Перейти к содержимому




Башфорум находится по адресу; www.forum.bash-portal.ru
Фото

Есть ли в Башкортостане настоящие башкирские деревни?


  • Please log in to reply

17 ответов в этой теме

#1 ИЛЬДУС

 
ИЛЬДУС

    Дәрүиш

  • Форум ағзаһы
  • Pip
  • 2 сообщений
 

Отправлено 11 Май 2012 - 04:27

Как вновь почувствовать себя башкиром на собственной Родине? Неужели только в качестве туриста? Хочется жене и дочери показать то, что давно потерял...

#2 CancaH

 
CancaH

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 705 сообщений
  • Город:Өфө
  • Интересы:төрлө-төрлө
  • Ырыуым:Тамъян
  • Ораным:Тутыя!
  • Ҡошом:Ҡарға
  • Ағасым:Ҡарағай
 

Отправлено 11 Май 2012 - 04:59

Интересно, как можно показать то, что давно потеряно? Оно же потеряно...
...Остается один путь - начать поиск.

#3 kara-eget

 
kara-eget

    Башҡорт ханы

  • Егет
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 1 883 сообщений
  • Интересы:История
  • Ырыуым:Көҙөй
  • Ораным:Тәңре!
  • Ҡошом:Ыласын
  • Ағасым:Имән
 

Отправлено 11 Май 2012 - 08:28

Не обязательно быть в башкирской деревне,чтобы чувствовать себя башкиром на собственной Родине.Если живешь на Урале,то пейзажи скал и лесов,названия рек и гор напоминают о родной земле,хоть башкирских аулов в данной местности может и не быть уже несколько столетий.

#4 Timur-Amir

 
Timur-Amir

    Башҡорт ханы

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 1 874 сообщений
  • Город:Уфа
  • Интересы:История
  • Ырыуым:Табын
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 12 Май 2012 - 10:36

Немного не понял понятие «башкирская деревня», вернее не понял в чем проблема. Ездил недавно в родную деревню: 231 человек, 100% башкир (по всем переписям: от ревизских сказок до последних переписей). Просто съездите в родную деревню: ощутите себя и башкиром, и услышите от аксакалов многое о прошлом.

#5 CancaH

 
CancaH

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 705 сообщений
  • Город:Өфө
  • Интересы:төрлө-төрлө
  • Ырыуым:Тамъян
  • Ораным:Тутыя!
  • Ҡошом:Ҡарға
  • Ағасым:Ҡарағай
 

Отправлено 12 Май 2012 - 11:21

Как говорится, "не зная броду не суйся в воду" - т.е. мы не знаем брода. Очень мало входных данных (какие-то невразумительные), чтобы на выходе иметь вразумительные ответы.

#6 Рөстәм Нурыев

 
Рөстәм Нурыев

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 106 сообщений
  • Интересы:"Ер йөҙөндеге, йыһандағы барлыҡ ғилем һәр кешенең туған телендә ирекле ҡулланыуҙа булырға тейеш" - тигән ҡарашлы донъя ирекмәндере ағымында ҡатнашыусы.
  • Ырыуым:Ҡошсо
  • Ораным:Салауат!
  • Ҡошом:Аҡҡош
  • Ағасым:Муйыл
 

Отправлено 14 Май 2012 - 09:39

Ә мин үҙемде ҡайҙа ла башҡорт итеп тоям. Ауылда ла, ҡала ла. Шуның өсөн был һорауҙың мәғәнәһенә төшөнә алмайым. Берҙән, "башҡорт ауылы" төшөнсеһе һеҙҙеңсә нимәне аңлата? Минең уйымса, (фән буйынса ла шулай буғай) ауылға нигеҙ һалыусылар башҡорт булһа - ул башкорт ауылы була. Һеҙ шулай уйлайһығыҙмы? Әгәр икенсе мәғәнәлә булһа, аңлатып китегеҙ. Икенсенән, "Ысын" һәм "ысын түгел" төшөнсеһен дә айырып әйтеп китегеҙ, зинһар. Бындай билдәһеҙ һорауҙар, билдәле бер яуап алып өсөн бирелә (анкета-һорау төҙөү белгесе булараҡ әйтәм). Сөнки, һәр бер "әйе" яуабын "юҡ" тип инҡар итергә була. Үҙегеҙе эҙләүегеҙҙә уңыштар.

