Перейти к содержимому




Башфорум находится по адресу; www.forum.bash-portal.ru
Фото

Туризм индустрияһы


  • Please log in to reply

12 ответов в этой теме

#1 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 22 Июль 2011 - 11:27

Әле генә Юлдаш радиоһынан Башҡортостанда туризмды үҫтереү тураһында йәнле эфир уҙҙы. Бер аҙ үҙ фекерҙәремде бүлешәйем әле. Бик мөһим был эш, ял итеүселәр өсөн аң-белем даирәһе, күңел мөхите өсөн бер файҙа булһа, ошо тармаҡта милләттәштәргә бик һәйбәт шөғөл, аҡса эшләү мөмкинлеге асыла. Яңыраҡ Чехия, Германия, Швейцария яҡтарында йөрөп ҡайттым. Йәкшәмбе көнө Швейцариянан Чехияға ҡайтып барғанда тоннель алдында пробкаға юлыҡтыҡ. Күҙ алдына килтерегеҙ - ял итеп ҡайтып барыусыларҙан пробка! Бигерәк тә немецтар ялға бер яҡҡа сығып китергә генә тора. Бына улар тығын барлыҡҡа килтергән дә инде. Автомобилдәренең махсус тағылмаһына йә түбәһенә ғаилә ағзаларына етерлек велосипедтар баҫтырып алғандар. Австрия, Чехияныҡылар ҙа Швейцарияға килә. Бында донъя йөҙөндәге иң таҙа һыу - ҡайһы фонтандан, ҡайһы крандан да һыу алып эсергә була. Ауылдары өҫтәндә дельтапланеристар осоп йөрөй. Туризм өсөн тәбиғәт матурлығы ғына етмәй бит ул - маршруттар буйынса юлдың һәйбәт булыуы,сифатлы ризыҡ тәҡдим иткән кафе-ресторандар, отелдәр, ҡунып сығыу урындары, иҫтәлекле урындар, сүп-сар ташлап китмәһендәр өсөн контроль дә, йыйыштырыу ҙа (туалеттар, шул иҫәптән), сувенир етештереүселәр һәм һатыусылар ҙа - ғөмүмән, әллә күпме сервис хеҙмәттәре талап ителә. Әммә көс етмәҫлек түгел, ябайҙан башларға була. Мәҫәлән, Башҡортостандағы иң таҙа Еҙем һыуын тәмләтергә лә алып барып була, тик инде ҡырағайлыҡҡа юл ҡуймаҫлыҡ контроль кәрәк. Беҙҙә бит арзанға сыҡһын өсөн баш һуҡҡан ергә барып урынлашалар ҙа, үҙ белдегенә теләһә нәмә ҡыланып, сүп-сар ҡалдырып, ут сығармаһалар шәп инде! - "ял итеп" ҡайталар. Урындағы халыҡ иһә туристар йыш килә торған урындарҙы әҙме-күпме йыһазландырып, һөт-ҡаймағын һатырға алып килеп, урындағы ҡул эштәре менән дә аҡса эшләй ала. Мин, мәҫәлән, ағастан эшләнгән бәләкәс сана йә арбаны рәхәтләнеп һатып алыр инем. Хатта септәне. Күп инде ул сувенир өсөн идеялар. Был хаҡта фекер алышыу бик мөһим. Рейндағы мөһабәт шарлауыҡ янында булдыҡ. Беҙҙә лә бар ҙур булмаһа ла ундай шарлауыҡтар. Тик яйлы итеп эшләп алыу зарур

#2 Тискэре

 
Тискэре

    Башҡорт ханы

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 1 839 сообщений
  • Ырыуым:Белмәйем
 

