Перейти к содержимому




Башфорум находится по адресу; www.forum.bash-portal.ru

Кис йүгереү


  • Please log in to reply

115 ответов в этой теме

#21 ҠунаҡЛиә_*

 
ҠунаҡЛиә_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 21 Апрель 2012 - 11:03

хәрәкәттә бәрәкәт

На башкирском языке

#22 ҠунаҡЛиә_*

 
ҠунаҡЛиә_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 24 Апрель 2012 - 07:44

Кисә кис Гөлнара(Кужа) менән йүгергән арала бәләкәс ҡыҙҙары Нәркәс атайы менән (беркут) тимер баҫҡыстан күтәрелергә, төшөргә өйрәнде. Бигерәк һыу ярата икән - фонтан һыуына тартылып тик торҙо. Баланың иң теремек сағы. Ысынлап та, атайы менән әсәйе уның артынан йүгерә торған ваҡыт:) Ысын мәғәнәлә. Туйғансы һөйләшеп тә, йүгереп тә, бәләкәсте күреп тә ҡайтылды кисә. Ә күктә яңыраҡ тыуған ай күренде. Бәләкәс кенә болон сәскәләре атҡан ине. Зәңгәр, һары. Муйыл сәскәләрен дә күрҙем. Бөркөттөң яҙғанына ышандым :) Беҙҙең форумдың йәштәре менән йыш күрешәбеҙ. Уҡсы(Айрат) һәм Юлсы(Ришат) велосипед, ролик, самокат прокатында эшләйҙәр кисен. Ҡыҫҡаһы, бик күңелле унда. Кисә олораҡ йәштәгеләр ҙә күп йүгерҙе, ролик та ла йөрөнө. Ә бер көнө вертолет ултырҙы стадионға. Бушлай кино ҡараған кеүек булынды. Кешеләрҙең йөҙөндә аптыраулы йылмайыу. Бер ҡыҙыҡай аптырауын йәшерә алмайынса, миңә: "Улай ҙа була икән..." - тип ҡуйҙы.
Прилетел вдруг волшебник
В голубом вертолете
И бесплатно показал нам кино.

Йүгереүгә килгәндә, төрлө кеше төрлөсә йүгерә. Йүгерәк батырҙарҙан алып атлап ҡына йөрөүселәргә тиклем бар. Кисә ике егет иғтибарҙы йәлеп итте. Береһе күптән йүгерә шикелле, икенсеһе беренсе көн генә сыҡҡан. Шулай булыуға ҡарамаҫтан улар бер туҡтауһыҙ тиерлек йүгерҙеләр. Етмәһә, йүгергәндә һәр ваҡыт һөйләштеләр. Күптән йүгергәне яңы йүгереүсегә кәңәштәр бирә ине. Ихлас һөйләшәләр ине инде. Шәп йүгергән ваҡытта артыҡ күп һөйләшергә ярамай икәнен белмәйҙәр ине шикелле. Тын алыу ритмы күҙ уңынан сыға һәм боҙола, тип уҡығайным.

#23 Кужа-Левашовка

 
Кужа-Левашовка

    Башҡорт ханы

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 2 757 сообщений
  • Город:г.Уфа
  • Интересы:история, философия, этнология, политика
  • Ырыуым:Һалйот
  • Ораным:Барлас!
  • Ҡошом:Көйөлдө
  • Ағасым:Көйөрөс
 

Отправлено 24 Апрель 2012 - 02:15

Туйғансы һөйләшеп тә, йүгереп тә, бәләкәсте күреп тә ҡайтылды кисә.

Мне тоже понравился физкультвечер! Среди бегущих и простошагающих узнала доктора философских наук! ))) Хорошее место для вечернего моциона.

#24 Танат

 
Танат

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 118 сообщений
  • Ырыуым:Табын
  • Ораным:Салауат!
  • Ҡошом:Ҡарағош
  • Ағасым:Ҡарағас
 

Отправлено 24 Апрель 2012 - 02:42

Ә бер төркөм башҡорт йәштәре көндәлек тиерлек Матросов паркында йүгерә. Бәйләнештә "Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух" тигән төркөмдә йыйылып сығалар реаль тормошҡа))) Йүгереп алғас, ултырып йырлашып та алалар, ғөмүмән спорт менән бергә йәмле аралашыу ҙа килеп сыға! Ҡушылығыҙ! :rolleyes:

Сәләмәт тормош өсөн! ;)

#25 CancaH

 
CancaH

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 705 сообщений
  • Город:Өфө
  • Интересы:төрлө-төрлө
  • Ырыуым:Тамъян
  • Ораным:Тутыя!
  • Ҡошом:Ҡарға
  • Ағасым:Ҡарағай
 

Отправлено 24 Апрель 2012 - 02:58

...атлап ҡына йөрөүселәргә тиклем...

