Перейти к содержимому




Башфорум находится по адресу; www.forum.bash-portal.ru
Фото

Донъя интернет проекттарын башҡорт теленә локалләштерәйек


  • Please log in to reply

Пока никто не отвечал в этой теме...

#1 Рөстәм Нурыев

 
Рөстәм Нурыев

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 106 сообщений
  • Интересы:"Ер йөҙөндеге, йыһандағы барлыҡ ғилем һәр кешенең туған телендә ирекле ҡулланыуҙа булырға тейеш" - тигән ҡарашлы донъя ирекмәндере ағымында ҡатнашыусы.
  • Ырыуым:Ҡошсо
  • Ораным:Салауат!
  • Ҡошом:Аҡҡош
  • Ағасым:Муйыл
 

Отправлено 22 Декабрь 2012 - 07:15

2012 йылдың 21 декаберенән 31 декаберенә тиклем Translatewiki.net майҙансығында тәржемәселәр өсөн түләүле сара.

Ниндәйҙер вебсайт йәки программаның система хәбәрҙәрен үҙ туған теленә тәржемә итеүселәргә Нидерланд Викимедия фонды бер мең доллар күләмендә матди ярҙам билдәләгән. 500-ҙән артыҡ система хәбәрен тәржемә иткән һәр кеше был фондтан, тәржемә иткән өлөшөнә ҡарата, аҡсалата ярҙам аласаҡ. Һуңғы тапҡыр ошондай сарала 188 кеше төрлө телдәргә 66000 мең система хәбәре тәржемә иткән. Бер мең доллар 100000 система хәбәре өсөн тип әйтелә иғланда.

Сара тураһында тулыраҡ мәғлүмәт (инглиз телендә) https://translatewiki.net/wiki/Project:Rally-2012-12

Translatewiki.net - вебсайттарҙы һәм программа тәьминәттәрен локалләштереү майҙансығы (тәржемәселәр, тел белгестәре төркөмдәре һәм асыҡ башланғыс кодлы ирекле проекттар өсөн) - https://translatewiki.net/wiki/Main_Page

Translatewiki.net проекттарын бер ниндәй сикләүһеҙ башҡорт теленә тәржемә итеп локалләштергә мөмкин. Оҡшаған проектты һайлап алып, уның система хәбәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итергә саҡырам. Ә шуның өсөн бер ни тиклем аҡса эшләп алырға ла мөмкин.

Translatewiki.net проекттарында бөтәһе 50 042 система хәбәре бар, башҡорт теленә тәржемә ителмәгән 35 591 яҙма бар әле.

Беҙ, Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре, Википедия проектының система хәбәрҙәрен бер ниндәй ярҙамһыҙ тәржемә иттек (ундай саралар булманы). Әммә Википедия проектының система хәбәрҙәре лә тулыһынса тәржемә ителмәгән әле.

https://translatewiki.net/w/i.php?title=Special%3ALanguageStats&x=D&language=ba – Башҡорт теле буйынса мәғлүмәт.




1 посетителей читают эту тему

0 пользователей, 1 гостей, 0 скрытых

Башфорум на Башпортале
BaShFoRuM