Перейти к содержимому




Башфорум находится по адресу; www.forum.bash-portal.ru

Кис йүгереү


  • Please log in to reply

115 ответов в этой теме

#1 ҠунаҡЛиә_*

 
ҠунаҡЛиә_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 18 Апрель 2012 - 02:54

Ағиҙел йылғаһының, төрлө үҫемлектәрҙең хуш еҫтәре менән һуғарылған спорт майҙаны бар Салауат Юлаев янында. Кис шунда йүгерә башланым. Оҙаҡ йыйынғандан һуң, бер көн тәүәкәлләнем шул :) Күктә бер гәлсәрҙәй яҡты йондоҙ йылмая. Салауат батыр һаҡта тора. Шундай матур күренеш унда. Гел генә йүгереп йөрөү әлегә арыта, шуға күрә туҡтап, йондоҙға һәм Салауатҡа ҡарап, физкультура эшләп алам. Йүгереүселәр ҙә байтаҡ. Былтыр форумсы ҡыҙҙар менән йүгерергә, тип хыялланған инек, килеп сыҡманы. Килегеҙ, ваҡыт табып. Бергә йүгереүе күңеллерәк булыр ине :)

#2 CancaH

 
CancaH

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 705 сообщений
  • Город:Өфө
  • Интересы:төрлө-төрлө
  • Ырыуым:Тамъян
  • Ораным:Тутыя!
  • Ҡошом:Ҡарға
  • Ағасым:Ҡарағай
 

Отправлено 19 Апрель 2012 - 08:47

Башлаған эшең мәслихәт. Мин дә йүгергән булам. Тик һинән бер аҙ ситтәрәк - Ғафури паркы буйлап. Парк тигәс тә, урман инде... Урман булғас, ел дә юҡ. Серәкәйҙәр мәле етте- Түгел түҙеп торорлоҡ...

#3 ҠунаҡЛиә_*

 
ҠунаҡЛиә_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 19 Апрель 2012 - 09:17

Ғөмүмән, тәбиғәтте күҙәтеү өсөн бик уңайлы урын унда. Иртәнсәк барһаң, ҡоштар донъяһына ҡунаҡҡа барып ҡайтҡандай булаһың. Үҙенсәлекле тауыш сығарып һайраған ҡошто ишетеп, янына барһам, һары түшле трясогузка булып сыҡты. Аҡ түшлеһе күберәк осрай уның. Тик һары түшлеһенә ҡарағанда әллә ни күп йырламай. Китаптарым янымда түгел. Аҡ һәм һары трясогузканың тәржемәләрен яҙа алмайым әлегә. Ҡоштар үҙ эштәре менән мәшғүл. Бер ҡошсоҡ ҙурыраҡ ҡоштоң төшөп ҡалған мамығын тикшерә ине, үҙ ояһына, балаларына түшәк итеп алып ҡайтырға уйланы шикелле. Күгәрсендәр тау башынан дельтаплан кеүек осоп төшөп аптыраттылар. Күргәнем юҡ ине. Ҡарға, үҙенсә "тәртип урынлаштырыпмылыр", ҡаты итеп өндәшеп, ары осоп китте. Ә бер көнө мин ҡала урамында, тротуар ситендә үҫеп ултырған бер ағаста һандуғасты осраттым. Бик асыҡ ҡына күренеп ултыра ине ул. Һомғол буйлы, һоро ғына ҡошсоҡ моңло итеп, матур һайраны. Тәбиғәттән күҙҙе спорт майҙанына күсерәйек әле. Кисә йүгереүселәр тағы ла күберәк булды. Йүгереүселәр генә түгел, төрлө төркөмдәр ни менәндер шөғөлләнә ине. Берәүҙәр ниндәйҙер көнсығыш көрәшенең хәрәкәттәрен үлән өҫтөндә өйрәнә, икенселәре башҡорт йырына аэробика менән шөғөлләнә, өсөнсөләре түңәрәккә тороп бәләкәй генә тупты бәрешеп уйнай. Шулай уҡ күп кенә кешеләр тау битләүендәге йәш ылыҫлы ағастар төбөнә ултырып, ошо күренештәрҙе күҙәтеп, ял итеп ултыра ине. Бына шулай ял итә, спорт менән шөғөлләнә икән хәҙер йәштәр. Салауат Юлаев янын шулай матур итеп эшләгәндәре өсөн Рәхмәт кенә әйтергә ҡала. Кис болотло буды. Барыһы ла ямғыр көтә. Етмәһә, ҡайҙандыр төтөн еҫ килә ине. Бөгөн, Алла бирһә, ямғыр яуһын инде.

