Перейти к содержимому




Башфорум находится по адресу; www.forum.bash-portal.ru
Фото

Природа так совершенна!


Эта тема находится в архиве.. Вы не можете здесь отвечать.

44 ответов в этой теме

#21 ҠунаҡЛиә_*

 
ҠунаҡЛиә_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 24 Февраль 2011 - 02:23

Синица - һары түш, тип тә әйтәләр.
Турғайҙарҙың исемдәре. Э.Ф. Ишберҙиндың "Башҡортостан ҡоштары" китабынан:
Аҡбаш турғай - пуночка
Ала таштурғай - чернопегая каменка
Алағанат турғай - зяблик
Бесбесей - московка
Буҙ турғай - лесной жаворонок
Бүрекле тебейек - хохлатая синица
Бүрекле һабан турғайы - хохлатый жаворонок
Буран турғайы - белая лазоревка
Йәшел турғай - зеленушка
Киндер турғайы - коноплянка
Күкбаш турғай - лазоревка
Кәрлә турғай - желтоголовый королек
Ҡамыш турғайны - камышевая овсянка
Ҡарабаш турғай - большая синица
Ҡоролдай - ремез
Ҡупшы турғай - щегол
Ҡыр турғайы - полевой воробей
Ҡыҙыл турғай - обыкновенная чечевица
Ҡыҙылтүш - снегирь
Мамыҡас - длиннохвостая синица
Таҡыя турғай - обыкновенная чечетка
Сырҡылдаҡ турғай - бормотушка
Сырлауыҡ - белокрылый жаворонок
Таң турғайы - зарянка
Туғай турғайы - дроздовидная камышевка
Үрмәлсек турғай -поползень
Һабан турғайы - полевой жаворонок
Һаҙ турғайы - дубровник
Һарытамаҡ турғай - садовая овсянка
Һары турғай - чиж
Һыу турғайы - оляпка
Шыршы турғайы - клест-еловник
Әберсә турғайы - зеленая пересмешка
Юл турғайы - лапландский подорожник
Ялпылдаҡ - малый жаворонок
Урман дәүете - лесной конек
Йүрелек - лесной жаворонок

#22 ҠунаҡЛиә_*

 
ҠунаҡЛиә_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 24 Февраль 2011 - 10:16

Аҡбаш турғай - пуночка йәки полярный воробей - аҡ түшле, аҡ башлы турғай. Аҡ турғай тип атарға ла була уны. Төньяҡҡа яҙ сәләмен алып килеүсе тәүге ҡошсоҡтар.

#23 il-bash

 
il-bash

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 112 сообщений
 

Отправлено 25 Февраль 2011 - 12:12

Һабан турғайы - полевой жаворонок


Минен ин яраткан коштарзын берехе :rolleyes: !
Беззен ялан яктарынын йэме ул!

#24 hылыукай

 
hылыукай

    Мосафир

  • Форум ағзаһы
  • Pip
  • 17 сообщений
 

Отправлено 25 Февраль 2011 - 11:21

кисә төш ваҡытында тышта йөрөгәндә матур ғына ҡошсоҡтарҙы күреп хайран ҡалғайныҡ күршем менән. Ингәс тә өйгә китаптан атамаһын таптым - Мышар (миләш) турғайы икән. Ҡыялап ҡына осалар. Китапта яҙылыуынса улар күберәген ылыҫлы йә ҡатнаш урмандарҙа, шулай уҡ йылға буйҙарында көн итәләр икән. Яҙ баштарында ғына ауыл-ҡалаларға яҡын киләләр. Бына фотоһы:

Прикрепленные файлы



#25 ҠунаҡЛиә_*

 
ҠунаҡЛиә_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 25 Февраль 2011 - 02:26

Ниндәй китапты ҡаранығыҙ? Бүрекле тебейек (хохлатая синица) тип тә яҙылған Ишберҙиндың китабында.

#26 hылыукай

 
hылыукай

    Мосафир

  • Форум ағзаһы
  • Pip
  • 17 сообщений
 

Отправлено 25 Февраль 2011 - 02:42

"Птицы Южного Урала" тигэн китапта. Авторҙары: М.Г. Баянов м-н А.Ф. Маматов.
Уфа. Китап.2009й.

