Перейти к содержимому




Башфорум находится по адресу; www.forum.bash-portal.ru

Беҙҙең ижад ынйылары


  • Please log in to reply

73 ответов в этой теме

#1 ҠунаҡЛиә_*

 
ҠунаҡЛиә_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 07 Апрель 2013 - 09:01

Һеҙҙең ихтибарға бер бәләкәс кенә шиғырым:

Уйҙарына сумып аға йылға,
Уйһыуҙарҙа туҡтап бер тына.
Риза булып ул яҙмышына
Талғын ғына алға ағыла
(Ишетелмәй хатта тауышы ла).


Ләкин булмай йылғаларҙың да
Бер үк көйлө тормош ағышы.
Кәртә-боролоштар осрағанда
Етеҙерәк уның ағымы
(Шаршы инде уның исеме).

#2 CancaH

 
CancaH

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 705 сообщений
  • Город:Өфө
  • Интересы:төрлө-төрлө
  • Ырыуым:Тамъян
  • Ораным:Тутыя!
  • Ҡошом:Ҡарға
  • Ағасым:Ҡарағай
 

Отправлено 07 Апрель 2013 - 10:50

Афарин! Ниһәйәт, үҙ ижадығыҙға - үҙ урынығыҙ.

Ә тәүге куплетты, мәҫәлән, былай тип алһаң, нисек булыр:
"Аға йылға, уйҙарына сумып,
Уйһыуҙарҙа туҡтап, бер тына.
Аға, яҙмышына риза булып,
Талғын ғына алға ынтыла"

#3 ҠунаҡЛиә_*

 
ҠунаҡЛиә_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 07 Апрель 2013 - 11:15

Бер тына һәм ынтыла һүҙҙәре рифмалаша шул. Төҙәтәм, рәхмәт)

#4 CancaH

 
CancaH

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 705 сообщений
  • Город:Өфө
  • Интересы:төрлө-төрлө
  • Ырыуым:Тамъян
  • Ораным:Тутыя!
  • Ҡошом:Ҡарға
  • Ағасым:Ҡарағай
 

Отправлено 08 Апрель 2013 - 10:17

<Риза булып ул яҙмышына> - шиғырҙың үлсәменә тура килмәй. Ритм һаҡланмағас, шиғырҙың тәбиғи ағышы боҙола.
Унан һуң, "ынтылыу" "талғын ғына" була алмай. Йә "талғын ғына"-ны ҡалдырып, "ынтыла"-ны алмаштырырға, йә киреһенсә.
Мәҫәлән:
Уйҙарына сумып аға йылға,
Уйһыуҙарҙа туҡтап бер тына.
Риза булып аға яҙмышына,
Ҡурай моңондай талғын ғына.
(Беҙҙең ғүмер кеүек, шым ғына)

Бында инде һәр юл рифмалаша. Ә алдағы хәбәремдә 1-3, 2-4 юлдар рифмалаша ине.

#5 ҠунаҡЛиә_*

 
ҠунаҡЛиә_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 08 Апрель 2013 - 12:45

Улайһа, рөхсәт итһәгеҙ, нисек булған шулай ҡалдырам инде.
Яңы шиғырҙар яҙайыҡ)

#6 инсафлы

 
инсафлы

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 224 сообщений
  • Ырыуым:Сәнкем-Ҡыпсаҡ
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 09 Апрель 2013 - 01:29

Теманың исеме бик матур,рәхмәт,Лиә!

Күк күкрәтеп ләйсән ямғыр яуҙы,
Төклө булһын,әле,аяғың!
Хәҙер инде Йәй ҙә килеп етер,
Һелтәй-һелтәй йәшел таяғын.

#7 ҠунаҡЛиә_*

 
ҠунаҡЛиә_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 09 Апрель 2013 - 01:43

Күңелгә май һәм бал булып ятырлыҡ шиғырҙар рәтенән :rolleyes:/>
"Әле" һүҙе "әйҙә" менән алмаша ала.
Төклө булһын,әйҙә,аяғың!
Ул саҡта "әйҙә" "йәй ҙә" менән ауаздаш яңғырай. Авторҙың идеяһына ауаздаш булһа инде :)
Бик матур шиғыр. Әллә, ысынлап та, күк күкрәп ләйсән ямғыры яуҙымы?