Атлап йөрөүселәр ҙә йүгереүселәр исемлегендәме ни?

...төрлө кеше төрлөсә йүгерә...

Хаҡ һүҙ. Нәҡ өҫтөнә баҫтың. Шуға ла аңлашылмай:

... Шәп йүгергән ваҡытта артыҡ күп һөйләшергә ярамай икәнен белмәйҙәр ине шикелле. Тын алыу ритмы күҙ уңынан сыға һәм боҙола, тип уҡығайным.

"Шәп йүгереү" - һәр кемдең үҙ үлсәме. Һинең шәп йүгереүең минең өсөн яйҙыр.
Һәр кем үҙ халәтенә ҡарап йүгерә. Һөйләшәләр, тимәк, һөйләшә алырлыҡ йүгерәләр.
Тын алыу көсөргәнешле була башлаһа, теләйһеңме-юҡмы, йә йүгереүҙе бөтөнләй туҡтатаһың, йә яйыраҡ йүгерә башлайһың. Хатта атлауға күсәһең.

#26 kara-eget

 
kara-eget

    Башҡорт ханы

  • Егет
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 1 883 сообщений
  • Интересы:История
  • Ырыуым:Көҙөй
  • Ораным:Тәңре!
  • Ҡошом:Ыласын
  • Ағасым:Имән
 

Отправлено 24 Апрель 2012 - 03:01

Cнег занимает еще больше половины поверхности,по утрам заморозки, но уже к обеду ослепительное солнце говорит о весне.Изредка можно в окно увидеть зайца-беляка.Стоит ему остановится -тут же сливается с фоном.

#27 ҠунаҡЛиә_*

 
ҠунаҡЛиә_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 24 Апрель 2012 - 06:53

Cнег занимает еще больше половины поверхности,по утрам заморозки, но уже к обеду ослепительное солнце говорит о весне.Изредка можно в окно увидеть зайца-беляка.Стоит ему остановится -тут же сливается с фоном.

Ослепительный белый свет северной весны в солнечную погоду, когда еще лежит снег, опасен для глаз. Фотохромные очки темнееют сильнее на севере, когда выходишь на улицу в солнечную погоду. Берегите глаза B)

#28 ҠунаҡЛиә_*

 
ҠунаҡЛиә_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 24 Апрель 2012 - 07:00

Ә бер төркөм башҡорт йәштәре көндәлек тиерлек Матросов паркында йүгерә. Бәйләнештә "Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух" тигән төркөмдә йыйылып сығалар реаль тормошҡа))) Йүгереп алғас, ултырып йырлашып та алалар, ғөмүмән спорт менән бергә йәмле аралашыу ҙа килеп сыға! Ҡушылығыҙ! :rolleyes:

Сәләмәт тормош өсөн! ;)

Бына һеҙ ҡайҙа икән. Афарин.

#29 ҠунаҡЛиә_*

 
ҠунаҡЛиә_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 24 Апрель 2012 - 07:15

Атлап йөрөүселәр ҙә йүгереүселәр исемлегендәме ни?

Ике һөйләм ялғай белмәй,
Тигәндәре мин булдым.
Ә шулай ҙа һөйләшергә
Йүгергәндә ярамай :)

#30 Танат

 
Танат

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 118 сообщений
  • Ырыуым:Табын
  • Ораным:Салауат!
  • Ҡошом:Ҡарағош
  • Ағасым:Ҡарағас
 

Отправлено 25 Апрель 2012 - 08:44

Бына һеҙ ҡайҙа икән. Афарин.