#4 ҠунаҡЛиә_*

 
ҠунаҡЛиә_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 19 Апрель 2012 - 09:29

Башлаған эшең мәслихәт.
Мин дә йүгергән булам.
Тик һинән бер аҙ ситтәрәк -
Ғафури паркы буйлап.
Парк тигәс тә, урман инде...
Урман булғас, ел дә юҡ.
Серәкәйҙәр мәле етте-
Түгел түҙеп торорлоҡ...

Яңы күреп ҡалдым
Яҙғаныңды шиғырлап.
Тик был темала ла
Шулай яҙышабыҙмы?
Рәхмәт һиңә, беренсенән,
Йылы юлдарың өсөн.
Берәй заман күмәкләшеп
Йүгерергә яҙһын, тим.

#5 CancaH

 
CancaH

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 705 сообщений
  • Город:Өфө
  • Интересы:төрлө-төрлө
  • Ырыуым:Тамъян
  • Ораным:Тутыя!
  • Ҡошом:Ҡарға
  • Ағасым:Ҡарағай
 

Отправлено 19 Апрель 2012 - 11:22

Трясогузка - сәпсек. Аҡ һәм һары сәпсектәр бар. Башҡа турғайҙан айырмалы, йүгереп йөрөйҙәр (хас беҙ инде!), һикермәйҙәр. Шулармы?

#6 CancaH

 
CancaH

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 705 сообщений
  • Город:Өфө
  • Интересы:төрлө-төрлө
  • Ырыуым:Тамъян
  • Ораным:Тутыя!
  • Ҡошом:Ҡарға
  • Ағасым:Ҡарағай
 

Отправлено 19 Апрель 2012 - 01:24

Аҙна элек кенә әле Урманда ҡар бар ине. Тумыртҡа-ҡарғанан башҡа Бер генә ҡош юҡ ине. Хәҙер килеп урман тулды Турғай, һандуғас менән. Тумыртҡа,ҡарға юҡ. Әммә Тынғы бирмәй серәкәй. Бөгөн - йүгерә торған көн. Торам әле аптырап - Һыуыҡ һыу ғына бар өйҙә, Йылы һыуҙы яптылар. Эш тағы ла хөртәйә бит, Әгәр ҙә ямғыр яуһа - Йыуынаһы... һәм йыуаһы, Кейем-фәлән бысранһа.

#7 ҠунаҡЛиә_*

 
ҠунаҡЛиә_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 19 Апрель 2012 - 09:24

Трясогузка - сәпсек. Аҡ һәм һары сәпсектәр бар. Башҡа турғайҙан айырмалы, йүгереп йөрөйҙәр (хас беҙ инде!), һикермәйҙәр. Шулармы?

Аҡ сәпсектең генә йүгергәнен күргәнем бар, ә бына һарыһының - юҡ. Ул ултырғанда һәр ваҡыт ҡыбырлап ултыра. Исеме лә ана шунан инде. Тәржемә өсөн рәхмәт :)
Бөгөн мин дә йүгерергә сыға алманым. Эштәр булып, һуңға ҡалдым. Иртәгә күберәк йүгерермен инде.

#8 CancaH

 
CancaH

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 705 сообщений
  • Город:Өфө
  • Интересы:төрлө-төрлө
  • Ырыуым:Тамъян
  • Ораным:Тутыя!
  • Ҡошом:Ҡарға
  • Ағасым:Ҡарағай
 

Отправлено 20 Апрель 2012 - 11:05

Ә бына мин кис йүгерҙем. Ямғыры ла яуманы. Һөйөнөстөң көйөнөсө - Эҫе һыу ҙа булманы... Һыуыҡ һыуҙа йыуынғанға Ауырып киттем, буғай. Иртә менән баш ауырта, Бер нәмә ашап булмай...