Отправлено 23 Июль 2011 - 08:27

Cервис, реклама кәрәк. Бигерәк тә балалар менән йөрөүе уңайлы һәм хәүефһеҙ булырға тейеш. Машинаң ватылһа фәлән, яҡын-тирәлә автосервистың булыуы мотлаҡ шарт. Бензин заправкалары, ҡапҡылап сығыу урындары, төрлөләндерелгән меню менән, һанап китһәң, йырып сығырлыҡ та түгел кеүек. Айырым әҙәм балаһының юл буйына сығып биләш, сәй, бәшмәк һатыуы менән генә был мәсъәләне сисерлек түгел шул. Ҡуласа килә лә сыға шунан, туристар күп булмағас, сервистарҙан килем юҡ, көнөнә арлы-бирле бер-ике инеп сыҡҡан кеше өсөн төрлөләндереп бешеренеп ҡуйыуың да үҙен аҡламаясаҡ, ә сервистарҙың булмауы булған ғына туристарҙы ла өркөтә. Кеше машинаһын ҡыҙғана, аҡсаһын йәлләй, ваҡытын самалай, һайлана. Ана шул саҡта ҡулайлы тәҡдимдәр кәрәк тә инде, ризалашырлыҡ шарттар менән.

#3 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 23 Июль 2011 - 08:46

Әлегә санаторийҙарға килгән дауаланыусылар өсөн маршруттар булдырыу кәрәк. Кешегә бит ял көндәрен, кистәрен нисектер файҙалы үткәреү мөһим. Бына Красноусольскиҙағы санаторийҙан, мәҫәлән, Еҙем яҡын ғына. Шундағы бер ауыл кешеләре менән һөйләшеп ҡуйырға ла, тейешле ваҡытына ғына сығыр ҙа торорҙар.Хатта шул ауыл кешеләре үҙҙәре автобус алып, ойоштора ала бындай маршрутты. Бер ыңғай бал, ҡорот, ҡул эштәре һ.б. һатыла, атта, кәмәлә йөрөтөргә була. Сит илдә йөрөгәндә шуға иғтибар иттем - сәфәргә алып барыусы автобус алдан һөйләшелгән заправкала ғына туҡтай (унда кафеһы, магазины, туалеты бар), йәнә берәй кафеға алып барып туҡтаталар. Ҡала буйынса йөрөткәндә берәй магазинға алып инәләр - сувенир лавкаһымы ул, Швейцарияла, мәҫәлән, сәғәт магазины. Алынған килемдән бүләләр гидҡа. Шул уҡ ысулды беҙҙә лә ҡулланып була бит. Юҡ та юҡ тип зарланғансы, булғанын аҡыллы итеп файҙаланырға кәрәк. Алып киттең Асынан Абҙаҡҡа - бер урында арҡыры бысҡы менән утын бысыуҙы булһа ла күрһәтәһең, быстырып ҡарайһың.Шунда уҡ ағастан эшләнгән сувенир - һауыт-һаба, эйәр, арба-сана, септә, сабата һб, ғөмүмән, теләгән бер нәмә һатырға була. Ҡала кешеләре өсөн экзотика бит был. Инйәр ҡасабаһы - бай тарихлы урын. Урман әҙерләү складына, һуғыш ваҡытында күмер яндырылған мейестәр урынына алып барырға була. Юҡҡа сыҡҡан Урман Рәүәтенә индереп сығаһың - 37-се йылда тотош ауылды репрессиялағандар, балаларына тиклем алып киткәндәр - хәҙер сабынлыҡ был урында. Белоретта музей, айҙар буйы боҙолмай һаҡлана торған Көмөш шишмә һыуы... Күп инде ул.

#4 Тискэре

 
Тискэре

    Башҡорт ханы

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 1 839 сообщений
  • Ырыуым:Белмәйем
 

Отправлено 23 Июль 2011 - 10:39



Шул уҡ ысулды беҙҙә лә ҡулланып була бит.


