Перейти к содержимому




Башфорум находится по адресу; www.forum.bash-portal.ru
Фото

Йәшәргә тырышҡанда


  • Please log in to reply

2 ответов в этой теме

#1 Урала

 
Урала

    Юлдаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPip
  • 25 сообщений
  • Город:Өфө
  • Ырыуым:Бөрйән
  • Ораным:Аҡтуған!
  • Ҡошом:Бөркөт
  • Ағасым:Имән
 

Отправлено 19 Июнь 2012 - 11:07

Юҡтыр, юҡтыр… Әле булһа ла мөхәббәт юҡтыр, тип ҡабатлайым үҙ-үҙемә. Дөрөҫөн әйткәндә мөхәббәт бар ул, ә шәхсән минең мөхәббәт булманы…
Телефонымдың аудиояҙмаларында Айфара төркөмө “Ә бөгөн һинең туйҙы” йырлай. Йырлап ҡына ҡалмай, үҙәкте өҙә… Йөрәгем шәберәк ҡаға. Тиҙерәк, поезд тиҙерәк йүгер, мин дә инде иҫәр, ике йыл күрешмәгәндән һуң ҡырҙан ғына булһа ла бер минутҡа булһа ла күреп ҡалмаҫмынмы тип, эштән бушау менән күптән уйлап йөрөгән хыялдарҙы тормошҡа ашырырға тип, бөтә яңылышыуҙарҙы, упкә-рәнйеүҙәрҙе онотоп тыуған яҡтарға ҡарай ашығам.
Поез да мине аңлай күрәһең, ап-аҡ ҡына томан төшкән ялан-ҡырҙарын, йылға буйҙарын, тау-урмандарын бер туҡтауһыҙ алмаштырып алға саба. Йоҡлау юҡ, ошо саф ҡына томанға урап ирекһеҙҙән хыялдарым, бәхетле саҡтарыма барып тоташа. Бәхетле тием әле, хәйер, бәхет тураһында нимә беләм һуң ул мин?!. Барыбер, уның менән күңелле һәм рәхәт ине. Ул да томан яратты. Шунлыҡтан беҙ таңға хәтлем, ҡырҡ бәхәсләшеп, ҡырҡ ярашып тигәндәй томандарҙы таратып, йылға буйҙарынан, тау башынан ал таңдарҙы аттырмайса ҡайтып инмәй торғайныҡ.
Әле лә шул уҡ томан, мин аҙашҡан кешеләй, ҡайҙа барып төртөлөргә белмәй томан араһынан таңды йыртып поезд менән билдәһеҙ өмөт, билдәһеҙ хыялдарға ҡарай еләм. Шул уҡ мин, шул уҡ ул, һәм уныҡылар. Ә ул йоҡлайҙыр инде. Үҙе генә лә түгел, йән яртыһы, өҫтәүенә ҡосағында ике тамсы һыуҙай үҙенә оҡшаған кескәй малаҡайҙыр инде. Эй, донъяның ҡыҙығы, шул бала тураһында уйлаһам, күңелгә шундай тыныс булып китә. Үҙемдең йәшлек иҫәрлеге менән үпкәләп маташҡан әрнеүҙәргә, мөхәббәттә нимәлер аңларға тырышҡан мәғәнәһеҙ һорауҙарға яуап тапҡандай булам. Билдәһеҙлекте ауыҙлыҡлап, юҡҡа ғына ҡайтмағанмын икән.
Яуабы табылды эйе, яуабы уның хәҡиҡәт ине. Хәҡиҡәттең дә ниндәйе… Иң әсеһе…

