Перейти к содержимому




Башфорум находится по адресу; www.forum.bash-portal.ru
Фото

Рәми Ғариповтың тыуған көнө ыңғайы тыуған уйҙар...


  • Please log in to reply

Пока никто не отвечал в этой теме...

#1 gulshat

 
gulshat

    Дәрүиш

  • Форум ағзаһы
  • Pip
  • 1 сообщений
  • Интересы:ижад, психология, философия.
  • Ырыуым:Юрматы
  • Ораным:Айтайлаҡ!
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 12 Февраль 2014 - 02:10

Бына яңы йылдың икенсе айы – февраль дә үтеп бара. Минең өсөн был ай һәр ваҡыт Рәми ағай Ғәрипов менән бәйле булды һәм булыр инде...Был шәхестең минең булмышыма ғына түгел, күптәрҙең күңеленә тәъҫире һәр ваҡыт көслөлөр ...Мәктәптән бирле уның рухы күңелемдә йәшәне... Әҙәбиәт уҡытыусыбыҙ уға сикһеҙ ғашиҡ кеше ине шул, ә мин әҙәбиәткә мөкиббән киткән кеше булараҡ, уның йоғонтоһона бирелмәй ҡалманым. Шуға ла был һандағы мәҡәләмде унан башлауым осраҡлы түгел.
Уҙған айҙа мин уның тормошон йәнә күҙ алдынан үткәрҙем: көндәлектәрен ҡабаттан уҡып сыҡтым, уның хаҡында иҫтәлектәрҙе лә шул иҫәптән, уның хаҡында һөйләшеүҙәр, аралашыуҙар алып барҙым(әлеге лә баяғы шул интернет даирәһендә инде) – бар маҡсатым Рәми шәхесен төптәнерәк аңларға маташыу ине. Нимәгә был миңә кәрәк? Үҙем дә белмәйем. Әммә рухым шуны талап иткәндәй. Хатта Рәми Ғариповтың наталь картаһын (интернетта уны төҙөүсе программалар бихисап) төҙөп, тормошо менән тап килтереп маташтым, үҙемде борсоған һорауҙарға яуап эҙләнем... Кемдер, әлбиттә, астрологияны буш фәнгә һанайҙыр, шулай ҙа, астрология – боронғо фәндәрҙең береһе, һәм ул бар икән бөгөн, тимәк бушҡа түгелдер минеңсә.
Йондоҙнамәһен өйрәнеп көнө-төнө ултырҙым...Үлеменә бәйле сәбәптәрҙе барланым. Сөнки кемдер уны йөрәге шартлап һәләк булыуын, икенселәр шағирҙы үҙенә ҡул һалған тип тә баралар... Мин профессиональ астролог түгел, әлбиттә, нимәне булһа ла раҫларға, иҫбатларға йыйынмайым , һәм һығымталарым бары фараз ғына булып ҡалырға мөмкин... Әммә был донъяла осраҡлыҡтар булмай торған...
Тормошта быға йыш ҡына инанырға тура килә..
Нимә ул наталь карта? Ул бары кеше донъяға килгән саҡта йыһандың ерҙәге бер нөктәгә билдәле бер тәртиптә урынлашыуы, йәғни космограмма... Кешенең донъяға килеү ваҡытына ҡарап төҙөлгән космограмма күп нәмә һөйләй ала, шуны әйтергә кәрәк, наталь карта ул кешенең потенциалын ғына билдәләй, ахыр сиктә барыһы ла кешенең үҙенән генә тора... Насар карта менән дә кеше уңышҡа ирешергә мөмкин, ә инде йондоҙнамәһе ни тиклем уңыш вәғәҙәләһә лә, кеше бар потенциалын туҙҙырып бөтөрөп ҡуйыуы бар.
Рәми ағайҙың да йондоҙнамәһе лә уның бөйөк потенциалын билдәләй, уның лидерлыҡ сифаттары, көслө ихтыяры, шиғриәткә ылығыуы ла, хатта эҙәрлекҙәүҙәргә дусар булыуы ла – былар хаҡында мәғлүмәт етерлек. Һәм хатта йөрәк ауырыуына ла билдә бар. Шул уҡ ваҡытта үҙ-үҙенә ҡул һалыуға ла ишара. Ни генә булһа ла, фараз итергә ген ҡала инде. Кешеләргә, донъяға, ижадҡа ғашиҡ Рәми Ғарипов башҡаларҙан да шундай мөнәсәбәт көткән. Ундайҙарҙы идеалист, тиҙәр. Һис бер нәмәлә фальш, яһалмалылыҡ, ҡуштанлылыҡ һөймәгән кеше булараҡ уға совет заманында ғына түгел, бөгөнгө заманда ла йәшәү ҡатмарлы булыр ине, минеңсә. Көндәлектәрен инде нисәнсе ҡат уҡып сыҡҡас, тағы шуға инандым. Тура һүҙле кешеләр, яһалмалылыҡты күрә алмағандар йәмғиәттә урынлашҡан ҡалыптарға һыймағаны билдәле.
