Перейти к содержимому




Башфорум находится по адресу; www.forum.bash-portal.ru
Фото

Умартасылыҡ терминдары


  • Please log in to reply

124 ответов в этой теме

#41 Зайнулла Ырымбур

 
Зайнулла Ырымбур

    Мырҙа

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPip
  • 363 сообщений
  • Ырыуым:Күбәләк
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 23 Август 2012 - 08:24

..... үрсетеү.

ҮӘӘӘТТТ!!! Үҙегеҙ бит килеп еттегеҙ... Һеҙҙеңсә солоҡта бал ҡорто үрсетеп буламы?

#42 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 23 Август 2012 - 10:26

ҮӘӘӘТТТ!!! Үҙегеҙ бит килеп еттегеҙ... Һеҙҙеңсә солоҡта бал ҡорто үрсетеп буламы?

Нишләп булмаһын! Беҙҙең ауылдыҡылар ҡортто йорт янындағы бүкән солоҡта ла, урманда ла үрсеткән. Эсе ҡыуыш ҡарағайҙарға инә күсереп ултыртҡандар, башлауға кәрәҙ һалып.Солоҡтар йәйләүгә яҡын ерҙәрәк урынлаштырылған, ташыуға йыраҡ булмаһын өсөн. Солоҡ ҡорттары ла үрсеп, айыра бит ул.
Тамғалы ҡарағайҙары булған бер тирәләрәк. Мин бит ҡортсолар араһында үҫкән кеше.
Әҙергә бәҙер ултырмаған ул ҡортсолар, үрсетеүҙе ҡайғыртҡан. Солоҡсолоҡ технологияһы ҡатмарлы ғына бит ул, ҡарауһыҙ көйө үҙенән-үҙе генә үрсемәй ҡорт. Дөрөҫөрәге, үрсей, әммә күс йыраҡҡа осоп китә лә бара. Ә кеше улар айыра башлағанды күреү менән, берәй ағасҡа йә ҡарасҡыға һарытырға тырышҡан тимер һуғып.Һарытылған күсте тубалға (икенсе төрлө - моҙғаға) күсереп алып, йә бүкән солоҡҡа, йә әҙерләнгән ағас ҡыуышына урынлаштырғандар

#43 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 24 Август 2012 - 09:42

Шуға яҙҙым да, башҡортто улай эшлекһеҙ итеп уйлама, тип. Әйтерһең, кисә генә ағастан төшкәнбеҙ ҙә әҙергә бәҙер генә булып урман буйлап солоҡ эҙләп тик йөрөгәнбеҙ. Ярай әле беҙгә дадан яһап бирешкәндәр, әтеү йөрөр инек һаман урманда солоҡ эҙләп ;) Үҙ халҡыбыҙ хаҡында беҙгә шундай аптраҡ фекерҙәрҙе һеңдереп бөткәндәр! Малсы ла ялсы ғына булмағанбыҙ беҙ - әлбиттә 20-се быуатта донъя шулар ҡулына ҡалған - бик эшлекле, бөтмөр, башлы, хәлле кешеләребеҙ етерлек булған! Ни өсөн йорт янына ғына күсереп бөтмәгәндәр? Сәбәптәре күп булғандыр. 1) аслыҡ йылдарында ситтә запас ҡалһын өсөн. Ризыҡ өсөн үлтерештәр ҙә булған бит, яныңда тотмауың хәйерлерәк. 2) болалар ваҡытында йәнә урмандағы солоҡ ризыҡ сығанағы булған 3) солоҡтарҙың йәйләүгә яҡын булыуы ҡорт айырған ваҡытта күҙәтеп торорға мөмкинлек биргән 4) урман ҡорто ауырыуҙарға бирешеп бармай. Ауылдағыһы ҡыш сыға алмаған хәлдә лә орлоҡһоҙ ҡалмайҙар

#44 Зайнулла Ырымбур

 
Зайнулла Ырымбур

    Мырҙа

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPip
  • 363 сообщений
  • Ырыуым:Күбәләк
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 25 Август 2012 - 12:53

Солоҡсолоҡ технологияһы ҡатмарлы ғына бит ул, ҡарауһыҙ көйө үҙенән-үҙе генә үрсемәй ҡорт. Дөрөҫөрәге, үрсей, әммә күс йыраҡҡа осоп китә лә бара. Ә кеше улар айыра башлағанды күреү менән, берәй ағасҡа йә ҡарасҡыға һарытырға тырышҡан тимер һуғып.Һарытылған күсте тубалға (икенсе төрлө - моҙғаға) күсереп алып, йә бүкән солоҡҡа, йә әҙерләнгән ағас ҡыуышына урынлаштырғандар

