Перейти к содержимому




Башфорум находится по адресу; www.forum.bash-portal.ru
Фото

Зарубежье: впечатления


  • Please log in to reply

Пока никто не отвечал в этой теме...

#1 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 29 Май 2011 - 10:09

Гүзәл Ситдиҡова

Томанлы Альбионда ике аҙна

Донъя классикаһын уҡығанда инглиздәрҙеке үҙенә башҡараҡ урын тота минең өсөн - ниндәйҙер асылып бөтмәгән йомаҡ, хатта һыуыҡлыҡ та бар кеүек, илдәре лә, үҙҙәре лә әйтерһең иртәнге арҡа сымырҙатҡыс томан эсендә. Джером Клапка Джеромдың тәләкәле әҫәрҙәренә юлыҡҡансы шулай уйлап йөрөлдө. Уның әҫәрҙәре ихласлығы, йорлоғо менән әсир итеп, Англияға ҡасан да булһа бер барырға ине, тигән тормошҡа ашмаҫлыҡ кеүек хыял да уятып ҡуйғайны.
Сэрҙар тураһындағы анекдоттарҙағы Темзаны ла, һәр осраҡта ла бошмаҫ-ҡаушамаҫ булып ҡала белгән һалҡын ҡанлы полицейскийҙарын да, сылт ҡыҙыл мундирҙарын һәм йөнтәҫ ҡара тиренән ярты кәүҙәләре бейеклек итеп тегелгән папахаларын кейеп маршта йөрөгән король һарайы ғәскәриҙәрен, Тауэрҙы, Кембриджды һәм башҡа бик күп мауыҡтырғыс ғәләмәттәрҙе үҙ күҙҙәрем менән күрергә лә насип булған икән.




1 посетителей читают эту тему

0 пользователей, 1 гостей, 0 скрытых

Башфорум на Башпортале
BaShFoRuM