Перейти к содержимому




Башфорум находится по адресу; www.forum.bash-portal.ru
Фото

Иҙелгә таянма, иргә ышанмамы?


  • Please log in to reply

Пока никто не отвечал в этой теме...

#1 admin

 
admin

    Бэтман!!! =)

  • Admin
  • 4 802 сообщений
  • Город:Уфа
  • Ырыуым:Үҫәргән
  • Ораным:Туҡсаба!
  • Ҡошом:Торна
  • Ағасым:Миләш
 

Отправлено 21 Июнь 2011 - 02:21

(«Ҡар илендә ҡайындар ҙа юҡ, исмаһам, сер һөйләргә», «Йәшлек», №31,33,37,39, 2011 йыл)

http://www.ye02.ru/uploads/posts/2011-06/irmir.jpgСибәғәт Рахманғоловтың «Йәш­лек»тең өс һанында рәттән баҫылып сыҡҡан «Ҡар илендә ҡайындар ҙа юҡ, исмаһам, сер һөйләргә» тигән мәҡәләһе күңелдә ике төрлө уй-фекер уятты. Эйе, ундағы факттар нисек бар, шулай бирелгән. Тик... ул ирҙәр күҙлегенән генә сығып яҙылған. Өҫтәүенә, автор Себергә сығып киткән ирҙәрҙең өй-йортон, балаларын, мал-тыуарын ҡарап ҡалған ҡатындарына ҡарата ғәҙел булмаған һүҙҙәр ҙә ташлаған. Йәнәһе лә, бисара ир-ат, Себер тарафтарында көсөн-сәләмәтлеген исрафлап, аҡса таба, ә өйҙә ҡалған ҡатын-ҡыҙ ире тапҡан аҡсаға кәйеф-сафа ҡороу яғын ғына ҡарай. Тороп тор әле, брат, улай булып ҡуймағайы. Хәҙер мин һиңә Себергә сығып киткән көслө зат вәкилдәренең ҡатындарын аҡларлыҡ һәм яҡларлыҡ мең дәлил килтерәм, түҙеп кенә тор. Әлбиттә, мин берәй тәғәйен генә статистикаға таянып түгел, ә тормоштан алынған тиҫтәләгән һәм йөҙәрләгән миҫалға нигеҙләнеп яҙам. Сөнки тормош ул статистиканан да бирерәк − статистика барыбер тулы һәм ғәҙел мәғлүмәт килтерә алмай.
Мин республика райондарының береһенең үҙәгендә йәшәйем. Се­берҙә эшләгән ир-атты әллә ҡайҙан ситтән эҙләйһе түгел – йәнәш йәшәгән таныштарымдың әллә нисәүһе аҫыл ғүмеренең күберәк өлөшөн шул һыуыҡ яҡтарҙа үткәрҙе һәм үткәрә. Был «сибиряк»тар араһында ла төрлөләре бар: береһен − аҡ, икенсеһен ҡара тип кенә әйтеп булмай. «Аҡ» саҡтары ла, «ҡара» саҡтары ла бер тигеҙ киләлер, моғайын.
Бына Сәфәр тигән ир − иремдең класташы. Беҙ бер мәлдәрәк өйләнеп, балаларҙы ла бер мәлдәрәк тапҡан кешеләр. Сәфәр район ойошмаларының береһендә шофер булып эшләп йөрөй торғас, «оҙон аҡса» эшләп ҡайтыусы «сибиряк»тарға эйәреп, 80-се йылдарҙың уртаһында уҡ Төмән өлкәһенә сығып китте. Әлбиттә, бер-бер артлы үҫеп килгән өс малайҙы аяҡҡа баҫтырырға кәрәк бит. Нефть быраулаусы һөнәрен үҙләштерҙе − уларҙың эш хаҡы байтаҡ.
Сәфәр бик сабыр кеше булып сыҡты. Вахтаһы тамамланыу менән ғаиләһенә ҡайтып төшә. Тир түгеп тапҡан аҡсаһын ул бер ҙә генә әләф-тәләф итмәне, һәр тинен донъяһын йүнәтеүгә, бөтәйтеүгә йүнәлтте. Вахталары араһында ағастан ҙур ғына өй һалып сыҡты. Икенсе йылына өйөн кирбес менән көпләне, гараж һалды, йорт-ҡураһын сынъяһау итеп ултыртып ҡуйҙы. Ул арала малайҙары буй еткерә башланы. Уҡыры − уҡып, армияла хеҙмәт итере − хеҙмәт итеп ҡайтып, үҙ ояларын ҡора башланы. Ояларын ҡорҙолар ҙа ул, ә бына улар­ҙы фатирлы итеү әлеге лә баяғы Сәфәрҙең иңенә ятты ла инде. Сөнки йәштәргә аяҡ баҫыр өсөн бик ауырға тура килгән заман килеп еткәйне. Бирешмәне Сәфәр, ике улына өй һалып, башҡа сығарҙы. Өсөнсөһөнә, әлбиттә, йорт һалып биреп өлгөрмәне − пенсияға сығып, үҙ ояһында төпләнде. Әле күмәк көс менән кинйәһен дә өйлө итмәкселәр.

http://www.ye02.ru/news/mohim/2828-i1177elg1241-tayanma-irg1241-yshanmamy.html




0 посетителей читают эту тему

0 пользователей, 0 гостей, 0 скрытых

Башфорум на Башпортале
BaShFoRuM