Әкиәт))) Беренсенән, һәр бер солоҡ эргәһендә ҡарауылсы булғанмы? Тимер һүғыу - улай тип кеше көлдөрмәгеҙ инде, башҡорт ҡалай наҙан булған тип әйтерҙәр. Икенсенән, бал ҡортоноң айырып осоп китеүе ул "үрсетеү" түгел ул. Үрсетеүҙең үҙенең ысулдары бар, ул турала һөйләүе оҙаҡ...
Мин башҡорт ҡорт тота белмәгән тип әйтмәйем бит. Солоҡсолоҡ булған, үҙ заманында шулай ғына ҡорт тотоп булғандыр. Ләкин тормош үҙгәрә бит, технологиялар ҙа яңыра.
Һеҙгә нисектер, ә миңә донъяла булмаған "башкирская порода" тигән ҡорт тураһында, "специалисты по бортевому пчеловодству", "дикий мёд", "бортевой мёд" тигән туҙға яҙмаған әйберҙәр тураһында һөйләүҙәре оҡшамай. Борон-борон булған да бөткән, музейҙа уның урыны.

#45 Зайнулла Ырымбур

 
Зайнулла Ырымбур

    Мырҙа

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPip
  • 363 сообщений
  • Ырыуым:Күбәләк
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 25 Август 2012 - 12:56

http://tv-rb.ru/news/2012-08-21/bashkortostan-medovyi-krai-rossii/18522

#46 Зайнулла Ырымбур

 
Зайнулла Ырымбур

    Мырҙа

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPip
  • 363 сообщений
  • Ырыуым:Күбәләк
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 25 Август 2012 - 12:59

Ярай әле беҙгә дадан яһап бирешкәндәр, әтеү йөрөр инек һаман урманда солоҡ эҙләп ;)

Шулай шул, рәхмәт Европаға. Эш бит тик даданда түгел. Медогонканы ла бит УЛАР уйлап сығарған.

#47 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 25 Август 2012 - 08:11

Әкиәт))) Беренсенән, һәр бер солоҡ эргәһендә ҡарауылсы булғанмы? Тимер һүғыу - улай тип кеше көлдөрмәгеҙ инде, башҡорт ҡалай наҙан булған тип әйтерҙәр. Икенсенән, бал ҡортоноң айырып осоп китеүе ул "үрсетеү" түгел ул. Үрсетеүҙең үҙенең ысулдары бар, ул турала һөйләүе оҙаҡ...
Мин башҡорт ҡорт тота белмәгән тип әйтмәйем бит. Солоҡсолоҡ булған, үҙ заманында шулай ғына ҡорт тотоп булғандыр. Ләкин тормош үҙгәрә бит, технологиялар ҙа яңыра.
Һеҙгә нисектер, ә миңә донъяла булмаған "башкирская порода" тигән ҡорт тураһында, "специалисты по бортевому пчеловодству", "дикий мёд", "бортевой мёд" тигән туҙға яҙмаған әйберҙәр тураһында һөйләүҙәре оҡшамай. Борон-борон булған да бөткән, музейҙа уның урыны.

