Перейти к содержимому




Башфорум находится по адресу; www.forum.bash-portal.ru
Фото

Башҡорт интернеты ни хәлдә?


Эта тема находится в архиве.. Вы не можете здесь отвечать.

112 ответов в этой теме

#101 Рөстәм Нурыев

 
Рөстәм Нурыев

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 106 сообщений
 

Отправлено 23 Апрель 2012 - 10:28

Иң беренсе постҡа яуап итеп:
Донъялағы бөтә телдәрҙе Интернетта, башҡа технологияларҙа иркен ҡуланыу мөмкинселеге булһын өсөн махсус глобал проекттар бар. Шул проекттар менән бөтә донъя буйынса ирекмәндәр-волонтерҙар шөғөлләнә. Ҡайһы илдә дәүләт ярҙам итә, ҡайһыһында битараф ҡала, бер нисә илдә аяҡ сала. Дәүләт ярҙам иткән илдәрҙә тәү башлап тәҡдимдәр ирекмәндер яғынан булған. Шулай булғас үҙебеҙ, ирекмәндәр башларға тейеш башҡорт мөхитен Интернетҡа этәреүҙе. Мин үҙем Башҡорт Википедияһы менән етди шөғөлләнәм, тағы бер нисә әүҙем егет бар. Артабан, донъя күләмендәге башҡа проектар тураһында мәғлүмәтте бөтәһенә еткереп, ул юнәлештәрҙе йәнләндереп ебереү эштәре менән шөғөлләнергә уйлайым. Шул иҫәптән юғары кимәлдәге етәкселәр менән һөйләшеү алып барам. "Ярҙам итәбеҙ, нимә кәрәк һуң?" тип һорайҙар. Әйҙәгеҙ бергәләп уйлашайыҡ: нимә эшләргә кәрәк, шул иҫәптән хөкүмәт яғынан. Тәнҡит урынана тәҡдимдер яҙың әлә. http://vk.com/feed#/event37940418

#102 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
 

Отправлено 27 Апрель 2012 - 03:18

Иң беренсе постҡа яуап итеп:
Донъялағы бөтә телдәрҙе Интернетта, башҡа технологияларҙа иркен ҡуланыу мөмкинселеге булһын өсөн махсус глобал проекттар бар. Шул проекттар менән бөтә донъя буйынса ирекмәндәр-волонтерҙар шөғөлләнә. Ҡайһы илдә дәүләт ярҙам итә, ҡайһыһында битараф ҡала, бер нисә илдә аяҡ сала. Дәүләт ярҙам иткән илдәрҙә тәү башлап тәҡдимдәр ирекмәндер яғынан булған. Шулай булғас үҙебеҙ, ирекмәндәр башларға тейеш башҡорт мөхитен Интернетҡа этәреүҙе. Мин үҙем Башҡорт Википедияһы менән етди шөғөлләнәм, тағы бер нисә әүҙем егет бар. Артабан, донъя күләмендәге башҡа проектар тураһында мәғлүмәтте бөтәһенә еткереп, ул юнәлештәрҙе йәнләндереп ебереү эштәре менән шөғөлләнергә уйлайым. Шул иҫәптән юғары кимәлдәге етәкселәр менән һөйләшеү алып барам. "Ярҙам итәбеҙ, нимә кәрәк һуң?" тип һорайҙар. Әйҙәгеҙ бергәләп уйлашайыҡ: нимә эшләргә кәрәк, шул иҫәптән хөкүмәт яғынан. Тәнҡит урынана тәҡдимдер яҙың әлә. http://vk.com/feed#/event37940418

Рөстәм туған! Һеҙҙең тарафтан барған ҙур эштәр өсөн ихлас рәхмәт! Бер нисә генә кеше даими эшләп, төрки теллеләр араһында дүртенсе урынға сығыу - бик ҙур ҡаҙаныш бит ул!
Кисә нимәләр тураһында һөйләштегеҙ, ниндәй тәҡдимдәр булды? Ҡайһы берҙәре буйынса форумсылар үҙ-ара бүлешеп алып, оҙаҡҡа һуҙмай ғына эш башлайыҡ!
Минең монголса-башҡортса һүҙлекте тамамлағас (артыҡ күп ҡалманы инде), азери-башҡорт һүҙлегенә тотонорға ниәтем бар. Кемдер төрөксә-башҡортсаны башлап ебәрһә, ҡушылыр инем. Хәрефтәре бар.

