Перейти к содержимому




Башфорум находится по адресу; www.forum.bash-portal.ru
Фото

"Юлдаш" радиоһы һөйләй !


  • Please log in to reply

49 ответов в этой теме

#21 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 31 Май 2011 - 11:37

Хм-м, хм-м хэм хм-м... Миңә икенсе төрлөрәк аңлатҡайнылар: йәнәһе башҡорт телендә һуҙҙәр ялғау ҡушыу ярҙамында барлыҡҡа килә ( мөмкин-лек ). Тимәк, "мөмкин"гә "се"не ҡушһаң "мөмкинсе" тигән туҙға яҙмаған нәмә килеп сыға.
Һығымта: МӨМКИНСЕЛЕК- туҙга яҙылмаған һүҙ.))) Белмәйем тағы... Шуға ла хм-м, хым-м...

Ә ҡорт-со-лоҡ? Мал-сы-лыҡ?Күрәҙә-се-лек (әйткәндәй, күрәҙәлек тигән синоним варианты ла бар), һал-сы-лыҡ.

Шул уҡ ваҡытта ҡорт-лоҡ ҡортсолоҡ менән синоним түгел, ҡыҙыҡ, эйе бит? Маллыҡ, һаллыҡ та шулай.

#22 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 02 Июнь 2011 - 12:44

Мыжыҡ инәй тағы сәбәп тапты :D
Бөгөн иртән бер һылыу "Кил иркәм, мин көтәм!" - тип йырланы. Әй Ципылданы инде!

#23 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 06 Июль 2011 - 11:50

Баҡсанан ҡайтып, еләк таҙарта-таҙарта йыр тыңлайым. Кәйеф ҡырыла ла ҡуя бит йыш ҡына концерт тыңлай башлаһаң.. Бына әле лә рок-музыка,рэп, йәнәһе (нимәгә кәрәктер инде ул башҡортса!!! Беҙҙең үҙебеҙҙең йыр культураһы башҡаларға биргеһеҙ)Эш унда ла түгл, йырлайҙар икән, тыңлаусыһы ла барҙыр. Әммә "һӘй-һӘй" тиәһе урынға икенсе өн ҡуйып йырлауҙары телебеҙ өсөн рәнйеү тойғоһо уятты. Килеп тороп неприличный һүҙ!Килеп тороп юл һайын ҡабатлана. Берәйһенең бөйөрө менән проблема юҡтыр бит?! Артынса бер һылыу "танауыңды күтәр, йәш түкмә" тип көйләп ебәрҙе. "Нос не вешай" тигәндәндер инде. Ә башҡортса танау күтәреү - эреләнеү, тәкәбберләнеү тигән мәғәнә бирә.

#24 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 14 Июль 2011 - 01:56

Кисә Шашлык тураһында йәнле эфирҙа һөйләшеү барҙы. Тура эфир тимәйем, йәнле тим, сөнки ошондай матур тәржемәһе бар прямой эфир тигәндең туғандаш төрки халыҡтарҙа. Һәм был кәнт үҙенә тап килә. Шылтыратып оҙаҡ ала алманым. Элек тә шулай булғаны бар ине. Шул уҡ ваҡытта алып барыусының шылтыратыусыларға ҡытлыҡ кисергәне тойолоп тора ине. Күрәһең, бер-беренә ҡамасаулап, береһе лә радиоға эләгә алмай. Шулай ҙа, ниһайәт, эләктем. Шашлык түгел, шешлек, тип төҙәтмә индерҙем башта. Алып барыусы бик ышанып бөтмәне шикелле. Ысынлап, был беҙҙең боронғо ризығыбыҙ. Шеш - ут өҫтөндә ит ҡыҙҙырыу өсөн тәғәйенләнгән осло нәҙек ағас йә тимер. Балыҡ теҙә торған осло сатала ағасты ла шеш тиҙәр. Шешлек икәненә дәлил итеп Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу риүәйәтенән өҙөк: "Бөгөн төндә төш күрҙем, ут ҡашында шеш күрҙем, шеш осонда ит күрҙем" Шешлеккә, әйткәндәй, алмағас менән төтәҫләү хуш еҫле тәм өҫтәй. Баҡсабыҙҙағы ҡарт алмағасты ҡырҡҡас, турап әҙерләп ҡуйҙыҡ, шуны ҡулланабыҙ.Йөҙөм ботаҡтары тағы ла тәмлерәк итә. Туҡ эсәктән шешлек ҡурыуҙы һөйләнем. Эсәкте таҙартып йыуғас, һеркәле һыуға төнгөлөккә һалып ҡалдырырға. Лайлаһы бик тиҙ айырыла шулай иткәндә. Эсәк ап-аҡ булып таҙара. Уны тар ғына таҫма итеп теләһең дә, ит әҙерләгән кеүек үк тәмләткестәр, маринад менән әҙерләйһең. шешкә спираль рәүешле урап, ҡраһың. Кетерҙәп торған туҡлыҡлы, тәмле ризыҡ табынығыҙҙы йәмләр, күңелегеҙгә хуш килер.

