Перейти к содержимому




Башфорум находится по адресу; www.forum.bash-portal.ru

Форум-чатланкалар конкурсы 2008


  • Please log in to reply

108 ответов в этой теме

#101 Solaris

 
Solaris

    Бей

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPip
  • 318 сообщений
  • Город:Белый свет
  • Ырыуым:Әйле
  • Ораным:Һандал!
  • Ҡошом:Шоңҡар
  • Ағасым:Тирәк
 

Отправлено 07 Октябрь 2008 - 12:48

Молодцы! Довели до замечательного окончания! Девушки просто наидостойнейшие! Рад.

#102 ҠунаҡЛия_*

 
ҠунаҡЛия_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 07 Октябрь 2008 - 01:44

Молодцы! Довели до замечательного окончания!
Девушки просто наидостойнейшие! Рад.

Просмотреть сообщение

Ай, афарин! Йылы hуз табып, кыуандырыуыгыз осон зур итеп Рэхмэт!

#103 Айытҡол

 
Айытҡол

    Йөҙбаш

  • Тел һаҡсыһы
  • PipPipPipPip
  • 256 сообщений
  • Ырыуым:Бөрйән
  • Ораным:Тарауыл!
  • Ҡошом:Ҡарсыға
  • Ағасым:Ҡарағас
 

Отправлено 08 Октябрь 2008 - 12:12

Конкурста еңеүсе ҡыҙҙарҙы ҡайнар ҡотлайым! Аҡ бәхеттәр һеҙгә! Һөйөп-һөйөлөп йәшәгеҙ! Алдан бер еңеүсегә бүләк вәғәҙә ителгәйне. Исеме есеменә тура килгән, асыҡ күңелле, бай хисле, ҙур йөрәкле, ихтирамлы, бөтә яҡтан уңған һәм тырыш, әүҙем һәм рухлы, Илсур дуҫтын суперский кәләше - Гүзәл (Кәримә)гә тапшырырға рөхсәт итегеҙ!

#104 ҠунаҡЛия_*

 
ҠунаҡЛия_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 08 Октябрь 2008 - 06:51

Берэй матур яулык вэгэзэ иткэйнем енеусегэ. Уны Кэримэгэ булэк итер инем, тик йэй коно инде, йэме :)

#105 Kарима

 
Kарима

    Сәләм!

  • Тел һаҡсыһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 1 014 сообщений
  • Город:Ер
  • Интересы:Кейез
  • Ырыуым:Бөрйән
  • Ораным:Тарауыл!
  • Ҡошом:Ҡарсыға
  • Ағасым:Ҡарағас
 

Отправлено 09 Октябрь 2008 - 09:59

Нимә өсөн бүләк биргәндәрен теге саҡта аңламай ҡалдым, әле лә баш эшләп етмәйерәк тора, шулай ҙа рәхмәт)) ә Наза менән Иштәккә бында хәтлем килеп еткән көс еткеһеҙ алмалар өсөн рәхмәт! :D

#106 Айли

 
Айли

    Закрой Коран, свободно оглянись И думай сам.. О.Хайям

  • Тел һаҡсыһы
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 1 327 сообщений
  • Город:Учалы
  • Интересы:Благотворительность.

    http://www.blog.ye02.ru/banu/
  • Ырыуым:Күбәләк
  • Ораным:Салауат!
  • Ҡошом:Ҡарағош
  • Ағасым:Ҡарағас
 

Отправлено 10 Октябрь 2008 - 06:27

Ну, егеттэр... :D Минен тубэне куккэ тейгезетеп, Мактау кагызы тапшырып, ул кэзэре шаштырып ебэрмэхэгез зэ була ине инде бит! :D (мине белеуселэр, был юлдарзы язганымда кэнэгэтлектэн хенэм катып янгыратып колоп ултырыуымды белеп торалыр - рэхэт!). Минен яраткан хузем бар, шуны тагы кыстырмай сарам юк: "Я балдею, ващеееееее.......". :D

#107 ҠунаҡЛия_*

 
ҠунаҡЛия_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 09 Ноябрь 2009 - 11:12

