Перейти к содержимому




Башфорум находится по адресу; www.forum.bash-portal.ru
Фото

Компьютер төшөнсәләре - башҡортса


  • Please log in to reply

148 ответов в этой теме

#1 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 08 Октябрь 2011 - 12:09

Бөгөн компьютер булмаған ауылдар ҙа һирәк. Мәктәптәрҙә өйрәнәләр. Ә төшөнсәләр - тотош урыҫса. Ә башҡортса һүҙлек әлегә юҡ. Әлегә 3 фекрҙәш таптым. Минең комп тураһында әкиәтем бар. Шул әкиәттә мин клавиатураға - хәрефлек, ә мышкаға - төрткө тип атама биргәйнем. Сысҡан түгел, тап бына төрткө, йәғни, һуҡыр сысҡан. Яңғырашы ла, функцияһы ла ошо һүҙгә һыя ла ҡуя шикелле. Әйҙәгеҙ, һүҙлек төҙөйөк

#2 Тискэре

 
Тискэре

    Башҡорт ханы

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 1 839 сообщений
  • Ырыуым:Белмәйем
 

Отправлено 08 Октябрь 2011 - 03:00

Бөгөн компьютер булмаған ауылдар ҙа һирәк. Мәктәптәрҙә өйрәнәләр. Ә төшөнсәләр - тотош урыҫса.
Ә башҡортса һүҙлек әлегә юҡ. Әлегә 3 фекрҙәш таптым.
Минең комп тураһында әкиәтем бар. Шул әкиәттә мин клавиатураға - хәрефлек, ә мышкаға - төрткә тип атама биргәйнем. Сысҡан түгел, тап бына төрткө. Яңғырашы ла, функцияһы ла ошо һүҙгә һыя ла ҡуя шикелле.
Әйҙәгеҙ, һүҙлек төҙөйөк


Төшөнсәләрҙең күбеһе инглиз теленән йоҡҡан, урыҫ теле был йәһәттән артта ҡалып бара. Бик ҡатмарлы мәсъәлә. Ныҡ ҡына уйланырға кәрәк буласаҡ.

#3 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 08 Октябрь 2011 - 06:53

Материнская плата - как можно и нужно перевести?

#4 elvira

 
elvira

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 712 сообщений
  • Город:Уфа
  • Ырыуым:Мең
  • Ораным:Алаҫ!
  • Ҡошом:Ыласын
  • Ағасым:Ҡарама
 

Отправлено 08 Октябрь 2011 - 08:31

Миненсэ кэрэкмэгэн эш менэн булаhыгыз. Рус телендэ лэ компьтерга кагылышлы hуззэр аз, кубеhенсэ барыбер инглиз hуззэре кулланыла. Игтибар итhэгез, специализированный терминдарзы шул олкэлэ авторитет казанган белгестэр эйтеп кенэ hуз эйлэнешенэ индерэ. Математик терминдарзы ла башкортсага кулайлаштырырга телэуселэр hаман да куп, хатта Эхтэмовтар hузлек тэ тозогэн. Тик унан ни файза, ул бит кулланылмай. Касандыр берэй кулланыла башлауы ла икеле, сонки ул hузлек филолог тарафынан тозолгэн. Элбиттэ бик ентеклэп эшлэнелгэн эш, эллэ купме кос сарыф ителгэндер. Филолог кузлегенэн караганда бэлки бик доростор, эммэ математик буларак шуны эйтэ алам: ундагы куп hуззэр кунелгэ ятмай, ысын математиктар улай тип эйтмэйэсэк тэ, ундагы терминдарзы кулланмаясак та. Эгэр зэ компьтер буйынса терминдарзы hуз эйлэнешенэ индерергэ бик телэйhегез икэн, инглиз терминдарын "башкорсалаштыра" алаhыгыз, газета - гэзит тигэн кеуек.