Башҡортта ғөмүмән урлашыу һирәк булған. Һәр солоҡ янында ҡарауылсы кәрәкмәй ҙә. Мин ҡарауылсы кәрәк тип яҙҙыммы берәй ерҙә? Бына ҡорт менән булашмағаның күренеп тора. Ҡорт айырғанда болот кеүек булып ағастар өҫтөнә күтәрелә. Уны алыҫтан күреп була. Ә күсте тап бына тимер һуғып һарыталар һаманғаса ауылда. Ул умартанан сыҡҡас, ҡарасҡыға һарымаһа, бына шулай итергә тура килә. Нисектер быны ҡорттар "аңлай". Йәй көнө беҙ уйнарға ла сыҡмай ҡорт ҡарауыллай торғайныҡ, сөнки атай-әсәй бесәндә була. Айырырға йыйыныуы кистән үк нығыраҡ гөжләүенән аңлашыла, кейә алдына күпләп сығып ята башлайҙар.
Үрсетеүҙе лә яҡшы белгән һәм белә башҡорт. Ауылбыҙҙа 70-әр солоҡ-умарта тотоусылар була торғайны әле сәүит заманында. Бына улар инә сығасаҡ күҙәнәкте айырып алып, яңы солоҡҡа күпмелер ҡорт менән күсерә ине. Сығыу менән йәш инәне тотоп та, айырғанды көтмәй, яңы умартаға күсерәләр. Башҡорт ҡорто шул тиклем талымһыҙ, ауырыуҙарға бирешмәүсән ине - уға бөгөнгө кеүек дарыуҙыр, нәмәлер кәрәкмәй ҙә ине. Сөнки экологик таҙа шарттарҙа йәшәнек. Балды күп йыя тип ситтән индерелгән ҡорттар менән килде ауырыуҙар.
Медогонканың солоҡ ҡорто аҫрағанда кәрәге лә юҡ, сөнки ул рамһыҙ . Кәрәҙҙәрҙе ҡырҡып ҡына алалар ҙа махсус һарҡытҡыс аша һарҡытып ҡына алалар. Ә ғөмүмән кәрәҙе-ние менән ашағандар - ул шулай файҙалыраҡ та.
Башҡорская порода тигән тоҡом юҡ, белгестәр уны среднерусская порода тип атай. Әммә Бөрйән ҡортоноң үҙенсәлектәре лә бар. Тимәк башкирский подвид тип әйтергә тулы хоҡуғыбыҙ бар.
Бортевой мед - булған да бөткән тип әйтеү - үҙе туҙға яҙмаған хәбәр. Мин сит илдәрҙә йөрөгәндә тап бына солоҡ балының ихтыяж менән файҙаланыуын күрәм. Уны бәләкәс кенә һауыттарҙа алтын хаҡына һаталар!Алалар бит!
Хатта Польшанан килеп өйрәнеп йөрөнөләр - валютаға. Түмәр солоҡ эшләргә өйрәнделәр!
Бар донъяға кәрәк сағында башҡорттоң үҙенә кәрәкмәүе - аптраҡ!
Бына шулай, үҙебеҙҙекен баһалай белмәй, комплекс неполноценности менән ауырыйбыҙ беҙ

#48 Зайнулла Ырымбур

 
Зайнулла Ырымбур

    Мырҙа

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPip
  • 363 сообщений
  • Ырыуым:Күбәләк
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 25 Август 2012 - 08:17

Бик яҡшы. Барҙыҡ бөрйәнгә 5 йыл элек, тапаныҡ башҡорт ҡортон. Бар ине среднерусский, башҡорт ҡорто тип 2 тапҡыр ҡиммәтерәк хаҡ һорайҙар. Но китап буйынса башкирская популяция "показательдәре" тура килмәне. Ҡыҙыҡ өсөн, эҙләп ҡарағыҙ башҡорт ҡортон һатыусы умартасыны? Ҙур рәхмәт әйтермен, тапһағыҙ, реклама бирермен башҡорт умартасылары форумында...
Ҡарауылсы - күс осоп китмәһен өсөн тип әйтергә уйлағайным. Һәр бер солоҡ эргәһендә берәй кеше йөрөгәнме ҡорттоң айырғанын көтөп, ҡорт үрсетәм тип? Солоҡтар араһы нисә метр/километр була торғайны?
Ҡорт төтөнгә "тыныслана", тимер һуғыуҙан ағасҡа ҡуна, нисектер "аңлай" һ.б. әкиәттәргә китаптарҙа яуап бар, целый ғилми эштәр, әкиәт икәне иҫбатланған, кәрәк булһа эҙләп табырмын.

Һеҙҙеңсә кәрәҙ перевариваемый продуктмы? Бәлки парафин да файҙалылыр?