Ейәнсурала форумсы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ араһында үткәрелгән конкурсҡа йомғаҡ яһалды.
Эштәребеҙҙе эшләп, ашап-эсеп алғас Айытҡол көр тауышы менән яҙмаларын уҡый башланы…
Бер «Маҡтау һүҙе»н уҡығанында үҙемде танып ҡалдым: «…матур, аҡыллы, уңған, рухлы, дәртле…» тик аҙағынан «форумыбыҙҙың ҡыҙы» тип әйтеп күңелде ҡырҙы.
Беҙ, егеттәр, үҙ-ара кәңәшләшеп, конкурста ҡатнашырға теләк белдереүсе һәм фотоһын ҡуйыусы 7 ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙан тыш, Башҡорт чатында һәм Бойондороҡһоҙ башҡорт форумында аралашыусы иң әүҙем гүзәл заттарыбыҙҙы ла билдәләп-ҡеүәтләп үтергә булдыҡ, ундай мөмкинлек сыҡҡанда.
Йәмғеһе, форумыбыҙҙың 15 ҡатын-ҡыҙыбыҙға «Маҡтау һүҙе» яҙылды. Сараға килгәндәргә йылы һүҙле яҙмалар үҙҙәренә бүләк ителде, ә кем килмәне, уларға һеҙ йәшәгән яҡтағы иптәштәргә биреп ҡайтарылды, улар тапшырыр.
Әйтергә кәрәк, был шөһрәтнамәләр эксклюзив, бер ҡайҙа оҡшаш тапмаҫһығыҙ, район редакция үҙәгендә махсус заказ буйынса эшләнделәр.
Люциә апайға «Маҡтау һүҙе»ң фотокүсермәһен һалам, оригиналын берәй тапшырырмын тип ышанам.
Башҡа ҡыҙҙарыбыҙ,  шөһрәтнамәләрегеҙҙе Иштәктән, Өршәктән, Лейдинан алырһығыҙ.

Шөһрәтнамәләрҙең текстары шундай ине:

Хөрмәтле Люциә апай!
Люциә апайға – моңло күңелле, йырҙар, шиғырҙар һәм шаян таҡмаҡтар ижад итеүсе, әллә ҡайҙа ятҡан Америка кешеләрен тәмле-тәмле башҡорт ризыҡтары менән һыйлап йөрөүсе өлгөрбикәбеҙгә – афарин!

Хөрмәтле Гөлнара!
Кужа-Левашовкаға – битен иң матур итеп соҡорайтып йылмайыусы, тос, йор һүҙле, һөйкөмлө философ-ғалимәбеҙгә – афарин!

Хөрмәтле Наилә!
Наиләгә – етмеш төрлө һөнәр эйәһе, етмеш йөҙ төрлө ауырыуҙан шифалы дарыуҙар табырға ярҙам итеүсе уңған ҡыҙыбыҙға – афарин!

Хөрмәтле Гөлдәр!
Сафияға – «Өфө-Арена»ны дер һелкетеп «Салауат Юлаев» өсөн янып-көйөүсегә, гөл кеүек ике бала әсәһенә, башҡорт балалары өсөн матур һәм кәрәкле гәзитте ижад итеүҙә туранан-тура ҡатнашыусыбыҙға – афарин!

Хөрмәтле Асия!
Алия-Алтынҡайға – ихлас тарихсыға, сәйәсәт менән ҡыҙыҡһыныусыға, ҡыҙыу-ҡыҙыу бәхәстәрҙә «һә» тигәнсе байтаҡ ҡына ир-егеттең танауына сиртеүсегә, компьютер клавиатураһында иң шәп «соло»лар  башҡарыусыбыҙға – афарин!

Хөрмәтле Зөлфиә!
Түләшкә – сабырлыҡ һәм аҡыл менән ике бәләкәс ир баланан – буласаҡ батырҙар, ә тағы береһенән (буйға бер аҙ ҙурырағынан) - фән кандидаты тәрбиәләүсебеҙгә – афарин!

Хөрмәтле Баныу!
Айлиға – ҡәләме менән кеше күңелдәренең иң нескә ҡылдарына ҡағылыусыбыҙға, илһам биреүсебеҙгә, ир азаматтары менән тулы өйҙөң егәрле хужабикәһенә, «газға баҫып, рулде бороусы»ларыбыҙҙың иң-иңенә – афарин!

Хөрмәтле Ләйсән!
Ледиға – нолдәр менән шығырым тулы һандар араһында аҙашмаусыға, бөтөн параметрҙары менән Голливуд туташтарын ары торғоҙоп ҡалдырыусы Сибай һылыуҡайыбыҙға – афарин!

Хөрмәтле Лилиә!
Лияға – тәбиғәткә иң һаҡсыл ҡарашта булыусы, хуш еҫле үләндәрҙең һәр береһенең үҙенсәлеген белеүсегә, өйөн Себер һыуыҡтарын индермәйенсә  йып-йылы тотоусыға, нескә күңелле, нәзәкәтле Бөрйән ҡыҙына – афарин!

