Перейти к содержимому




Башфорум находится по адресу; www.forum.bash-portal.ru

Инсафлының тыуған көнө.


  • Please log in to reply

3 ответов в этой теме

#1 ҠунаҡЛиә_*

 
ҠунаҡЛиә_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 28 Июль 2013 - 10:56

Инсафлы, бәхет, шатлыҡтар, һаулыҡ яуһын һиңә. Һинең тыуған көнөң икән - иртәнсәк ямғыр яуҙы :)

#2 CancaH

 
CancaH

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 705 сообщений
  • Город:Өфө
  • Интересы:төрлө-төрлө
  • Ырыуым:Тамъян
  • Ораным:Тутыя!
  • Ҡошом:Ҡарға
  • Ағасым:Ҡарағай
 

Отправлено 28 Июль 2013 - 09:44

Иң саф тойғо менән инсафлыны
Тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!
Таң нурындай бәхеттең теләйбеҙ
Ҡурай моңо кеүек наҙлыһын!

Лиәгә эйәреп:
Тыуған көнөң менән ҡотлап,
Кис тә ямғыр һибәләне -
Инсафлы ҡыҙҙар күберәк
Булһын ине,тип теләне.

#3 инсафлы

 
инсафлы

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 224 сообщений
  • Ырыуым:Сәнкем-Ҡыпсаҡ
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 29 Июль 2013 - 03:00

Рәхмәт,дуҫтарым!

Туғандарым,дуҫтар сәскәләрҙең
Һәр төрлөһөн бүләк иттеләр.
Тыуған көнөң менән ҡотларға тип,
Әллә ҡайҙан килеп еттеләр.

Балауыҙҙай иретте бит йәнде
Ихлас теләктәрҙең ялҡыны.
Әммә һеҙҙең һүҙҙәр шул ялҡында
Йөҙөк ҡашы булып балҡыны!

#4 ҠунаҡЛиә_*

 
ҠунаҡЛиә_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 30 Июль 2013 - 07:57

Донъя сәскәләргә сумған мәлдә тыуған Инсафлыны форумда сәскә менән ҡотлай алмауыма артыҡ борсолмағайным. Яңылышмағанмын икән :) (Форумда рәсем ҡуйыу лимитым тулған)




0 посетителей читают эту тему

0 пользователей, 0 гостей, 0 скрытых

Башфорум на Башпортале
BaShFoRuM