#5 arik

 
arik

    Дәрүиш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPip
  • 83 сообщений
  • Ырыуым:Бөрйән
  • Ораным:Тарауыл!
  • Ҡошом:Ҡарсыға
  • Ағасым:Тирәк
 

Отправлено 08 Октябрь 2011 - 09:06

Жёсткий диск - һыйҙырткыс йәки тултыргыс Бәлки тултырма :P Видео карта - күрҙерткес.. Зкуковая карта - тауышлыҡ Enter - яңы-юл Браузер - селтәрлек Сайт - селтәр-китабы Файл - төртөк) :rolleyes:

#6 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 08 Октябрь 2011 - 09:16

ундагы куп hуззэр кунелгэ ятмай,

Мин сотовый телефон тигәнде кеҫә телефоны тип атарға тәҡдим иткәс, мине бик ҡаты әрләгәйнеләр. Хәҙер башҡорттар ғына түгел, татарҙар ҙа кеҫә телефоны терминын ҡуллана.
Ә бына тәржемә итмәҫкә кәрәк тигән фекер менән килешә алмайым. Әгәр оҡшамай икән, математик терминдарҙы белгес булараҡ үҙегеҙ тәржемә итеп, терминология комиссияһына тәҡдим итегеҙ, раҫлатығыҙ.
Дәүләт теле булараҡ, телебеҙ һәр өлкәлә үҫешергә тейеш. Һәм күпме күберәк тармаҡтар үҙләштерелгән һайын, телебеҙ ҙә ҡеүәтләнә барасаҡ. Әгәр инде үҙ башҡортобоҙ кәрәкмәй ҙә кәрәкмәй тип тора икән, башҡорт теле кемгә кәрәк булыр икән?
Шөкөр, башҡортса уҡытҡан мәктәптәр әле байтаҡ. Уларҙа предметтар башҡортса уҡытыла. Тимәк, информатика дәресе лә. Быны ла башҡортса уҡытырға кәрәк, сөнки шулай иткәндә генә бала телебеҙҙең бай, ҡеүәтле, заман талаптарына ярашлы икәненә инансаҡ.
Информатика теленең башҡортса булыуы башҡа милләттәрҙә лә шул уҡ фекерҙе уятасаҡ. Был - тәрбиә лә, сәйәсәт тә.

#7 elvira

 
elvira

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 712 сообщений
  • Город:Уфа
  • Ырыуым:Мең
  • Ораным:Алаҫ!
  • Ҡошом:Ыласын
  • Ағасым:Ҡарама
 

Отправлено 08 Октябрь 2011 - 10:07


Эгэр зэ кулыгыззан килэ икэн, мин шат кына. Эйзэ эшлэй бирегез. Кулланалар икэн - респект. Шулай за куп hуззэрзен мэгэнэhез тэржемэ ителеуенэ каршымын, hез узегез зэ был турала куп язаhыгыз. Математик терминдарга килгэндэ инде, тагы бер кабат эйтэм, ундагы терминдарзы hуз эйлэнешенэ донъя кимэлендэ бик нык хормэт казанган белгестэр генэ индерергэ хокуклы тип исэплэйем, заманында математиканын усешенэ булышлык иткэн классиктар Больцано, Коши, Вейерштрасс, уларзын укыусылары Остроградский, Ковалевская, Лобачевский кеуек. Улар индергэн терминдар 19 быуаттан бирле узгэртелмэй, нисек бар - шулай кабул ителэ, бар телдэлэ лэ. Шунын осон дэ математика - теуэл, ин хормэтле фэн булып hакланып, усешен дауам итэ.

#8 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 08 Октябрь 2011 - 10:21

, заманында математиканын усешенэ булышлык иткэн классиктар Больцано, Коши, Вейерштрасс, уларзын укыусылары Остроградский, Ковалевская, Лобачевский кеуек. Улар индергэн терминдар 19 быуаттан бирле узгэртелмэй, нисек бар - шулай кабул ителэ, бар телдэлэ лэ.

