Перейти к содержимому




Башфорум находится по адресу; www.forum.bash-portal.ru
Фото

Башҡорт Википедияһына һигеҙ йәш. Ҡотлайбыҙ.


  • Please log in to reply

1 ответов в этой теме

#1 Рөстәм Нурыев

 
Рөстәм Нурыев

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 106 сообщений
  • Интересы:"Ер йөҙөндеге, йыһандағы барлыҡ ғилем һәр кешенең туған телендә ирекле ҡулланыуҙа булырға тейеш" - тигән ҡарашлы донъя ирекмәндере ағымында ҡатнашыусы.
  • Ырыуым:Ҡошсо
  • Ораным:Салауат!
  • Ҡошом:Аҡҡош
  • Ағасым:Муйыл
 

Отправлено 16 Апрель 2013 - 02:38

Башҡорт Википедияһына – һигеҙ йәш.

Википедия – асыҡ эстәлекле интернет энциклопедияһы, уның мәғлүмәтен һәр кем бушлай ҡуллана һәм ирекле рәүештә тарата ала. Мәғлүмәт сығанағын эстәлек менән байытыу ҙа бушлай эшләнә һәм һәр кеше уны тулыландырыу, камиллаштырыу мөмкинлегенә эйә. Википедияла мәғлүмәтте һәр бер халыҡтың туған телендә яҙып була. Донъя күләмендә тупланған барлыҡ ғилем, барлыҡ мәғлүмәт һәр кешенең туған телендә ирекле ҡулланыуҙа булырға тейеш, тип иҫәпләй Википедия ирекмәндәре. Википедия әлеге көндә донъя халыҡтарының 286 телендә алып барыла. Шулай уҡ 493 телдә яңы бүлектәр төҙөлә башлаған. Википедияны төҙөүҙә 40 миллион теркәлгән һәм иҫәпһеҙ теркәлмәгән ирекмән ҡатнаша. Бөтә тел бүлектәрендә 26 миллиондан ашыу мәҡәлә бар, уларҙы ай һайын 480 миллион кеше уҡый.

Википедияның башҡорт бүлегендә "Башҡортостан" исемле беренсе мәҡәлә 2005 йылдың 16 апрелендә билдәһеҙ мөхәррир тарафынан яҙылған. Был көн Башҡорт Википедияһының тыуған көнө тип иҫәпләнә. Һигеҙ йыл дауамында ул үҙенең булмышын иҫбатланы һәм артабан үҫеүен дауам итә. Әлеге ваҡытта Википедияның башҡорт теле бүлегендә 30 меңдән ашыу мәҡәлә бар, һигеҙ мең ҡатнашыусы теркәлгән. Ай һайын 65 әүҙем ирекмән мәҡәләләрҙе камиллаштыра, йәки яңыларын яҙа. Аҡһаҡал Саған булған мәғлүмәтте айырым тема буйынса порталдарға берләштерә. Тәжрибәле Assele математикаға ҡараған мәҡәләләр тәржемә итә. Ирекмәндәр эшмәкәрлегенә яңы ҡушылған YANBEK 8 апрельдә “Салауат Юлаев хоккей клубы” исемле ҙур күләмле мәҡәлә яҙҙы, уны “һайланған мәҡәлә” дәрәжәһенә еткерергә күп ҡалмаған. Әлеге көндәрҙә Ayratayrat Рәсәйҙең ҙур компаниялары тураһында мәҡәләләр төҙөй, Марат88 Башҡортостан ауылдары мәҡәләләрен һуңғы халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре менән тулыландыра. Ирекмәндәр шулай уҡ башҡорт телендә Викикитапхана, Викиһүҙлек, Викиөҙөмтә проектарын төҙөй башланы. Гүзәл Ситдыҡова Викикитапханала Ҡөръән сүрәләренең башҡорт телендәге тәфсирҙәрен урынлаштыра, Гүзәл Кәрим Викиөҙөмтәлә “Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре” мәҡәләһен тулыландырҙы һәм Викикитапханаға балалар өсөн әҫәрҙәр ҡуя башланы. Викикитапханала шулай уҡ Гөлнур Яҡупованың, Тамара Искәндәриәнең, Гүзәл Ситдыҡованың әҫәрҙәрен башҡорт телендә уҡырға була. Был исемлекте артабан да дауам итергә булыр ине.

Википедияны төҙөүҙә ирекмәндәр ниндәйҙер маҡтау йәки башҡа төрлө файҙа эҙләп түгел, ә йөрәк ҡушыу буйынса шөғөлләнә. Донъя күләмендә ихтирам яулаған виртуаль энциклопедияның башҡорт теле бүлегенең тыуған көнөндә уларҙың фиҙәҡәр хеҙмәтен баһалап үтәһе килә. Туған телгә булған һөйөүҙәренә рәхмәт белдереп, артабан да ижади уңыштар теләп ҡалабыҙ. Улар эргәһенә яңынан-яңы ирекмәндәр ҡушаласағына ышанысыбыҙ ҙур.

Рөстәм Нурыев, 2005 йылдан Башҡорт Википедияһы ирекмәне.
http://ba.wikipedia.org/wiki/

#2 Рөстәм Нурыев

 
Рөстәм Нурыев

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 106 сообщений
  • Интересы:"Ер йөҙөндеге, йыһандағы барлыҡ ғилем һәр кешенең туған телендә ирекле ҡулланыуҙа булырға тейеш" - тигән ҡарашлы донъя ирекмәндере ағымында ҡатнашыусы.
  • Ырыуым:Ҡошсо
  • Ораным:Салауат!
  • Ҡошом:Аҡҡош
  • Ағасым:Муйыл
 

Отправлено 20 Апрель 2013 - 04:39

Көн БСТ каналының http://tv-rb.ru/about/culture_salam#33157 иртәнге «Сәләм» тапшырыуында ҡотлауҙар менән башланды, артабан «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында http://www.bashinform.ru/news/545492/, «Спутник FM» радиоканалында http://sputnik107.com/news/2013-04-16/21019, урыҫ телендәге «Викиновости» http://ru.wikinews.org/wiki/%D0%91%D0%B0%D1%88%D0%BA%D0%B8%D1%80%D1%81%D0%BA%D0%B0%D1%8F_%D0%92%D0%B8%D0%BA%D0%B8%D0%BF%D0%B5%D0%B4%D0%B8%D1%8F_%D0%BE%D1%82%D0%BC%D0%B5%D1%87%D0%B0%D0%B5%D1%82_%D0%B2%D0%BE%D1%81%D1%8C%D0%BC%D0%BE%D0%B9_%D0%B4%D0%B5%D0%BD%D1%8C_%D1%80%D0%BE%D0%B6%D0%B4%D0%B5%D0%BD%D0%B8%D1%8F, «Мир энциклопедий» сайтында http://www.encyclopedia.ru/news/enc/detail/48156/ хәбәрҙәр булды.




0 посетителей читают эту тему

0 пользователей, 0 гостей, 0 скрытых

Башфорум на Башпортале
BaShFoRuM