Хөрмәтле Ҡояшҡай!
Ҡояшҡайға – арабыҙҙы ҡояш нурындай йәмләгән алтын сәсле башҡорт ҡыҙына – афарин!

Хөрмәтле Әлфиә!
Мирабилисҡа – Башҡорт форумының Сибай ҡалаһындағы филиалы етәксеһенә, иң шәп һалма ҡырҡыусыға, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, еренә еткереп башҡорт йолаларын, ғөрөф-ғәҙәтен атҡара белеүсе оҫта ҡуллы ҡыҙыбыҙға – афарин!

Хөрмәтле Таңсулпан!
Таңсулпанға – арҙаҡлы нәҫеленең дәрәжәһен һаҡлаусы һәм арттырыусыға, ошо йәшендә үк халҡының сәнғәтенә тос ҡына өлөш индерә барыусы, сәйәхәттәр һөйөүсе ҡыҙыбыҙға – афарин!

Хөрмәтле Венера!
Юлсыға – үҙенең өс балаһынан тыш, мәктәптә уҡытҡан йөҙләгән балаға йүнәлеш биреүсегә, донъя хикмәттәренә балаларса ғәжәпләнә белеүсегә, велосипедтан алып тракторға тиклем йөрөтә алыусы сибәребеҙгә – афарин!

Хөрмәтле Нәзирә!
Назаға – яҙлы-йәйле-көҙлө-ҡышлы форум ағзаларын ихлас ҡаршылап матур табындар ойоштороусыға, Өфөгә йомошо төшөүселәрҙе йылы-йомшаҡ урын менән тәьмин итеүсе алсаҡ ҡыҙыбыҙға – афарин!

Хөрмәтле Гүзәл!
Кәримәгә – аҡыллы, тыйнаҡ, уңған, сая, телдәр белгесе, тәржемәсегә, бөтә форум сараларында ихлас ҡатнашыусыға, тәмле ризыҡтар бешереүсегә, ышаныслы терәк-таяныс дуҫыбыҙға, иң шәп кәләшкә – афарин!

Просмотреть сообщение

Кәримәгә вэгэзэ ителгэн яулыкты тапшырзым быйыл йэй. Офолэ без ул яулыкты Кужа менэн бергэ hайлап алгайнык :rolleyes: (Тик hунгы осоро Кэримэнен форумга кермэуе борсой башланы :unsure: ) .
Ни осон был теманы искэ тошорзом тиегезме? Тансулпанга икенсе йэй яулык булэк итербез алла бирhэ :) Афарин, Тансулпан. Форумда ла, тормошта ла, ихлас, изге эштэрен менэн беззе шатландырып тор hэр вакыт. Уныштар hинэ юлдаш булhын.

#108 Люция

 
Люция

    Башҡорт ханы

  • Тел һаҡсыһы
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 2 102 сообщений
  • Город:Sacramento USA
  • Ырыуым:Бөрйән
  • Ораным:Тарауыл!
  • Ҡошом:Ҡарсыға
  • Ағасым:Ҡарағас
 

Отправлено 12 Ноябрь 2009 - 07:47

эййй, аллам, форумга куптэн кермэгэс артта калганмын,укымаганмын..Э мында шул тиклем матур мактау хуззэре бар икэн,йэн йылынып китте,йэшлек искэ тоште... РЭХМЭТ БАРЫГЫЗГА ЛА, МИНЕ ОЛОЛАП,ХОРМЭТ ИТКЭНЕГЕЗ ОСОН, АЛЛАМ ХЕЗЗЕ ОЛОЛАХЫН.

#109 Тансулпан

 
Тансулпан

    Аҡһаҡал

  • Тел һаҡсыһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 991 сообщений
  • Город:Уфа
  • Ырыуым:Бөрйән
  • Ораным:Туҡһаба!
  • Ҡошом:Бөркөт
  • Ағасым:Имән
 

Отправлено 13 Ноябрь 2009 - 11:42

Ни осон был теманы искэ тошорзом тиегезме? Тансулпанга икенсе йэй яулык булэк итербез алла бирhэ  :)  Афарин, Тансулпан. Форумда ла, тормошта ла, ихлас, изге эштэрен менэн беззе шатландырып тор hэр вакыт. Уныштар hинэ юлдаш булhын.

Просмотреть сообщение

Рәхмәт вәғәҙәң өсөн, Лилиә апай! :) Тимәк, киләһе йыл осрашасаҡбыҙ!
Ниндәй ҡыҙыҡлы ваҡиғалар көтөр икән беҙҙе киләһә йыл?




0 посетителей читают эту тему

0 пользователей, 0 гостей, 0 скрытых

Башфорум на Башпортале
BaShFoRuM