Атайҙың ҡәберендә үҫкән аҡ ҡайын эйелгән башын минең эйелмәгән, эйе, эйелмәгән, юғары, ғорур башыма терәй. Аҡ ҡайындың ҡайғыһынан эйелгән ботаҡтарын ҡосоп иҫ белә башлағаны бирле, аунап та, тупрағын туҡмап та, күпме иланым ошо ҡәбер өҫтөндә.
Бөгөн юҡ, теүәл ике йыл элек килеп күренгәйнем атай ҡаршына. Илай алманым, өлкәнәйеүем шулдыр, тип әйтеп булмай. Өлкәнәймәнем, йөҙөнән шул уҡ балалар сырайы китмәгән көйөнсә ҡалдым мин. Ләкин тормош ҡына, ҡаҡҡыланы-һуҡҡыланы ла, хатта иң ҡәҙерле, изге әрүәх алдында ла таш йөрәкле булып ҡалырға өйрәтте. Етәр, кәмһенеп күпме үҙ-үҙеңде өҙгөләргә була. Бала саҡтан тиҫтерҙәрҙең, уларҙан бигерәк үҙҙәре лә шул уҡ атайһыҙ ҡалған бер туғандарымдың йәтим тиеп ҡыйырһытыуҙары артта ҡалды инде. Һәр береһенә артығы менән яуап ҡайтарырға өйрәндем.
Тик ошо ҡәбер өҫтөндә, бер ҡасан да мине ташламайым тип ант иткән егеттең ҡылыҡтарын ғына аңлап булмай әле һаман. Ул үҙе бит көсләшеп килтерҙе бында. Иң тәүҙә атайыңдың фатихаһын алайыҡ тине, тик мин генә нимәлер һиҙенгән кеүек булдым. Атайымды ғүмер буйы тере итеп күҙ алдына килтереп, тере кеше итеп һөйләшә инем бит. Шуға ни әйтергә белмәй оялдым да, һүҙһеҙ ҡалдым. Әле лә, ике йыл эргәһенә килмәгән өсөн атай алдында ғәфү үтенергә йыйынмайым, ғәфү үтенеп аҡланырға сәбәбәм юҡ минең… Нисә йыл инде бер-нисә метр ғына беҙҙән түбәндә ятып, кире ҡаҙып ҡаршыма һөйәтеп ултыртып ҡуйыр саҡтарым булды , бер генә тапҡыр:Ҡыҙым, тиеп әйткән һүҙҙәреңә зар-интизар тилмерҙем.. Ләкин һинең, береһенән-береһе бәләкәй ете бала менән, өҫтәүенә ҡорһаҡта мин, әсәйемде яңғыҙ ҡалдырып китеп барыуыңа беҙ ғәйепле түгел. Үҙең генә, үҙеңдең ауырыу икәнеңде белә тора тыйыла белмәй эскәнһең, үҙеңдең башыңа үҙең еттең. Ә ул көн минең тормош юлдашым булырға тейеш егет һинең ҡәберең өҫтөндә, мине йәлләгән ҡиәфәт менән ант итеп ултырыуы намыҫыма тейҙе.
Нимә өсөн бергә булмауыбыҙҙы аңлай алмайым тием, мин үҙ-үҙемде аңлай алмағанға күрәһең. Ғәрләндем шул, атай, үҙемдең атайһыҙ бала булыуымдан, һәм яратҡан егетемә лә был хаҡта әйтеп торманым, ситләштем…Өнһөҙ-тынһыҙ ғына ситләштем. Ситләшмәҫ тә инем, ҡапыл ғына кейәүгә сығып өлкән туғандарым хәлендә ҡалғым килмәне. Уларҙы ла бит йәшләй кейәүгә биргәндә, әсәйем кейәүҙәренең уҡытам, ҡыҙың уҡымышлы кеше буласаҡ тигән һүҙҙәренә ышанған. Биш апайымды алып, бер кейәүе әйткән һүҙендә торһасы… Шулай, мине лә уҡырһың, тинеләр… Әммә мин дөрөҫлөк күҙенә бик бәләкәй саҡтан ҡарап өйрәнгән булараҡ, ғәрлегем, асыуым, иң мөһиме, кешегә ышанмаусанлығым бергә килеп ҡушылды ла…. Бары тик ситләштем… яратҡан кешемдән дә, атайҙың мәңгелек йортонан да… Өлкән туғандарымдың, уҡымайса кейәүгә сығып әле бик хөрт тип әйтмәһәк тә, ыҙалап йәшәүҙәрендә, атай һинең дә, “Яратҡан кешеләрҙең дә” ғәйебе бар…