#7 Ishtak

 
Ishtak

    Башҡорт ханы

  • Тел һаҡсыһы
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 2 280 сообщений
  • Город:Өфө
  • Ырыуым:Табын
  • Ораным:Салауат!
  • Ҡошом:Ҡарағош
  • Ағасым:Ҡарағас
 

Отправлено 17 Май 2012 - 08:30

Как вновь почувствовать себя башкиром на собственной Родине? Неужели только в качестве туриста? Хочется жене и дочери показать то, что давно потерял...

Если нужно только временно почувствовать себя башкирским гостем среди родных башкир, то достаточно побывать в доброй башкирской семье в гостях. Хорошо, если там будут петь, играть немного на баяне и угощять национальными блюдами. Прекрасно, если хозяева ещё смогут показать обычаи и обряды связанные с различными событиями. Потом можно выйти и погулять по двору и деревенским окресностям с гидом из коренных, знающим хотя бы местную топонимику.

Другое дело, если есть желание приобщиться к национальному менталитету, образу жизни и национальной философии. Тогда, нужно так сказать "погружение с отрывом от производства". Тут имеющихся реальных вариантов и проводников уже не так много. Нужен знающий "места" и людей человек, который сможет организовать такое погружение. Ощущения и впечатления будут совершенно различными! Всё зависит от уровня заинтересованности и способности воспринимать информацию начиная от первоначальных контрастных зрелищных впечатлений и вплоть до сакральных тайн из истории народа. Можно много ездить "по гостям" и ничегошеньки не понять, а можно за одну ночь у костра в чистом поле стать "хранителем духа своих предков"...
На нашем форуме уже есть опыт подобных "петешествий во времени" и пространстве. И все мы желаем всем остальным успехов в этом прекрасном стремлении!

#8 Ябай башкорт

 
Ябай башкорт

    Бей

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPip
  • 365 сообщений
  • Ырыуым:Ҡыпсаҡ
 

Отправлено 17 Май 2012 - 02:34

Әгәр ауылда халыҡ үҙ-ара башҡортса аралашһа һәм был ауылда башҡорт культураһы өҫтөнлөк итһә- тимәк был башҡорт ауылы була. Әйтәйек, ҙур башҡорт ауылдары Сәйетбаба (Ғафури районы), Маҡар( Ишембай районы) Тәүәкән, Теләүембәт, Хоҙайбирҙе(Бесәнсе), Юлдыбай, Бикбулат, Мораҙым - Күгәрсен районында. Айырым билдәләре: мәктәптә балалар үҙ-ара башҡортса аралаша, магазинда, ауыл советында, медпунктта башҡортса һөйләшәләр,йыйылыштар, байрам саралары башҡорт телендә үтә(райондан килгән "культуралы" түрәләрҙе иҫәпкә алмағанда), эшләп торған мәсете була, сиркәү булмай. :P

#9 Рөстәм Нурыев

 
Рөстәм Нурыев

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 106 сообщений
  • Интересы:"Ер йөҙөндеге, йыһандағы барлыҡ ғилем һәр кешенең туған телендә ирекле ҡулланыуҙа булырға тейеш" - тигән ҡарашлы донъя ирекмәндере ағымында ҡатнашыусы.
  • Ырыуым:Ҡошсо
  • Ораным:Салауат!
  • Ҡошом:Аҡҡош
  • Ағасым:Муйыл
 

