Перейти к содержимому




Башфорум находится по адресу; www.forum.bash-portal.ru
Фото

Сураш батыр


  • Please log in to reply

77 ответов в этой теме

#61 urshak

 
urshak

    Аҡһаҡал

  • Тел һаҡсыһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 845 сообщений
  • Ырыуым:Мең
  • Ораным:Алас!
  • Ҡошом:Ҡарсыға
  • Ағасым:Ҡайын
 

Отправлено 21 Октябрь 2008 - 09:01

Шунан? Нисек?

#62 Айли

 
Айли

    Закрой Коран, свободно оглянись И думай сам.. О.Хайям

  • Тел һаҡсыһы
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 1 327 сообщений
  • Город:Учалы
  • Интересы:Благотворительность.

    http://www.blog.ye02.ru/banu/
  • Ырыуым:Күбәләк
  • Ораным:Салауат!
  • Ҡошом:Ҡарағош
  • Ағасым:Ҡарағас
 

Отправлено 21 Октябрь 2008 - 11:06

Шунан? Нисек?

Просмотреть сообщение

Супер! :D :D :D

#63 Айытҡол

 
Айытҡол

    Йөҙбаш

  • Тел һаҡсыһы
  • PipPipPipPip
  • 256 сообщений
  • Ырыуым:Бөрйән
  • Ораным:Тарауыл!
  • Ҡошом:Ҡарсыға
  • Ағасым:Ҡарағас
 

Отправлено 22 Октябрь 2008 - 12:20

Шунан? Нисек?

Просмотреть сообщение

Аллаға шөкөр, Илсур имен-һау, ә таҡта (оләсәйемдән ҡалған ҡомартҡы) бөтөн. :D

Дөйөм алғанда, «Күмәкләгән – яу ҡайтарған» тигәндәй, форумыбыҙҙын Сураш батырға арналған Хәтер сараһы бик ыңғай булды. «Йәшлек» гәзитендә мәҡәлә сығыу менән, төрлө кешеләрҙән, тарафтарҙан шылтыратыуҙар булды. Бөтәбеҙ өсөндә рәхмәттәр ҡабул иттем. Яңы мәғлүмәттәр асыҡланды, тоҡомдары менән бәйләнеш булдырылды, юғалған ҡәбер ташы табылды. Тағы ла ике мөһим урынға барып ҡайтыр кәрәк. Йөрөп ҡайтҡас, яңы хәбәрҙәрҙе һеҙҙең иғтибарға етҡерермен, Алла бирһә.

#64 Kарима

 
Kарима

    Сәләм!

  • Тел һаҡсыһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 1 014 сообщений
  • Город:Ер
  • Интересы:Кейез
  • Ырыуым:Бөрйән
  • Ораным:Тарауыл!
  • Ҡошом:Ҡарсыға
  • Ағасым:Ҡарағас
 

Отправлено 22 Октябрь 2008 - 08:22

ә-ә-ә, өләсәйҙән ҡалған ҡомартҡымы ни? әйтәм, шу тиклем уңайлы, ҡулдан ысҡындырғы ла килмәй, хәҙерге таҡталар ише түгел! мотлаҡ шундайҙы эшләтеп алырға кәрәк :wub: Өршәк! :o ! абау ғынам, әйтһәң, исмаһам, шул бер тыңлауһыҙ ҡолаҡты ҡаплап ҡуйыр инем бит!! :D :lol: :lol:

#65 Ilsur

 
Ilsur

    Егеттәр, алдырып!

  • Admin
  • 1 485 сообщений
  • Ырыуым:Бөрйән
  • Ораным:Тарауыл!
  • Ҡошом:Ҡарсыға
  • Ағасым:Ҡарағас
 

Отправлено 06 Ноябрь 2008 - 12:52

Баштаған эш – бөткән эш, тип, үткән айҙың аҙағында Сураш батырҙың ҡәбер ташын юлдап Айытҡол менән Иҫке Сибай ауылына барҙыҡ. «Йәшлек» гәзитендә Йәнсурала булып үткән сара турында уҡып, Иҫке Сибай ауылынан Айыҡолға бәйләнешкә сыҡҡандар ине. Иҫке Сибайҙа Сураштың тоҡомон дауам итеүсе Фәйзиәхмәт апа менән Зәки ағай беҙҙе көтөп алдылар. Алдан телефон буйлап һөйләшеп ҡуйған инек килеү хаҡында. Күрештек, һөйләштек… 2011 йылда Сураш батырҙың тыуыуына 300 йылын тейешле итеп үткәрергә тип йөрөйҙәр ағайҙарыбыҙ. Йәнсура районы Малай Муйнаҡ ауылы янында торған, анан юғалтылған беренсе ҡәбер ташын таптыҡ. Бына ул. Яҙыуҙары уҡылмай, таш ҡатлам булып ҡайырылып төшкән яҙыулы урындарында.