Ошо уйҙарҙы башымдан көсләшеп тә ҡыуып ебәрә алмай, тау башындағы атай ҡәберәнән биш йөҙ метрҙай ғына аралыҡта ятҡан олатай нигеҙе, атайҙың тәүге тәпәй баҫҡан ихатаһы, әсәйҙең килен булып төшкән тупһаһын күҙәтәм. Әле унда ғаиләһе менән бер туған апайым йәшәй. Ишек алды өс баланан гөр килеп тора. Баштарына ла килмәйҙер инде, бер төн буйы керпек тә ҡаҡмай һыҡранып-уйланып юлдан ҡайтып, олатайҙары ҡәбере янында был тормошта үҙ-үҙенә урын тапмай ыуарама килгән апайҙарының уларҙы күҙәтеп ултырғаны. Уйланып ултырыу. Был минең иң яратҡан шөғөлөм. Тик ошо уйланып ҡына ултырыу, эштең аҙағының нисек бөтөүөн генә күҙаллай алһа икән. Мин әлегә атай ҡәбере өҫтөндә уйланам. Ә инде кире район үҙәгенә һөйгәнемде осратырға тип барғас, бала саҡ дуҫымдың: “һине егетең менән алдап айырғандар, уларҙың әле һаман балалары юҡ-тигәнен ишетеп шаңҡыуҙар. Һиҙенгәйнем инде, тик яратҡан кешеңдән айырылыу ҡайғыһы шулай була икән тип уйлағайным, ә ул улай ғына ла түгел, һине алдағандарын йөрәгең менән һиҙмәй, яратҡан кешеңде икенсе ҡыҙ ҡулына тоттороп ебәреү тойғоһо булған икән. Ана шул ситләшеүҙән башланды барыһы ла. Юҡ ҡына һүҙҙәр өсөн бер-береңде аңламай бәхәсләшеүҙәр, аҡты-ҡара, ҡараны-аҡ, тиеүҙәр… Дуҫ-иштәрҙән ҡыҙғаныуҙар, бер-береңдең туған-тыумасаһын яратмауҙар… Эш ҙурға китте… Хәйер, шулай булдымы икән ул. Ысын күңел менән яратҡан кешеләр араһында бындай хәлдәрҙең килеп сығыуы икеле ине. Әммә, шулай итеп сәхнәләштереүҙәр барыбер килеп сыҡты. Бер көн килеп уны-быны аңламаған ғәйепһеҙ мөхәббәт күтәреп һуғылды. Беребеҙ бер юлдан китеүҙәр, икенсебеҙ бөтөнләй юл тапмай тороп ҡалыуҙар… Былай оҙаҡ та барманы.. Ул килде, беҙ бөтөнләй яңылышабыҙ, әйҙә, тормош юлын бергә атларға, тип ҡулын һуҙҙы… Ә миңә нимә ҡалмаған инде, башты юғалтып, яҙмышымды уның ҡулына ғына тапшырып ҡуймай.
Һаман шул, мин-минлек… Юҡ, улай ҙа түгел, уҡырға инәм, тигәс, инәм, тинем. Тағы ла, атай юҡлығы, ете балаһына әсәйҙең ыҙалап туй үткәреүе, иртә менән ғаилә ҡорғанлыҡтан төп йортҡа кәрәкле терәк-таяныс була алмауҙары, барыһы ла минең ҡыҙыу башҡа килде…Беҙҙең ғаилә күтәрә алмаған белем, камиллыҡ төшөнсәләрен үҙ-үҙемдә татығым да килде шул. Бөтә туғандарымдың өмөт-хыялдарын да үҙ иңем менән күтәрә алырҙай инем. Сыҡмайым, тинем, әммә был яратмайым тигән һүҙ түгел ине бит. Ул китте, саҡ ҡына ваҡыт үтеп, һыуынғас та, уның менән яңынан осрашыуҙар эҙләй башлағас та, ул тағын ҡаршымда пәйҙә булды. Ләкин бөтөнләй башҡа ҡиәфәттә ине. Элекке тәккәббер ҙә, юғары тонда һөйләүсе лә түгел. Башын иңбашыма һалып, һин нисек әйтәһең шулай була, мин саҡ ҡына һинән айырылып торған арала, икенсе менән йөрөнөм, балабыҙ була, тинеләр тине…Тинеләр, тине… Үҙенең һүҙе лә түгел ине, кеше әйткән уға был һүҙҙе. Тик эскерһеҙ, бала күңелле был олпат кәүҙәле егетте мин дә аңламаным. Бала етем булырға тейеш түгел, ул мотлаҡ атайлы булырға тейеш, тинем…. Ул был юлы мәңгелеккә китте. Киткеһе лә килмәй ине, ышанманыҡ икебеҙҙә, тик тәҡдир ул шулай икән ул. “Бала атайлы, булырға тейеш, аң-белемгә ынтылғандар мотлаҡ уҡырға инергә тейеш”… Мөхәббәтте ниндәй түбәнселеккә төшөрөүебеҙҙе әле килеп аңларға тура килде. Бала саҡ дуҫымдың “Алдағандар, уларҙың балаһы юҡ” тигән һүҙҙәрен ишеткәс, йылан саҡҡандай һикереп торҙом, тиҙерәк, тиҙерәк, китергә..