Перейти к содержимому




Башфорум находится по адресу; www.forum.bash-portal.ru
Фото

"Башҡортостан" гәзитенең юбилейена ҡарата


  • Please log in to reply

9 ответов в этой теме

#1 Muhammad Riyaz

 
Muhammad Riyaz

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 234 сообщений
  • Город:Bhuttonagar
  • Интересы:Разные
    Төрлө
  • Ырыуым:Ырыуһыҙмын
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:Һайыҫҡан
  • Ағасым:Ҡайын
 

Отправлено 16 Август 2012 - 08:33

"Башҡортостан" гәзитенең 95 йыллыҡ юбилейы ыңғайы бирелгән материалдарҙы уҡып, башҡорт матбуғаты тарихының иҫ-киткес өйрәнелмәгәне, дөрөҫөрәге, ифрат профессионалһыҙ күҙҙән, бик һай тарихи-журналистик яҡтырытылыуы аптырата. Рус телендәге "Республика Башкортостан" гәзите ни өсөндөр үҙенең тамырҙарын рус телендәге революцион социал-демократттар, эшсе пролетарҙар гәзитенән (1906) башлай. Ә бит тарихи Башҡортостанда тәүге рус телендәге гәзит 1838 йылдан сыға башлай (нәҡ Өфөлә, Оренбург губернияһы хәбәрҙәре). Ни өсөн тарихты журналистар ихтирам итмәй ул?! Күптән түгел, "Башҡортостан" гәзитен дә 1918 йылдың 1 мартында сыға башлаған (татарса һәм русса) шул уҡ исемле совет гәзитенең вариҫы һанайҙар ине (ВРСБ органы). Бер аҡыллы баш хәҙер килеп "Башҡортостан" гәзитенең беренсе һаны 1917 йылдың 14 июнендә (иҫке стилдер инде) сыҡҡан имеш, тип яҙып ҡуйған. Тарихсыларҙан һорап та тормаған! Йәнәһе, бер-нисә номерҙа ғына татарса баҫылып өлгөргән "Башҡорт Иттифағы Бюроһының Мөхбире" тигән бюллетень формаһындағы баҫма - бөтә Башҡортостан халҡы гәзитенең вариҫымы ни? Ә ни эшләп әле татар Хөсәйен Ямашев кеүек социалистар сығарған "Урал" гәзитен (1906-1907) "Башҡортостан"дың вариҫы булып һаналыуы туҡтатылды? Мөхәрририәт барыбер бит республика идараһында ултырған элекке коммунист-комсомолец, вәлидовсылыҡты милләтселек тип иҫәпләгән әһелдәргә буйһона ла! Шул Ямашевтар сәйәсәтен алып барыусылар ҙа һуң! Дөрөҫөн әйткәндә, гәзиттең баш мөхәррире Нияз ҡусты булып тәғәйенләнгәс, баҫма ыңғай яҡҡа үҙгәрә башланы; йөкмәткеһе төрлөләнде, киҫкен мәсьәләләр ҡыйыу яҡтыртыла, самоцензура тигән ҡурҡаҡлыҡ яйлап гәзит биттәрендә һирәк күренә. Ләкин барыбер ысын фәнни, ғәмәли, тормошсан мөнәсәбәт етешмәй әле... Минең шәхсән фекер: "Башҡортостан" гәзите 1918 йылдың август башында сыға башлаған "Башҡорт тауышы" ("Башҡортостан Хөкүмәте теле" - "Вестника Башкирского Правительства") гәзитенең вариҫы. Бына был гәзиттә ике телдә лә тураһын яҙғандар. Хәҙер беҙҙә журналистар бик һаҡ ҡыланалар кеүек. Сөнки тарихи дөрөҫлөк кешегә тәғәйен тик яҡшы булып тормай шул. Бына миҫалдар. Беҙ Бөрөлә иң тәүге башҡорт ҡатын-ҡыҙ яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре Һәҙиә Дәүләтшинаның яҡты иҫтәлеген һаҡлау эшендә Башҡорт АССР-ында күп кенә билдәле яҙыусы-шағирҙарҙың, күренекле дәүләт эшмәкәрҙәренең хилаф ғәмәлдәрен асыҡланыҡ. Ҡайһы бер халыҡтың атҡаҙанған әһелдәренә хөрмәт юҡ беҙҙә. Ни өсөн шундай әҙәмдәр үҙҙәренең хаҡлы булмаған исемдәренән баш тартмағандар икән, дөрөҫлөк заманы килгәс?! Әхлаҡ менән дуҫ түгелдәр бәғзеләр... Салауат Хәмидуллин БСТ-ла үҙенең ғәйәт ышаныслы документаль тарихи тапшырыуҙарында шундай ҡайһы бер осраҡтар иғтибарға лайыҡ. Мөхәмәтша Буранғоловты башҡорт яҙыусылары ойошмаһы ултырышында "халыҡ дошманы" тип атап һөргөнгә ебәреүселәр - халыҡ шағирҙары, атҡаҙанған әҙәмдәр булып йөрөнөләр. Яҙыусылар ойошмаһы секретаре Ғ. Зөлҡәрнаев һәм ойошма ағзаһы Ә. Киреев Буранғоловты һөргөнгә ебәреүҙә иң ғәйеплеләре икәнен күрһәтте Салауат. Һ.б.