#103 Рөстәм Нурыев

 
Рөстәм Нурыев

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 106 сообщений
 

Отправлено 27 Апрель 2012 - 10:48

Рөстәм туған! Һеҙҙең тарафтан барған ҙур эштәр өсөн ихлас рәхмәт! Бер нисә генә кеше даими эшләп, төрки теллеләр араһында дүртенсе урынға сығыу - бик ҙур ҡаҙаныш бит ул!
Кисә нимәләр тураһында һөйләштегеҙ, ниндәй тәҡдимдәр булды? Ҡайһы берҙәре буйынса форумсылар үҙ-ара бүлешеп алып, оҙаҡҡа һуҙмай ғына эш башлайыҡ!
Минең монголса-башҡортса һүҙлекте тамамлағас (артыҡ күп ҡалманы инде), азери-башҡорт һүҙлегенә тотонорға ниәтем бар. Кемдер төрөксә-башҡортсаны башлап ебәрһә, ҡушылыр инем. Хәрефтәре бар.

Рәхмәт. Төрөксәне өйрәнгән бер кеше таптым. Тик ул викиһүҙлек менән таныш түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы мин дә бик белеп бөтмәйем. Уны өйрәтеп ебәрергә кәрәк ине тәү башлап.
Мин үҙем артабан студенттар алдында лекциялар менән сығыш яһармын тип уйлайым. БДПУ нан Вадим Зайнулла улы Толомбаев саҡырҙы ла инде. БДУ-нан лекция ойоштороусы табылһа шәп булыр ине. Артабан университеттарҙан башҡорт теле кафедраларынан белгәстәр һәм ТТӘ институнан Сиразетдинов Зиннур Әмир улы менән берлектәге һөйләшеү ойошторорға кәрәк. Форумсыларға нимә һәм нисек эшләргә икәнен һөйләшеп килешергә кәрәк. Бөгөн Киске Өфө гәзитендә нәтижәле һөйләшеү булды.

#104 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
 

Отправлено 28 Апрель 2012 - 05:42

Аллаға шөкөр, Вячеслав төрөксә-башҡортса һүҙлекте башлаған!!!
Теләүселәр, унда инеп, яҙмаларығыҙҙы ҡалдыра алаһығыҙ, шулай уҡ төҙәтмәләр индреһәгеҙ ҙә яҡшы булыр, хата китһә
http://vk.com/away.php?utf=1&to=http%3A%2F%2Fincubator.wikimedia.org%2Fwiki%2FWt%2Fba%2Fabide

#105 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
 

Отправлено 28 Апрель 2012 - 10:07

Егеттәр, ҡыҙҙар, аңлауымса, форумда төрөксә белгән йәштәр бар. Кемдер инеп, бер-ике һүҙ ҡалдырып та сыҡҡан. Башта ниндәй һүҙҙәр инде тәржемә итеп өлгөрөлгән икәнде ҡарағыҙ, зинһар.
Абла һүҙен яҙып ҡалдырған кеше, күрәһең, урыҫса аша тәржемә иткән, һәм АПАЙ тип кенә яҙаһы урынға ҺЕҢЛЕ тип тә өҫтәгән. Төрөк телендә Апай һәм Һеңле беҙҙәгесә, айырыла, бер һүҙ менән әйтелмәй. Һеңле - кыз кардаш. Шундай нескәлектәргә иғтибар итһәгеҙ ине