#25 Ханума

 
Ханума

    Мырҙа

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPip
  • 94 сообщений
  • Ырыуым:Ырыуһыҙмын
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 16 Июль 2011 - 06:07

Хм-м, хм-м хэм хм-м... Миңә икенсе төрлөрәк аңлатҡайнылар: йәнәһе башҡорт телендә һуҙҙәр ялғау ҡушыу ярҙамында барлыҡҡа килә ( мөмкин-лек ). Тимәк, "мөмкин"гә "се"не ҡушһаң "мөмкинсе" тигән туҙға яҙмаған нәмә килеп сыға.
Һығымта: МӨМКИНСЕЛЕК- туҙга яҙылмаған һүҙ.))) Белмәйем тағы... Шуға ла хм-м, хым-м...



Шулай аптырарга урын бар ул...Мин дә уйланғаным бар. Ауыҙҙы ябалар һуҙлектә шулай тип. Беренсенән, һуҙлеккә халыҡтын дәғуәләре куп ул. Уны критерий итеп алыу дороҫ микән, тигән һорау ҙа тыуып ҡуя. Ғәфу итегеҙ, һуҙлек эше катмарлы икәнен дә беләм, әммә әйтмәй ҙә булмай. Был Һуҙлек гәзит теленә таянып эшләнде шикелле ул.Журналистар тукһанынсы йыларҙа әуҙем эшләне яны һуҙҙәр буйынса. (әуҙем тигән һуҙ ҙә шул осорҙа тыуҙы, студенттар талип булып китте).
Ләкин төп критерий - классик әҙәбиәтебеҙ. Һ.Дәуләтшина, З.Биишевалар телмәре. Улар момкинселек тигән һуҙҙе бер кулланһасы.Юк бит.
Сы-се ялғауына килгәндә. Ҡортсо тигән һуҙ бар, шуга ҡортсолоҡ. Малсы - малсылыҡ. Момкинселек тип гәзит һойләй, халыҡ һойләмәй.
Ә бына тағы бер һуҙ аҙып бара "ыҙалап". Йәш яҙыусылар, прозаиктар шулай яҙа, гәзит яҙа. Дороҫө "ыҙаланып" , йәғни, яфаланып. Кемделер ыҙаларға була. Ә "...ҡайҙалыр ыҙалап барып етте" тугел, "ыҙаланып барып етте". "Ыҙалап ғумер итте" тугел, "ыҙаланып ғумер итте".Ж.Кейекбаевты укырга кәнәш бирер инем йәштәргә.
Бына йәш кешенен телгә иғтибары шатландырҙы әле. Афарин.

#26 Зайнулла Ырымбур

 
Зайнулла Ырымбур

    Мырҙа

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPip
  • 363 сообщений
  • Ырыуым:Күбәләк
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 16 Июль 2011 - 06:14

Яңылашыһығыҙ. "Ыҙалап ғүмер итте" дөрөҫ. Ә "ыҙаланып ғүмер итте" - белмәйем, бәлки дөрөҫтөр.

#27 Ханума

 
Ханума

    Мырҙа

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPip
  • 94 сообщений
  • Ырыуым:Ырыуһыҙмын
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 16 Июль 2011 - 06:35

Яңылашыһығыҙ. "Ыҙалап ғүмер итте" дөрөҫ. Ә "ыҙаланып ғүмер итте" - белмәйем, бәлки дөрөҫтөр.