Бар телдә лә шул килеш ҡулланылғанын тәржемә итеү кәрәкмәйҙер ҙә, әммә бар телдәр ҙә тәржемә итмәй алалыр тип тә әйтеп булмайҙыр, былай раҫлау өсөн шул телдәрҙе белергә кәрәк бит. Миндә мәҫәлән, рус телендә тәржемә итмәй алыныу башҡа телдәрҙә лә шулайҙыр тигән уй тыуҙырмай, сөнки төрөк телендә, мәҫәлән, беҙ уйламаған, башҡортсаға тәржемә итмәгән төшөнсәләр тәржемә ителгән.
Бына мин әле материнская плата тигәндең тәржемәһен һорап яҙҙым, сөнки башҡорт балалары мәктәптә уны тап шул килеш ала. Ә бит ул инглиз теленән motherboard тигәндән алынған.Ә ниңә беҙ үҙ телебеҙгә тәржемә итә алмайбыҙ быны? Арабыҙҙа инглизсә яҡшы белгәндәр, компьютерҙы яҡшы белгәндәр бар. Дөйөм тырышлыҡ менән йырып сығырбыҙ тип уйлайым.
Ҡулланыу-ҡулланмау - һәр кешенең үҙ ихтыярында. Күптәр, мәҫәлән, химик элементтарҙы урыҫсанан алып әйтә лә ҡуя. Ә мин улай итә алмайым.
Бер ваҡыт Һеҙҙең кеүек фекер йөрөткән бер профессор, татар абзый, кәрәкмәй фәнни предметтарҙы туған телдә уҡытыу тип бәхәс асты. Госсобраниела мәғариф проблемалары өсөн яуаплы абзый. Ә миңә туған телебеҙҙе яҡлау кәрәк ине. Бына, сера тигәнде нимә тип әйтерһең, тип һорай. Белмәҫ, тип уйлағандыр инде. Көкөрт, свинец - ҡурғаш, ртуть - терегөмөш һәм башҡа әллә күпме һүҙҙәрҙең башҡортсаһы бар, балалар быны белергә тейеш тинем. Һин беләһең дә ул, тине абзый, башҡалар белмәй. Өйрәтмәһәң, белмәйҙәр инде, тинем. Бына шулай, башҡорт телен генә түгел, башҡа фәндәрҙе лә башҡортса уҡытыуҙы яҡлап ҡалыштым.

#9 elvira

 
elvira

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 712 сообщений
  • Город:Уфа
  • Ырыуым:Мең
  • Ораным:Алаҫ!
  • Ҡошом:Ыласын
  • Ағасым:Ҡарама
 

Отправлено 08 Октябрь 2011 - 10:55


Эйтэм бит, кулыгыззан килhэ - бик якшы, каршы булыузан тугел. Бары тик бушка вакыт сарыф итеп, хэлегеззе ботормэсhегезме икэн тип шик белдерэм :) Башкортса укытыуга килгэндэ инде, теуэл фэндэрзе башкортса укытыуга каршымын, был турала бер нисэ тапкыр hуз сыкты, hэр сак фекеремде эйтэ килдем. Башкортса терминдарзы атау - ул фэнде башкортса ойрэнергэ кэрэк тигэнде анлатмай элегэ. Беззен hэлэтле йэштэребез куп, уларга артабан укырга ярзам итергэ кэрэк. Ниндэй телдэ булhа ла, кайза укыузарына карамай. Сит илдэргэ сыгып укыhындар, куберэк телдэр белhендэр, донъя кимэлендэ билгелек яулаhындар. Узегез hэр сак "Кытайга барып булhа ла белем ал" тип эйтэhегез бит. Шуга мин фэндэрзе, бигерэк тэ теуэл фэндэрзе, донъяла ин куп аралашкан телдэ ойрэнеу яклы. Куп илдэрзэ топ фэндэрзе инглиз телендэ ойрэнэлэр, миненсэ был бик дорос.