#106 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
 

Отправлено 30 Май 2012 - 01:27

Вячеслав Чернев кисә ошондай хәбәр яҙҙы:"Һаумыһығыҙ, поляк Википедияһында башҡорт теле тураһында мәҡәләне төҙәтегеҙ әле, унда бер нисә мәғәнәһеҙ яҙма тора".
Поляк телен белгән кешеләрҙең унда инеп ҡарауын һорайым. Әлбиттә, егет үҙе бер аҙ нәмәне төҙәтте. Тик һандар менән бер аҙ шиктәре бар. http://pl.wikipedia....9zyk_baszkirski
Бына ошо һөйләмдә аныҡлауҙар талап ителә.
Według spisu powszechnego z 1989 r. liczba użytkowników języka wynosiła 1 047 000 osób, natomiast dane szacunkowe za rok 2002 mówią o niespełna 1,4 mln osób
Ошоно ла асыҡлау кәрәк, минеңсә был төптө кәрәкмәгән һәм дөрөҫлөккә тап килмәгән һөйләм:
Zgodnie z danymi spisów powszechnych ponad 20% Baszkirów uznaje język tatarski za swój język ojczysty[potrzebne źródło]. W przeszłości tatarski był wykorzystywany przez Baszkirów jako język literacki.
Аңлайһығыҙҙыр, бында кемдер башҡорттарҙың 20 проценты татар телен үҙ теле тип таный, тиелгән. Элгәре башҡорттар татар телен әҙәби тел булараҡ файҙаланған, тип яҙған кемдер. Телселәрҙең ошо айҡанлы фекерҙәрен (ниндәйҙер сығанаҡтарға һылтанма менән) яуап биреүен һорайым. Шунан поляк теленә тәржемә итеп, викимәҡәләгә үҙгәреш индерербеҙ

Эсперанто телендәгеһен дә Вячеслав осраҡлы табып алып, төҙәткәйне, тулыландырғайны. Әле яңы вариантта мәҡәлә "Сифатлы мәҡәләләр" статусына тәҡдим ителгән.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бына шундай бәхәсле мәҡәләләр осраҡлы ғынатап була. Әллә күпмеләре хаталы килеш тора инде. Уларҙы төҙәтер өсөн белгестәрҙең ҡатнашыуы зарур. Битараф булмайыҡ, туғандар!

#107 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
 

Отправлено 02 Июнь 2012 - 10:07

Йәнә поляк телендәге викиҙа башҡорт теле тураһында яҙылған мәҡәләгә иғтибарығыҙҙы йүнәлтәм. Нисә башҡорт башҡорт телен туған теле һанай? Бөгөн күпме башҡорт башҡорт телендә һөйләшә? Кемдә шул мәғлүмәттәр бар?
Ошо темаға яҙһағыҙ, поляк теленә тәржемә итеп, төҙәтмә индерербеҙ.Зинһар, донъяның төрлө мөйөштәренән инеп ҡаралған мәғлүмәткә битараф ҡалмағыҙ

#108 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
 

Отправлено 10 Июнь 2012 - 08:35

Башҡорт Википедияһы әүҙемселәре иғлан иткән конкурсҡа ҡушылырға саҡырам.
Беренсе булып кемдер балалар өсөн 1001 әкиәт йә әҙәби әҫәр урынлаштырғанға тиклем барасаҡ ул.
Беренсе урынға википедиясылар етәксеһе (хакимы) Рөстәм Нурыев батырҙар бүләге - һарыҡ бүләк итәсәк.
Икенсе һәм өсөнсө урындарға бүләктәрҙе Зөфәр Сәлихов һәм форумсыбыҙ Рәзил Һөйөндөков әҙерләй. Мин иһә призлы урынға сыға алмаған, әммә әүҙем ҡатнашҡан һәр кемгә күстәнәс тапшырасаҡмын, иншалла!
Был хаҡта "Йәшлек" гәзитенең кисәге һанында ла уҡырға мөмкин.