Миниатюры

  • _____009.jpg
  • _____006.jpg
  • _____020.jpg
  • _____031.jpg


#66 urshak

 
urshak

    Аҡһаҡал

  • Тел һаҡсыһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 845 сообщений
  • Ырыуым:Мең
  • Ораным:Алас!
  • Ҡошом:Ҡарсыға
  • Ағасым:Ҡайын
 

Отправлено 07 Ноябрь 2008 - 03:22

Шэп булды! Темэстэр хэм Атайсалылар афарин, ботэ миллэткэ урнэк!

#67 Тансулпан

 
Тансулпан

    Аҡһаҡал

  • Тел һаҡсыһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 991 сообщений
  • Город:Уфа
  • Ырыуым:Бөрйән
  • Ораным:Туҡһаба!
  • Ҡошом:Бөркөт
  • Ағасым:Имән
 

Отправлено 26 Март 2009 - 10:41

И.Лепехин упоминает в своих "Записках...", что Сураш Мерген был их провожатым в 1770 году из Тавлыкая в Туркмен.

#68 Тансулпан

 
Тансулпан

    Аҡһаҡал

  • Тел һаҡсыһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 991 сообщений
  • Город:Уфа
  • Ырыуым:Бөрйән
  • Ораным:Туҡһаба!
  • Ҡошом:Бөркөт
  • Ағасым:Имән
 

Отправлено 27 Март 2009 - 02:59

Или у вас осталась привычка езды, на патрульной машине оборудованной спецсигналами, на  которой "во исполнение законности и правопорядка" можно заезжать на дернение памятных курганов и территорию мемориалов?  :angry:

Просмотреть сообщение

Иштяк, что ты хочешь этим сказать?

Хунарсы, я тебе еще давно отписывалась, что по причинам личного плана пока не могу заниматься общественными делами, и то - временно. Левой рукой работать не привыкла.
Пока используйте Буранбеевский вариант (тем более, что там ничего религиозного+многим он нравится). Как только смогу, сделаю. За несколько лет общения и тесного сотрудничества вы могли убедиться, что свои обещания я не забываю и выполняю, и если что-то не так, значит, тому есть веские основания.

#69 admin

 
admin

    Бэтман!!! =)

  • Admin
  • 4 802 сообщений
  • Город:Уфа
  • Ырыуым:Үҫәргән
  • Ораным:Туҡсаба!
  • Ҡошом:Торна
  • Ағасым:Миләш
 

Отправлено 27 Март 2009 - 04:01

Пока используйте Буранбеевский вариант (тем более, что там ничего религиозного+многим он нравится).

Просмотреть сообщение

Не пока. Уже! :)
Кстати, москвичи насчет нового Лого удивлялись - клевый тип :)

#70 Айытҡол

 
Айытҡол

    Йөҙбаш

  • Тел һаҡсыһы
  • PipPipPipPip
  • 256 сообщений
  • Ырыуым:Бөрйән
  • Ораным:Тарауыл!
  • Ҡошом:Ҡарсыға
  • Ағасым:Ҡарағас
 

Отправлено 27 Март 2009 - 09:22

Яҙ… Модераторҙар аҙашып йөрөй…

#71 Айытҡол

 
Айытҡол

    Йөҙбаш

  • Тел һаҡсыһы
  • PipPipPipPip
  • 256 сообщений
  • Ырыуым:Бөрйән
  • Ораным:Тарауыл!
  • Ҡошом:Ҡарсыға
  • Ағасым:Ҡарағас
 

Отправлено 27 Март 2009 - 10:24

И.Лепехин упоминает в своих "Записках...", что Сураш Мерген был их провожатым в 1770 году из Тавлыкая в Туркмен.

