Перейти к содержимому




Башфорум находится по адресу; www.forum.bash-portal.ru
Фото

Компьютер төшөнсәләре - башҡортса


  • Please log in to reply

148 ответов в этой теме

#141 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 17 Июнь 2012 - 11:44

учитывая также мнения высказанные суплекта.

Бәндәләрҙең тәкәбберлегенә иҫтәр китмәле!
Донъя виртуаль энциклопедияһы булған Викимедиаға инеп тишек бер тинлек эш ҡырғандары юҡ - ә 7 йыл буйы БАШҠОРТ ТЕЛЕН, БАШҠОРТ ДОНЪЯҺЫН донъяға танытыу менән мәшғүл, бер тин бер ҡайҙан түләнмәгән килеш, белемен, һәләтен, ваҡытын һалып эшләп ултырған кешеләргә ни тиклем түбәнһетеп ҡарау!
Терминдарҙы тәржемә итеү өҫтөндә нисек эшләгәнде, исмаһам, ошонда инеп ҡарағыҙ, үҙ фекерҙәрегеҙҙе яҙығыҙ һәр тәҡдим ителгән төшөнсә буйынса http://vk.com/id144637633#/bashcomp

Эйе, профессионалдар һирәк инә - улар аҡсаға эшләүҙе өҫтөн күрә. Әммә корочкаларын, урыҫ әйтмешләй, "писаная торба" итеп ҡосаҡлап ултырған ҡайһы берәүҙәрҙән тәржемә оҫталығы менән дә, тырышлығы менән дә айырылып торған ватандар шәхестәрбеҙ унда байтаҡ, улар маҡтауға лайыҡ. Википедияла 16 меңгә яҡын мәҡәлә, әле килеп яңы башланған Викиһүҙлектәрҙең меңдән ашҡан мәҡәләһен дә дан өсөн тип түгел, милләтем өсөн тип эшләп ултыралар улар, мең рәхмәттәр, Аллаһ риза булһын үҙҙәренә! Википедия менән ҡулланыусы бит был мәҡәләләрҙең кем тарафынан эшләнгәнен дә белмәй, сөнки уны урынлаштырыусылар улар өсөн аноним булып ҡала.

Улай бик шәп булғас, инегеҙ, төҙәтегеҙ ҡайҙа хата бар! Яңы мәҡәләләр индерегеҙ! Белгестәрҙе йәлеп итегеҙ! Быны беҙ нисәмә яҙҙыҡ - Вики бит һәр кемгә асыҡ!
Бына ошо мин тәржемәләгән һүҙлектәрҙе камиллаштырырға ярҙам итһәгеҙ, бик оло рәхмәтле булырмын!

http://incubator.wikimedia.org/wiki/Category:Wt/ba/%D0%A2%D3%A9%D1%80%D3%A9%D0%BA_%D1%82%D0%B5%D0%BB%D0%B5_%D2%BB%D2%AF%D2%99%D0%BB%D0%B5%D0%B3%D0%B5
Төрөксә-башҡортса һүҙлек.

http://incubator.wikimedia.org/wiki/Category:Wt/ba/%D0%9C%D0%BE%D0%BD%D0%B3%D0%BE%D0%BB_%D1%82%D0%B5%D0%BB%D0%B5_%D2%BB%D2%AF%D2%99%D0%BB%D0%B5%D0%B3%D0%B5
Монголса-башҡортса һүҙлек
[b]

#142 Рөстәм Нурыев

 
Рөстәм Нурыев

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 106 сообщений
  • Интересы:"Ер йөҙөндеге, йыһандағы барлыҡ ғилем һәр кешенең туған телендә ирекле ҡулланыуҙа булырға тейеш" - тигән ҡарашлы донъя ирекмәндере ағымында ҡатнашыусы.
  • Ырыуым:Ҡошсо
  • Ораным:Салауат!
  • Ҡошом:Аҡҡош
  • Ағасым:Муйыл
 