Беҙ, википедия әүҙемселәренән 2 кеше, әҙерләгән компьютер төшөнсәләре һүҙлеген Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡабул иттеләр, Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисаметдинова ундағы төшөнсәләрҙең бер өлөшөн күп томлыҡ һүҙлеккә лә индерәсәктәрен әйтте. Телсе ғалим Рафаэль Аҙнағолов "Башҡортостан" гәзитендә эшебеҙгә юғары баһа бирҙе һәм ҡуллана башларға кәрәклеген яҙып сыҡты.
Тормошта бер ни ҙә осраҡлы булмай шул. Бынан 30 йыл әүәл тәржемә менән шөғөлләнә башлауым, шунан район гәзитенең дубляж (тәржемә) буйынса мөхәррир урынбаҫары булып эшләүем, депутатлыҡ осоронда Русса - башҡортса сәйәси-ижтимағи төшөнсәләр аңлатмалы һүҙлеге эшләүҙә ҡатнашыуым, балалар өсөн сит ил классик әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итеүем, закондар буйынса башҡортса яҙған мәҡәләләрем (унда ҡанун телен башҡортсаға әйләндереү талап ителә бит) бөгөн Викиһүҙлек өсөн мәҡәләләр әҙерләүҙә бик ныҡ ярҙам итә.
Ҡурҡмай, ҡушылығыҙ ошо эшкә, йәштәр! Ололар миңә, эшләгәнең кеше өсөн булһа, өйрәнгәнең үҙең өсөн, ти торғайны. Бер һөнәр ҙә артыҡ булмай ул.Был түләүһеҙ эш булһа ла, берҙән, милләт өсөн файҙалы эш, унан ваҡыт та мәғәнәһеҙ нәмәләргә исраф ителмәй, унан, әйтеүемсә, һөнәр бит ул, эсте тишмәҫ, хеҙмәт юлында кәрәк тә булып ҡуйыуы бар!
Ошо йәшемдә лә интернетта башҡорттар тураһында төрлө телдәрҙәге мәҡәләләрҙе башта шул телдә уҡырға тырышам. Был тел "музыкаһын" аңларға булышлыҡ итә, башта аңлайышһыҙ кеүек булһа ла, күпмелер ваҡыттан интернетта осраған берәй текстың ниндәй телдән икәнен аңғара башлайһың, һүҙҙең ни хаҡта барғанын тойомлайһың.

#109 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
 

Отправлено 11 Июнь 2012 - 09:53

Һөйөнсө!!! Эсперанто телендә башҡорт теле тураһында Вячеслав Чернев бик ныҡ тулыландырып, хаталарын төҙәткән мәҡәлә Юғары сифатлы мәҡәлә статусы алды!!! Бына ул мәҡәлә
http://eo.wikipedia.org/wiki/Ba%C5%9Dkira_lingvo
Ә бына маҡтаулы исем алыу тураһында ҡарар:

http://eo.wikipedia.org/wiki/Vikipedio:Proponoj_por_legindaj_artikoloj#Ba.C5.9Dkira_lingvo

http://vk.com/away.php?to=http%3A%2F%2Feo.wikipedia.org%2Fwiki%2FVikipedio%3ALegindaj_artikoloj

#110 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
 

Отправлено 15 Июнь 2012 - 07:06

Һөйөнсө! Вячеслав Йәһүдсә-башҡортса һүҙлек асты!!!
Израилдә йәшәгән милләттәштәрҙең быны эшләүгә ҡушылыуҙарын үтенәбеҙ!
http://incubator.wikimedia.org/wiki/Category:Wt/ba/%D0%99%D3%99%D2%BB%D2%AF%D0%B4_%D1%82%D0%B5%D0%BB%D0%B5_%D2%BB%D2%AF%D2%99%D0%BB%D0%B5%D0%B3%D0%B5


Мин тәржемәләгән Викиһүҙлектәр:

http://incubator.wikimedia.org/wiki/Category:Wt/ba/%D0%A2%D3%A9%D1%80%D3%A9%D0%BA_%D1%82%D0%B5%D0%BB%D0%B5_%D2%BB%D2%AF%D2%99%D0%BB%D0%B5%D0%B3%D0%B5
Төрөксә-башҡортса һүҙлек.