#2 Ilshat

 
Ilshat

    Бей

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPip
  • 447 сообщений
  • Ырыуым:Табын
  • Ораным:Салауат!
  • Ҡошом:Ҡарағош
  • Ағасым:Ҡарағас
 

Отправлено 17 Август 2012 - 11:28

Кызыл таң («Красная заря») — общественно-политическая ежедневная газета Республики Башкортостан на татарском языке. Издаётся в Уфе. Газета освещает общественно-политические, экономические, культурные, научные события в жизни республики. В качестве печатного органа Башкирского Временного Революционного Совета издается с 1 марта 1918 года под названием «Башкортостан». Первоначально издавалась в Оренбурге. Издавалась на татарском языке, часть материалов печаталась на русском. Первым редактором был Бахтигарей Шафиев. Решением Башкирского обкома ВКП(б) со 2 августа 1924 года разделяется на две самостоятельных издания: на башкирском языке начинает выходить «Башкортостан», на татарском - «Яңа авыл» («Новая деревня»). С 1930 год по 1941 год носила название «Коммуна». С 8 июля 1941 года по 12 марта 1944 года издание газеты было временно приостановлено, мужчины-сотрудники редакции призваны в Красную Армию. С 12 марта 1944 года возобновляется издание под названием «Кызыл таң».


Это википедия. Есть ли неточности в тексте?

#3 Iremel Tashy

 
Iremel Tashy

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 118 сообщений
  • Город:Энгельс
  • Интересы:Экономика (иктисад), образование (магрифат), аграрная сфера (ауыл тормошо).
  • Ырыуым:Ырыуһыҙмын
  • Ораным:Тәңре!
  • Ҡошом:Торна
  • Ағасым:Ҡарағас
 

Отправлено 20 Август 2012 - 02:57

Ilshat, төкөр һин шул Википедияға. Унда кем ни теләй шуны яҙа! И "Кызылтан" и "Башкортостан" - газеты, вшедшие из недр обкома РКП(Б), а не национальной жизни. Дядя Рияз правильно пишет, потому что он всегда основывается на документы и на историческиую реальность.