#10 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 08 Октябрь 2011 - 11:38

Эйтэм бит, кулыгыззан килhэ - бик якшы, каршы булыузан тугел. Бары тик бушка вакыт сарыф итеп, хэлегеззе ботормэсhегезме икэн тип шик белдерэм :)

Туған телде үҫтереүгә ҡағылышлы бер эш тә бушҡа булмай. Бының өсөн бер ваҡытта ла көсөмдө йәлләмәнем, хатта конфликтҡа инеүҙән дә ҡурҡманым. Республикала беренсе булып, журналистар булмаған көйө ҡала-район гәзитен сығара башлағанда ла шулай ҡурҡытыусылар булды, аяҡ салыусылар булды, кәрәкмәй, тиеүселәр булды. Ваҡыт күрһәтте - булдырҙыҡ, кәрәк икәнен халыҡ үҙе аңланы. Ҡулымдан килә, шөкөр...
Ә башҡорт телен урыҫ та, татар ҙа бөтөрмәй - үҙебеҙ бөтөрәбеҙ, кухня теленә ҡалдырып, фән өлкәһенә индермәй. Ә кухня теле дәүләт теле була алмай.

Башкортса укытыуга килгэндэ инде, теуэл фэндэрзе башкортса укытыуга каршымын, был турала бер нисэ тапкыр hуз сыкты, hэр сак фекеремде эйтэ килдем. Башкортса терминдарзы атау - ул фэнде башкортса ойрэнергэ кэрэк тигэнде анлатмай элегэ. Беззен hэлэтле йэштэребез куп, уларга артабан укырга ярзам итергэ кэрэк. Ниндэй телдэ булhа ла, кайза укыузарына карамай. Сит илдэргэ сыгып укыhындар, куберэк телдэр белhендэр, донъя кимэлендэ билгелек яулаhындар. Узегез hэр сак "Кытайга барып булhа ла белем ал" тип эйтэhегез бит. Шуга мин фэндэрзе, бигерэк тэ теуэл фэндэрзе, донъяла ин куп аралашкан телдэ ойрэнеу яклы. Куп илдэрзэ топ фэндэрзе инглиз телендэ ойрэнэлэр, миненсэ был бик дорос.

Төпкөл, светһыҙ, юлһыҙ ауылда йәшәп, саф башҡортса уҡып, юғалманыҡ. Бер туған һеңлем 9 кластан Квант журналын алдырып, Мәскәү вузына әҙерлек курсы үтте, танытма алды мәктәпте тамамлағансы. Матфакта гел бишлегә уҡыны. Туған телдә теүәл фәндәрҙе өйрәнеү һис зыян итмәй, ә телде байыта, логикаға өйрәтә, хәтерҙе үҫтерә. Теге йәки был һүҙҙең башҡортса ни өсөн шулай ҡулланылыуы милли психологияны ла асып һала. Бына, мәҫәлән, обуваюсь - аяҡ кейемләнәм, ти урыҫ. Башҡорт иһә аяҡҡа кейәм, ти. Беҙҙең өсөн аяҡ кейеме түгел, ә аяҡ - алда, ул "мөһимерәк". Шуның һымаҡ нәмәләр бик күп ул. Кеше туған телендәге һүҙҙәр аша милли психологияны ла һеңдерә.

Улыбыҙ 4 телде яҡшы белә, төрки телдәр уға һис зыян иткәне юҡ, киреһенсә, яҡшы терәк. Англияла уҡып ҡайтты, бер ҙә юғалманы. Киреһенсә, башҡортса яҡшыраҡ өйрәтергә кәрәк булған, тип үпкәләй.
Кешенең башы эшләмәһә, инглиз телен белеү генә уны уҡымышлы итмәй. Башы эшләгән кеше телдәрҙе тиҙ үҙләштерә. Юғиһә, инглизсә һөйләшкән бар әҙәм ғалим булыр ине.