Отправлено 17 Май 2012 - 03:32

Әгәр ауылда халыҡ үҙ-ара башҡортса аралашһа һәм был ауылда башҡорт культураһы өҫтөнлөк итһә- тимәк был башҡорт ауылы була. Әйтәйек, ҙур башҡорт ауылдары Сәйетбаба (Ғафури районы), Маҡар( Ишембай районы) Тәүәкән, Теләүембәт, Хоҙайбирҙе(Бесәнсе), Юлдыбай, Бикбулат, Мораҙым - Күгәрсен районында. Айырым билдәләре: мәктәптә балалар үҙ-ара башҡортса аралаша, магазинда, ауыл советында, медпунктта башҡортса һөйләшәләр,йыйылыштар, байрам саралары башҡорт телендә үтә(райондан килгән "культуралы" түрәләрҙе иҫәпкә алмағанда), эшләп торған мәсете була, сиркәү булмай. :P

Тимәк, "культуралы" түрәләре күп булған башҡорт ауылдарын, "ысын" тигән төшөнсәнән мәхрүм итебеҙме? Элек ерле һөйләштере әҙәби башҡорт теленә тура килмәгән көнбатыш башкорттарын шулай мәхрүм иткәйнеләр. Былай барһа башҡорт ҡ ҡалырмы икән? Минең фекер: Башҡорт "ысын" йәки "яһалма" була алмай. Башҡорт - башҡорт ҡына була ала.

#10 CancaH

 
CancaH

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 705 сообщений
  • Город:Өфө
  • Интересы:төрлө-төрлө
  • Ырыуым:Тамъян
  • Ораным:Тутыя!
  • Ҡошом:Ҡарға
  • Ағасым:Ҡарағай
 

Отправлено 17 Май 2012 - 04:14

Минеңсә, ошо урында туҡтатһағыҙ ҙа булалыр.
Рөстәм Нурыев әйтте бит инде:

...Берҙән, "башҡорт ауылы" төшөнсеһе һеҙҙеңсә нимәне аңлата? ..."Ысын" һәм "ысын түгел" төшөнсеһен дә айырып әйтеп китегеҙ, зинһар. Бындай билдәһеҙ һорауҙар, билдәле бер яуап алып өсөн бирелә (анкета-һорау төҙөү белгесе булараҡ әйтәм). Сөнки, һәр бер "әйе" яуабын "юҡ" тип инҡар итергә була.

Теманы башлаған иптәштең юғалыуына ҡарағанда, уны кемдеңдер нимәлер яҙыуы бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай. Ярай, донъяһы теүәлдер - кешене бимазалап ултырмайыҡ.
Атыу хәҙер әңғәмә фәлсәфә һатыу, кикрек киреүгә китәсәк. Ә һуңынын ҡомдан арҡан ишеү башланасаҡ.

#11 Ябай башкорт

 
Ябай башкорт

    Бей

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPip
  • 365 сообщений
  • Ырыуым:Ҡыпсаҡ
 

Отправлено 17 Май 2012 - 11:46

Тимәк, "культуралы" түрәләре күп булған башҡорт ауылдарын, "ысын" тигән төшөнсәнән мәхрүм итебеҙме? Элек ерле һөйләштере әҙәби башҡорт теленә тура килмәгән көнбатыш башкорттарын шулай мәхрүм иткәйнеләр. Былай барһа башҡорт ҡ ҡалырмы икән? Минең фекер: Башҡорт "ысын" йәки "яһалма" була алмай. Башҡорт - башҡорт ҡына була ала.

Аңламаның.(Бәлки аңламаған булып ҡыланаһың) Райондан килгән "культуралы" башҡорт түрәләре урыҫса һөйләй йыйылышта! :P
Мин ҡайҙа көнбайыш һөйләше тураһында һүҙ алып барҙым әле? Ҡайһы урында мин ысын һәм яһалма башҡорттар тураһында һүҙ алып барҙым, башҡорттарҙы бер-береһенә ҡаршы ҡуйҙым?! Нишләп мин яҙмағанды миңә приписывать итәһең? Ә мин һинең тел төбөңдө яңы аңланым. Һинеңсә культуралылар улар татар теллеләр булып сыға, ә башҡорт теллеләр ҡырағай :D Теманы аҫтыртын маҡсат менән башлағанһың икән улай булғас. Компромисс тураһында фәлсәфәгә ышыҡланып татар теленә дәүләт теле статусы биреүҙе нигеҙләп пропаганда алып барыусы татар милләтселәре төркөмөнәнме әллә һин?