Тик шуныһы асыҡ: Рәми ағай гениаль шағир булһа ла, кризистарҙы, һәр уңышһыҙлыҡты, тәнҡитте ауыр кисергән, күңеленә артыҡ яҡын алған кеше булараҡ күҙ алдына баҫа. Унан бигерәк ғаиләһенә яҡшы терәк була алмауы уны ҡара ҡайғыға һалғандыр ул. Үҙ-үҙенә хыянат итмәү – ҡиммәтле хаҡҡа төшкән уға. Кеше тупһаһында көн итеүҙәр, аҡсаға етешмәү – теләһә ниндәй ирҙең сәменә тейер. Ә инде Рәми һымаҡ намыҫсан шәхескә айырыуса. Ана шул уны һәләкәткә илткән дә. Ә беҙҙе бит тап шул принциппиаллек, үҙ идеалдары өсөн тоғролоғо һоҡландыра бит! Үҙ-үҙенә хыянат итмәүе – уны бит үлемһеҙ шәхес яһаны. Рәми ағайҙы мин дә тап шуға кумирым иттем. Әммә реаль тормошта ундай булыуы ҡатмарлы, һәм бик һирәктәр генә был аҙымға бара. Ни өсөндөр тап шундайҙар аранан иртә китә торған: Рәйес Түләк, Ғилман Ишкинин...
Ни өсөн шулай килеп сыға икән? Ни өсөн ғәҙеллек, хәҡиҡәт өсөн янған, тормошто ихлас яратҡан йөрәктәр сыҙамай икән ул? Ни өсөн Рәми һымаҡ шәхестәр иртә китә арабыҙҙан? Оло тормошҡа, ижадҡа ҙур-ҙур маҡсаттар менән баҫҡан Рәмиҙең ысынбарлыҡ бер-бер артлы идеалдарын емерә һуң ул, ир уртаһына ла етмәҫ борон?
Яҙмышҡа - ябай кешеме, гениймы – барыбер.... Йыһан ҡанундары алдында барыһы ла бер тигеҙ. Инде икенсе мәҡәләмдә мин идеаллаштырыу хаҡында һүҙ алып барам, һәм был тиктән түгел. Сөнки бар кешеләрҙең тормошондағы хаталар, яңылыштар, юғалтыуҙар ана шул нимәгә булһа ла артыҡ әһәмиәт биреү, субъективлыҡты объективлыҡтан өҫтөн ҡуйыу ғәйепле. Ә нимәгә артыҡ әһәмиәт биргән һуң Рәми? Ул бары тик бар кешеләрҙең намыҫ ҡушыуы буйынса йәшәүен, кеше бер-береһенә теләктәш, ихлас дуҫ һәм иғтибарлы булыуын теләгән, ләкин ниндәй заманда йәшәүен онотҡанмы? Шиғырҙары аша тап шуны еткерергә тырышҡан да ул... Тик бына рухи ынтылыштары ни тиклем бөйөк булһа ла, көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеү ҙә кәрәк бит! Ләкин шағирҙың быға ваҡланаһы килмәй: сөнки уның уйынса ижадсы тик ижад итергә тейеш! Был уның ҙур хатаһы булғандыр ул...
Кемдер минең был фекерҙәремде был бөйөк әҙипкә яла яғыу менән тиңләр, әммә был һис улай түгел. Был тик уның асылын аңларға маташыу: ни өсөн шундай яҡты күңелле, көслө ихтыярлы, үҙ ватанына, үҙ милләтенә тоғро кеше – яҙмыш һынауҙарына тиҙ бирешкән һуң ул? Бына шуны аңламайым мин! Принциппиаллек һәйбәт, әлбиттә, әммә артыҡ принципиаллек ул бер кемгә лә файҙа килтермәйҙер ул... Рәми Ғариповтың халҡына булған һөйөүе, патриотлығы һоҡланырлыҡ, минең өсөн, күптәр өсөн иң юғары үрнәк, ләкин ниңә йәмғиәткә нимәлер иҫбат итәм тип, амбразураға ташланырға? Бәлки был бөйөк кешеләргә генә тиң бейеклектер, беҙҙең һымаҡ ҡәҙимге кешеләргә быны бәлки аңлап маташыу ҙа кәрәкмәйҙер?! Шунан уйлап ҡуям, уның артыҡ принциппиаллеге бөгөн дә уға ҡамасау итер ине, минеңсә... Сөнки элекке һымаҡ ҡәтғи заман булмаһа ла, бөгөнгө йәмғиәт рухи ҡиммәттәрҙән тағы ла алыҫлаша бара түгелме? Элек бер власть үҙ аҫтына бөрһә, хәҙер бөтөнләй анархизм хөкөм һөрә бит. Элек шәхес культы булһа, хәҙер аҡса, матди ҡиммәттәр культы, бер-береңә битарафлыҡ культы урынлашты. Ә бер уйлаһаң, ҡалыптар шул уҡ ҡалған төҫлө: үҙең булып ҡалыу – һәр ваҡыттағыса ауыр мәсьәлә, яңғыҙлыҡ хисе һәр кемде ялмап алған заман. Бөгөнгө кеше шул тиклем яңғыҙ....