"Башҡорская порода тигән тоҡом юҡ, белгестәр уны среднерусская порода тип атай." - һеҙ яңылышаһығыҙ. Башкирская популяция относится к средне-русской породе, теоретически)))
Бортевой мёд тип ниндәй бал һатҡандарын белмәйһегеҙ инде? Нисә мең тонна "солоҡ балы" быйыл алынды Башҡортостанда? 70 оя ҡорт һеҙҙеңсә күп инде?
"Маточник" һүҙе тәржемәһе "күҙәнәк"ме ? Тема тәрҗемә тураһында))) При всем уважении, "тыкать" нехорошо, эйе бит)))
6 йәштән бөгөнгө көнгә тиклем ҡорт менән булышам))) "Башҡорт ҡорто", "солоҡ балы", "дикий мёд" тигән һүҙҙәргә алергия минең, сөнки был һүҙҙәрҙе хәҙерге заманда тик шарлатан\барыгалар ғына ҡуллана.
Әгәр шул хәтлем башҡорт өсөн янып-көйәһегеҙ икән, барып ҡарағыҙ "Башкирский центр по пчеловодству и апитерапии", Уфа, Зорге урамы. Һөрағыҙ, ниндәй ҡорт породаһына (пчелопакетҡа) заказ бирергә була? Ҡайҙан килә ул порода? Аралашығыҙ ундағы "продажниктар" менән.
Мин барҙым/аралаштым. Пчелопакет һатып алырға килгән оло-оло урыҫ умартасылары араһында оят булды башҡорт ҡорто өсөн дә, башҡорт һатыусылары өсөн дә.

#49 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 25 Август 2012 - 08:35

Бик яҡшы. Барҙыҡ бөрйәнгә 5 йыл элек, тапаныҡ башҡорт ҡортон. Бар ине среднерусский, башҡорт ҡорто тип 2 тапҡыр ҡиммәтерәк хаҡ һорайҙар. Но китап буйынса башкирская популяция "показательдәре" тура килмәне. Ҡыҙыҡ өсөн, эҙләп ҡарағыҙ башҡорт ҡортон һатыусы умартасыны? Ҙур рәхмәт әйтермен, тапһағыҙ, реклама бирермен башҡорт умартасылары форумында...
Ҡарауылсы - күс осоп китмәһен өсөн тип әйтергә уйлағайным. Һәр бер солоҡ эргәһендә берәй кеше йөрөгәнме ҡорттоң айырғанын көтөп, ҡорт үрсетәм тип? Солоҡтар араһы нисә метр/километр була торғайны?
Ҡорт төтөнгә "тыныслана", тимер һуғыуҙан ағасҡа ҡуна, нисектер "аңлай" һ.б. әкиәттәргә китаптарҙа яуап бар, целый ғилми эштәр, әкиәт икәне иҫбатланған, кәрәк булһа эҙләп табырмын.

Һеҙҙеңсә кәрәҙ перевариваемый продуктмы? Бәлки парафин да файҙалылыр?

"Башҡорская порода тигән тоҡом юҡ, белгестәр уны среднерусская порода тип атай." - һеҙ яңылышаһығыҙ. Башкирская популяция относится к средне-русской породе, теоретически)))

Мин тимер һуғып күс йыйып үҫкән кеше - бәлки мин әкиәттәнмендер :lol: Моҙғанан ҡортто умартаға ағыҙғанда ғына кәрәк ул төтөн. Төтөн менән нисек күсте туҡтатып булалыр, быныһы инде минең өсөн әкиәт. Сөнки күс бит ул бейек кенә осоп сыға һәм бик тиҙ оса. Ҡайҙа унда төтөн менән - төтәҫләгесеңде әҙерләгәнсе үк осоп сығып китә бит ул. Етмәһә, 2-3 метрға нисек направленный төтөн ебәреп була икән! Бына беҙҙең шул үҙ породабыҙҙың тәбиғәте шул. Бәлки һеҙҙә ҡорттар төтөн тотоп килгәнде көтөп тораларҙыр :lol:
Осраҡлы табылған солоҡтарһҙың араһы йыраҡ булыуы мөмкин. Әммә тәжрибәле ҡортсолар солоҡ ҡыуышын үҙҙәре әҙерләй торған булған бер-береһенә яҡын итеп.

#50 Зайнулла Ырымбур

 
Зайнулла Ырымбур

    Мырҙа

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPip
  • 363 сообщений
  • Ырыуым:Күбәләк
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 25 Август 2012 - 08:39

"Мин тимер һуғып күс йыйып үҫкән кеше - бәлки мин әкиәттәнмендер" - шулайҙыр. Кус тимер һуғыуҙан "ҡунмай" ул. 48 хәбәрҙе төҙәттем.

