Перейти к содержимому




Башфорум находится по адресу; www.forum.bash-portal.ru
Фото

Башватҡыс


Эта тема находится в архиве.. Вы не можете здесь отвечать.

25 ответов в этой теме

#21 инсафлы

 
инсафлы

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 224 сообщений
 

Отправлено 09 Февраль 2013 - 05:06

Яуабы шул тирәлә
Йөрөп ята йүгереп.
Шул уҡ ялан һәм дә йәй
Тик үҫмәй унда иген.


Ҡыш уртаһында һағышҡа
Бирелдерттерҙең,Лиә.
Бесәнлектәр иҫкә төштө,
Яуап түгелме "күбә"?

Үҙем тағы аптырайым,
Күбә бит ул йүгермәй.
Форумдаштар яуап табыр,
Мин ҡалырмын өлгөрмәй.

#22 ҠунаҡЛиә_*

 
ҠунаҡЛиә_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 09 Февраль 2013 - 06:10

Эйе, күбә - бәпестәр
Йүгерешә һаҡ ҡына.
Бер урынға йыйылғас,
Кәбән - атай ҡойола.

Афарин, Сапсан һәм Инсафлы.

#23 CancaH

 
CancaH

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 705 сообщений
 

Отправлено 10 Февраль 2013 - 06:40

Ҡулға алдым клавиатура,
Әйтәм йомаҡ ҡапыл-ғара:
Ҡурыштыра, бөрөштөрә,
Ике ҡулды һуғыштыра
.

#24 инсафлы

 
инсафлы

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 224 сообщений
 

Отправлено 11 Февраль 2013 - 07:58

Ауыҙҙы ныҡ ҡурыштыра,
Ашаһаң ҡара муйыл.
Мин яратам авокадо,
Тыңлаған йырым "Уйыл".

Тота килеп ҡапыл-ғара
Бер кем дә бит һуғышмай.
Ә хәмерҙән иҫергәндәр
Ҡалмай инде туҙышмай.

Әллә ниҙәр уйлап бөттөм,
Йомаҡ йоморо ҡалай.
Ҡурыштырған,бөрөштөргән,
Моғайын,"Һыуыҡ бабай"!

#25 CancaH

 
CancaH

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 705 сообщений
 

Отправлено 11 Февраль 2013 - 07:36

Ай, әттәһе… инсафлы,
Күрәһең, бик тә башлы,
Бик тиҙ генә яуапты
Оҙаҡҡа һуҙмай тапты.
Улай булғас бик телсән,
Тағы бер йомаҡ әйтәм:
Алып батыр килгән,
Ҡалҡанын түргә элгән.


#26 инсафлы

 
инсафлы

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 224 сообщений
 

Отправлено 12 Февраль 2013 - 10:23

Кем йомаҡҡа яуап белмәй,
Ҡойоусыға өй бирә.
Риза булдырғансы һайлай,
Ҡалмай бер яҡын-тирә.

Өфөлә өйҙәр белмәгәс,
Аҡыл бер әмәл тапты.
Беҙҙең Лиә ҡайҙа булған,
Ул беләлер яуапты.




Башфорум на Башпортале
BaShFoRuM