Була әлбиттә! Әммә бөтә нәмә әлеге лә баяғы йоҡа елкә менән тарҡаулыҡҡа барып терәлә лә ҡуя. Эште яйына һалып, килем сығара башлағансы сабырлыҡ кәрәк. Автобусы кәрәк, тейешле ҡағыҙҙары теүәл булыуы зарур, водитель менән экскурсоводҡа түләргә тура килә, береһе аҙашҡан быҙауына, икенсеһе һыҙлаған тешенә һылтанып эшкә сыҡмауы ихтимал, килешелгән ваҡытҡа кеше әйберен сығарып һатырға ашығамы әле уыл, кәмәһе тишелһә лә ишкәге юғалһа ла теүәлләүсе тәғәйен кешеһе кәрәк һәр саҡ әҙер торған. Теләһә кемде ҡуйып та булмай бит туристар менән эшләргә, яҡын-тирәләге ауылдарҙан барлы-юҡлы кеше эҙләргә тура килә. Йүнселерәк кеше былай ҙа тик ятмай, йөрөп булһа ла эш менән мәшғүл була, башланып ҡына торған эшкә башын тығырға ризалашып бармаясаҡ. Эшләргә була, әлбиттә, әммә ҡапыл һәм еңел генә бирелмәйәсәк.

#5 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 23 Июль 2011 - 09:20

Чехияның Карл Ҡайнаҡтары (Карловы Вары) ҡалаһында ял итеүселәрҙе атта йөрөтәләр. Нисек етте түгел, а матур кареталарҙа, аттары ҡупшы биҙәлгән, ҡойроҡтарын күтәрә башлауға әҙер генә сачоктар. Извозчиктары матур ливреялар кейгән. Беҙҙеңсә әйткәндә, шәхси эшҡыуарҙар эшләй быны. Өсөнсө һүрәткә ҡарағыҙ - эйәр ҡашағаһында ла пар ат һынланышы. Аҫта, һулдан беренсе һәм һуңғы һүрәттә аттың яңағын ат башы рәүешле "алҡа" биҙәй Аҫта урталағы һүрәттәге кеүек "прическа" яһар өсөн бик тырышырға кәрәктер...

Прикрепленные файлы

  • Прикрепленный файл  DSC00601.JPG   157,82К   1 Количество загрузок
  • Прикрепленный файл  DSC00604.JPG   115,26К   2 Количество загрузок
  • Прикрепленный файл  DSC00644.JPG   63,09К   3 Количество загрузок
  • Прикрепленный файл  DSC00646.JPG   117,49К   4 Количество загрузок
  • Прикрепленный файл  DSC00647.JPG   117,23К   4 Количество загрузок
  • Прикрепленный файл  DSC00648.JPG   163,24К   3 Количество загрузок


#6 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 23 Июль 2011 - 09:31

1.Атының ял-ҡойроғон матур итеп үргән ҡыҙ ошо каретала йөрөй 2 Ялды ошолай үреүселәр ҙә осрай 3. Ҡала урамдары тиҙәккә батмаһын өсөн: һыу үткәрмәҫ сачок, ул ҡара төҫтә булғанлыҡтан бик күренмәй; тиҙәк һәм бәүел йыйырға биҙрәләр Клиенттар юҡ ваҡытта аттарын шампунь менән йыуып, кареталарын һөртөп таҙартып торалар

Прикрепленные файлы

  • Прикрепленный файл  DSC00605.JPG   99,43К   4 Количество загрузок
  • Прикрепленный файл  DSC00603.JPG   100,51К   5 Количество загрузок
  • Прикрепленный файл  DSC00606.JPG   115,66К   4 Количество загрузок


#7 Азат

 
Азат

    Башҡорт ханы

  • Тел һаҡсыһы
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 3 948 сообщений
  • Город:Уфа
  • Интересы:Мы работаем быстро, качественно, недорого... Выберите ДВА любых пункта и мы заключим с Вами договор.
  • Ырыуым:Мең
  • Ораным:Алаҫ!
  • Ҡошом:Ҡыйғыр
  • Ағасым:Ҡайын
 