#51 Зайнулла Ырымбур

 
Зайнулла Ырымбур

    Мырҙа

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPip
  • 363 сообщений
  • Ырыуым:Күбәләк
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 25 Август 2012 - 08:41

Төтөн менән нисек күсте туҡтатып булалыр, быныһы инде минең өсөн әкиәт. Сөнки күс бит ул бейек кенә осоп сыға һәм бик тиҙ оса. Ҡайҙа унда төтөн менән - төтәҫләгесеңде әҙерләгәнсе үк осоп сығып китә бит ул. Етмәһә, 2-3 метрға нисек направленный төтөн ебәреп була икән! :lol:

Мин бит улай тимәнем. Тел төбөм ошолайыраҡ ине: ҡайҙа ғына ҡарама (гәзит, телевизор) һаман шул олатайҙар методы: төтөн, сөрөк, кипкән тиҙәк, айырыусы ҡорттар, оцинкованный медогокалар, иҫке-миҫке оялар (йә иһә яңы, ләкин пенопласт), "башҡорт ҡорто" тип профессиональ умартасыларҙы көлдөрөү (мине түгел), "солоҡ балы" тип кеше алдау, эшкә кермәгән инвентарь эшләүсе умартасылыҡ заводтары, канцероген эффектлы нержавейканан бал һауыттары, Үзбәкстан, Кавказ, Карпат ҡорттарын "башҡорт популяциһы" тип һатырға тырышыуҙар, бал ҡортһоҙ бал ҡорто аҫрарға өйрәтеүсе ПТУлар, нимә һатҡанын үҙҙәре белмәгән һәм аңламаған башҡорт ҡыҙҙары, ябылған пчелоферма һәм совхоздар, ҡортсолоҡто үҫтерергә тигән миллион-миллион аҡса...

#52 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 25 Август 2012 - 08:49

"Мин тимер һуғып күс йыйып үҫкән кеше - бәлки мин әкиәттәнмендер" - шулайҙыр. Кус тимер һуғыуҙан "ҡунмай" ул. 48 хәбәрҙе төҙәттем.

Тимер һуҡмаған осраҡта күстәр осоп китә ине. Һәм бер беҙҙә генә түгел. Һыналған тормош тәжрибәһе менән. К-ршеләр күреп ҡалып, осоп китеп барған күсебеҙҙе тимер менән туҡтатҡаны булды.
70 ҡорт совет заманында бер кеше өсөн күп ине. Шуның өсөн бер аҙын күҙҙән йәшереп тоттолар беҙҙең тау-урман араһында. Хәҙер, әлбиттә, профессионалдар өсөн күп түгел.
Мин дикий мед тип беҙҙә бал һатыусыларға ышанмайым да, алмайым да. Сит илдәрҙә беҙҙекен һатмайҙар, ә беҙҙән өйрәнеп ҡайтыусылар үҙҙәренкен һата.
Апитерапистар өсөн мин яуап бирергә тормайым, үҙ эштәре өсөн үҙҙәре яуаплы.
Тиңдәш булһаҡ, һин тип әйтеүегә һис ҡаршы түгелмен. Йә ағайыраҡ булһаң, һеҙ тип әйтермен

ПС. Маточник һүҙен мин тәржемә итмәнем.

#53 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 25 Август 2012 - 08:57

Кәрәҙгә килгәндә. Солоҡ ҡорто үҙе эшләп сығарған балауыҙҙан кәрәҙ ҡоя, уны ҡарттар дарыу итеп файҙалана торғайны. Әҙләп уны йотоу зыянлы түгел, ә хатта файҙалы тиҙәр ине. Һарҡытылған солоҡ балында ул бик әҙ була, һарҡытылмағанын балауыҙы менән сәйнәп, балауыҙын айырым йыялар ине.Әлбиттә, хәҙерге кәрәҙе менән һатылған балдың ҡорттар үҙҙәре эшләгәнен генә йоторға мөмкин, ә һатыуҙан алынған өлөшө... әйтмәйем инде. Беҙҙең яҡта әле лә һирәкләп солоҡ ҡорто осрап ҡуя. Леспромхоздар заманында фамильный солоҡло урмандарҙы тотош ҡырҡып бөттө. Әлеге булғанын баһалай белмәү арҡаһында инде Ырымбур тип яҙғас, бәлки ялан яғылыр. Беҙ бит урман кешеләре, ҡортобоҙ ҙа урмандыҡы :lol: Холоҡ башҡараҡ, хатта һыйырҙарҙыҡы! :lol: Бер 3 йыл элек яҙғы ташҡында ауылға ҡайттыҡ. Түбәнге ос һыйырҙары ғүмер баҡый аръяҡҡа сығып үҙенә ризыҡ таба, тау буйлап быуаттар буйы юлдары һалып бөтөлгән. Был тимер юл һалғас та туҡтаманы. Поезд аҫтына эләгеп торалар, шунда сығып торалар. Хужалары тотоп тыя алмай. Ошо ташҡында ла күпмелер һыйыр йөҙөп сығып бара ине. Береһе ташҡынды еңә алмай, ағып китте. Ауыл зыяратын уҙғас, ярға сыға алды шулай ҙа. Ҡараһаҡ, ахмалға төшөп бер ир йүгереп килә, үгеҙем ағып китте, тип. Ә үгеҙҙең ярға сыҡҡанын белгәс, барып табып, өйө яғына ҡыуып килгәнендә йөҙөп сыға торған урындарына ғына еткәс, малҡай тотто ла ярға сабып төшөп китте. Хужаһы ҡыуып етә алманы, тәки аръяҡҡа йөҙөп сығып китте теге. Был юлы имен-аман сығып етте. Башҡа яҡта шул мөмкинме? :lol:

