Перейти к содержимому




Башфорум находится по адресу; www.forum.bash-portal.ru
Фото

Радионан шулай тинеләр


  • Please log in to reply

13 ответов в этой теме

#1 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 06 Февраль 2012 - 08:21

Радионан шулай тинеләр, ти торғайны беҙҙең бер инәй. Уҡый-яҙа белмәгәс, уға радио ҙур авторитет ине. Йәне йәннәттә булғыры.
Ә шулай ҙа, радио бөгөн нимә ти, нисек һөйләшә?

Шуға һөйөнәм, дикторҙарҙың телмәрендә ишетелмәй хәҙер "тсинем", "битсинде" (бит инде тигәнде шулай еппәрәләр ине), дөрөҫ итеп, башҡортса Т әйтеп һөйләшәләр.

Көн дә радионан ошондай иғлан яңғырай: Тоҡомло бәрәңгене ниндәйҙер шунда кәзәгә алмаштырам! Ә бит Тоҡом һүҙе йән эйәләренә ҡарата ғына ҡулланыла, ә бер нисек тә үҫемлеккә түгел! Әллә, мәйтәм, бәрәңге лә йән эйәһенә әүерелгәнме икән хәҙер, ҡуңыҙ баҫыша торғас ;)

#2 Зайнулла Ырымбур

 
Зайнулла Ырымбур

    Мырҙа

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPip
  • 363 сообщений
  • Ырыуым:Күбәләк
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 12 Февраль 2012 - 08:46

Нисек итеп дөрөҫ әйтергә кәрәк һуң?

#3 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 09 Июнь 2012 - 08:15

Нисек итеп дөрөҫ әйтергә кәрәк һуң?

Мул уңыш бирә торған, һис юғы - юғары сифатлы, уңа торған...
Ә бына бөгөн йәнә бер мәғлүмәт ҡолаҡҡа ятманы

Башҡорт тоҡомло БАЛ ҠОРТО ҒАИЛӘҺЕ һаталар икән хәҙер! Ниңә сит телгә эйәрергә инде! Халҡыбыҙ борондан ҡорт тотҡан, бар серҙәрен белгән, хатта башҡа телдәрҙә булмаған төшөнсәләр күптән ҡалыплашҡан! Пчелосемья имештер -тота ла туранан-тура шуны ауҙарып ҡуялар. Ә бит ниндәй матур һүҙе бар - күс! Ул тап бына пчелосемья мәғәнәһе бирә лә инде.
Ә күпме әйтем мәҡәлдәр бар ошо һүҙгә бәйле!
Инә ҡорт ҡайҙа ҡунһа - күсе шунда ҡуныр
Күсле ил - көслө ил.

#4 Ябай башкорт

 
Ябай башкорт

    Бей

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPip
  • 365 сообщений
  • Ырыуым:Ҡыпсаҡ
 

Отправлено 10 Июнь 2012 - 04:30

"БАЛ ҠОРТО ҒАИЛӘҺЕ" :D :D :D

#5 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 11 Июль 2012 - 09:27

Бөгөн иртән "Юлдаш" әпәт "һөйөндөрҙө" - ҡайҙалыр бик ҡаты "икмәк һуғалар" икән! :(

Урыҫса иген хлеба тип әйтелә әлбиттә, әммә башҡортта икмәк - ул ондан йә онға нимәлер ҡушып бешерелгән ризыҡ!

Икмәкте һуҡһаң, типһәң, аяҡ аҫтына ташлаһаң - башыңа Хоҙай һуғыр, ти ине ҡарттар. Һуҡтырмайыҡ инде ғәзиз ризыҡты!

#6 Ирмәк

 
Ирмәк

    Бей

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPip
  • 386 сообщений
  • Ырыуым:Мең
  • Ораным:Байһоңғар!
  • Ҡошом:Ҡарсыға
  • Ағасым:Ҡайын
 

Отправлено 12 Июль 2012 - 10:19

Бөгөн иртән "Юлдаш" әпәт "һөйөндөрҙө" - ҡайҙалыр бик ҡаты "икмәк һуғалар" икән!


:lol: :lol: :lol: "Икмәк һуғырға" иртәрәк тугелме икән әлегә? Саҡ июль башы ғына бит әле.

#7 Ирмәк

 
Ирмәк

    Бей

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPip
  • 386 сообщений
  • Ырыуым:Мең
  • Ораным:Байһоңғар!
  • Ҡошом:Ҡарсыға
  • Ағасым:Ҡайын
 

Отправлено 12 Июль 2012 - 10:33


Көн дә радионан ошондай иғлан яңғырай: Тоҡомло бәрәңгене ниндәйҙер шунда кәзәгә алмаштырам! Ә бит Тоҡом һүҙе йән эйәләренә ҡарата ғына ҡулланыла, ә бер нисек тә үҫемлеккә түгел!