Бер минутта бында ҡалмаҫҡа, уның менән осрашмаҫҡа… Беҙҙең матур мөхәббәткә көнләшкән кешеләрҙең дә барлығын онотоп, юҡҡа ғына кеше һүҙенә ышанып яҙмыштарыбыҙҙы болғаған ике йөрәкте тағын осраштырмаҫҡа…Уларҙың ҡабат әрнеүҙәрен, нәфрәттәрен ишетмәҫкә, күрмәҫкә… Хыялланып осоп ҡайтыуҙарым, уны осратыуға булған өмөттәрем, ҡапыл да, таныш ҡына ғүмер буйы инанған тойғоно хәтерләтте. Атайҙы ла бит ғүмер буйы шулай ихлас итеп, бөтөнләй күрергә өмөт булмаһа ла, ниндәйҙер ышаныс-көс менән күрергә тип инандым. Әле лә шулай килеп сыҡты. Беҙҙе алдағандарын белгәс тә, бүтән был турала уйламаҫҡа, мәңгегә был кешеләрҙе юҡ тип һанарға тип эстән ҡабатлайым да ҡабатлайым. Ә үҙемдә һаман, уны күргәс, артабанғы ғүмеремде атлап түгел йүгереп үтәсәкмен тигән рәхәт бер тойғо барлыҡҡа килә.
Был юлы, уның эргәһенән мин киттем, атай ҙа, яратҡан кешем дә ғәйепле түгел. Ләкин үҙемде лә ғәйепләй алмайым. Мин бит мөхәббәтте һуңлап ҡына, уны юғалтҡас ҡына аңланым, ә уға тиклем минең йәшәүгә булған тойғоларым саф ине. Үҙемдең шәхси мәнфәғәтемә ҡарағанда, тормош тигеҙһеҙлеген яйға һалыу миңә өҫтөнөрәк ине.
Кешеләр, һеҙ күпте беләһегеҙ инде тормош һәм уның төшөнсәләре тураһында. Һәр кеше төрлө булған кеүек, уның мөхәббәте лә, йөрәк яралары ла төрлө күләмдә булалыр. Шуғалыр, мин дә, кешелекте тәшкил итеүсе бер йән эйәһе булараҡ, мин дә үҙемдең хаталарым тураһында яҙырға йөрьәт иттем. Ҡайһы ерҙә, хаталанғанмындыр, әйтә алмайым. Дөрөҫөн әйткәндә, нисек уйлағанмын шулай килеп тә сыҡманы, уҡырға инә алманым, туғандар менән дә мөнәсәббәтем яҡшынан түгел, атай рухын да рәнйеттем… Ә бит минең дә был донъяла атайлы, һәм яратҡан кешем менән бергә булғым килә ине. Ҡолағым төбөндә һаман “Ә бөгөн һинең туй” тип кенә йырлайҙар. Йыуанырлыҡ башҡа төрлө сара ҡалманы…

#2 monash

 
monash

    Тархан

  • Тел һаҡсыһы
  • PipPipPipPipPipPip
  • 596 сообщений
  • Ырыуым:Бөрйән
  • Ораным:Тарауыл!
  • Ҡошом:Ҡарсыға
  • Ағасым:Ҡарағас
 

Отправлено 20 Июнь 2012 - 09:53

Урала, косло бул. Тимэк, шулай кэрэк булган, язмыш hэм тормош шулай. Омотhоз шайтан.

#3 Урала

 
Урала

    Юлдаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPip
  • 25 сообщений
  • Город:Өфө
  • Ырыуым:Бөрйән
  • Ораным:Аҡтуған!
  • Ҡошом:Бөркөт
  • Ағасым:Имән
 

Отправлено 28 Июнь 2012 - 10:57

Рәхмәт monash! Ҡайһы берҙә шайтан да булып китәм.... :D




1 посетителей читают эту тему

0 пользователей, 1 гостей, 0 скрытых

Башфорум на Башпортале
BaShFoRuM