Отправлено 17 Июнь 2012 - 01:04

Мин мәктәптә үҡығандан уҡ һорай киләм: "Ниңә сит телдәрҙән һүҙҙәр тәржемә ителмәйсә ҡабул ителергә тейеш?" Бер кем аңлата алмай. Бар булған яуап: "Тейеш и все". Бындай яуап мине ҡәнәғәтләндермәй. Минең уйымса сит телдәрҙән һүҙҙәрҙе тәржемәһеҙ ҡулланыу башҡорт телен байытмай, ә тик ярлыландыра. Башҡорт һүҙҙәренең, теленең юғалыуына килтерә. Килеп тыуған хәл буйынса башҡорттар ғына баш ватмай, элекке СССР биләмәләренә ингән барлыҡ төрки халыҡтар шул турала уйлай. Ни өсөн тиһәгеҙме? Бер нисә һүҙ менән генә әйтеп булмай. Красовицская Т.Ю. Модернизация России (национально-культурная политика 20-х годов). тигән китапты уҡығыҙ, моғайын аңларһығыҙ. Тағы яңы китабы сыҡҡан икән, мин әле уҡымағам. Красовицкая Т.Ю. Модернизация российского образовательного пространства. От Столыпина к Сталину (конец XIX века — начало (20-е годы) XX в. М.: Новый хронограф, 2011. Бөгөнгө көнгә кире ҡайтып шуны әйтәм. Минең белеүем буйынса, Казах туғандарыбыҙ үҙ телдәрендә бик күп яңы һүҙҙәр индергәндәр, моғайын элек ҡулланған һүҙҙәрҙе лә тергеҙгәндәрҙер. Улар ҡулланған һүҙҙәрҙе беҙ ҡулланһаҡ хилаф булмаҫ. Телебеҙ яҡын. Әле яңыраҡ "Версия"-"Нөсхә" тигән тәржемәгә тап булдым. Башҡорт туғандар, бәхәсләшмәйек. Эҙләйек, табайыҡ, ҡулланайыҡ. "Надо защищать башкирский язык, башкирский народ вымирает", - тип урыҫ телендә урам буйлап тамаҡ ярыүҙан ни фәтеүә. Башҡорттан башҡа бер кем башҡорт телен, башҡорт халҡын яҡламаҫ. Иң башта үҙәбеҙҙән башларға кәрәк. Булған мөмкинселектәр менән файҙаланайыҡ, булмағанын яйлап булдырайыҡ. Башҡанан талап итер алдынан үҙеңдән башла. Башҡортса һөйләш, башҡортса яҙ. Мәҡәл: Теләге булған яйын эҙләй, теләге булмаған сәбебен таба. Башҡорт телен ҡулланыу буйынса яйын эҙләгеҙ. Сәбәп табып аҡланып ултырмағаҙ. Берәйегеҙ беҙгә ярҙамға килһәгеҙ ине. Оран һалыу бер нимә, эш эшләү икенсе. Эшкә етһә "Минең ваҡыт юҡ" - тиҙәр. Ваҡытың түгел, теләгең юҡ. Ә оран һалыуың үҙеңде күрһәтеп ҡалау теләге генә ул. Мине лә "үҙәңде күрһәтәһең килә" тип битәрләй башланылар. Миңә ул нимә кәрәкмәй, йәки Гузәл Рамаҙан ҡыҙына кәрәкмәй. Беҙ үҙебеҙҙе тормошта күптән тапҡанбыҙ һәм йәмғиәттә исемебеҙ ҙә бар. Беҙ буш оран һалмайбыҙ, башҡорт телен ҡулланыу мөмкинселектере хаҡында оран һалабыҙ. Беҙҙең өсөн түгел ул эштәр, халыҡ өсөн. Кәрәк түгел милләтем тип тамаҡ ярыу, Кәрәк бары милләт өсөн юлдар ярыу, Кәрәк бары көн-төн тимәй алға барыу, Ҡушылығыҙ, бөтә донъя башҡорттары!

#143 Рөстәм Нурыев

 
Рөстәм Нурыев

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 106 сообщений
  • Интересы:"Ер йөҙөндеге, йыһандағы барлыҡ ғилем һәр кешенең туған телендә ирекле ҡулланыуҙа булырға тейеш" - тигән ҡарашлы донъя ирекмәндере ағымында ҡатнашыусы.
  • Ырыуым:Ҡошсо
  • Ораным:Салауат!
  • Ҡошом:Аҡҡош
  • Ағасым:Муйыл
 

Отправлено 17 Июнь 2012 - 01:17

Бына шулай, "Белгес" әфәнделәр! Беҙ Столыпин һәм Сталин сәйәсәтен алға һөргән һүҙлектерҙе бик үк мәртәбеле тип ҡарамайбыҙ. Беҙҙе нисек кенә кәмһәтергә телеһәгеҙ ҙә барып сыҡмаясаҡ. Һеҙ беҙҙе түгел, ә үҙегеҙҙе кәмһетәһегеҙ. Сөнки кеше кәмһетеү өсөн алған "белгес" тамғаһынан башҡа дәлилегеҙ юҡ. Мине "Башҡорт наҙан булған" тип кәмһетеп уҡыттығыҙ, ә ул ысынбарлыҡҡа тап КИЛМӘЙ!!!! http://r-nuriev.livejournal.com/667.html.
Ярай, шулай дауам итегеҙ. Уңыштар һеҙгә.