Ғүмерем буйы мин бит яңғыҙым,
Эҙләйем һине, яҡты йондоҙом.
Юғалдың ҡайҙарҙа? …
Тынғыһыҙ көндәрҙә,
Йондоҙһоҙ төндәрҙә.
Күрсе мин барын, яҡтырт юлдарым!

Рәмиҙең яратҡан йыры был. Уны тыңлағанда күңел нескәрмәй ҡалмай: һәр кем ғүмере буйы шул йондоҙон-бәхетен эҙләп йәшәй бит. Хаталар яһай, яңылыша, ғашиҡ була, яратыла-яратылмай – ышанысын юғалтмаҫҡа тырыша. Шулай ҙа һәр ваҡыт беҙ теләгәнсә килеп сыҡмай шул: бер көн килеп ул ышанысты ла юғалтыу ҡурҡынысы бар...Үҙ-үҙеңә булған ышаныс ҡалырға мөмкин, уны ла юғалтыу – инде фажиғә... Ә бындай фажиғәне күптәр кисерә алмай, үкенескә ҡаршы. Йәмғиәттең һинән боролоуы – бер бәлә, ә бына кеше үҙенән-үҙе биҙһә... Рәми Ғарипов та шундай мәлен кисергәндер ул һуңғы көндәрендә...
http://gulshathomay.livejournal.com/




1 посетителей читают эту тему

0 пользователей, 1 гостей, 0 скрытых

Башфорум на Башпортале
BaShFoRuM