#12 ИЛЬДУС

 
ИЛЬДУС

    Дәрүиш

  • Форум ағзаһы
  • Pip
  • 2 сообщений
 

Отправлено 23 Май 2012 - 12:15

Как говорится, "не зная броду не суйся в воду" - т.е. мы не знаем брода. Очень мало входных данных (какие-то невразумительные), чтобы на выходе иметь вразумительные ответы.


Вы правы, входные данные у меня действительно "невразумительные". Маловразумительной, на мой взгляд, была и моя жизнь. Когда-то играл на курае (кстати, он до сих пор висит на стенке, весь потрескавшийся и никому не нужный), когда-то пел песни на башкирском языке, когда-то знал башкирский язык, когда-то говорил на нём... А сейчас ловлю себя на мысли, что живу какой-то ненастоящей жизнью, придуманной и оторванной от реальности. Но мозг пытается ухватиться за что-то истинно ценное, осязаемое... Возможно, поэтому и захотелось мне напиться ледяной родниковой воды в том самом ауле, где я когда-то провел свое детство... А мне говорят, что не стоит, потому что он превратился в обыкновенный дачный поселок... Вот и не знаю, что делать, мать похоронена на Южном кладбище в Уфе, отец - на Северном, ну а я, видимо, буду лежать где-то на Кавказе...

#13 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 23 Май 2012 - 07:17

Аңламаның.(Бәлки аңламаған булып ҡыланаһың) Райондан килгән "культуралы" башҡорт түрәләре урыҫса һөйләй йыйылышта! :P
Мин ҡайҙа көнбайыш һөйләше тураһында һүҙ алып барҙым әле? Ҡайһы урында мин ысын һәм яһалма башҡорттар тураһында һүҙ алып барҙым, башҡорттарҙы бер-береһенә ҡаршы ҡуйҙым?! Нишләп мин яҙмағанды миңә приписывать итәһең? Ә мин һинең тел төбөңдө яңы аңланым. Һинеңсә культуралылар улар татар теллеләр булып сыға, ә башҡорт теллеләр ҡырағай :D Теманы аҫтыртын маҡсат менән башлағанһың икән улай булғас. Компромисс тураһында фәлсәфәгә ышыҡланып татар теленә дәүләт теле статусы биреүҙе нигеҙләп пропаганда алып барыусы татар милләтселәре төркөмөнәнме әллә һин?

Рөстәм Нурыев, киреһенсә, туған телебеҙҙе башҡортса Википедия аша донъяға танытып, ҙур эштәр башҡарыусы ир азаматтарының береһе. Тел бөтә лә , тел бөтә тип аҡырынып ултырғансы, беҙҙең "ватанпәрүәр"ҙәребеҙгә ҡулынан килгәнен эшләргә тырышырға кәрәк. Йәштәр интернетта ултыра хәҙер. Улар инеп уҡырлыҡ башҡортса ресурстар булдырыу, донъяның һәр мөйөшөнән инеп милләтебеҙ, республикабыҙ тураһында мәғлүмәттәр ала алыуын хәстәрләйек, бына уның кеүек. Уның тел төбөндә һис тә татар теллеләргә, башҡа ырыуҙыр-диалекттырҙарға бүлеү юҡ, киреһенсә, берләштерергә, бүлгеләмәҫкә саҡырыу ята.