#8 инсафлы

 
инсафлы

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 224 сообщений
  • Ырыуым:Сәнкем-Ҡыпсаҡ
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 09 Апрель 2013 - 05:01

Килешәм,бик урынлы алмаштырыу. Беҙҙә кисә төндә йәшенләп тороп ямғыр яуҙы. Яҙҙым да,аптырап ултырам,өтөр ҡуйыламы,юҡмы "төндә" һүҙенән һуң? Сапсан төҙәтер,әле,башҡорт теле грамматикаһын уның кеүек һәйбәт белгән кешеләр бик әҙ хәҙер. Ҡағиҙәләрҙе ҡарайым тиһәм,китапханамда ундай бер китап та тапманым.

#9 CancaH

 
CancaH

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 705 сообщений
  • Город:Өфө
  • Интересы:төрлө-төрлө
  • Ырыуым:Тамъян
  • Ораным:Тутыя!
  • Ҡошом:Ҡарға
  • Ағасым:Ҡарағай
 

Отправлено 09 Апрель 2013 - 09:27

Ҡуйылмай, ҡуйылмай. :rolleyes: "Төндә" - ҡасан, "йәшенләп тороп" - нисек.
"Төндә йәшенләп, биҙрәләп тороп ямғыр ҡойҙо" - ошоноң һымаҡ осраҡта ҡуйыла.

#10 CancaH

 
CancaH

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 705 сообщений
  • Город:Өфө
  • Интересы:төрлө-төрлө
  • Ырыуым:Тамъян
  • Ораным:Тутыя!
  • Ҡошом:Ҡарға
  • Ағасым:Ҡарағай
 

Отправлено 09 Апрель 2013 - 10:36

Беҙҙә лә бит ул көн ямғыр яуҙы,
Шыбыр-шыбыр ғына, тын ғына.
Үҫмәҫменме тиеп йөрөгәйнем,
Шыр һыу булып ҡайттым, диуана…

#11 ҠунаҡЛиә_*

 
ҠунаҡЛиә_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 10 Апрель 2013 - 09:40

Үҫмәҫменме, тиеп йөрөгәйнем, (өтөр кәрәк кеүек)
Ел булмаһа, бирешмәгәнһеңдер, тип уйлайым, Сапсан.
Һалҡын тейҙереү тураһында бер шиғыр. Тәҙрә асып бешеренһәм, ауырып ала торған холҡом бар. Тағы ла бер диуана, тип әйтергә мөмкин :)

Дауа

Эҫе сәйгә һонам ҡулым,
Үреләм йәнә балға -
Аҡ яулыҡҡа башым урап,
Эҙләйем сиргә дауа.
Тирләй-тирләй шәбәйәмен,
Һыуыҡтар сығып ҡасһа.
Еңеләйеп ҡала тәнем.
- Ауырыма инде башҡа.

Күк ҡәләмде ҡулға алып
Ҡағылам дәфтәремә.
Аҡ ҡағыҙға һүҙем һөйләп,
Эҙләйем уйға сара.
Һөйләй-һөйләй күңел була,
Шиғырҙар килеп сыҡһа.
Еңеләйеп ҡала йәнем
- Бошонма инде башҡа.

Өшөмә лә, бошонма ла -
Улай мөмкин булмай шул.
Әсене сөсө дауалай,
Һалҡынды йылы ҡыуа.
Үҙәккә генә үтмәһен
Һалҡын елдәр шауҡымы.
"Һаҡланғанды хоҙай һаҡлар", -
Булһын беҙҙең доғабыҙ.

#12 CancaH

 
CancaH

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 705 сообщений
  • Город:Өфө
  • Интересы:төрлө-төрлө
  • Ырыуым:Тамъян
  • Ораным:Тутыя!
  • Ҡошом:Ҡарға
  • Ағасым:Ҡарағай
 

Отправлено 10 Апрель 2013 - 12:48

Кәрәкмәй

#13 ҠунаҡЛиә_*

 
ҠунаҡЛиә_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 10 Апрель 2013 - 04:35

Күк күкрәтеп ләйсән ямғыр яуҙы,
Төклө булһын,әле,аяғың!
Хәҙер инде Йәй ҙә килеп етер,
Һелтәй-һелтәй йәшел таяғын.


Беҙҙә лә бит ул көн ямғыр яуҙы,
Шыбыр-шыбыр ғына, тын ғына.
Үҫмәҫменме тиеп йөрөгәйнем,
Шыр һыу булып ҡайттым, диуана…


Инсафлы, тимәк һеҙ Башҡортостан ямғыры тураһында яҙмайһығыҙ, эйеме?