Мин әҙәби тел нормалары тураһында...

#28 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 16 Июль 2011 - 09:36

Яңылашыһығыҙ. "Ыҙалап ғүмер итте" дөрөҫ. Ә "ыҙаланып ғүмер итте" - белмәйем, бәлки дөрөҫтөр.

Белмәйем, бәлки, диалекттыр, әммә Инйәр-ҡатайҙар, ыҙалап ҡайттым, ыҙалап йәшәне, бахыр, тип һөйләй. Ә кемгәлер яфа, ыҙа күрһәтеүҙе ЫҘАЛАТЫУ тип атайҙар.

#29 elvira

 
elvira

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 712 сообщений
  • Город:Уфа
  • Ырыуым:Мең
  • Ораным:Алаҫ!
  • Ҡошом:Ыласын
  • Ағасым:Ҡарама
 

Отправлено 16 Июль 2011 - 10:39

Мин әҙәби тел нормалары тураһында...


Белмәйем, бәлки, диалекттыр, әммә Инйәр-ҡатайҙар, ыҙалап ҡайттым, ыҙалап йәшәне, бахыр, тип һөйләй. Ә кемгәлер яфа, ыҙа күрһәтеүҙе ЫҘАЛАТЫУ тип атайҙар.


"Ызалап" тигэн кунелгэ лэ, колакка ла ятмай. Катайзар эйтhэ эйтер ул... Минен бер курсташым катай башкорто ине, икенсеhе - Каризел районы мишэре, мин - Дим буйы башкорто. Осэулэшеп гел бергэ йорой торгайнык, улар икеhе - айырылмас эхирэттэр бер-береhен hис анламайзар, шуга рус телендэ аралашалар, э мин уларзы игтибар менэн тынлаhам икеhен дэ якшы анлайым, улар за мине анлай. Хатта мишэр кызы мине татар тип уйлаган икэн. Бишенсе курска еткэс кенэ бер вакыт: "Эльвира, hин башкортмо ни ул? Мин бит hине татар тип уйланым биш йыл буйына. Ни эшлэп мин hине якшы анлайым да, Белореттарзы анлай алмайым," тип аптырагайны. :lol: Уларзын hэр береhенен hойлэшен анлауы ысынлап енел тугел. Береhе "чыкылдай", икенсеhе - "hаhылдай", етмэhэ hуззэрзе "йотоп" hойлэй :rolleyes:
"Ызаланыу"га килгэндэ инде... беззен як кешеhе "интегеп йэшэнем" тип эйтер ине :unsure:

Сообщение изменено: elvira (16 Июль 2011 - 10:40 )


#30 Зайнулла Ырымбур

 
Зайнулла Ырымбур

    Мырҙа

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPip
  • 363 сообщений
  • Ырыуым:Күбәләк
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 17 Июль 2011 - 10:52

Мин әҙәби тел нормалары тураһында...

Мин дә.

#31 Ханума

 
Ханума

    Мырҙа

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPip
  • 94 сообщений
  • Ырыуым:Ырыуһыҙмын
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 18 Июль 2011 - 09:11

Ғәфу итегеҙ. Ләкин норма бер торло булган осон дә - норма тигән ҡарашта торам.Әҙәби тел бар, диалект бар.

#32 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 18 Июль 2011 - 09:36

Бөгөн Юлдаш йәнә "һөйөндөрҙө"
врачтар Уго Чавестың эсендә яман шеш табыуға өлгәшкәндәр , тип :(
Бик тырышҡандарҙыр инде

#33 Ханума

 
Ханума

    Мырҙа

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPip
  • 94 сообщений
  • Ырыуым:Ырыуһыҙмын
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 18 Июль 2011 - 09:50

Тағы бер мәрәкә иҫкә төштө әле: "Юлдаш"та йырлаталар гел генә: "Иренмәйсә(!) ҡабатлайым - яратам һине"

#34 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 20 Июль 2011 - 11:19

Йәнә бер йыр яңғыратты Юлдаштан бер һылыу - "хейәнәт" бик өҙгөләнде инде балаҡай. Беҙҙең замандарҙа "хыянат" тиҙәр ине. Әллә грамматика үҙгәргәнме ул?