Эйе, Лиә апай, беҙ шунда, сөнки парк ҙурыраҡ булғас йүгереүе уңайлыраҡ! Бәләкәй түңәрәкте урап хәл бөтә вит :lol:
Ағиҙел буйына төшөп тә йүгерергә мөмкин! ;)

#31 CancaH

 
CancaH

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 705 сообщений
  • Город:Өфө
  • Интересы:төрлө-төрлө
  • Ырыуым:Тамъян
  • Ораным:Тутыя!
  • Ҡошом:Ҡарға
  • Ағасым:Ҡарағай
 

Отправлено 25 Апрель 2012 - 09:18

Йылдың матур миҙгеле, тип,
Әй, шатлана бер һандуғас!..
Тәбиғәтем уянды, тип,
Әй, дәртләнә бер һандуғас!..
Ҡояш үҙенең нурҙарын,
Үҙ йылыһын өләшә, тип,
Эй, кешеләр! Һәр бер тыуған
Көнгә һөйөнөп йәшә, тип,
Гөл сәскәләре атҡанда
Күңелдәргә шатлыҡ өҫтәп,
Был форумда бер һандуғас
Үҙенең моңдарын тирҙе -
...Ул да булһа Лиә ине...

#32 ҠунаҡЛиә_*

 
ҠунаҡЛиә_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 25 Апрель 2012 - 09:35

Рәхмәт, Тыуған ере бер сәпсеген ҡабул иткәс :)

#33 CancaH

 
CancaH

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 705 сообщений
  • Город:Өфө
  • Интересы:төрлө-төрлө
  • Ырыуым:Тамъян
  • Ораным:Тутыя!
  • Ҡошом:Ҡарға
  • Ағасым:Ҡарағай
 

Отправлено 25 Апрель 2012 - 09:50

Ауыҙыңа бал да май!
Матур булайым, тиһәң,
Йүгереүҙе ташламай
Йүгер ҙә йүгер, Лиә!

#34 kara-eget

 
kara-eget

    Башҡорт ханы

  • Егет
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 1 883 сообщений
  • Интересы:История
  • Ырыуым:Көҙөй
  • Ораным:Тәңре!
  • Ҡошом:Ыласын
  • Ағасым:Имән
 

Отправлено 25 Апрель 2012 - 09:52

Йылдың матур миҙгеле, тип,
Әй, шатлана бер һандуғас!..
Тәбиғәтем уянды, тип,
Әй, дәртләнә бер һандуғас!..
Ҡояш үҙенең нурҙарын,
Үҙ йылыһын өләшә, тип,
Эй, кешеләр! Һәр бер тыуған
Көнгә һөйөнөп йәшә, тип,
Гөл сәскәләре атҡанда
Күңелдәргә шатлыҡ өҫтәп,
Был форумда бер һандуғас
Үҙенең моңдарын тирҙе -
...Ул да булһа Лиә ине...

От яицких степей до северных морей
Солнце восходит из-за гребня Урала
За восходом восход - приходит весна

#35 CancaH

 
CancaH

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 705 сообщений
  • Город:Өфө
  • Интересы:төрлө-төрлө
  • Ырыуым:Тамъян
  • Ораным:Тутыя!
  • Ҡошом:Ҡарға
  • Ағасым:Ҡарағай
 

Отправлено 25 Апрель 2012 - 10:23

Йүгереп алғас, ултырып йырлашып та алалар, ғөмүмән спорт менән бергә йәмле аралашыу ҙа килеп сыға!


Әгәр ҙә шиғарығыҙ "Сәләмәт тормош өсөн" икән, спорт менән шөғөлләнеүҙән дә бигерәк, физкультура менән дуҫ булығыҙ, тип әйтке килә. Үҙем спорт ярыштарын ҡарайым, әлбиттә, әммә... Физкультура менән шөғөлләнеү яғындамын, спорт менән түгел.
Дөрөҫ, һеҙҙең йүгереүҙән һуң йырлашып алыуығыҙға ҡарағанда, һеҙ ҙә физкультуранан ары китмәгәнһегеҙ шикелле... :rolleyes:

#36 urshak

 
urshak

    Аҡһаҡал

  • Тел һаҡсыһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 845 сообщений
  • Ырыуым:Мең
  • Ораным:Алас!
  • Ҡошом:Ҡарсыға
  • Ағасым:Ҡайын
 