#14 инсафлы

 
инсафлы

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 224 сообщений
  • Ырыуым:Сәнкем-Ҡыпсаҡ
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 10 Апрель 2013 - 06:19

Башҡортостаныбыҙ ҙур бит,Лиә. Биш Әрмәнестан тиклем. Шуға күрә һауа шарттары ла төрлө-төрлө. Баймаҡ районында магазинға һуғылдыҡ бер мәл. Июль айы ине. Ә унда ауыл магазинында ҡыяр һатылып ята! Аптыраным инде. Беҙҙә,ҡыпсаҡ ерендә,ауылда ул ваҡытта һәр кемдең үҙ ҡыяры,берәү ҙә һатып алмаҫ ине.Баҡтиһәң,уларҙа тик теплицала ғына үҫтереп була икән,һауа шарттары ҡырыҫ. Баймаҡ,Хәйбулла яғы иҫкә төштө лә китте. Йәнтештәргә сәләм! Ожмахығыҙҙы һаҡлағыҙ!

#15 CancaH

 
CancaH

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 705 сообщений
  • Город:Өфө
  • Интересы:төрлө-төрлө
  • Ырыуым:Тамъян
  • Ораным:Тутыя!
  • Ҡошом:Ҡарға
  • Ағасым:Ҡарағай
 

Отправлено 10 Апрель 2013 - 09:25

Бер матурҡай үртәләнә яңғыҙы:
"Беҙҙе ситтәр баҫып алды, ахыры…"
Башыңды тот, икеләнмәй, юғары -
Яуа, яуа "Башҡортостан ямғыры"!

#16 инсафлы

 
инсафлы

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 224 сообщений
  • Ырыуым:Сәнкем-Ҡыпсаҡ
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 11 Апрель 2013 - 07:32

Шиғырҙарығыҙ күңелгә бик хуш килде.

Йөк.

Халҡым әле дингә килә
Тырнаҡ осона баҫып,
Нисә йылғы динһеҙлекте
Ауыр йөк итеп аҫып.

Бара-бара йөгө кәмер,
Һәм килер шундай бер көн-
Бары булыр саф иманлы,
Йәшәүе булыр иркен!

#17 CancaH

 
CancaH

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 705 сообщений
  • Город:Өфө
  • Интересы:төрлө-төрлө
  • Ырыуым:Тамъян
  • Ораным:Тутыя!
  • Ҡошом:Ҡарға
  • Ағасым:Ҡарағай
 

Отправлено 11 Апрель 2013 - 09:00

...
Тырнаҡ осона баҫып
...

?!?

#18 инсафлы

 
инсафлы

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 224 сообщений
  • Ырыуым:Сәнкем-Ҡыпсаҡ
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 11 Апрель 2013 - 09:18

Эйе,(Сапсандың да белмәгәне бар икән)))) был "ҡанатлы һүҙ".

Ике ҡанат,бер ҡойроҡ,
Ике күҙ ҙә бер томшоҡ.
Ҡалай һуң ул был Сапсан
Булып сыҡты талапсан!

#19 CancaH

 
CancaH

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 705 сообщений
  • Город:Өфө
  • Интересы:төрлө-төрлө
  • Ырыуым:Тамъян
  • Ораным:Тутыя!
  • Ҡошом:Ҡарға
  • Ағасым:Ҡарағай
 

Отправлено 12 Апрель 2013 - 11:21

Аяҡ осона баҫалар (ғәҙәттә "аяҡ осона ғына баҫып" йөрөй халыҡта), "тырнаҡ осондай"-ҙы беләм.
"Тырнаҡ осона баҫыу" -???
Хатта "бармаҡ осона баҫып йәрөү"-ҙе белмәйем.

#20 инсафлы

 
инсафлы

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 224 сообщений
  • Ырыуым:Сәнкем-Ҡыпсаҡ
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 15 Апрель 2013 - 09:09

Вәғәз һөйләгәндә ҡулланғандарын ишеткәнем бар. Ә шулай ҙа "Аяҡ осона баҫып" тип үҙгәртергә кәрәктер тигән фекергә килдем.




0 посетителей читают эту тему

0 пользователей, 0 гостей, 0 скрытых

Башфорум на Башпортале
BaShFoRuM