Отправлено 24 Июль 2011 - 08:42

Cервис, реклама кәрәк. Бигерәк тә балалар менән йөрөүе уңайлы һәм хәүефһеҙ булырға тейеш. Машинаң ватылһа фәлән, яҡын-тирәлә автосервистың булыуы мотлаҡ шарт. Бензин заправкалары, ҡапҡылап сығыу урындары, төрлөләндерелгән меню менән, һанап китһәң, йырып сығырлыҡ та түгел кеүек. Айырым әҙәм балаһының юл буйына сығып биләш, сәй, бәшмәк һатыуы менән генә был мәсъәләне сисерлек түгел шул. Ҡуласа килә лә сыға шунан, туристар күп булмағас, сервистарҙан килем юҡ, көнөнә арлы-бирле бер-ике инеп сыҡҡан кеше өсөн төрлөләндереп бешеренеп ҡуйыуың да үҙен аҡламаясаҡ, ә сервистарҙың булмауы булған ғына туристарҙы ла өркөтә. Кеше машинаһын ҡыҙғана, аҡсаһын йәлләй, ваҡытын самалай, һайлана. Ана шул саҡта ҡулайлы тәҡдимдәр кәрәк тә инде, ризалашырлыҡ шарттар менән.

Эгэр безгэ сервис, реклама, автосервис, заправка, капкалап алыу урыны, ярашлы меню менэн, куп туристар берэйхе эзерляп бирхэ, уэт без туризм менэн шоголонор инек :D

#8 NUR-mini

 
NUR-mini

    Моё поколение на автопилоте

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 1 685 сообщений
  • Город:Офокэй
  • Интересы:Кикбокс, Политика, Музыка, Футбол.
  • Ырыуым:Мең
  • Ораным:Алаҫ!
  • Ҡошом:Ыласын
  • Ағасым:Имән
 

Отправлено 24 Июль 2011 - 02:00

надо вырыть большую яму скажем площадью зауралья налить туда воды по берегу понаставить домики с голыми женщинами, а чаще даже с голыми мужиками и ведрами алкоголя горами травы всякой и может быть тогда будет туризм)))

#9 Тискэре

 
Тискэре

    Башҡорт ханы

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 1 839 сообщений
  • Ырыуым:Белмәйем
 

Отправлено 25 Июль 2011 - 06:21

надо вырыть большую яму скажем площадью зауралья налить туда воды по берегу понаставить домики с голыми женщинами, а чаще даже с голыми мужиками и ведрами алкоголя горами травы всякой и может быть тогда будет туризм)))


һаҫымаһын өсөн бит ул һыуҙы тоҙларға тура киләсәк һәр ваҡыт. Кем эшләр ул эште?

#10 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 18 Октябрь 2011 - 10:39

100 йыл тиерлек элек, 1917 йылда сыҡҡан китабында Р. Фәхретдин ошоларҙы яҙған. Үҙгәрмәгәнбеҙ ахыры

8. Үҙеңә ышаныу. Беҙҙә үҙеңә ышаныу тигән нәмә бөтөнләй юҡ. Беҙ һәр нәмәне башҡаларҙан көтәбеҙ үә имсәк балалары ҡәбилендән күҙебеҙҙе ситтәргә һуҙып торабыҙ. Шуның осон беҙҙэ әмәл дә, ғәмәл дә юҡ.

Был көн европалылар, америкалылар бөтөн донъяга хужа булhалар, ер йөҙөндәге инсандарҙы күҙ ишаралары менән генә йөрөтә алhалар, бынын сэбэбе иhэ зирэк булыуҙарынан тугел, бэлки фэрдтәренең үҙ-үҙҙәренә ышаныуы сэбэпле миллэттэрҙең мәғәнәүи рәүештә мөхкәмлек (таҙа, ныҡ,сыҙамлы) хасил кылыуҙарындалыр. Йософ пәйғәмбәрҙэ үҙ-үҙенә ышаныу камил дэрэжэлэ булганлыгы мэглум.

Корьэн Кэримде мыдыр-мыдыр укып, тарауихтарга хэтем итеугэ курэ, пәйғәмбәрҙәрҙең ошондай ижтимаги эштэренэн ғибрәтләнеү артыҡ булыр ине.