#4 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 21 Октябрь 2012 - 05:04

"Башҡортостан", элекке "Совет Башҡортостаны" гәзитен уҡырға өйрәнгәне бирле беләм һәм яратам. Дөрөҫ, мөхәббәтем, кешегә хас рәүештә, берсә бер аҙ һүрелеп тә ала, шунан йәнә танһыҡлап уҡырға керешәм. Быға гәзит үҙе лә, минең талаптарым үҙгәреүе лә сәбәп була ала. Бергә үҫәбеҙ, үҙгәрәбеҙ... Атайым юлһыҙ, утһыҙ, элемтәһеҙ төпкөл ауылға эшкә ебәрелгәс, гәзит уға эшендә беренсе ярҙамсы булһа, беҙгә, балаларына туған телебеҙҙең татын һеңдереүсе, аң-зиһен тәрбиәләүсе, яңы әҫәрҙәр менән таныштырып барыусы булды. Айына 1-2 тапҡыр өйөбөҙгә тау бейеклеге гәзит- журналдар килтереп ташлауҙары була, кемуҙарҙан иң ҡыҙығын эләктереп ҡалырға тырышып, тартҡылаша башлайбыҙ. Ә иң ҡыҙығы, мәҫәлән, Яныбай Хамматовтың һандан-һанға баҫылып килгән "Бөртөкләп йыйыла алтын" романынан өҙөктәр... Бөгөн дә был кәрәктер тип уйлайым, сөнки ауылдарҙа ғына түгел, район үҙәктәрендә һәм ҡалаларҙа ла башҡортса китаптар һатып алырмын тимә, етмәһә, әҙ һатыла тип һылтаулап, тираждарҙы ла кәметкәндән-кәметәләр. Кибете булмағас, әҙ һатыла инде ул.Оҙон проза әҫәрҙәренең гәзиттә лә баҫыу кәрәклеген хаттарҙан да күрәбеҙ. Әлбиттә, ойоштороусылары юғары власть органдары булғас, рәсми материалдар ҙа булыуы зарур, беҙ уларҙың эшмәкәрлеген дә күреп, күҙәтеп барырға тейешбеҙ. Мин, мәҫәлән, был йәһәттән журналистикабыҙ аҡһаҡалы Марсель ағай Ҡотлоғәлләмовтың аҡыллы аналитикалы, бай эстәлекле, милли тел зауығы менән ылыҡтырып торған мәҡәләләрен бер тында уҡып та сығам. Әҙәби әҫәр кимәлендәге яҙмалар ҙа улар! Йәшерен-батырын түгел, ғүмерем буйы гәзитте дүртенсе битенән башлап уҡыйым. Һәм күпселек шулай эшләйҙер тип уйлайым. Тап дүртенсе бите өсөн алдырабыҙҙыр ҙа әле! Хәҙер бит радио-телевидениенан да алда интернет яңылыҡтарҙы сәғәте-минутында еткереп торған заманда гәзиттә улар иҫкереп тә өлгөрә инде. Шуның өсөн үҙем төрлө төркөм уҡыусыларын ҡыҙыҡтырырлыҡ тематик сығарылыштарҙы мәнфәғәтле һанайым. Мәҫәлән, эшҡыуарлыҡ, ҡортсолоҡ (беҙҙә умартасылыҡ тимәйҙәр), көнкүреш мәҙәниәте, Башҡортостаныбыҙҙың ғорурланырлыҡ урындары... Улар иҫкермәй генә түгел, көндән-көн яңыса талаптар, яңы мәғлүмәттәр килеп сыға, әлеге лә баяғы, интернет киңлектәрендә лә гәзиттәргә барып етмәгән бик ҡыҙыҡлы хәбәрҙәр килеп сыға. Һәр автор бит гәзит-журналға мөрәжәғәт итмәй. "Тубырсыҡ" бите ошо йәһәттән бик өлгөр, интернетта күренгән балалар өсөн әҫәрҙәрҙе лә күҙәтеп баралар, ваҡыты-ваҡыты менән шул авторҙар менән килешеп, гәзит уҡыусыларына ла барып етеп тора. Был да кәрәк, сөнки әлегә ауылда йәшәүселерҙең генә түгел, ҡалала йәшәгән оло, хатта урта быуын милләттәштәребеҙҙең дә интернет менән дуҫлығы әлегә артыҡ ҙур түгел. Минеңсә, гәзиткә милли тәләкә, йор теллелек өҫтәү кәрәк кеүек. Партия заманындағы түрәләр, афтаритым төшә тип, йылмайырға, галстукһыҙ күренергә лә ҡурҡа торғайны. Шул йоғаныс һаман килә кеүек миңә. Ҡыҫҡаһы, интернетта уҡый алһам да, "Башҡортостан" гәзитен алдырам. Ана, теге көн ут булмай торғайны, рәхәтләнеп гәзит-журнал уҡыным. Компьютер янында күп ултырыу ҙа зыянлы әле ул. Гәзиттең ҡыҙығын күрмәйем, тип яҙыштылар яңыраҡ ҡына бер форумда. Һуң, ҡыҙыҡ итеш, яҙ, темалар тәҡдим ит улай аҡыллы баш булғас! Мин гәзитте алдырыуым менән уның йәшәүенә булышам, иң мөһиме! Ә уның йәшәүе бик кәрәк! Милли матбуғат юҡ икән, милләт тә юҡ. "Башҡортостан" гәзите, 2012, 18 октябрь

#5 Un citoyen

 
Un citoyen

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 229 сообщений
  • Город:AqBulat-RysAi-SismeAul
  • Интересы:History, Ethnology, Anthropology
  • Ырыуым:Белмәйем
  • Ораным:Тәңре!
  • Ҡошом:Ҡарға
  • Ағасым:Тал
 

Отправлено 29 Ноябрь 2012 - 06:21

"Башҡортостан" гәзите башҡорттар тарихын инҡар итте. Автономияның 95 йыллығына төкөрҙө. Нарышкиндың беҙгә килеүе тураһында, имеш, Путин тағы ла "халыҡ менән һөйләшәсәк" тип, бөтә гәзит биттәрен ҡоро. рәсми, бер кемгә лә ҡыҙыҡ булмаған материалдар менән тултырҙылар. Был гәзит банкрот, ябылһа ла үкенерлек түгел.

#6 Muhammad Riyaz

 
Muhammad Riyaz

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 234 сообщений
  • Город:Bhuttonagar
  • Интересы:Разные
    Төрлө
  • Ырыуым:Ырыуһыҙмын
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:Һайыҫҡан
  • Ағасым:Ҡайын
 

Отправлено 04 Декабрь 2012 - 02:21

"Башҡортостан" гәзите башҡорттар тарихын инҡар итте. Автономияның 95 йыллығына төкөрҙө. Нарышкиндың беҙгә килеүе тураһында, имеш, Путин тағы ла "халыҡ менән һөйләшәсәк" тип, бөтә гәзит биттәрен ҡоро. рәсми, бер кемгә лә ҡыҙыҡ булмаған материалдар менән тултырҙылар. Был гәзит банкрот, ябылһа ла үкенерлек түгел.


