Перейти к содержимому




Башфорум находится по адресу; www.forum.bash-portal.ru
Фото

"Иҙеүкәй менән Мораҙым"


  • Please log in to reply

Пока никто не отвечал в этой теме...

#1 Ilsur

 
Ilsur

    Егеттәр, алдырып!

  • Admin
  • 1 485 сообщений
  • Ырыуым:Бөрйән
  • Ораным:Тарауыл!
  • Ҡошом:Ҡарсыға
  • Ағасым:Ҡарағас
 

Отправлено 25 Апрель 2008 - 05:48

Иҙеүкәй менән Мораҙым
Эпостың был тексы ике баҫма буйынса билдәле.
Беренсеһе 1940 йылда «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзитенең 26 апрелдән алып 23 майға саҡлы һандарында (№ 95-98, 100, 101, 103-108, 110-116) баҫылған. Ҡулъяҙмаһы Ғилми архивта һаҡлана: ф. З, оп. 12, д. 220, стандарт ҡағыҙҙа 232 бит.
Гәзиттә лә, ҡулъяҙмала ла әҫәрҙең исеме аҫтына «Башҡорт халыҡ эпосы. Мөхәммәтша Буранғол тарафынан яҙып алынған варианттарҙың береһе» тип ҡуйылған, яҙып алынған телендә (Дим һөйләшендә: «һ» урынына — «ҫ», «л» урынына — «ҙ», «т». Мәҫәлән: һөйләү — һөйҙәү, һайлау — һайҙау, эшләү — эштәү, тояҡлы — тояҡты) бирелеүе хаҡында иҫкәрмә яһалған, әммә ҡайҙан, ҡасан, кемдән яҙып алыныуы әйтелмәгән.
Ошо текст, Нур Зарипов тарафынан һөйләшкә хас фонетик айырмалыҡтары әҙәби тел нормаһына һалынып, 1994 йыл Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә айырым китап булып сыҡты. Был томға ла ошо текст алынды.
Икенсеһе шулай уҡ 1940 йылда «Октябрь» (хәҙерге «Ағиҙел») журналының 6 һәм 7 — 8-се һандарында баҫылған. Исеме аҫтына шулай уҡ «Башҡорт халыҡ эпосы. Был вариант Дим һәм Туҡ-Соран буйҙарында йәшәүсе башҡорттарҙан үҙҙәренең һөйләү теле буйынса Мөхәммәтша Буранғол тарафынан яҙып алынған һәм шул телдә үҙгәртелмәй бирелә» тип иҫкәрмә яһалған. Фольклор фондында ҡулъяҙмаһы ла, машинкала баҫылған тексы ла һаҡланмаған.
Сағыштырыу шуны күрһәтә: был ике текст (артабан аңлатмаларҙа һәм инеш мәҡәләлә һүҙ сыҡҡанда, беренсеһе «гәзит баҫмаһы», икенсеһе «журнал баҫмаһы» тип исемләнә) асылда бер үк вариантты тәшкил итә. Уларҙың нигеҙендә 1910 йылда Ғимаҙи Ҡасҡыновтан алынған 1762 йылғы яҙма (инеш мәҡәләлә килтерелә) ята булыр. XVIII быуатта уҡ яҙып ҡалдырылған ошо боронғо варианттан файҙаланып, сәсән журналда баҫылған тексты тәүҙә төҙөгән булырға тейеш. Сөнки уның машинкала баҫылған күпселек бите гәзит өсөн төҙөлгән ҡулъяҙмаға ингән.
Текстарҙың икеһе лә бер үк төрлө башланып, бер үк төрлө тамамлана, персонаждар, сюжет ағышы, үҙәк эпизодтар асылда шулай уҡ бер төрлө. Айырма — журнал баҫмаһында ҡайһы бер эпизодтар ташланып, ҡалған эпизодтар ҙа тарыраҡ һүрәтләнеп, текст ныҡ ҡыҫҡартылған.

PDF форматында. Сифаты бик яҡшы.

Прикрепленные файлы






0 посетителей читают эту тему

0 пользователей, 0 гостей, 0 скрытых

Башфорум на Башпортале
BaShFoRuM