#14 Кельтский тип

 
Кельтский тип

    Мосафир

  • Форум ағзаһы
  • Pip
  • 17 сообщений
  • Город:Уфа
  • Интересы:Бухгалтерия
  • Ырыуым:Мең
  • Ораным:Алас!
  • Ҡошом:Ҡарсыға
  • Ағасым:Ҡарағас
 

Отправлено 23 Май 2012 - 09:26

Каждый выбирает свою жизнь сам. Жена и дочь, последствия твоего выбора, сами кому угодно могут продемонстрировать самобытность, уникальность: вязание, валяние, вышивку, шитье, аппликации, кулинарные традиции того народа, в котором они сформировались. Речь, привычка мыть одно ..... после туалета. Ага, + множество сказок, песен, поговорок. Историй, произошедших в роду, что стоит помнить. Если этого нет, то - действительно потерял. Как всегда, недооценивают женщин. Кстати, без местных в чужие, неродные земли не суйся: даже на Родине невидимый дух леса надавал мне "уроков", одна гуляла.

#15 инсафлы

 
инсафлы

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 224 сообщений
  • Ырыуым:Сәнкем-Ҡыпсаҡ
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 23 Май 2012 - 04:19

Илдус,ғаиләңде алып ҡайтып Бөрйән,Хәйбулла,Баймаҡ райондарында ял итһәң,ҡыҙыңды ла башҡорт егете менән таныштырыр инең.Ә, бәлки,ҡоҙа-ҡоҙағыйлы ла булыр инең.Бүтәндәр үпкәләмәһен,минеңсә,ошо райондарҙа башҡорттоң ихласлылығы,башҡортлоғо һаҡланып ҡалған.Ә Хәйбулла районының Йәнтеш ауылы бөтөнләй һушты алды.Унда,әйткәндәй,яҡында ғына санаторий бар,тик әйтә алмайым ғаилә менән ял итеп буламы икәнен.Уныһын,кәрәк булһа,интернет аша белешә алаһығыҙ инде.

#16 admin

 
admin

    Бэтман!!! =)

  • Admin
  • 4 802 сообщений
  • Город:Уфа
  • Ырыуым:Үҫәргән
  • Ораным:Туҡсаба!
  • Ҡошом:Торна
  • Ағасым:Миләш
 

Отправлено 24 Май 2012 - 03:53

Илдус,ғаиләңде алып ҡайтып Бөрйән,Хәйбулла,Баймаҡ райондарында ял итһәң,ҡыҙыңды ла башҡорт егете менән таныштырыр инең.

Элеееек, чат, форум яңы асылған саҡта Эстониянан бер эстон ҡыҙы инә торған ине. Атайым башҡорт ти. Ни разу в Башкирии не была. Но очень интересуюсь, хочу побывать тип. Һуңынан атаһы ла инде, исеме Ильдус ине. Ҡатыны матур эстон ҡыҙ(кстати, һуңынан ул да инеп аралашып ала торған ине ҡыҙ күрмәгәндә))) ) Башҡортостандан киткәнемә күп йылдар, һирәк ҡайтам, быйыл бына ҡайтырға ине тип яҙҙы... Ҡыҙына күрһәткеһә килә ине Башҡортостанды...
Шул йылды ҡайттылар, тик миңә бер ниндәй хәбәр килмәне...
Ильдус ағайҙың ҡыҙы ғына һуңынан шулай тип әйтте..

Хатта ярҙам итке килә шулай туған яҡтарын һағынып һөйләп, балаларына күрһәтергә теләгән кешеләргә...
Телен онотҡан, балаларын башҡортсаға өйрәтмәгән. Ләкин был уны башҡортлоҡтан ситкә этәреп, Башҡортостан - тыуған ерем тип йөрөгән кешене ситләтеү булырға тейеш түгел..
Былай ҙа ярты Башҡортостан үҙҙәренең телен онотоп бара...