#11 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 09 Октябрь 2011 - 09:59

Бисмиллаһир-рахманир-рахим! Бисмилла итеп башлайым. Компьютер - компьютер (төрөксә - билгисайар, санак, һанаҡ, йәки.) Ҡулланабыҙмы? Инглизсә лә компьютер һанау ҡулланмаһы тигәнде аңлата Мышка - төрткө (йәғни, һуҡыр сысҡан). Төртөп яҙабыҙ, эҙләйбеҙ, һүҙ мышка тигәндән дә йыраҡ китмәй, функциональ рәүештә лә тап килә. Клавиатура - хәрефлек Клавиша быстрого вызова - тиҙ саҡырыу төймәһе Доступ - инеү, инеү мөмкинлеге Клавиша доступа - инеү төймәһе Взлом компьютера, сервера - компьютерҙы боҙоу, серверҙы боҙоу, зарарлау Разрешение на доступ - инергә рөхсәт Материнская плата - инә майҙаны, инә идаралығы? Аккаунт - учетная запись - иҫәп яҙмаһы Управление доступом - инеүгә идара итеү Закладка - һалынма

#12 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 09 Октябрь 2011 - 10:27

Жёсткий диск - һыйҙырткыс йәки тултыргыс
Бәлки тултырма :P
Видео карта - күрҙерткес..
Зкуковая карта - тауышлыҡ
Enter - яңы-юл
Браузер - селтәрлек
Сайт - селтәр-китабы
Файл - төртөк)
:rolleyes:

Рәхмәт тәҡдимдәргә.
Жесткий диск тигәндә, дискетанан айырмалы, уның эшләнгән материалы ҡаты булыуы күҙҙә тотола. Һеҙ уның функцияһын күҙҙә тотҡанһығыҙ. Был осраҡта бәлки шулай ҙа ҡаты диск тип алыу отошлораҡтыр?
Видеокарта - шулай ҡалһындыр, бәлки?
Звуковая карта - тауыш картаһы
Enter - юл күсергес - бәлки.Русса ВВОД булғас, бәлки индергес тип алырға?
Браузер - браузер,сайт күрһәткес
Сайт һүҙен тәржемә итеү кәрәкмәйҙер ул, файлды ла
Артабан да ҡатнашыуығыҙҙы көтәм

#13 elvira

 
elvira

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 712 сообщений
  • Город:Уфа
  • Ырыуым:Мең
  • Ораным:Алаҫ!
  • Ҡошом:Ыласын
  • Ағасым:Ҡарама
 

Отправлено 09 Октябрь 2011 - 11:00


Язгандарыгыз мин эйткэнгэ берзэ каршы килмэй. Тугандарыгыз, балаларыгыз унышка олгэшкэн икэн - был уларзын тырышлыгы аркаhында. Мин дэ бар унышыма бары уземден тырышлыгым аркылы, минэ hэр сак ярзам иткэн атайым - инэйем булганга олгэштем. Тик минен кеуектэр, hеззен тугандарыгыз кеуектэр бармак менэн hанарлык, быга hеззе инандырыу кэрэкмэйзер тейем. Кызганыска каршы, егерме йыл суверенитет осоро купселек башкорттарга милли узанды кутэреугэ булышлык итhэ лэ, ысынбарлыкты ботонлэй анламауга, дорос кабул итмэугэ килтерзе. Куп миллэттэштэрем башкорт булыузы - башка халыктарзан остонлок бирэ тип анланы булhа кэрэк. Укымай йорогэн башкорт балалары азак килеп "башкортка башкорт ярзам итергэ тейеш" тип оялмай за килеп эйткэн осрактар куп булды, хатта яла ягып ректорга тиклем барып етеуселэр бар. Э укырга йоромэузэрен фэнде анламаузары менэн анлаттылар, уларга айырым анлатыузы талап итеп. Шуларзы ишетеп эсенгэндэремде белhэгез...Элекке заман тугел хэзер, ин топкол ауылдарза ла рус телендэ укыу, ойрэнеу проблема тугел. Заман менэн бергэ атлайык тиhэк, сит телдэрзе ойрэнеугэ игтибарзы арттырырга кэрэк. Мин эйткэндэр башкорт мэктэптэренэ генэ кагылмай, барлык укыу йорттарына ла кагыла. Телэhэк - телэмэhэк тэ топ предметтарзы инглиз, кытай телдэрендэ ойрэнергэ тура килэсэк килэсэктэ. Уз теленде ойрэнеу-ойрэнмэу кешенен узенэн тора, инэ hото менэн инмэгэнде тана hото менэн hендереп булмай инде ул.