#35 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 26 Июль 2011 - 06:10

Юлдаш радиоһы Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәр өсөн йәнле эфир үткәрҙе. Алып барыусы Швейцария Башҡортостандың "тырнағына" ла тормай тип үк ебәрҙе.

Шулаймы икән? Һис шикһеҙ, республикабыҙ матур! Белорет, Бөрйәнде, урманлы тауҙарыбыҙҙы Швейцария менән дә сағыштырып була. Яңыраҡ шул илдә булып, үҙ күҙҙәрем менән күреп ҡайттым, инандым быға. Швейцарияға һис оҡшамаһа ла, тыуған ерем бит ул Белорет, мин уны яратыр инем, иң матуры һанар инем.
Ә шулай ҙа...
Швейцария - йәй уртаһына тиклем һырттарында ҡар ятҡан Альп тауҙары иле. Бейек тауҙар. Ямантау улар янында - бала ғына. Шул бейек тауҙарҙы ҡаплап алған урмандарын ботап, уйпат-уйпат ботамаларҙа утарҙар, ауылдар булып йәшәп ята швейцарҙар. Беҙ бит тау итәктәрендә,үңерҙәрҙә, тигеҙлектәрҙә урынлашырға тырышҡанбыҙ. Малды көтөүсе йөрөткәнен күрмәнек - кәртәләп алынған яландарҙа тоталар. Береһендә үлән бөтһә, икенсеһенә күсерәләрҙер. Дым күп, үлән бейек.
Швейцария сырҙары менән дан тота. Уйлап ҡараһаң, ниңә беҙҙең таулы яҡтарҙа шул шөғөлгә тотонмайҙар икән?
Бесән ваҡыты ине: яландарҙа кеше юҡ, әммә бесән рәттәре күренә, преслап һалынған төктәр тәгәрәп ята.Бер урында ғына - тигеҙлектә - тырма тотоп йөрөгән ирҙе күреп ҡалдым.

Швейцария - донъялағы иң таҙа һыулы ил. Теләгән бер крандан, фонтандан ҡурҡмай эсергә була. Һыуҙың төҫө - йәшкелт зәгәр, лазурный, урыҫсалағанда. Иҫ китмәле матур төҫ!

Ауылдарҙа йорттар бер-береһенән йыраҡ урынлашҡан, һәр кем үҙ баҫыуы эсенә йорт ҡуйып йәшәп ята. Был йәһәттән Инйәр яғы менән сағыштырырлыҡ - ул яҡтағы ауылдарҙа ла йорт эргәһендә баҫыу тотоу ғәҙәти ине элгәре. Хәҙер бөтөп бара.

Тәбиғәтте иҫ киткес ныҡ һаҡлайҙар. Туристар күп, әммә улар өсөн ял итергә бөтөн шарттар булдырылған, юлдар шулай эшләнгән - теләһә ҡайҙа үтеп китеп, сүп-сар ҡалдырып китә алмайҙар.
Тауҙарға бик һирәк күтәреләһең - оҙон-оҙон туннелдәр эшләп бөткәндәр, күбеһе 5-6 саҡрымлыҡ.
Һөйләп бөтөрлөк түгел Швейцарияның матурлығын!
Беҙҙә лә матур!

Тик икеһен ике иҫ киткес сибәр ҡатын итеп күҙ алдына килтерһәң,
беренсеһе - үҙ-үҙен бик ҡәҙерләгән, ҡупшыҡай, зауыҡлы биҙәнгән-төҙәнгән һәм кейенгән
икенсеһе - фуфайка кейгән, аяғында кирза итек, сәс-башы ҡаралмаған


Бына шулай, туғандар! Ултыр ҙа ила ғына инде.