Башкирский чат 2 (16:25:19 24/05/2012)
(Не_от_мира_сего) Колдун, я башкирка полу русская)

Колдун (16:25:34 24/05/2012)
а-а-а
в чекмагуше татар много. потому я и подумал

Башкирский чат 2 (16:26:15 24/05/2012)
(Не_от_мира_сего) я в чекмагуш недавно переехала) но татарский знаю) пришлось узнать х)

Башкирский чат 2 (16:36:55 24/05/2012)
(Не_от_мира_сего) (4629) у нас в чекмагуше башкир не очень любят :(

Башкирский чат 2 (16:36:59 24/05/2012)
..::БашисТ::.. Не от мира. Зато в южной башкирии татарам жить не дают

Башкирский чат 2 (16:40:11 24/05/2012)
(Не_от_мира_сего) вот из за неравенства я и не часто на башкирском) на русский привыкла, ток в школе

Башкирский чат 2 (16:41:49 24/05/2012)
..::БашисТ::.. Твоя**. У меня своя башкирская нация есть , я свою нацию люблю , а остальные хоть пусть в космос улетят , мне на них нейтрално


Был Ильдус икенсе кешелер. Әммә күпме кешеләр ошолай итеп һағынып ҡайталар. Тик ата-әсәләре үлгән, туғандары ҡатнашмағас - юғалып бөткән - ҡайҙ барһындар инде?!

#17 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 24 Май 2012 - 06:15

Тел белмәүҙең сәбәптәре төрлө булыуы мөмкин. Әммә телен белмәһә лә милләтен яратҡан, милләттәштәренә ярҙам итергә тырышҡан, ситтә лә башҡорт бәҫен күтәреп йөрөгән кешеләрҙе беләм. Улар бар! Телде ауылда үҫеү арҡаһында яҡшы белгән ( һулаған һауаһы башҡорт теле булып та белмәһә инде!), әммә милләт өсөн ҡыл да ҡыбырҙатмау түгел, милләтте хурлыҡҡа төшөрөрлөк эштәр ҡылыусыларҙы ла беләм. Улар ҙа бар! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы! Шунан сығып, ошондай фекер тыуа - иң әүүәл кәрәк нәмә - ИМАН тигән. Бөйөк Аҡмуллабыҙ һүҙе менән әйткәндә...

#18 admin

 
admin

    Бэтман!!! =)

  • Admin
  • 4 802 сообщений
  • Город:Уфа
  • Ырыуым:Үҫәргән
  • Ораным:Туҡсаба!
  • Ҡошом:Торна
  • Ағасым:Миләш
 

Отправлено 30 Май 2012 - 12:45

Ғәфү итсе, нигеҙем!..

Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ярһыуын өҫтөн күреп, бар эш, мәшәҡәттәремде алыҫҡараҡ ҡуйҙым да, ял алып, тыуған яҡҡа юл тоттом. Эшем үтә талапсан, вазифам юғары: бар нәмә ете ҡат уйлауҙы, ныҡлы ҡарарға килеүҙе талап итә. Был тормошта кешегә артыҡ ышаныу ҙа ҡурҡыныс, шуға бар йөктө тилбер генә үҙем тарта бирәм. Һәр нәмәнең үҙ урыны, үҙ ҡиммәте лә ул. Әммә бар булмышымды хеҙмәткә бағышлағанмын. Ғаиләмде лә яҡшылап күрмәйем, ә балалар ҡайһы аралалыр үҫеп буй еткергән. Башлы-күҙле булып өлгөргән. Хәҙер инде иркен фатирыбыҙ ейән-ейәнсәрҙәрҙең шат тауышына күмелеп тора. Их, ғүмерҙәрҙең ярыштарҙа сапҡан аттай елеүе!
Ауылымдан сығып китеүемә күпме ваҡыт үтеп тә киткән… Ул саҡта мин яңы мыйыҡ үҫтерә башлаған, киләсәккә бер аҙ ҡурҡып та, сикһеҙ хыялланып та ҡараған егет инем әле. Үтә дыуамал булғанмын шул: ун йыллыҡ белемемде, әсәйҙең бер төйөнсөк күстәнәсен, эшкә саҡырған уҡытыусымдың хәтһеҙ үпкә һүҙҙәрен йөкмәп, Мәскәү һынлы Мәскәүгә сыҡ та кит, имеш. Ауыл еренән ҡоро хыялдарын йүгәнләп килгән йәш кешегә баш ҡаланың иҫе китәме ни: әйләнеп ҡараманы, ыжламаны ла. Яҙмыш иһә ҡотор ҙо, шашынды: ялҡынында, ташҡынында тәгәрәтеп-тәгәрәтте, һынауҙары менән йөҙәтте, был бер һыныр, тип көттө. Юҡҡа булды шул өмөттәрең! Һынманым, бөгөлмәнем, киреһенсә, һәр типкеләгәне һайын сәмләнеп, алға ынтылдым. Шулай итмәй: быуынымда күпме батыр ғүмере, күпме аҫыл шәхес. Минең бирешеүемде улар ғәфү итер инеме? Мәскәүҙә тапҡан яңы дуҫтарымдың рухи көсөмә иҫе китер ине: әллә ҡайҙан, ете тау, ете диңгеҙ аръяғынан килеп сыҡҡан да, тыныс ҡына үҙ ауылында йәшәп ятаһы урын­ға, тамырҙары береккән мәскәүҙәр менән типә-тиң булып тормош көтөргә, ул ғына ла түгел, сит ерҙә еңеүсе булып сығырға тырыша, имеш.
Затым затлы, ырыуым ырыҫлы минең. Ҡартатайым (атайҙың олатаһы) бик данлы, мөһабәт кеше булған, тиҙәр. Үҙен күрергә яҙмаһа ла, бәләкәй сағымда уны әкиәт батырылай күҙ алдына килтерә торғайным. Ул бала саҡ хыялдарыма ҡартәсәйҙең һөйләгәндәре нигеҙ булып торғандыр инде. Ауылда ғына түгел, бар районға, хатта район аръяғына даны таралған, хөрмәт ҡаҙанған ағинәй ине ҡартәсәй. Ағинәй. Ил инәһе… Күҙҙәре аяҙ күк йөҙөләй зәңгәр ине уның. Күңеле яралылар уның ҡарашынан яҡлау, өмөт тапты; гонаһлылар күтәрелеп ҡарарға ҡыйманы. 14 йәшендә генә килен булып төшкән ҡартәсәйемдең бар һөйләгәне – мөғжизәле әкиәт, бар эштәре – сихәт, бар теләгәне киләсәккә алтын асҡыс булды. Ҡартатайым тураһында айырыуса уйсанланып, хисләнеп һөйләр ине. Ул ваҡытта зәңгәр күҙҙәре нисектер моңһоуланып, хатта көлһыу төҫ алғандай тойолдо. “Ҡартатайың дан кеше булды. Кеше тиеүе аҙ, әүлиә. 14 йәшемдә генә мине кәләш итеп алды ла ҡайтты. Мин ни, бала ғына бер зат, ата-әсә ҡосағынан тәүгә айырылғас, башта үкһеп-үкһеп иланым. Унан, ҡартатайыңдың хан һарайылай йортон яйлап тикшерергә керештем. Һәр мөйөшө, һәр бүрәнәһе яҡын тойолдо миңә − бына ғәжәп! Ҡартатайың иһә миңә теймәне, ҡағылманы, көслөк менән яулау мөмкин түгеллеген аңлағандыр инде.