#27 ҠунаҡЛиә_*

 
ҠунаҡЛиә_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 25 Февраль 2011 - 02:57

"Птицы Южного Урала" тигэн китапта. Авторҙары: М.Г. Баянов м-н А.Ф. Маматов.
Уфа. Китап.2009й.

Яңы http://www.kitap-ufa.ru/catalog/index.php?SECTION_ID=117&ELEMENT_ID=1092&sphrase_id=1518 шул. Заказ биргәйнем уға, килмәне. Һатыуҙа бөткән, күрәһең. Мышар турғайының рәсеме лә шул китаптан мы?

#28 hылыукай

 
hылыукай

    Мосафир

  • Форум ағзаһы
  • Pip
  • 17 сообщений
 

Отправлено 25 Февраль 2011 - 03:23

Мин интернеттан алдым ул фотоны. Айырма юҡ китаптағы менән. бары икенсе яҡҡа боролоп ултырған ҡошсоҡ ;)

#29 ҠунаҡЛиә_*

 
ҠунаҡЛиә_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 25 Февраль 2011 - 06:44

Матур, уңышлы фото. Китапта ла шундай фотолармы икән, тип улағайным. Сөнки мин ҡараған китапта аҡ-ҡара төҫтәге һүрәттәр генә.

#30 hылыукай

 
hылыукай

    Мосафир

  • Форум ағзаһы
  • Pip
  • 17 сообщений
 

Отправлено 25 Февраль 2011 - 08:01

Матур, уңышлы фото. Китапта ла шундай фотолармы икән, тип улағайным. Сөнки мин ҡараған китапта аҡ-ҡара төҫтәге һүрәттәр генә.

Төҫлө фотолар бар. Ҡоштарҙың атамалары урыҫ, башҡорт һәм латин телендә бирелгән.Ҡоштарҙы отряд - ғаиләләргә бүлеп тасуирлағандар. Бик мәғлүмәтле китап.

#31 ҠунаҡЛиә_*

 
ҠунаҡЛиә_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 28 Февраль 2011 - 03:37

Тағы ла ошо ҡошсоҡ бигерәк ныҡ оҡшаны. Буран турғайы - белая лазоревка. Ундай ҙа матур ҡоштар булыр икән. Бик һирәк осрай, тип яҙалар.

#32 Ҡунаҡjabashkir_*

 
Ҡунаҡjabashkir_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 28 Февраль 2011 - 11:16

Тағы ла ошо ҡошсоҡ бигерәк ныҡ оҡшаны. Буран турғайы - белая лазоревка. Ундай ҙа матур ҡоштар булыр икән. Бик һирәк осрай, тип яҙалар.

Лиә апай! Ҡайҙан ундай ҡоштарҙы табаһығыҙ ул? Мин быйыл тик турғай менән һайыҫандан башҡа ҡоштарҙы күргәнем юҡ... Ҡарғаны бәлки әҙерәк күргәнемдер :huh:

#33 ҠунаҡЛиә_*

 
ҠунаҡЛиә_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 28 Февраль 2011 - 11:54

Лиә апай! Ҡайҙан ундай ҡоштарҙы табаһығыҙ ул? Мин быйыл тик турғай менән һайыҫандан башҡа ҡоштарҙы күргәнем юҡ... Ҡарғаны бәлки әҙерәк күргәнемдер :huh:

Аҡбаш турғайҙы(полярный воробей, пуночка) уҡып, фотоһон ҡарап ҡына белә инем. Яҙ баштарында ҡала ситендә осраны. Тундраға яҡын. Асфальтта ирегән ҡар һыуҙары янында ял итәләр ине. Тәү тапҡыр күргәс, күҙемә ышанмай ҙа торҙом. Ап-аҡ ҡына турғайҙар, бәләкәс туп шикелле күңелле генә һикерешеп, ҡояш нурҙарында һыу эсәләр ине. Ә бына күк бүрекле һары түште(лазоревка) һәм буран турғайын (белая лазоревка) интернеттан күреп кенә беләм. Бәләкәй сағымда ҡарлуғастарҙың электр сымына ултырып концерт ҡуйғандарын ҡарарға ярата инем. Ихласлап тороп нимәлер көйләй, һөйләй ине матур ҡошсоҡтар.