#36 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 05 Октябрь 2011 - 10:38

Юлдашта киске тапшырыуҙы алып барыусы Тол ҡатын тигән һүҙ була, ә тол ир тигән һүҙ юҡ, тип бик ҡаты "һөйөндөрҙө".Әйтеүен әйтәләр инде ул, ир ишектән сығып 3 аҙым баҫһа - халастуй, тип. Эйе, тормошта тол ирҙәр һирәгерәк осрай ҡатындарға ҡарағанда. Әммә был әле "тол ир" статусын юҡҡа сығармай. Бар ул был төшөнсә!Ҡатындар ҙа ирҙәренән алда гүр эйәһе булып ҡуя.

#37 il-bash

 
il-bash

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 112 сообщений
  • Город:Аургазинский
  • Ырыуым:Мең
  • Ораным:Алаҫ!
  • Ҡошом:Бөркөт
  • Ағасым:Имән
 

Отправлено 05 Октябрь 2011 - 12:45

"Юлдаш" радиоһы хеҙмәткәрҙәренә ихтирамым ҙур. Ямғыр тимәй, һалҡын тимәй...һойләй...Олоһона ла, кесеһенә лә тәғәен бай йокмәткеле, матур тапшырыуҙар алып барыла. Ысын мәғәнәһенә халыҡ радиоһы инде. Тик, камиллыҡтың сиге юҡ. Бөтөн кешегә ярап та булмай. Миңә ҡалһа, шуныһы оҡшап етмәй- һәр ваҡыт бер төрлөрәк йырҙар йырлаталар. Эйтерһең, бөтөн йырҙары бер флешкала тупланған һәм унда ла 100 тректан артыҡ һыйҙыра алмағандар. Нимәгәлер ҡайһы бер әртистәргә өҫтөнлөк бирелә, ә ҡайһыларын бөтонләй ҡуймайҙар тиерлек. Ниндәй принцип менән эш итәләрҙер, белмәйем, ләкин был ялҡыта. Башҡорт-рок стиленә лә ихтибар бүленмәй. Легендар "Дәрүиш", "Рух"тарҙың иҫ китмәле йырҙарын тыңлауҙан халык мәхрүм ҡала. "Карауан-һарай"ҙарҙың да күп йырҙары ишетелмәй. Х.б, х.б. Шулай ук йәштәр ижады ла артҡы планда. Э бит улар араһында ла гелән тоҙло-тоҙһоҙ йырҙар ижад ителмәй (мәҫәлән "Арғымаҡ" төркөмө ).

#38 Зианбердин

 
Зианбердин

    Неизвестен.

  • Егет
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 802 сообщений
  • Интересы:http://vk.com/club54956707 или группа «Граффитиология и краеведение»,
    Башкортостана» и другие.
    http://vk.com/club75634890 или «Путеводитель по башкирским древностям»,
    http://vk.com/club81778685 или "Бтиг ччдим",
    http://vk.com/club75581166 или «Толковый словарь башкирских языков»,
    http://vk.com/club75639634 или «О башкирской музыке»,
    http://vk.com/club61429559 или «Наскальные письмена Башкортостана»,
    http://vk.com/club61429586 или «Тексты на предметах»,
    http://vk.com/club61428749 или «Сулпы и кумбазы Башкортостана»,
    http://vk.com/club67747155 или Turkology in Bashkortostan.
    http://vk.com/club61429514 или «Географические указатели Башкортостана»,
    http://vk.com/club61428829 или «Эпитафии Башкортостана»,
    http://vk.com/club65187388 или «Кунгел\\Душа и память»,
    http://vk.com/club61429544 или «Афиши и плакаты, товарные ярлыки, этикетки Башкортостана» и.т.д.
  • Ырыуым:Үҫәргән
  • Ораным:Байһоңғар!
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 05 Октябрь 2011 - 07:19

[quote name='il-bash' date='05 Октябрь 2011 - 12:44' timestamp='1317800705' post='139043']
"Юлдаш" радиоһы хеҙмәткәрҙәренә ихтирамым ҙур. Ямғыр тимәй, һалҡын тимәй...һойләй...]
Гэфу итегез, бэлки темага ла тугелдер...Эммэ, ошо йыр hуззэре хатта "Собор парижской богоматери"-не хэтерлэтэ. Кем язган ине ул койзо?