Унан “дан һарай”ымдан урамға сыға башланым. Ауыл кескенә булһа ла, йәштәш ҡыҙҙарым байтаҡ икән! Улар менән танышып алғас, донъям түңәрәкләнде: көн дә улар янына уйнарға ашығам. Шулай бер көн, әхирәттәрем менән “әсәй-бәпәй” уйнағанда, бер ҡыҙ: “Ә һин иреңә ҡасан бәпәй бүләк итәһең?” – ти. Был һорауҙы әкәмәт күреп, көлдөм дә ебәрҙем: “Кейәүгә сыҡҡас, бүләк итермен әле!” – тим. Ә теге ҡыҙ ныҡыш: “Һуң, ирең бар бит һинең, − тип яуаплай, − үҙе ир менән икәүҙән-икәү генә йәшәп ята, үҙе кейәүҙә икәнен дә белмәй!” Был һүҙҙәргә үпкәләп, ҡайтҡансы иланым. Унан, өй алдындағы ҡарағай артына йәшенеп, ихатала утын ярып йөрөгән ҡартатайыңа оҙаҡ ҡарап торҙом: шундай киң яурынлы, беләктәре ташып, уйнап тора. Кешеләр араһында ла мөһабәт, олпат үҙе. Шул саҡ йөрәгемде нимәлер телеп үткәндәй тойолдо. Шул тойғонан айнып киттем дә, тиҙ генә сәс-битемде һыйпаштырып, өйгә атылдым. Өҫтәл янында торған батмандан бер сүмес айран һоҫоп алдым да, ҡартатайыңа сығарып бирҙем. Уның миңә һоҡланып та, иркәләп тә ҡарауынан ҡолаҡтарыма тиклем ҡыҙыллыҡ йүгерҙе… Шул көндән урамға уйын тип сабыуымды ҡырҡа туҡтаттым…” – ҡартәсәйҙең һүҙҙәре әле булһа ҡолаҡта сыңлап ҡала кеүек. Ә машина тәҙрәһенә эйелеп ҡараған зәңгәр күк йөҙө уның күҙҙәреме ни: шул уҡ саф, ихлас, наҙлы… Балалыҡтан сығып етмәҫ элек үҙ ояһын ҡорған, ире өсөн таяныс та, кәңәшсе лә булырға өлгөргән шул ҡаҡса ғына ҡыҙ һөйгәненә биш аҫыл ир-егет, һылыуҙарҙан-һылыу дүрт ҡыҙ бүләк иткән… Сәсән телле, шифа һүҙле, алтын ҡуллы ине ул. Дөрөҫ юлдан яҙғандарҙы яңынан асылына ҡайтарҙы, күңеле имгәнгәндәргә сихәт өләште, сирлеләрҙе дауаланы…
Ата-әсә балаларына кешелеккә хас булған бар изге сифаттарҙы өләшә, тормош һынау ҙарында баҙап ҡалмаҫлыҡ рух тәрбиәләй. Бер олондан тармаҡланған баһадир ирҙәргә донъя күкрәтеп, тормош арғымағына атланып йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит… Ил алдында килеп тыуған ғәрәсәт – һуғыш упҡыны биш аҫыл егетте үҙ ҡосағына йолоп ала. Уларҙың иң өлкәне – атайым ғына башлы-күҙле булып, бер ир-егеткә, йәғни миңә ғүмер бирергә өлгөрә. Ҡартәсәйем шул ваҡыт ҡапыл шиңгән, һулыған кеүек булһа ла, күҙҙәренең утын юғалтмаған, ейән-ейәнсәр ҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре өсөн һаҡлаған. Эйе, уның һомғол буйлы, ҡамыш һынлы булыуын һөйләһәләр, аптырар инем. Сөнки ул минең янда һәр ваҡыт кескенә тойолдо. Ейән-ейәнсәрҙәрен, бүлә-бүләсәрҙәрен һәр ваҡыт үҙе тирәләй йыйып, өйөрөп ултырыр ине. Миңә ҡарата иһә айырыуса иғтибарлы булды. “Ошо баланан кеше сығыр, ошо малай остоғо данлар беҙҙең затты”, − тиер ине ул. Әсәйемдең көлөүен: “Аҡылдан шашҡан был әбей тип уйлама, килен. Беҙҙең затты дауам итеүсе берҙән-бер ир-егет ул хәҙер. Ҡыҙҙарым ни – күрше тауығы, аҫыл ҡоштарҙай оянан осоп сығыр ҙа бөтөрҙәр. Онотма минең һүҙҙәремде, ошо көндө иҫләр саҡтарығыҙ күп булыр”, − тип ҡырт киҫер ине.

"Йәшлек" сайтында аҙағы...




1 посетителей читают эту тему

0 пользователей, 1 гостей, 0 скрытых

Башфорум на Башпортале
BaShFoRuM