Просмотреть сообщение

Эйе, академик И. И. Лепехин 1770-се йылдағы Башҡортостанға булған сәйәхәтендә Сураш батырҙы осрата. Старшина Таулыҡай Сураҡовтын йәйләүенән, старшина Төркмән Йәнсәйетовтын (буласаҡ Пугачев полковниғы) йәйләүенә барырға юл ҡүрһәтеүсе һорағас, старшина Илеш Назаров Сурашты тәҡдим итә. Сураштын Брагинды үлтергәнен белгәнгә күрә, шөрләһәләрҙә, риза булалар. Ошо кешеләрҙен, бер нисә йылдан, Крәҫтиәндәр һуғышынын юлбашсылары булып китәрен Лепехин башына ла килтермәгәндер.
И.И. Лепехин шулай уҡ беҙҙең ауыл эргәһендәге, «Бөрйән бунты»на сәбәпсе булған, Брагиндын мрамор тип, аҡ кварц сығартҡан карьерында килеп ҡарай. Ауыр һәм ыҙа, бер файҙаһыҙ эш эшләтҡән, тип, яҙып ҡалдырған. Һуңғы йылдарға тиҡлем, ата-бабалар сығарған, шундай ҙур-ҙур таштарҙы күреп иҫ китә торғайны. Магниттар алыр булғас, ауылдыҡылар ике йыл, тарихи карьер тип, бирмәҫҡә ҡаршылашһаҡ та, район етәкселеге ярҙамында лицензия алып, былтыр ҡутара башланылар. Хәҙер унда… күңел әрней. Көсһөҙлектән тештәрҙе ҡыҫырға ғына ҡала…

#72 GoldenLion

 
GoldenLion

    Башҡорт ханы

  • Модератор
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 2 068 сообщений
  • Ырыуым:Үҫәргән
  • Ораным:Туҡһаба!
  • Ҡошом:Торна
  • Ағасым:Миләш
 

Отправлено 28 Март 2009 - 12:39

Сураш Мәргән күңелен әрнетеп тормаған бит.... Тотҡанда атҡан...

#73 Advocate

 
Advocate

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 158 сообщений
  • Ырыуым:Үҫәргән
  • Ораным:Мөйтән!
  • Ҡошом:Торна
  • Ағасым:Миләш
 

Отправлено 28 Март 2009 - 01:02

Земляк, к чему народ призываешь-то?

#74 admin

 
admin

    Бэтман!!! =)

  • Admin
  • 4 802 сообщений
  • Город:Уфа
  • Ырыуым:Үҫәргән
  • Ораным:Туҡсаба!
  • Ҡошом:Торна
  • Ағасым:Миләш
 

Отправлено 28 Март 2009 - 10:50

Сураш Мәргән күңелен әрнетеп тормаған бит.... Тотҡанда атҡан...

Просмотреть сообщение

Вот потому наверное и говорили: башкир без ножа не ходит!

#75 urshak

 
urshak

    Аҡһаҡал

  • Тел һаҡсыһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 845 сообщений
  • Ырыуым:Мең
  • Ораным:Алас!
  • Ҡошом:Ҡарсыға
  • Ағасым:Ҡайын
 

Отправлено 08 Август 2011 - 11:45

ТЭКДИМ: Сураш батырзын 300-йыллыгын тейешле кимэлдэ, тимэк халыкса Узебеззсэ башфорумса, уткэрергэ! Ул сара булырга момкин корьэн ашы, була башфорумдын йыйыны Кесе Муйнакта уткэрергэ йэ икенсерэк берэк нисек. Королтайга яз коно теге агай килгэйне Иске Сибайзан шул идея менэн.Мин хупланым. Эммэ элегэ ишетелмэй. Йэштэр, эйзэгез башлайык! Быйыл сорашкан да юк юнлэп. Кэрэк булха ВКбна ярзам хорарбыз, микроавтобус х.б. Темэс, уян!!! Хеззэн дэрт, беззэн акса хэм беззен тэндэребез!)))) пысы: Сураш Мэргэнден 300-йыллыгы БЫЙЫЛ

#76 urshak

 
urshak

    Аҡһаҡал

  • Тел һаҡсыһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 845 сообщений
  • Ырыуым:Мең
  • Ораным:Алас!
  • Ҡошом:Ҡарсыға
  • Ағасым:Ҡайын
 

Отправлено 12 Сентябрь 2011 - 10:32

Баймакка барып кайттым. Бактихэн, Сураш батырзын 300йыллыгна багышланган саралар булган, уткэн райоен кимэлендэ. Илшат Хэмит улы шулай тигэйне. Абидно, слушай. Без зэ, ботон республика ла белмэй калгандар. Зэки агай за сакырманы, темэс филиалы ла катнашмаган белмэгэс. Гэзиттэ лэ мэглумэт булманы шикелле.