#14 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 09 Октябрь 2011 - 11:09


Эшләргә өйрәтеү кәрәк, ныҡышмаллыҡҡа. Мин белгән йәһүд фәнселәре үҙҙәренең ҡулы аҫтына үҙ милләтенән алалар ҙа илатып өйрәтәләр, талап итәләр, теләһә-теләмәһә лә, бик башы етмәһә лә, диссертация яҙҙырталар. Йәштәребеҙҙе шуға инандырыу мөһим, ә тел быға ярҙам ғына итә, ә аяҡ салмай. Инглиз телендә уҡығандан ғына ялҡау уңғанланып китмәй. Беҙгә ана шул тәрбиә кәрәк, ә уҡып мулла булмаҫһың психологияһы түгел. Хәҙер бит белемгә түгел, дипломға ынтылыусылар күбеһе. Бының менән алыҫ китә алмабыҙ.
Ауылдашым, башҡорттар араһынан беренсе физик-ғалим Харис ағай Мөлөкөв та шуны һөйләне бер көн радионан - егеттәребеҙ зиһенле, әммә һәлкәү, тырыш түгел тип.

Ә телде үҫтереү, камиллаштыру бик мөһим - киләсәгебеҙ өсөн дә, милләттең башҡалар араһындағы статусы өсөн дә.

#15 elvira

 
elvira

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 712 сообщений
  • Город:Уфа
  • Ырыуым:Мең
  • Ораным:Алаҫ!
  • Ҡошом:Ыласын
  • Ағасым:Ҡарама
 

Отправлено 09 Октябрь 2011 - 11:11

Рәхмәт тәҡдимдәргә.

Мышканы - тортко тип эйтеу мэгэнэhез миненсэ. Торко тигэс тимгел-тамгыл бер нэмэ куз алдына килэ, ак тортколо кулдэк, мэсэлэн. Улай бик тортоузе куз унында тотhагыз, тортоуес тип атауыгыз хэйерлерэк, йэ торток. Куп hуззэрзе шул койо калдырыу хэйерле, бигерэк тэ рус телендэ шулай алынhа.

#16 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 09 Октябрь 2011 - 11:16

Управляющая кнопка - идара төймәһе Надстройка - өҫҡорма Почтовые наклейки - почта йәбештермәләре Администратор - идара итеүсе Следующий слайд - нәүбәттәге слайд Окно предупреждения - киҫәтеү тәҙрәһе Выровнять по сетке - селтәр буйынса тигеҙләү Все прописные - барыһы ла баш хәрефтән Замещающий текст - алмаштырыусы текст

#17 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 09 Октябрь 2011 - 11:18

Мышканы - тортко тип эйтеу мэгэнэhез миненсэ. Торко тигэс тимгел-тамгыл бер нэмэ куз алдына килэ, ак тортколо кулдэк, мэсэлэн. Улай бик тортоузе куз унында тотhагыз, тортоуес тип атауыгыз хэйерлерэк, йэ торток. Куп hуззэрзе шул койо калдырыу хэйерле, бигерэк тэ рус телендэ шулай алынhа.

Төрткө - ул һуҡыр сысҡан (крот). Был һүҙ электән бар. Мышкаға ла тап килә, функцияны ла (төртөү) эсенә ала.Сысҡан тип алғанса, төрткө һүҙе шуның өсөн ҡулайыраҡтыр.

#18 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 09 Октябрь 2011 - 11:27

Arrow keys - клавиши со стрелками - уҡлы төймә Участник, посетитель - ҡатнашыусы, инеүсе Свободная память - биләнмәгән хәтер? буш хәтер? Создать резервную копию, создать архивную копию, архивировать - һаҡлыҡ күсермә төҙөү, архивлыҡ күсермә төҙөү, архивлау (һаҡлауға һалыу)?