"Породистая картошка" тигәнде рус телендә лә ишеткәнем юҡ. "Порода" һүҙе унда ла хайуандарға ҡарата ғына ҡулланыла. Yҫемлектәргә ҡарата "сорт" һүҙен ҡуллана торғайнылар элек-электән. Высокосортный картофель. Юғары сортлы бәрәңге.

#8 hылыукай

 
hылыукай

    Мосафир

  • Форум ағзаһы
  • Pip
  • 17 сообщений
  • Ырыуым:Бөрйән
 

Отправлено 13 Июль 2012 - 02:27

кисэ Янылыктар тапшырыуынан "Суска комплексы" барлыгын белдем :blink: Бак тихэн, унда суска асрайзар икэн. :huh:

#9 Ирмәк

 
Ирмәк

    Бей

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPip
  • 386 сообщений
  • Ырыуым:Мең
  • Ораным:Байһоңғар!
  • Ҡошом:Ҡарсыға
  • Ағасым:Ҡайын
 

Отправлено 13 Июль 2012 - 08:02

кисэ Янылыктар тапшырыуынан "Суска комплексы" барлыгын белдем :blink: Бак тихэн, унда суска асрайзар икэн. :huh:


"Комплекс" тип яҡшы мехникалаштырылған һәм автоматлаштырылған ферманы атайҙар.

#10 CancaH

 
CancaH

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 705 сообщений
  • Город:Өфө
  • Интересы:төрлө-төрлө
  • Ырыуым:Тамъян
  • Ораным:Тутыя!
  • Ҡошом:Ҡарға
  • Ағасым:Ҡарағай
 

Отправлено 14 Июль 2012 - 12:12

"Комплекс" тип яҡшы мехникалаштырылған һәм автоматлаштырылған ферманы атайҙар.


Уныһы шулай ҙа ул…

Тик Һылыуҡайҙың аптырауының сәбәбе бөтөнләй икенсе юҫыҡта… «Сусҡа комплексы» - ул «комплекс свиньи» (как психическое явление).

«Сусҡасылыҡ комплексы» йә «сусҡа үрсетеү комплексы» тип әйтергә кәрәк ине радионан…

#11 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 20 Октябрь 2012 - 01:37

Ошо көндәрҙә Башҡортостан тураһында бер яңы йыр яңғыраны. Көйө лә, һүҙҙәре лә арыу ғына.
Әммә мине Һей Башҡортостан тип йырланыуы менән йыҡтылар!!! :angry:
Башҡа телдә, әлбиттә, был йыш осрай. Әммә бит үҙ телебеҙ үҙенсәлектәрен оноторға ярамай!

#12 АК-74

 
АК-74

    Тархан

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPip
  • 537 сообщений
  • Ырыуым:Табын
 

Отправлено 20 Октябрь 2012 - 11:33

Бәлки ул башҡорт телен белмәйҙер? Йырсыны әйтәм.

#13 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 01 Ноябрь 2012 - 07:30

Ваҡыты-ваҡыты менән " белгестәр былай эшләргә саҡырмайҙар" кеүек һүҙбәйләнештәр килеп сыға. Бөгөн иртән генә әле шуға оҡшашты ишетеп ҡалдым.Ғәмәлдә - белгестәр былай эшләмәҫкә саҡыра, тип әйтергә теләй автор. Әммә саҡыра һүҙе лә урынлы түгел, өндәй - урынлыраҡ. Йәки, хәл артыҡ киҫкен булмағанда, - белгестәр былай эшләмәҫкә кәңәш итә. Призывать һүҙен саҡырыу тип тәржемәләү касафаты был.

#14 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 19 Декабрь 2012 - 08:40

ВКонтактела минең төркөмдәрҙә башҡорт һәм татар телдәрен яҡшы белгән Юто Һишияма тигән япон егете бар. Башҡорт теленең яңғырашын Ашҡаҙар һәм Юлдаш радиоһы тапшырыуҙары аша өйрәнәм, тип яҙҙы миңә. Был хаҡта башҡалар ҙа әйткәне бар. Вячеслав Чернев Ырымбурҙа башҡорттарҙың тыуған телдә бик әҙ аралашыуын яҙып, мин башҡорт радиоһы һәм телевидениеһы аша тере телде тыңлайым, өйрәнәм, тигәйне.
Был радио, телевидениеның ситтә йәшәгәндәр, башҡорт телен өйрәнгәндәр өсөн дөрөҫ һөйләшеү эталоны булырға тейешлеген йәнә бер раҫлай.
Гәзит түгел дәһә, ҡайта-ҡайта хатаны ҡарай алмайҙар, әйттең - осто, тип уйлау бик ҙур яңылышлыҡ! Хәҙер архивтарҙы ла тыңлайҙар бит. Хаталар ҡайта-ҡайта ҡабатлана тора.




1 посетителей читают эту тему

0 пользователей, 1 гостей, 0 скрытых

Башфорум на Башпортале
BaShFoRuM