#77 monash

 
monash

    Тархан

  • Тел һаҡсыһы
  • PipPipPipPipPipPip
  • 596 сообщений
  • Ырыуым:Бөрйән
  • Ораным:Тарауыл!
  • Ҡошом:Ҡарсыға
  • Ағасым:Ҡарағас
 

Отправлено 12 Сентябрь 2011 - 05:50

Ошонда язhаларсы.

#78 Ilsur

 
Ilsur

    Егеттәр, алдырып!

  • Admin
  • 1 485 сообщений
  • Ырыуым:Бөрйән
  • Ораным:Тарауыл!
  • Ҡошом:Ҡарсыға
  • Ағасым:Ҡарағас
 

Отправлено 12 Сентябрь 2011 - 08:55

Сураш батырға – 300 йыл
Үткән шәмбелә районыбыҙҙың хозур мөйөшөндәге Иҫәнбәт ауылында халҡыбыҙҙың аҫыл улы, өс ихтилалда ҡатнашҡан, яуыз Брагин баярҙы үлтергән Сураш батырҙың тыуыуына 300 йыл тулыу айҡанлы байрам булды.


Ауыл бәләкәйҙән һаналһа ла, тантанаға күп кеше йыйылған ине. Сәхнә янында бай итеп йыһазландырылған стендта Иҫәнбәт шәжәрәһе, күренекле кешеләр тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин булды. Почетлы ҡунаҡтар рәүешендә Өфөләге “Аҡ тирмә” башҡорт милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы Ләлә Биишева һәм педагогик хеҙмәт ветераны, РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы Лира Яҡшыбаева килгән ине.

Тантананың рәсми өлөшөндә Күсей ауыл биләмәһе башлығы С.Р. Йыһаншина сығыш яһаны. Аҙаҡтан саҡырылған ҡунаҡтар – муниципаль район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары З.Т. Ушанов һәм башҡалар телмәр тотто, ауылдың үткәне, шанлы тарихы тураһында төплө белешмә бирҙе. Иҫәнбәттән Александр Невский ордены кавалеры Рәшит Фазылов, ике Социалистик Хеҙмәт Геройы – Мәсәғүт Заманов менән Әшрәф Фәтхуллин, Ленин ордены кавалеры Ҡорбанғәле Илбулов сыҡҡан, күптәр башҡа орден-миҙалдарға лайыҡ булған.

Артабан Иҫәнбәттә үткәрелгән, төҙөкләндереүгә арналған ярыш йомғаҡтары иғлан ителде. Аҙаҡтан байрамды ойоштороусылар – Хәкимйән Йыһангиров, Сәғәҙәт Йыһангиров, Вәлимә Фәйзуллина, Хөрмәт Исрафилов, Гөлзифа Исрафилова, Фәнил Исрафилов, Рәзимә Сәйетова, Ишһылыу Лотфуллина, Хәлит Лотфуллин тәбрикләнде.

Шунан һуң халыҡ хөкөмөнә ике мөрәжәғәт сығарылды. Улар район хакимиәте һәм республика етәкселегенә арналған. Тәүгеһендә – Иҫәнбәтте үҫтереү, туризм өлкәһенә әйләндереү өсөн мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, почтаны үҙ эсенә алған социаль комплекс һәм ауылдың күренекле кешеләре – Герой-Әсәләр, хеҙмәт батырҙары, һуғыш ҡаһармандары һынландырылған бюст, һәйкәл, фонтаны булған парк төҙөү мәсьәләһе күтәрелә. Икенсе мөрәжәғәт – мәсетте тергеҙеү өсөн халыҡтан, бағыусыларҙан ярҙам һорау тураһында. Комиссия төҙөлөп, аҙаҡтан кем ниндәй иғәнә индергән, шуларҙың исемлеге матбуғатта баҫыласаҡ, тигән ҡарар яңғыраны.

Һабантуй байрамдың йомғаҡлау өлөшөнә тура килде. Ауыш бағанаға, һырғауылға менеү, тоҡ менән һуғыш, футбол уйындары үҙ тамашасыһын тапты. Милли көрәштә лә күптәр көстәрен һынаны. Ә 4 саҡрымға ат сабышында 8 һыбайлы араһынан VIII класты тамамлаған Ғәзим Исрафилов еңеү яуланы.

А.ИШНАЗАРОВ.



