Перейти к содержимому




Башфорум находится по адресу; www.forum.bash-portal.ru
Фото

Батыры играют и выигрывают!



1 ответов в этой теме

#1 Айли

 
Айли

    Закрой Коран, свободно оглянись И думай сам.. О.Хайям

  • Тел һаҡсыһы
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 1 327 сообщений
  • Город:Учалы
  • Интересы:Благотворительность.

    http://www.blog.ye02.ru/banu/
  • Ырыуым:Күбәләк
  • Ораным:Салауат!
  • Ҡошом:Ҡарағош
  • Ағасым:Ҡарағас
 

Отправлено 17 Август 2011 - 09:00

Двукратный чемпион Европы, батыр, учалинец Марсель Жалилевич Юсупов сдержал свое слово, данное детям в июне и вновь приехал в Учалинский детский дом, чтобы сыграть с детьми в мини-футбол. Приехал не с пустыми руками - на премиальные деньги купил спортинвентарь: футбольные и волейбольные мячи, палатки, карематы и т.д. Играли в футбол с воспитанниками детского дома его родной братишка Руслан Юсупов (чемпион мира по курэш) и стронгмэн Эльбрус Нигматуллин, а также самый молодой депутат районного совета РБ Ильмир Газизов, гость из Челябинска Сергей Климаков, батыры Расуль Мухаметов, Айдар Бакиев. Также в рамках дружеской встречи был проведен турнир по борьбе курэш. Барана выиграл молодой борец Флюр Акбулатов. Более подробная информация будет на страницах газеты "Йэшлек" и "Учалинской газеты".

Миниатюры

  • Корэш батыры.JPG
  • Поговорим.JPG
  • игра.JPG


#2 Айли

 
Айли

    Закрой Коран, свободно оглянись И думай сам.. О.Хайям

  • Тел һаҡсыһы
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 1 327 сообщений
  • Город:Учалы
  • Интересы:Благотворительность.

    http://www.blog.ye02.ru/banu/
  • Ырыуым:Күбәләк
  • Ораным:Салауат!
  • Ҡошом:Ҡарағош
  • Ағасым:Ҡарағас
 

Отправлено 17 Август 2011 - 10:19

Июндэ ойошторолган сара турахында: Ҡыуаныстарҙы арттырып Кемделер ҡыуандырыр өсөн мотлаҡ ниндәйҙер махсус көндө көтөп йөрөү кәрәкмәй, тотаһың да шатлыҡ өләшәһең дә ҡуяһың. Ә инде изге теләгең берәй байрам, әйтәйек, Балаларҙы яҡлау көнө менән тура килә икән, тағы ла яҡшыраҡ - ҡыуаныс өҫтөнә ҡыуаныс өҫтәлә! Беҙҙең менән дә шулай килеп сыҡты. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Илгиз Солтанморатов, Силәбе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Марсель Йосопов менән Учалы балалар йортона тос программа менән юлландыҡ: тәрбиәләнеүселәр менән осрашып, фотосессия ойошторорға, һүрәт төшөрөү буйынса мастер-класс үткәрергә, мини-футбол уйнарға ине ниәтебеҙ. Буш ҡул менән түгел, әлбиттә: Илгиз Зәмфир улы балалар йортона фотопринтер бүләк итһә, Марсель үҙенең дуҫы, тарих фәндәре кандидаты Сергей Климаков менән ике йәшник алма һәм әфлисун килтерҙе. Ә миңә, республика гәзитенең үҙ хәбәрсеһенә, «Йәшлек»кә һәм «Шоңҡар»ға подписка бүләк итергә яҙҙы. Электән хәйриә акцияларында әүҙем ҡатнашҡан «Учалинская газета» редакцияһы ла ситтә тороп ҡалманы. Баш мөхәррир Фәнисә Таһирова изге теләктәр теләп, һәр балаға фотоальбомдар тапшырҙы: "Бынан ары был альбомда иң бәхетле мәлдәрегеҙ һаҡланһын!". Әйткәндәй, гәзиттең фотохәбәрсеһе Рәил Кәлимуллин иртән лагерға барып, балаларҙы фотоға төшөрөп өлгөргәйне, шуға ла фотоальбомдарҙа балаларҙың әҙер фотоһүрәттәре бар ине. Өфөнән идеябыҙҙы башҡорт балалар студияһы «Латифа» күтәреп алып, студия педагогы Гөлнара Сәхибгәрәева һүрәт төшөрөү буйынса мастер-класс үткәрҙе. Оҫталыҡ серҙәре кемгә лә файҙалы - сара барышында балалар беҙҙе матур һүрәттәре менән һөйөндөрҙө. Шағирә Шәүлиә Зөлҡәрнәева ла изге эшкә үҙ өлөшөн индерҙе. Ул балалар өсөн яҙылған шиғырын уҡып, балалар йортоноң китапханаһына китабын бүләк итте. Балалар яуапһыҙ калды, тип уйлайһығыҙмы? Әлбиттә, юҡ! Беҙҙең өсөн "Балҡыш" фестиваленең гран-приһын яулаған Никита Никифоров үҙе бейене. Һай, оҫта башҡортса тыпылдатты малай! Ләйсән Мәғәсүмова, Лилиә Ғибәҙәтова, Анна Вельц, балалар йортоноң вокаль ансамбле башҡарыуындағы йырҙар ҙа беҙҙе битараф ҡалдырманы, сөнки улар иң ҡәҙерле төшөнсәләр - бәхетле бала саҡ, әсәй тураһында ине. Үкенескә күрә, көндөң боҙолоуы арҡаһында футбол матчын үткәреп булманы. Уның ҡарауы балалар ҡунаҡтарҙан автограф алды, бергә фото төштө, Европа чемпионының миҙалын кейеп ҡараны. - Чемпион булғың киләме? – тип Марсель Йосопов бер нисә баланан һораны. Ыңғай яуап ишеткәс: - Теләгең бар икән - бул! - тине. - Тормошта гел еңеүсе булығыҙ, балалар! - Кем үҙенең маҡсатына ынтыла, шул мотлаҡ үрҙәрҙе яулай, - тип хушлашты балалар йорто тәрбиәләнеүселәре менән Илгиз Солтанморатов. – Иң мөһиме – туҡтап ҡалмағыҙ, алға барығыҙ. Йәйге лагерҙан ҡайтҡанда, күңелебеҙ шатлыҡҡа тулғайны, хатта һалҡын көн дә йылынып киткәндәй тойолдо. Балалар менән ихлас бүлешкәндән, ҡыуанысыбыҙ артты ғына.

Миниатюры

  • гульнара.JPG
  • яблоко.JPG




Ответить



  


0 посетителей читают эту тему

0 пользователей, 0 гостей, 0 скрытых

Башфорум на Башпортале
BaShFoRuM