#34 Ҡунаҡjabashkir_*

 
Ҡунаҡjabashkir_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 01 Март 2011 - 08:41

Аҡбаш турғайҙы(полярный воробей, пуночка) уҡып, фотоһон ҡарап ҡына белә инем. Яҙ баштарында ҡала ситендә осраны. Тундраға яҡын. Асфальтта ирегән ҡар һыуҙары янында ял итәләр ине. Тәү тапҡыр күргәс, күҙемә ышанмай ҙа торҙом. Ап-аҡ ҡына турғайҙар, бәләкәс туп шикелле күңелле генә һикерешеп, ҡояш нурҙарында һыу эсәләр ине. Ә бына күк бүрекле һары түште(лазоревка) һәм буран турғайын (белая лазоревка) интернеттан күреп кенә беләм. Бәләкәй сағымда ҡарлуғастарҙың электр сымына ултырып концерт ҡуйғандарын ҡарарға ярата инем. Ихласлап тороп нимәлер көйләй, һөйләй ине матур ҡошсоҡтар.

Кунелегез таза инде ату, улай матур коштар осрагас юлыгызза

#35 ҠунаҡЛиә_*

 
ҠунаҡЛиә_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 01 Март 2011 - 09:11

Это чистое везение. Оказаться в нужное время в нужном месте. Перевести взгляд в нужном направлении.
Беҙ ул көнө иптәшем менән тундраға прогулкаға сыҡҡайныҡ. Унда әҙ мәҙ ҡар асылған, ә ҡар аҫтында ҡыш сыҡҡан ҡыҙыл көртмәле еләктәре күренә ине. Ҡоштарҙың яратҡан ризыҡтары. Ысынында, иһә, ундай матур күренештәрҙе күреү минең өсөн ҙур бәхет. Тәбиғәткә күҙ һалып, ихтибарлыраҡ булғанда, күрергә булалыр инде ул тәбиғәттең "йылмайыуын".

#36 il-bash

 
il-bash

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 112 сообщений
 

Отправлено 01 Март 2011 - 11:45

Былтыргы королоктан йэнлек-коштарга ла ауырга тура килгэн ахыры. Яланда иген унмагас сыскандар урсей алманы, шугалыр толколэр( карсак?) ауылдан сыга белмэнелэр, сыйнап-кыскырып эттэрзе куркытып боттолэр. Кырагай йэнлек-кощтар, эйтерхен ярзам хорап, кеше торган ергэ якынлашты.
Бузэнэлэр бакса артындагы ерзе тибеп карайтып боттолэр. Э бурелэр- э бурелэр беззэ юк. :blink:
Э бер йылгыр око( сова ) беззен келэттэ ботонлэйгэ кышларга калды. :blink: Элбиттэ бындай кунакка шат булдык, узенэ эшен дэ йокмэтеп куйзык: хэзер ул ЗАВСКЛАД та, ОХРАННИК та. Иген тулы келэтте комхоз сыскандарзан, тыскак тургайзарзан хаклай. Кон аша ашатып торам (сонки тургайзар унда бутэн кермэй, сыскандар за куптэн ояламай). Хозомтэхе- келэттэ тазалык, тэртип!!! Ике як та кэнэгэт :lol:

#37 ҠунаҡЛиә_*

 
ҠунаҡЛиә_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 02 Март 2011 - 01:32

Шулай итеп, тағы ла бер йорт ҡошо өҫтәлде: йорт өкөһө.
Афарин, Илнур.