#54 Зайнулла Ырымбур

 
Зайнулла Ырымбур

    Мырҙа

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPip
  • 363 сообщений
  • Ырыуым:Күбәләк
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 25 Август 2012 - 10:53

Тимер һуҡмаған осраҡта күстәр осоп китә ине. Һәм бер беҙҙә генә түгел. Һыналған тормош тәжрибәһе менән. К-ршеләр күреп ҡалып, осоп китеп барған күсебеҙҙе тимер менән туҡтатҡаны булды.

минең ундай тормош тәжрибәһе юҡ, әгәр ысынлап та шулай икән, "әкиәт" тигән һүҙемде кире алам. Ниңә төрлө фән кандидаттары киреһенсә әйтә һуң...

Тиңдәш булһаҡ, һин тип әйтеүегә һис ҡаршы түгелмен. Йә ағайыраҡ булһаң, һеҙ тип әйтермен

)))) белмәй тороп "һин" тип өндәшәһегеҙ инде))) өндәшегеҙ улай булғас))))

ПС. Маточник һүҙен мин тәржемә итмәнем.

ә "күҙәнәк" тип нимәне атанығыҙ һуң?

#55 Зайнулла Ырымбур

 
Зайнулла Ырымбур

    Мырҙа

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPip
  • 363 сообщений
  • Ырыуым:Күбәләк
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 25 Август 2012 - 11:07

хәҙерге кәрәҙе менән һатылған балдың ҡорттар үҙҙәре эшләгәнен генә йоторға мөмкин, ә һатыуҙан алынған өлөшө... әйтмәйем инде.

ГОСТ буйынса вощинаның әллә 25 әллә 30 проценты парафиндан булыуы рөхсәт ителгән. Шуға күрә хәҙер һатыуҙа 100% вощина ла, кәрәҙ ҙә юҡ.

Ырымбур тип яҙғас, бәлки ялан яғылыр. Беҙ бит урман кешеләре, ҡортобоҙ ҙа урмандыҡы

ҡорттар бөтә ер шарында бер үк ул, әҙ генә айырыла. Башҡорт ҡортсолоғон Белорет районында өйрәнгән бар, оло ағайҙарҙан һәм апайҙарҙан, ысынлап әйтәм.

Башҡа яҡта шул мөмкинме? :lol:


Мөмкин, әлбиттә. Любой ауыл балаһы минең менән риза булыр тип уйлайым)))))

#56 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 26 Август 2012 - 06:01

минең ундай тормош тәжрибәһе юҡ, әгәр ысынлап та шулай икән, "әкиәт" тигән һүҙемде кире алам. Ниңә төрлө фән кандидаттары киреһенсә әйтә һуң...

)))) белмәй тороп "һин" тип өндәшәһегеҙ инде))) өндәшегеҙ улай булғас))))

ә "күҙәнәк" тип нимәне атанығыҙ һуң?