#9 Кужа-Левашовка

 
Кужа-Левашовка

    Башҡорт ханы

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 2 757 сообщений
  • Город:г.Уфа
  • Интересы:история, философия, этнология, политика
  • Ырыуым:Һалйот
  • Ораным:Барлас!
  • Ҡошом:Көйөлдө
  • Ағасым:Көйөрөс
 

Отправлено 20 Апрель 2012 - 11:14

Ағиҙел йылғаһының, төрлө үҫемлектәрҙең хуш еҫтәре менән һуғарылған спорт майҙаны бар Салауат Юлаев янында.

Давно тебя не видела. Теперь знаю где можно с тобой встретиться.

#10 ҠунаҡЛиә_*

 
ҠунаҡЛиә_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 20 Апрель 2012 - 11:26

Ураааа. Приходите, будем вместе бегать и делать физкультуру. Я сегодня утром бегала, аж вспотела. В такую погоду заниматься в помещении физкультурой считаю большим упущением. Завтра вечером не смогу(пригласила сестер в театр). В воскресенье вечером сможете прийтти? Там такая красота.

#11 Кужа-Левашовка

 
Кужа-Левашовка

    Башҡорт ханы

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 2 757 сообщений
  • Город:г.Уфа
  • Интересы:история, философия, этнология, политика
  • Ырыуым:Һалйот
  • Ораным:Барлас!
  • Ҡошом:Көйөлдө
  • Ағасым:Көйөрөс
 

Отправлено 20 Апрель 2012 - 01:35

Ураааа. Приходите, будем вместе бегать и делать физкультуру. Я сегодня утром бегала, аж вспотела. В такую погоду заниматься в помещении физкультурой считаю большим упущением. Завтра вечером не смогу(пригласила сестер в театр). В воскресенье вечером сможете прийтти? Там такая красота.

посмотрим на обстоятельства. В принципе мы каждый вечер выводимся на прогулку. Дочь по третьему разу идет гулять. И будем бегать за ней. )))

#12 ҠунаҡЛиә_*

 
ҠунаҡЛиә_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 20 Апрель 2012 - 02:29

посмотрим на обстоятельства. В принципе мы каждый вечер выводимся на прогулку. Дочь по третьему разу идет гулять. И будем бегать за ней. )))

Договорились :)

#13 ҠунаҡЛиә_*

 
ҠунаҡЛиә_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 20 Апрель 2012 - 02:38

Ә бына мин кис йүгерҙем.
Ямғыры ла яуманы.
Һөйөнөстөң көйөнөсө -
Эҫе һыу ҙа булманы...
Һыуыҡ һыуҙа йыуынғанға
Ауырып киттем, буғай.
Иртә менән баш ауырта,
Бер нәмә ашап булмай...


Әле генә күрҙем яңы хәбәреңде. Баш минең дә ауыртып алды. Бер аҙ ел һуҡты, булһа кәрәк. Етмәһә, һыуыҡ һыу менән йыуынғанһың һин. Яйлап сынығылыр, тип уйлайым. Бәлки, һауа торошо алмашыныу сәбәпселер. Аспирин ул саҡта ярҙам итә. Тик ас ҡарынға түгел. Шулай булғас, алдан берәй нәмә әҙ генә булһа ла ашарға тура киләсәк :) Баш ауыртыуы ебергәс, артабан күҙ күрер... Бәлки, барыһынан да (йүгереүҙән дә) ял итеп, арыуланып алырға кәрәк булыр. Ауырыма :)

#14 ҠунаҡЛиә_*

 
ҠунаҡЛиә_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 20 Апрель 2012 - 03:12

Как только появлялась возможность, летом всегда рвалась к реке. На севере с мужем совмещали бег и купание. После купания на северной реке тело аж горело. И у себя на Родине, в деревне, спускались с горы на речку, когда гостили у сестры. А, когда у брата гостим, то не приходится этого делать, потому что родной дом находится на подножии горы. Даже когда подумаешь обо всем этом, становится хорошо. Предчувствие лета, леса и реки :rolleyes:

#15 CancaH

 
CancaH

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 705 сообщений
  • Город:Өфө
  • Интересы:төрлө-төрлө
  • Ырыуым:Тамъян
  • Ораным:Тутыя!
  • Ҡошом:Ҡарға
  • Ағасым:Ҡарағай
 