#38 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
 

Отправлено 02 Март 2011 - 10:49

http://images.yandex.ru/yandsearch?text=%D0%B3%D0%BB%D1%83%D1%85%D0%B0%D1%80%D1%8C%20%D0%BF%D1%82%D0%B8%D1%86%D0%B0%20%D1%84%D0%BE%D1%82%D0%BE&rpt=simage&p=0&img_url=www.2tver.ru/files/tours/darvinskij_zapovednik/darvinskij_2.jpg

Бына ошо ҡошто мин Белорет районының Ямантау тирәһендәге юлдан уҙғанда күрҙем. Яҙға табан Өфөнән ҡайтып бара инек. Юлдың ситенә сығып баҫҡан да ҡымшанмай ҙа баҫып тора. Муляж тиерһең. Үҙе шундай матур. Машиналарҙы ла күрмәй-ишетмәй, күҙе тонған. Юҡҡа ғына глухарь тимәйҙәр икән урыҫтар. Һуйыр уйнаған ваҡытта (токование) үҙенә пар эҙләп, уны ғына ишетә, уны ғына күҙләй.

Беҙ ҡала ситендә йәшәйбеҙ. Яңы ғына беҙҙең өй янына ла өкө осоп килгән.

#39 ҠунаҡЛиә_*

 
ҠунаҡЛиә_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 02 Март 2011 - 11:41

Ишек алдындағы утынлыҡҡа тумыртҡа осоп килә торғайны. Бик етди туҡылдай, туҡылдай ҙа һаубуллаша ине. Йәшел тумыртҡа тураһында уҡығайным. Бәхетле кешеләргә осрай, тип. Аҙаҡ ҡайҙалыр күрҙем кеүек. Өфөнөң "Урмансылар" паркында булды шикелле. Йәшел бәрхәт елән кейгән тумыртҡа.

#40 il-bash

 
il-bash

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 112 сообщений
 

Отправлено 04 Март 2011 - 12:50

Шул око менэн бэйле бала сакта бер хэл булгайны. Ергэ кар ятыу м-н без ауыл малайзары сангы тагып кына йорой инек. Мэктэпкэ сангыла, мэктэптэн сангыла, хунынан бергэ йыйылып тагын сангыла шыуырга сыгып китэ инек. Арымайза инек бит эле, йэхэнэм ерзэргэ йорой инек. ;) Шулай бер кондо дус малай менэн гэзэттэгесэ сыгып киттек аръякка. Унда хозурлык!!! Калын карга торонгэн агас-кыуактар, кызарып янаган голъемеш, куян-толколэр ярып боткэн тар хукмактар... Шулай тугай буйзарын кыззырып йорогэндэ тал арахынан капыл гына зур, ак бер кош осоп китте. Озак осмай икенсе бер талдын ботагына кунды. Беззэ, бындай кошто тэу кургэндэрзэ, зур кызыкхыныу уянды, уны якындан курергэ телэнек. Шуга ла иплэп кенэ, талдарзы урап утеп якынларга булдык. Бына нихайэт(!!!)- ана ултыра, якында гына: ак тостэ, кара-сыбар тортколо, гэлэмэт зур (50-60см тирэхе), мохабэт кэузэле кош!. Тик озак карап хокланып булманы, шул сакта кемебеззер талдарзан арырак капма-каршы якта тагын ике кешене абайланы, берехе беззен якка мылтыгын тоскап тора ине, хэм иптэшем: "Ят!!!"- тип кыскырзы. Икебеззэ корт эсендэ ятабыз, хэм нишлэптер колэбез. Атыу тауышы янгыраны...хэм горур кошобоз таш хын кеуек карга килеп тошто... Беззен ауыл агайзары икэн, йэнэхе нисэнсезер йэйзэ, нисэнсезер йылда кемдендер тауыктарын кыйраткан, был яуыз кошто куптэн аулайзар икэн( сак узебеззе лэ аулап куймагайы :angry: ). Кош йэл булды, нишлэптер мин уны ишу ойгэ алып кайттым, кыш буйына аласыкта ятты тунып.
Э быйыл тагы ла шундай кошто курзем ике тапкыр. Беренсехе гэзэттэгесэ сангыла шыуганда, икенсехе прямо ауыл уртахында ускэн карт ойэнке агасы башында. Шул бер ук кош булгандыр. Интернеттан караным, тик уга окшаган кош тапманым. Бэлки поляр окохолор,бэлки сипуханын бер торолор, белмэем.




Башфорум на Башпортале
BaShFoRuM