http://incubator.wikimedia.org/wiki/Category:Wt/ba/%D0%9C%D0%BE%D0%BD%D0%B3%D0%BE%D0%BB_%D1%82%D0%B5%D0%BB%D0%B5_%D2%BB%D2%AF%D2%99%D0%BB%D0%B5%D0%B3%D0%B5
Монголса-башҡортса һүҙлек

Бында ла ярҙам кәрәк! Йәштәр, эшләүегеҙ халыҡ өсөн, өйрәнеүегеҙ - үҙегеҙ өсөн! :) Ҡушылығыҙ!

#111 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
 

Отправлено 15 Июнь 2012 - 10:56

Израилдә йәшәгән төрки халыҡтар бергә ойошоп, "Мирас" тип аталған сайт сығарып килә. Сайтты алып барыусы, ошо ойошма етәкселәренең береһе, башҡорт милләтле Рауил Садиҡов. Ул Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайҙарында ла делегат булараҡ ҡатнашҡайны.
Мин уға йәһүдсә-башҡортса һүҙлек эшләүҙә ҡатнашыуын һорап хат ебәрҙем.

Әлегә ул сығарған сайт менән таныша тороғоҙ.
http://miras-turkic.blogspot.com/search?updated-max=2011-10-27T22:13:00-07:00&max-results=3

#112 Рөстәм Нурыев

 
Рөстәм Нурыев

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 106 сообщений
 

Отправлено 01 Ноябрь 2012 - 07:15

Кисә, 31 октябрь Башҡорт Википедияһында 20000-се мәҡәлә яҙылды. "Башҡорт ихтилалы (1681-1684)" тип атала. Был ихтилал бик ҙур була, бөтә Тарихи Башҡортостан биләмәһен яйлап ала. Башҡорттарҙы көсләп суҡындырыу (христианизация) сәйәсәтенә ҡаршы сыҡҡан яу була. Ҙур ҡорбандар бирелгән башҡорт милләтен, мосолман динен һаҡлап алып ҡалыу өсөн. Милләтебеҙҙе, динебеҙҙе, телебеҙҙе онотмайыҡ, туғандар. Үҙебеҙ хаҡында хәҡиҡәтте бер ниндәй сикләүһеҙ һәм цензураһыҙ Википедияла яҙып була. Башҡорт телендә һәм донъяла йәшәгән барлыҡ башҡа халыҡтар телендә. Башҡортса Википедия төҙөүгә ҡушылығыҙ, бөтә донъя башҡорттары!!!
http://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%91%D0%B0%D1%88%D2%A1%D0%BE%D1%80%D1%82_%D0%B8%D1%85%D1%82%D0%B8%D0%BB%D0%B0%D0%BB%D1%8B_(1681%E2%80%941684)

#113 Ilgiz

 
Ilgiz

    Тархан

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPip
  • 594 сообщений
 

Отправлено 11 Октябрь 2013 - 08:21

«Вконтакте» на башкирском

11 октября 2013, 17:10
С сегодняшнего дня все желающие смогут использовать социальную сеть «Вконтакте» на башкирском языке.

Новый интерфейс популярного сайта разработал дизайнер Ильдар Киньябулатов совместно с тридцатью добровольцами-переводчиками, среди которых есть писатели, учителя и журналисты. На реализацию проекта было потрачено шесть лет, энтузиасты перевели семнадцать тысяч текстов и разработали башкирские аналоги современных терминов интернета.

Создатели башкирской версии консультировались у ученых Института истории языка и литературы Уфимского научного центра РАН, получили одобрение администрации «Вконтакте». Следующие две недели пользователи будут тестировать новый интерфейс и искать в нем ошибки. Чтобы активировать башкирскую версию, достаточно зайти со своего аккаунта в «Мои настройки» и поменять язык.






Башфорум на Башпортале
BaShFoRuM