#19 elvira

 
elvira

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 712 сообщений
  • Город:Уфа
  • Ырыуым:Мең
  • Ораным:Алаҫ!
  • Ҡошом:Ыласын
  • Ағасым:Ҡарама
 

Отправлено 09 Октябрь 2011 - 11:43

Эшләргә өйрәтеү кәрәк, ныҡышмаллыҡҡа. Мин белгән йәһүд фәнселәре үҙҙәренең ҡулы аҫтына үҙ милләтенән алалар ҙа илатып өйрәтәләр, талап итәләр, теләһә-теләмәһә лә, бик башы етмәһә лә, диссертация яҙҙырталар. Йәштәребеҙҙе шуға инандырыу мөһим, ә тел быға ярҙам ғына итә, ә аяҡ салмай. Инглиз телендә уҡығандан ғына ялҡау уңғанланып китмәй. Беҙгә ана шул тәрбиә кәрәк, ә уҡып мулла булмаҫһың психологияһы түгел. Хәҙер бит белемгә түгел, дипломға ынтылыусылар күбеһе. Бының менән алыҫ китә алмабыҙ.
Ауылдашым, башҡорттар араһынан беренсе физик-ғалим Харис ағай Мөлөкөв та шуны һөйләне бер көн радионан - егеттәребеҙ зиһенле, әммә һәлкәү, тырыш түгел тип.

Ә телде үҫтереү, камиллаштыру бик мөһим - киләсәгебеҙ өсөн дә, милләттең башҡалар араһындағы статусы өсөн дә.

Эшлэйбез hэр сак шул йунэлештэ. Тик, курэhен, hэр халыкка гына хас психологияны узгэртеуе бик кыйын. Беззен ялкаузар куп вакыт уз башынан нужа уткэрмэйсэ анламай. Шунан беззен халыкта уз миллэттэштэрен ситкэ тибеу бар, йэбрэйзэрзэн айырмалы рэуештэ. Олпат, хормэтле ил агаларына хас ул куренеш куп вакыт. Тырышкан, булдыклы йэштэрзе кэмhетеу, hинен кулындан килмэй тип эйтеузэр, кэрэк сакта кул hузмай омотhозлоккэ дусар итеузэр. Минен уземэ лэ эллэ купме йэбер hуззэре ишетергэ, эшhез, пропискаhыз эрлэнеп-тортолоп йэшэргэ тура килде. Шуга тырышкан балаларга ярзам итергэ атлыгып торам, э анhыззарына башына ярып hалhан да файза юк, ундайзар менэн вакыт эрэм итергэ кэрэкмэй тип исэплэйем. Уз теленде белеу якшы, тик куп миллэттэштэрем торло сэбэптэр аркылы телен белмэй икэн быны гэйеп итеп кабул итергэ тейеш тугелбез. Эйзэ башка телдэ укыhындар, hойлэшhендэр, тик уззэренен башкорт икэндэрен онотмаhындар, телдэренэн оялып йоромэhендэр.

#20 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 09 Октябрь 2011 - 12:05

Эйзэ башка телдэ укыhындар, hойлэшhендэр, тик уззэренен башкорт икэндэрен онотмаhындар, телдэренэн оялып йоромэhендэр.

Телдән оялмау өсөн уның һәр өлкәлә ҡулланылыуы, ҡеүәте булыуы кәрәк. Кухня теле кимәлендә ҡалыуы телде көсһөҙләндерә, статусын төшөрә. Был хаҡта флуд еткәндер тим. Һүҙлек буйынса ниндәй өҫтәмәләр булыр? Ниндәй тәҡдимдәр. Кәрәкмәй тигеҙ икән, Һеҙҙең ихтыяр, тик төп теманан ситкә алып китмәгеҙ, башҡаса ҡамасау итмәгеҙ.




0 посетителей читают эту тему

0 пользователей, 0 гостей, 0 скрытых

Башфорум на Башпортале
BaShFoRuM