Риза Фәхретдин, ЖКШ

#11 arik

 
arik

    Дәрүиш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPip
  • 83 сообщений
  • Ырыуым:Бөрйән
  • Ораным:Тарауыл!
  • Ҡошом:Ҡарсыға
  • Ағасым:Тирәк
 

Отправлено 19 Октябрь 2011 - 07:21

Не знаю куда ставить это новость. Связан с туризмом, поэтому сюда напишу

Кабан ворвался в хабаровскую гостиницу "Интурист" вчера, 17 октября. Дикий зверь разбил рылом витрину пожарного входа и проник в помещение, при этом порезав себе пятак, передает корр. РИА AmurMedia.

Осаду гостиницы кабан предпринял вчера, 17 октября, в 18:42. Дальше входных дверей зверь не попал и оставался внутри помещения всего несколько секунд. Кабан сильно порезал себе пятак о разбитое стекло. Сейчас местонахождение животного устанавливают. Раненый зверь может быть опасен для человека.

Откуда в центре Хабаровска появился дикий кабан, будут также выяснять.
newsland.ru

В последнее время браузер на сайт newsland.ru выдает сообщение о угрозе, ссылавшись на яндекс. Если у Вас хороший антивирус, думаю можно не опасаться

#12 хунарсы

 
хунарсы

    Башкорт ханы

  • Модератор
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 6 860 сообщений
  • Город:Өфө
  • Интересы:Охота на зверя (разного)...
  • Ырыуым:Ҡыпсаҡ
  • Ораным:Туҡһаба!
  • Ҡошом:Бөркөт
  • Ағасым:Ҡарама
 

Отправлено 19 Октябрь 2011 - 12:10

Не знаю куда ставить это новость. Связан с туризмом, поэтому сюда напишу


В последнее время браузер на сайт newsland.ru выдает сообщение о угрозе, ссылавшись на яндекс. Если у Вас хороший антивирус, думаю можно не опасаться





Кабан-туризм-arik-угроза... :unsure:

#13 Зианбердин

 
Зианбердин

    Неизвестен.

  • Егет
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 802 сообщений
  • Интересы:http://vk.com/club54956707 или группа «Граффитиология и краеведение»,
    Башкортостана» и другие.
    http://vk.com/club75634890 или «Путеводитель по башкирским древностям»,
    http://vk.com/club81778685 или "Бтиг ччдим",
    http://vk.com/club75581166 или «Толковый словарь башкирских языков»,
    http://vk.com/club75639634 или «О башкирской музыке»,
    http://vk.com/club61429559 или «Наскальные письмена Башкортостана»,
    http://vk.com/club61429586 или «Тексты на предметах»,
    http://vk.com/club61428749 или «Сулпы и кумбазы Башкортостана»,
    http://vk.com/club67747155 или Turkology in Bashkortostan.
    http://vk.com/club61429514 или «Географические указатели Башкортостана»,
    http://vk.com/club61428829 или «Эпитафии Башкортостана»,
    http://vk.com/club65187388 или «Кунгел\\Душа и память»,
    http://vk.com/club61429544 или «Афиши и плакаты, товарные ярлыки, этикетки Башкортостана» и.т.д.
  • Ырыуым:Үҫәргән
  • Ораным:Байһоңғар!
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 27 Октябрь 2011 - 12:23

Мин дэ бер тарих hойлэп утэйем эле.Шулай, бер турфирмага "мин hезгэ проспект тозоп бирэм, барлык маршруттарыгыз буйынса узем йороп, эш хакы гына тулэгез, ату китаптарымды сыгара алмайым" тиб морэжэгэт иткэйнем.Яуаб та, акса ла алыб булманы шул фирманан, ул вакыттагы хокумэткэ якын кешелэр ине шул улар, "бугымамы (гэфу) hиненг проспекттарын, аксаны ул без былай за ала алабыз"-тип уйлагандар микэн?




0 посетителей читают эту тему

0 пользователей, 0 гостей, 0 скрытых

Башфорум на Башпортале
BaShFoRuM