Юҡ, ҡустым, һин хаҡ түгелһең!
"Башҡортостан" гәзите берҙәр-бер дөйөм Бөтөн Башҡортостан, хатта Бөтә Рәсәй масштабында, башҡорт телендә сыға торған берҙән-бер баҫма. Рәсәйҙәге ваҡиғаларҙы башҡортса яҙып үҙ биттәрендә сағылдырыуы - ул дөрөҫ ғәмәл. Икенсе мәсәьәлә - шул ваҡығаларҙы журналистар, күҙәтеүселәр, сәйәсмәндәребеҙ башҡорт милләте күҙлегенән аңлата белмәйҙәр, сөнки милли тәрбиә алмағандар. Сөнки улар совпартмәкәтәп кенә тамамлағандар, совет вуздарын ғына бөткәндәр, сит телдәрҙе белмәйҙәр, ҡараштары тар, һ.б., - шуға күрә гәзитте уҡырлыҡ түгел.
Ә гәзит йәшәргә тейеш!

#7 Un citoyen

 
Un citoyen

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 229 сообщений
  • Город:AqBulat-RysAi-SismeAul
  • Интересы:History, Ethnology, Anthropology
  • Ырыуым:Белмәйем
  • Ораным:Тәңре!
  • Ҡошом:Ҡарға
  • Ағасым:Тал
 

Отправлено 21 Декабрь 2012 - 06:10

Muhammad Riyaz. Постинг № 1: "Салауат Хәмидуллин БСТ-ла үҙенең ғәйәт ышаныслы документаль тарихи тапшырыуҙарында шундай ҡайһы бер осраҡтар иғтибарға лайыҡ. Мөхәмәтша Буранғоловты башҡорт яҙыусылары ойошмаһы ултырышында "халыҡ дошманы" тип атап һөргөнгә ебәреүселәр - халыҡ шағирҙары, атҡаҙанған әҙәмдәр булып йөрөнөләр. Яҙыусылар ойошмаһы секретаре Ғ. Зөлҡәрнаев һәм ойошма ағзаһы Ә. Киреев Буранғоловты һөргөнгә ебәреүҙә иң ғәйеплеләре икәнен күрһәтте Салауат.
Һ.б.".
Ғ. Зөлҡарнаев - Али Карнай, Ә. Киреев - Кирәй Мәргән түгелме?

#8 CancaH

 
CancaH

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 705 сообщений
  • Город:Өфө
  • Интересы:төрлө-төрлө
  • Ырыуым:Тамъян
  • Ораным:Тутыя!
  • Ҡошом:Ҡарға
  • Ағасым:Ҡарағай
 

Отправлено 21 Декабрь 2012 - 10:35

Әйе, Али Карнай = Имамғәли Зөлҡәрнәев; Кирәй Мәргән = Әхнәф Нурмөхәмәт улы Кирәев.

#9 Iremel Tashy

 
Iremel Tashy

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 118 сообщений
  • Город:Энгельс
  • Интересы:Экономика (иктисад), образование (магрифат), аграрная сфера (ауыл тормошо).
  • Ырыуым:Ырыуһыҙмын
  • Ораным:Тәңре!
  • Ҡошом:Торна
  • Ағасым:Ҡарағас
 

Отправлено 26 Январь 2013 - 12:30

Беренсе бөтә Башҡортостан йәштәр газетаһы сығыуға 90 йыл тулыу менән барығыҙҙы ла тәбрик итәмен!
1923 йылдың 12 ғинуарында РКСМ өлкә комитетының органы булараҡ Өфөлә "Йәш юҡсыл" ("Юный пролетарий") газетаһының беренсе һаны донъя күргән.

#10 Razil Suendukow

 
Razil Suendukow

    Бей

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPip
  • 326 сообщений
  • Город:с.Максютово
  • Интересы:Донъя нисек,шулай ҡабул итеп...
  • Ырыуым:Бөрйән
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 10 Февраль 2013 - 06:25

Башкортостан гәзитенең 26-сы №-да"Суска нәфсеhе" тигән материал.Речь идет об инвесторах,которых созывают со свех сторон света,а страдаем и оплачиваем их аппетиты все мы.http://bashgazet.ru/2013/02/08/page/2/

Сообщение изменено: Razil Suendukow (10 Февраль 2013 - 08:05 )





0 посетителей читают эту тему

0 пользователей, 0 гостей, 0 скрытых

Башфорум на Башпортале
BaShFoRuM