Перейти к содержимому




Башфорум находится по адресу; www.forum.bash-portal.ru
Фото

Видеокамера кәрәкме?


  • Please log in to reply

1 ответов в этой теме

#1 admin

 
admin

    Бэтман!!! =)

  • Admin
  • 4 802 сообщений
  • Город:Уфа
  • Ырыуым:Үҫәргән
  • Ораным:Туҡсаба!
  • Ҡошом:Торна
  • Ағасым:Миләш
 

Отправлено 25 Апрель 2012 - 08:58

Башкирская газета "Йәшлек" начинает видеоконкурс. На приз - видеокамера!

http://www.ye02.ru/images/konkurs.jpg
Эһе-һей, юмористар, Хужа Насретдиндар, Ерәнсә сәсәндәр, алдаҡсылар һәм көлөп-йылмайып донъяны йәмләүселәр! «Хужа беҙҙең арала» исемле интернет-конкурс иғлан итергә булдыҡ. Шарты ябай: һеҙҙән – мәҙәк, беҙҙән – бүләк. Тик, өс генә «тик»: мәҙәк хәлдәр кемдеңдер күңелен ҡырырлыҡ булмаһын һәм бар донъяға билдәле анекдоттар баҫмаһын ине бәйгене, өсөнсөһе-мөһиме – мәҙәкте камера алдына ултырып һөйләйһегеҙ ҙә бына ошо биткә шул видеояҙмағыҙҙы һалаһығыҙ инде. Тик башҡортса ғына. Ауыл мәҙәктәре, ҡушаматтар, лаҡаптар, ғаилә көләмәстәре булһа тағы ла шәп.
Көләмәс тә эсте ҡатырырлыҡ, һөйләүсе лә йығылғансы көлдөрөрлөк булһа, улар еңеүгә дәғүә итә ала. Ә бүләк шәп – видеокамера! Айырым көләмәстәрҙе театрлаштырып күрһәтеүселәр табылһа, уларға бер тағы ла маладис тибеҙ.
Аңлашылдымы? Ҡуҙғалдыҡ, улайһа.
Юлға төшөр алдынан бер мәҙәк.
Бер әбейҙең улы мәрйә килен алып ҡайта. Аш-һыу яғына мәрйә оҫта булһа ла, ҡарсыҡтың яратҡан ризығы – ҡоймаҡты ҡоя белмәгән. Әбей киленен ҡоймаҡ ҡойорға өйрәтмәксе була. Ә үҙе урыҫса икмәк-тоҙлоҡ та һупаламай. Мейес янына киленен ымлап саҡырып килтергән дә, ҡыҙған табаға ҡоймаҡлыҡ шыйыҡ ҡамырҙы һалып күрһәтеп, былай тип әйтә икән:
– Шажт иттереп һалғански ҙа шап иттереп алғански...
Ҡыҫҡаһы, башланыҡ, шажт иттереп һалабыҙ, шап иттереп алабыҙ. Тик бик төйөрлө булмаһын инде, йәмәғәт.

http://vk.com/event37775117

#2 admin

 
admin

    Бэтман!!! =)

  • Admin
  • 4 802 сообщений
  • Город:Уфа
  • Ырыуым:Үҫәргән
  • Ораным:Туҡсаба!
  • Ҡошом:Торна
  • Ағасым:Миләш
 

Отправлено 31 Май 2012 - 03:15

Бер штук видеокамера! Йәки 2 штук...




1 посетителей читают эту тему

0 пользователей, 1 гостей, 0 скрытых

Башфорум на Башпортале
BaShFoRuM