Отправлено 25 Апрель 2012 - 11:01

Осонсо кон иртэн сэгэт хигзенсе яртыла мин дэ шул Салауат хэйкэле астындагы стадионга сыгып йугереп алгайным. Шуныхы кызык, демограф буларак эйтэм, йугурэ башлаганда егеттэрзэн мин бер узем инем хэм дурт кызыкай, биште урагас баскыстан менгэ башлаганда артка караным: минэ остэлеп бер холдэ егет сыгып пенсионерса юрта ине хэм 8 кызыкай, тимэк ыснува 4 тапкырга кызлар эуземерэк. Егеттэр йоклай! Йоколары тэмле булхын инде. Былай булха, демография гына тугел, илебеззен язмышында катнашамай гомеребеззе йоклап уткэрербез, аллам хаклахын. Лиэ менэн тулыхынса килешэм. Айырыуса иртэн тороп йугереу шэп. Йугергэндэн хун онотмагыз баскыстан оскэ ук менергэ, боттары янып катканса.))) тигэн:

#37 ҠунаҡЛиә_*

 
ҠунаҡЛиә_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 26 Апрель 2012 - 08:32

Иртә менән йүгереү яҡшыраҡ кеүек. Һауа ла сафыраҡ, аяҡтар ҙа арымаған, кеше лә әҙерәк, урамда машиналар ҙа.
Кис йүгергән ир-егеттәр менән ҡатын-ҡыҙҙарҙың күләмен сағыштырып ҡарағанда бер тигеҙерәк күренә.
Тимәк, күбебеҙ иртәнге тәмле йоҡоно нығыраҡ ярата. Айырыуса, ир-егеттәр. Уршак, һиңә ҙур 5 ҡуйырға була. Афарин.

#38 Кужа-Левашовка

 
Кужа-Левашовка

    Башҡорт ханы

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 2 757 сообщений
  • Город:г.Уфа
  • Интересы:история, философия, этнология, политика
  • Ырыуым:Һалйот
  • Ораным:Барлас!
  • Ҡошом:Көйөлдө
  • Ағасым:Көйөрөс
 

Отправлено 26 Апрель 2012 - 08:59

Осонсо кон иртэн сэгэт хигзенсе яртыла мин дэ шул Салауат хэйкэле астындагы стадионга сыгып йугереп алгайным.

Для здоровья не полезно бегать по утрам! Для просыпающегося организма это стресс. Врачи рекомендуют с утра делать зарядку "до легкой испарины". А основные физические нагрузки, в том числе и бег, после 17.00. Это самое оптимальное время для организма.
Один товарищь все студенчество бегал с 7 утра. Встречаю его лет через 10. Из стройного и подтянутого он превратился в толстого и расплывшего. Оказывается из-за бега по утрам посадил сердце, врачи поставили какой то диагноз. Короче он теперь "сердечник". А мы ведь ему говорили!

#39 ҠунаҡЛиә_*

 
ҠунаҡЛиә_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 26 Апрель 2012 - 09:49

Тимәк, кис йүгереү хәйерлерәк. Кисә мин бер кругты туҡтамайынса ғына йүгереп үтә алдым. Уртаса темпта инде. Бер ҡаҙанышым бар, тип ҡыуана алам. Ҡайтҡан саҡта тауҙан менергә тырышам, баҫҡыстан түгел. Тимер тимер инде ул. Бер кеше хатта дорожканан түгел, уның ситендәге сиҙәмдән йүгерә. Аяҡҡа ла йомшаҡ. Тимер тигәндәй, бөгөн стадионға бысҡы алып барырға тура килер инде. Сөнки сиҙәмдә бер тимер арматураның осо ҡурҡыныс булып сығып тора. Тартып ҡарағайным, көс етерлек түгел, тәрәндә ята икенсе осо.

#40 CancaH

 
CancaH

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 705 сообщений
  • Город:Өфө
  • Интересы:төрлө-төрлө
  • Ырыуым:Тамъян
  • Ораным:Тутыя!
  • Ҡошом:Ҡарға
  • Ағасым:Ҡарағай
 

Отправлено 26 Апрель 2012 - 10:55

Көн һайын йүгерергә булып киттеңме? Ай-һа-а-ай... Хатта мин көн аша йүгерәм. Дөрөҫ, ул шөғөлгә бер сәғәттәй ваҡытым китә. Һәм йүгерәм мин кис, эштән ҡайтҡас та. Бер ваҡытта ла иртәнсәк йүгереүҙе хуп күрмәнем. Һәм йүгерәм мин, әйткәнемсә, урманда. Ул яҡтан мин уңдым, әлбиттә - асфальт буйлап йүгереү түгел инде.




0 посетителей читают эту тему

0 пользователей, 0 гостей, 0 скрытых

Башфорум на Башпортале
BaShFoRuM