Батыр үлһә лә, даны үлмәй
Халҡыбыҙ ғорурланырлыҡ данлы ла, ҡанлы ла тарихи юл үткән. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, һәр бер ауылдың күренекле шәхестәре булған. Яңыраҡ Ирәндек ҡуйынына һыйынып ултырған боронғо бәләкәй генә Иҫәнбәт ауылында Сураш батырҙың 300 йыллығына арналған хәтер һәм ҡәҙер көнө үткәрелде. Иҡтисад фәндәре кандидаты Зәки Хамматов, Фәйзиәхмәт Байбулов, Фрунзе Исрафиловтар һәм башҡалар ойоштороуға күп көс һалған йыйында меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Тантаналы йыйынды Күсей ауыл советы биләмәһе башлығы Сәриә Йыһаншина алып барҙы. Бындай сараны үткәреүгә ауыл халҡы ла берҙәм тотонған: былай ҙа күркәм тәбиғәт ҡосағында ултырған ауыл төҙөкләндерелгән.

Мәктәп янына Сураш батырға арналған стела ҡуйылған. Кем һуң ул Сураш батыр? Сурағол Ҡолмырҙа улы (1711 – 1773) халыҡ хәтерендә Сураш батыр, Сураш Мәргән исемдәре менән билдәле булған Бөрйән ырыуы батыры, уның улы Иҫәнбәт Сурашев – Иҫәнбәт ауылына нигеҙ һалыусы. Әмин батырҙың бер туған ағаһы, 1735 – 1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары етәкселәренең береһе. 1755 йылдың 15 майында Талҡаҫ күле эргәһендә Брагинды үлтереү менән башланып киткән ихтилалдың төп сәбәпсеһе лә, етәксеһе лә ул була. Батырша исеме менән тарихҡа инеп ҡалған “ҡанлы 55” батша властары тарафынан аяуһыҙ баҫтырыла.

Сураш батыр 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышының ҡаһарманы ла. 1773 йылда уға 62 йәш була, ул Әмин, Темәс батырҙар менән берлектә Ырымбур ҡалаһын ҡамаған Пугачев ғәскәрҙәре сафында һуғыша һәм үлемесле яралана. Иптәштәре, яуҙаштары уны хәҙерге Ейәнсура районының Бәләкәй Муйнаҡ ауылына алып килеп ерләй. Халҡыбыҙҙың азатлығы өсөн ғүмерен биргән Сураш батырҙың нәҫелдәре тарихта үҙҙәрен һынатманы.

1812 йылғы Ватан һуғышында Иҫке Сибай эргәһендә төҙөлгән 15-се башҡорт полкы сафында иҫәнбәттәрҙән күптәр ҡатнаша. Был полк 1814 йылдың 19 мартында еңеү менән беренселәрҙән булып Парижға барып инә.

Сураш батыр нәҫеленән булған күптәр был батырлыҡтары өсөн “Парижды алған өсөн” көмөш миҙалы менән бүләкләнә. Улар – Ғәлиәскәр Юлъяҡшин, Ғабдрахман Ҡунаҡҡужин, Туҡтамыш Дәүләтов, Яҡуп Иҫәнбәтов, Ҡотлогилде Бикбов, Ишбулат Илбулов. Күп тә үтмәй улар 1828 – 1829 йылдарҙағы урыҫ-төрөк һуғышында ҡатнаша.

Тарихҡа күҙ һалһаң, башҡорт халҡы Рус дәүләтенә ҡушылыуҙың төп принциптарына тоғро ҡалып, берсә Рәсәй дәүләтенең бойондороҡһоҙлоғон яҡлап сит ил баҫҡынсыларына ҡаршы ғәҙел һуғыштарҙа йөрөһә, икенсенән, Рәсәй империяһының яңынан-яңы ерҙәр баҫып алыу менән бәйле ғәҙел булмаған һуғыштарында ла әүҙем ҡатнаша. Өсөнсөнән, Рәсәй тарафынан Килешеү боҙолғас, халҡыбыҙ үҙенең милләтен, ерен, динен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап-яҡлап, шул уҡ урыҫ колонизаторҙарына ҡаршы быуаттар буйы милли-азатлыҡ һуғыштары алып бара. Былар Иҫәнбәт ауылы тарихында ла асыҡ сағыла.

Иҫәнбәт халҡы үҙенең тарихи шәхестәре менән генә түгел, бөгөн дә эшсән, тырыш ауылдаштары менән хаҡлы ғорурлана. Батыр үҙе үлһә лә, уның данын дауам итеүсе нәҫелдәре булыр әле.

Азамат Тажетдинов, мәғариф ветераны.
Сибай ҡалаһы.


http://sakmar.pressarb.ru/index.php?option=com_content&view=frontpage&Itemid=4




1 посетителей читают эту тему

0 пользователей, 1 гостей, 0 скрытых

Башфорум на Башпортале
BaShFoRuM