2011 - 02:12

Чатта аралашыу буйынса һорауҙар булһа, был темаға яҙығыҙ.

#3 Irek-RZ

 
Irek-RZ

    Мырҙа

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPip
  • 62 сообщений
  • Город:рб уфа инорс
  • Интересы:башкир
  • Ырыуым:Табын
  • Ораным:Салауат!
  • Ҡошом:Ҡарағош
  • Ағасым:Ҡарағас
 

Отправлено 16 Май 2011 - 05:58

Шәп яҙылған! Рәхмәт! Әйтҡәндәй, башҡорт icq-чатында башҡорт хәрефтәре менән дә яҙышырға була ... Әммә QIP2005-ҡулланыусылар уларҙы күрмәйҙәр шул ... Тағы ла ҡ, һ хәреф урыныңа латин хәрефтәре k, h ҡуйырға мөмкин. Осрашыуҙар тураһында - icq-чатсылар Сибай һәм Күмертау ҡалаһында йыш йыйылып торалар (Өфө ҡ. башҡа).

#4 Гөлкәй

 
Гөлкәй

    Дәрүиш

  • Форум ағзаһы
  • Pip
  • 5 сообщений
  • Интересы:Сәхнә, йыр-моң
  • Ырыуым:Түңгәүер
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 17 Май 2011 - 08:44

Мин ултырам унда, һәм миңә оҡшай

#5 Мысыр башкорто

 
Мысыр башкорто

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 149 сообщений
  • Город:Өфө
  • Ырыуым:Ҡыпсаҡ
  • Ораным:Туҡсаба!
  • Ҡошом:Бөркөт
  • Ағасым:Ҡарама
 

Отправлено 17 Май 2011 - 09:45

Мин ултырам унда, һәм миңә оҡшай

Гөлкәй - чаттың активисттарының береһе түгелме һуң?! :)

#6 Гөлкәй

 
Гөлкәй

    Дәрүиш

  • Форум ағзаһы
  • Pip
  • 5 сообщений
  • Интересы:Сәхнә, йыр-моң
  • Ырыуым:Түңгәүер
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 17 Май 2011 - 06:36

Юююююҡ)

#7 Ниля

 
Ниля

    Дәрүиш

  • Форум ағзаһы
  • Pip
  • 2 сообщений
  • Ырыуым:Табын
 

Отправлено 12 Февраль 2012 - 04:37

!яны нилэ

#8 Ниля

 
Ниля

    Дәрүиш

  • Форум ағзаһы
  • Pip
  • 2 сообщений
  • Ырыуым:Табын
 

Отправлено 12 Февраль 2012 - 04:43

568154206

#9 Uranija

 
Uranija

    Дәрүиш

  • Форум ағзаһы
  • Pip
  • 7 сообщений
  • Город:Баймак
  • Ырыуым:Бөрйән
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 26 Март 2012 - 03:03

Зашла, но чат по сути неудобен для общения. Сделайте чат на скайпе что ли:(

#10 admin

 
admin

    Бэтман!!! =)

  • Admin
  • 4 802 сообщений
  • Город:Уфа
  • Ырыуым:Үҫәргән
  • Ораным:Туҡсаба!
  • Ҡошом:Торна
  • Ағасым:Миләш
 

Отправлено 04 Апрель 2012 - 09:58

Зашла, но чат по сути неудобен для общения. Сделайте чат на скайпе что ли:(

На скайпе называется конференция. Такое мы уже делали. И не раз.

На фотографии - чатовцы вышесказанного чата занимаются подготовкой к КВН в студии группы "АНТ"

Прикрепленные файлы

  • Прикрепленный файл  04042012141.jpg   1003К   14 Количество загрузок
  • Прикрепленный файл  04042012144.jpg   1,05Мб   13 Количество загрузок


#11 Танат

 
Танат

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 118 сообщений
  • Ырыуым:Табын
  • Ораным:Салауат!
  • Ҡошом:Ҡарағош
  • Ағасым:Ҡарағас
 

Отправлено 09 Апрель 2012 - 10:45

Афариндар!!! :rolleyes: :D :lol:

Башҡорт чаты шиғри бәйге иғлан итә! Шиғриәткә битараф булмаған йәш, дәртле, йор һүҙле сәсәндәр рәхим итегеҙ!
Бүләккә - ноутбук!!! Ятып ҡалғансы, атып ҡал!
Белешмә өсөн: vk.com/aitesh 89063741636 icq 429999370

Бына шулай!!! Ҡатнашығыҙ, дуҫтар!!!
;)


#12 CancaH

 
CancaH

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 705 сообщений
  • Город:Өфө
  • Интересы:төрлө-төрлө
  • Ырыуым:Тамъян
  • Ораным:Тутыя!
  • Ҡошом:Ҡарға
  • Ағасым:Ҡарағай
 

Отправлено 09 Апрель 2012 - 02:59

шиғри бәйге ?!?


"Шиғри бәйге" тигән һүҙҙе
Әйтегеҙсе, кем белә:
Нимәне ул аңлата һәм
Башҡортса нисек була?




1 посетителей читают эту тему

0 пользователей, 1 гостей, 0 скрытых

Башфорум на Башпортале
BaShFoRuM