Фән кандидаттарына бит "асыш" яһарға кәрәк, дисер алыр өсөн :lol: Бына башҡа берәйһе беҙҙең яҡҡа барып, тормоштан иҫбат итеп, икенсе дисер яҙа ала. Бәлки, ул диссертацияларҙа ҡорт ишетмәй тип раҫланалыр. Уҡығаным юө. Минеңсә, бында тауышты ишетеү түгел, ә тимер сыңынан килгән һауа тулҡыны әһәмиәткә эйә. Ҡорттар шул вибрацияны һиҙәлер Һәм һарырға команда тип ҡабул итәлер тип уйлайым.
Көтөүһеҙ йөрөгән һыйыр, борондан бер үк һуҡмаҡтан, көтөп аҫралған малдан ныҡ айырыла :D Шуның өсөн барыһы ла күргәне барҙыр тип уйламайым. Күнеккән ерҙә йөрөп туҡланыр өсөн ташҡында ла йөҙөп, аръяҡҡа сығыр өсөн беҙҙең яҡ малы булырға кәрәк)))

Ысынлап, белмәй яҙам, мине бит бында тотош фаш итеп бөттөләр, ә башҡалар тураһында һораштырғылаһам, береһе лә исемен әйтмәй. Танышып ҡуяйыҡ, әләйгәс. Тормошта Һеҙ тип һөйләшеп йөрөгән таныш булһаҡ, алдан ғәфү үтенәм. :huh: Минауат

3. Инә булып яраласаҡ ҡорттоң кәрәҙ күҙәнәген яҙҙым. Әйткәндәй, ҡайһы ваҡыт инә яралғылары кәрәҙҙә күп булып китә. Был осраҡта тәжрибәле ҡортсолар уларҙы ҡырҡып алып тора, сөнки умарта йыш айыра башлай, көсһөҙләнә.

#57 Зайнулла Ырымбур

 
Зайнулла Ырымбур

    Мырҙа

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPip
  • 363 сообщений
  • Ырыуым:Күбәләк
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 08 Сентябрь 2012 - 10:34

... Әйткәндәй, ҡайһы ваҡыт инә яралғылары кәрәҙҙә күп булып китә. Был осраҡта тәжрибәле ҡортсолар уларҙы ҡырҡып алып тора, сөнки умарта йыш айыра башлай, көсһөҙләнә.

Тәжрибәле урынына тәжрибәһеҙ тип яҙыр кәрәктер ул? Тәжрибәле ҡортсолар "отводок", "медовик" менән эш итәләр.Исскуственное роение тип тә әйтәләр тағы ла. Әҙерәк донъянан артта ҡалғанһығыҙ икән))) 70-80 йылдарҙа уҡ маточниктарҙы ҡырҡып алыу файҙһыҙ иҫке "противороевой" ысул тип танылды бит инде. Трудозатратно, урыҫса әйткәндә. Был ысул 100 % гарантия бирмәй тағы ла.

#58 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 08 Сентябрь 2012 - 10:45

Тәжрибәле урынына тәжрибәһеҙ тип яҙыр кәрәктер ул? Тәжрибәле ҡортсолар "отводок", "медовик" менән эш итәләр.Исскуственное роение тип тә әйтәләр тағы ла. Әҙерәк донъянан артта ҡалғанһығыҙ икән))) 70-80 йылдарҙа уҡ маточниктарҙы ҡырҡып алыу файҙһыҙ иҫке "противороевой" ысул тип танылды бит инде. Трудозатратно, урыҫса әйткәндә. Был ысул 100 % гарантия бирмәй тағы ла.

Беҙ икебеҙ ике нәмә тураһында яҙабыҙ - мин ауылым кешеләре, ә һин - һөнәре шул булғандар хаҡында.
Урамыңда 4 дәдән тора икән, унда "искусственное роение" булмай ул, сөнки булған ҡортоң көсһөҙләнә. Ҡайһы бер кеше ғүмер буйы шунан артығын тотмай, сөнки балын ғаиләһе өсөн генә ала, һатмай. Атайым, мәҫәлән, шулай итте

#59 Зайнулла Ырымбур

 
Зайнулла Ырымбур

    Мырҙа

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPip
  • 363 сообщений
  • Ырыуым:Күбәләк
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 08 Сентябрь 2012 - 11:25

Аңлашылды

#60 magashtau

 
magashtau

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 101 сообщений
  • Город:ӨФӨ
  • Интересы:Башҡорт теле
  • Ырыуым:Табын
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 23 Февраль 2013 - 05:34

Ҡыш үтеп китте. Умарталарҙы барып ҡарарға ваҡыт. Быйыл ҡорттарҙы ҡайҙа сығарырға? Үткән йылғы көндәлектә бонитировка месности тип яҙғанмын, шуның тәржемәһе нисек була икән, йәмәғәт?




0 посетителей читают эту тему

0 пользователей, 0 гостей, 0 скрытых

Башфорум на Башпортале
BaShFoRuM