Отправлено 20 Апрель 2012 - 03:55

Шәмбе көнө - минең өсөн мунса көнө. Минең кеүек сабыныусы булыр һирәк. Сырхауҙарҙан әгәр ҡотолайым тиһәм, Иртәгә үк һәйбәтләп сабыныр кәрәк. Ҡыш буйына, сабынғас та, тышҡа сығып, Ҡарҙа йыуына торған ғәҙәт бар ине. Был йәһәттән ни ҡылырға булмай белеп, Хәҙер эҫе...һыуыҡ түгел... ҡар ирене...

#16 ҠунаҡЛиә_*

 
ҠунаҡЛиә_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 20 Апрель 2012 - 04:29

Бер тас һыуыҡ һыу менән Ҡойонғайным, сабынғас. Бер аҙ кейенеп сыҡтым да Ергә баҫып, ҡойондом. Йәнем күккә остомо ни Донъя булды яп яҡты. Йылғаға сумғандан да, Ҡарға сумғандан да Көслөрәк була икән Баштан аша ҡойған һыуыҡ һыу :)

#17 CancaH

 
CancaH

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 705 сообщений
  • Город:Өфө
  • Интересы:төрлө-төрлө
  • Ырыуым:Тамъян
  • Ораным:Тутыя!
  • Ҡошом:Ҡарға
  • Ағасым:Ҡарағай
 

Отправлено 20 Апрель 2012 - 05:03

Сабынғас та, тышҡа сығып Тас менән ҡойонғансы, Йылғаға сумғаның лутсы. Ә ҡарға сумыуға инде Береһе лә етмәй, сөнки... Иң һыуығы - ул ҡар, Уға етә тау шишмәһе, Ә шунан - мунсалағы...

#18 ҠунаҡЛиә_*

 
ҠунаҡЛиә_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 20 Апрель 2012 - 05:12

Һыуыҡ һыуҙы мин унда Мунсанан бит алманым. Алдан ултыртып ҡуйҙым Соланына мунсаның. Көнө буйы ултырып Ул боҙло кеүек булды. Бына шуны яҙырға Оноттом бит мин бая. Ә булды ул яҙ көнө, Ҡар иреп, аға ине :)

#19 ҠунаҡЛиә_*

 
ҠунаҡЛиә_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 20 Апрель 2012 - 08:06

Филь харакяти баракатун - Движение-это жизнь.
Восточная мудрость


Из древней Эллады до нас дошли прекрасные слова, высеченные на камне:
«Если хочешь быть сильным — бегай, хочешь быть красивым — бегай, хочешь быть умным — бегай».


Нашла интересную страницу http://idealbody.org/threads/%D0%91%D0%B5%D0%B3-%D0%BF%D0%BE-%D1%83%D1%82%D1%80%D0%B0%D0%BC-%D0%9F%D0%BE%D0%BB%D1%8C%D0%B7%D0%B0-%D0%B1%D0%B5%D0%B3%D0%B0-%D1%82%D1%80%D1%83%D1%81%D1%86%D0%BE%D0%B9-%D0%9A%D0%B0%D0%BA-%D0%BF%D1%80%D0%B0%D0%B2%D0%B8%D0%BB%D1%8C%D0%BD%D0%B0-%D0%B1%D0%B5%D0%B3%D0%B0%D1%82%D1%8C-%D0%9E%D0%BF%D0%B8%D1%81%D0%B0%D0%BD%D0%B8%D0%B5-%D0%BD%D0%B5%D0%BA%D0%BE%D1%82%D0%BE%D1%80%D1%8B%D1%85-%D0%B0%D1%81%D0%BF%D0%B5%D0%BA%D1%82%D0%BE%D0%B2.486/

#20 Дедеманн

 
Дедеманн

    Башҡорт ханы

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 474 сообщений
  • Ырыуым:Ырыуһыҙмын
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 21 Апрель 2012 - 10:57

Филь харакяти баракатун - Движение-это жизнь.
Восточная мудрость

хэрэкэттэ бэрэкэт




2 посетителей читают эту тему

0 пользователей, 2 гостей, 0 скрытых

Башфорум на Башпортале
BaShFoRuM