#144 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 02 Июль 2012 - 11:16

например в казахском языке: заказ - тапсырыс
на заказ - тапсырыс бойынша

Над этим словом постоянно думаю.
Возможно подойдет слово - алдырмыш. Заказ на продукты - ризыҡҡа алдырмыш. Или алдырым, по подобию йылдырым (ялағай - молния) - по-турецки. Такая форма словообразования у нас несколько подзабыта, хотя она сущестововала, например, төйөрөм генә. Осталась форма - алым, килем, төшөм.
Дать заказ на продукты - ризыҡҡа алдырым, алдырмыш биреү. Кто-то может сказать, конечно, мәғәнәһеҙ тәржемә. Дайте свои варианты, мәғәнәле, теүәл, урынлы булырлыҡ. Перевод - это же творчество. Примет народ, заживет слово, не примет - значит, слово придумано неудачно. Этого не надо бояться. Тел бит ҡатып ҡалған таш түгел, ул йәнле, туҡтауһыҙ хәрәкәттә, үҫештә, үҙгәрештә. Ҡайһы саҡ артҡа ла китеүе, тоҡорланыуы ла ихтимал. Уны йәшәтеү, үҫтереү, камиллаштырыу - беҙҙең бурыс

#145 Рөстәм Нурыев

 
Рөстәм Нурыев

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 106 сообщений
  • Интересы:"Ер йөҙөндеге, йыһандағы барлыҡ ғилем һәр кешенең туған телендә ирекле ҡулланыуҙа булырға тейеш" - тигән ҡарашлы донъя ирекмәндере ағымында ҡатнашыусы.
  • Ырыуым:Ҡошсо
  • Ораным:Салауат!
  • Ҡошом:Аҡҡош
  • Ағасым:Муйыл
 

Отправлено 02 Июль 2012 - 04:12

Над этим словом постоянно думаю.
Возможно подойдет слово - алдырмыш. Заказ на продукты - ризыҡҡа алдырмыш. Или алдырым, по подобию йылдырым (ялағай - молния) - по-турецки. Такая форма словообразования у нас несколько подзабыта, хотя она сущестововала, например, төйөрөм генә. Осталась форма - алым, килем, төшөм.
Дать заказ на продукты - ризыҡҡа алдырым, алдырмыш биреү. Кто-то может сказать, конечно, мәғәнәһеҙ тәржемә. Дайте свои варианты, мәғәнәле, теүәл, урынлы булырлыҡ. Перевод - это же творчество. Примет народ, заживет слово, не примет - значит, слово придумано неудачно. Этого не надо бояться. Тел бит ҡатып ҡалған таш түгел, ул йәнле, туҡтауһыҙ хәрәкәттә, үҫештә, үҙгәрештә. Ҡайһы саҡ артҡа ла китеүе, тоҡорланыуы ла ихтимал. Уны йәшәтеү, үҫтереү, камиллаштырыу - беҙҙең бурыс

Дөрөҫ Гүзәл апай.
Тағы бер алдырмыш. "Портал" һүҙен нисек башҡортлаштырырға була икән?

#146 g&g

 
g&g

    Дәрүиш

  • Форум ағзаһы
  • Pip
  • 6 сообщений
  • Ырыуым:Үҫәргән
 

Отправлено 11 Декабрь 2012 - 10:17

Мобильное устройство - мобиль ҡоролма?

#147 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 17 Декабрь 2012 - 02:51

Мобильное устройство - мобиль ҡоролма?

мобиль ҡорамал

#148 azamat_70

 
azamat_70

    Дәрүиш

  • Форум ағзаһы
  • Pip
  • 2 сообщений
  • Город:Салават
  • Ырыуым:Белмәйем
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 02 Май 2013 - 09:03

мин
сайтта яңы кеше-ҡағиҙәләрҙе йүнләп белмәйем инде, башҡорт теленә андроид,java программаларын тәржемә итә
алам -
әҙ генә ярҙам кәрәк ( 10-15 приложениялар тәржемә итеп ҡараным - телефонда урыҫ һүҙе ҡалманы:)) )

#149 Тискэре

 
Тискэре

    Башҡорт ханы

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 1 839 сообщений
  • Ырыуым:Белмәйем
 

Отправлено 04 Май 2013 - 07:15

Дөрөҫ Гүзәл апай.
Тағы бер алдырмыш. "Портал" һүҙен нисек башҡортлаштырырға була икән?


Заказ - алдырмыш булһа әгәр, заказывать нисек буласаҡ, алдырмышлау булырмы. Яңғырамай кеүек.




1 посетителей читают эту тему

0 пользователей, 1 гостей, 0 скрытых

Башфорум на Башпортале
BaShFoRuM