#39 il-bash

 
il-bash

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 112 сообщений
  • Город:Аургазинский
  • Ырыуым:Мең
  • Ораным:Алаҫ!
  • Ҡошом:Бөркөт
  • Ағасым:Имән
 

Отправлено 05 Октябрь 2011 - 10:17

Уҙҙәре яҙалар ҙа...йырлайҙар ҙа :D

#40 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 06 Октябрь 2011 - 09:02

Әле БСТ-нан ҡотлауҙар тапшырыуы бара. Ике тамсы һыу кеүек Юлдаш тапшырыуҙарына ла оҡшаған. Минеңсә, улар ҡотлауҙарҙы ошондай шаблон буйынса яҙа. Әйтәйек, ир кешене ҡотлағанда:

Ҡәҙерлебеҙ, ирем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ, ҡартатайыбыҙ, ҡоҙабыҙ, ҡоҙабыҙҙың ҡоҙаһы, ағайбыҙ, энебеҙ, кейәүебеҙ, ҡайнағабыҙ, ҡайныбыҙ, дуҫыбыҙ, танышыбыҙ һб... Ҡөпөттин Мөҡөттин улы!
Беҙ һинең ир уртаһы (ике бишле һб) юбилейың менән ҡотлайбыҙ! Ирем, атайыбыҙ.... һб... Һин беҙгә ныҡлы терәк булдың, әсәйебеҙҙе алып, беҙҙе уға бүләк иттең, ат ектең, бесән саптың, утын ярҙың, тиҙәк таҙарттың, ҡар көрәнең һб, иң мөһиме - аҡсаңды апҡайтып биреп торҙоң. Әле лә һин беҙ ҡайтмаһаҡ та, әсәйем менән бесәнеңде эшләп, ҡура тултырып мал тотаһың, бәрәңге үҫтерәһең, ҡайтҡан саҡтарыбыҙҙа итен-майын, йәшелсәһен тейәп ебәреп тораһың. Атай, ирем һб.! Һин беҙгә бик кәрәкһең! Ана шулай, ауырымай, бәлә һалмай ғына йәшәп тор, беҙ ҡайтҡылап йөрөрбөҙ!

Атай, Һиңә ошо шиғырҙы бағышлайбыҙ

Илле йәш ни йәшме ни ул
Кеше йөҙгә лә етә
Ауырмай , ит ебәреп ятһаң
Беҙгә атай шул етә.

Ҡатын-ҡыҙға:
Ҡәҙерлебеҙ, әсәй, ҡатыным, өләсәй һб ( артабан ирҙәр ҡотлауынан ҡарарға)! Һин атайыбыҙға кейәүгә сығып, беҙҙе, 7 балаңды тапҡанһың, йүргәгебеҙҙе йыуғанһың, үтекләгәнһең, артыбыҙҙы һөрткәнһең. Тәмле аштар бешергәнһең, атайыбыҙға ла, беҙгә лә күҙ-ҡолаҡ булғанһың. Туғандар ҙа һин бешергән аштарға йүгереп килеп етеп кенә тора. Бар ергә лә өлгөрәһең - ул калхуз эше, ул баҡса тулы йәшелсә-емеш, сәскә, ихата тулы ҡош-ҡорт, тана-торпо! Хәҙер инде йәй буйы беҙҙең балаларҙы, яратҡан ейәндәреңде ҡарайһың, ыштандарын йыуаһың, арттарын һөртәһең. Бешергән аштарың ашап туйғыһыҙ.Шуны ашарға ҡайтҡы килеп кенә тора. Атайым менән икәүләп сумка-сумка ит, йәшелсә-емеш, бәрәңге ебәреп торағыҙ. Ауырымай-һыҙланмай шулай бик оҙаҡ йәшәгеҙ әле. Һеҙ бит кешегә бәлә һалырға яратмайғыҙ.

Әсәй һ.б.! Беҙ һиңә ошо шиғырҙы юллайбыҙ

Әсәй, һин ҡояш кеүек,
Оҙаҡ йәшә
Һинең күрергә ашҡынып ҡайтып торабыҙ
Ауырмай, мәңге йәшә!

Әсәкәйебеҙ, һин беҙгә бик кәрәк!





0 посетителей читают эту тему

0 пользователей, 0 гостей, 0 скрытых

Башфорум на Башпортале
BaShFoRuM