Перейти к содержимому




Башфорум находится по адресу; www.forum.bash-portal.ru
Фото

Из серии "Отдых на оз. Талкас


Эта тема находится в архиве.. Вы не можете здесь отвечать.

42 ответов в этой теме

#41 Наза

 
Наза

    Бей

  • Тел һаҡсыһы
  • PipPipPipPipPip
  • 390 сообщений
 

Отправлено 10 Сентябрь 2009 - 01:30

Талкас куле, Ирэндек таузар тезмэхе тэбигэте ис китмэле шул, без дэ быйыл Талкаска барып, Йэнгузэй исемле кая ташка менеп кунел булгансы тирэ як менэн хокланып кайттык! Узебезден тыуган яктарзан, тыуган Башкортостандан, унда йэшэгэн халыктан матур, йэмле, назлы, монло ерзэр юктыр ул!
PS: Фотоларзы куйырга тырышырмын, фотолар минен теге фотограф дуста (Иштэктэ) :), хорап алыр кэрэк эле :D

#42 Скиппей

 
Скиппей

    Бей

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPip
  • 317 сообщений
 

Отправлено 10 Сентябрь 2009 - 01:37

хорап алыр кэрэк эле  :D

Просмотреть сообщение


Тондэ шым гына ".....теге дус" курмэгэнтэ сэлдер хин ул фотоларзы, Наза!!!!
:D :D :D
Азак форумда куреп эйзэ исе китеп аптырап утырган еренэн колап китхен!!! :D :D :D

#43 Скиппей

 
Скиппей

    Бей

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPip
  • 317 сообщений
 

Отправлено 13 Сентябрь 2010 - 12:09

ТАЛҠАҪ ТУРАҺЫНДА...
тағы бер әрнеүле һүҙ
Гөлбаныу Гәрәеваның "Киске Өфө"нөң 33-се һанындағы "Үҙебеҙ ҡәҙерләп өйрәнмәһәк" исемле мәҡәләһенә битараф ҡала алмайынса, үҙ фекерҙәремде яҙып ебәрергә булдым. Сөнки ошо мәҡәләмдә сағыласаҡ уйҙар тыныслыҡ бирмәй, йөрәкте әрнетеп тик тора, ти Тамара Илембэтова.

Быйыл йәй мин дә тыуған яҡтарымда отпускыла булдым. Талҡаҫта булып китергә лә форсат тейҙе. Гүзәл Талҡаҫ буйы урындағы хужаларҙың битарафһыҙлығы, халыҡтың тәртипһеҙлеге, ситтәрҙең, бигерәк тә күрше Манитогорск ҡалаһынан килгән "ҡунаҡтарҙың" баш-баштаҡлылығы арҡаһында йылдан-йыл нығыраҡ бысрана икәнен үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Ярҙары сүп-сарға тула бара, ағастары ҡырҡыла, ере ҡаҙыла, яндырыла. Пластик ҡый-һай менән тулып бара тирә-яғы Талҡаҫыбыҙҙың. Шул уҡ ваҡытта халыҡ йылдан-йыл был төбәккә ял итергә күберәк килә, Талҡаҫ буйына ағылған машиналарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Кемдәрелер ысынлап та машина менән яр буйына тиклем үк килеп туҡтай. Кешеләрҙең тәртипһеҙлеге, хужаларҙың битарафлығы арҡаһында бәләкәй генә, һаҫыҡ, һыу инеүе лә ҡурҡыныс бер күләүек булып ҡалыр микән ни тыуған еребеҙҙең бер мөғжизәһе булған Талҡаҫ?

Был хәлгә еткермәҫкә, ҡурсаларға, һаҡлап ҡалырға ине күлебеҙҙе. Күптән күтәрелеп килгән мәсьәлә был, ләкин ыңғай үҙгәреш күренмәй.

Минеңсә, урындағы власть органдары менән халыҡтың бер булып, тәбиғәткә ҡарата ҡылынған вәхшилеккә аяуһыҙ көрәш асыуы кәрәк. Район предприятиелары, ойошмалары хеҙмәткәрҙәренән, йәмәғәтселек вәкилдәренән, йәштәр һәм студенттарҙан, тәбиғәтебеҙгә битараф булмаған граждандарҙан торған экологик дружиналар, отрядтар төҙөү мөмкин эштер, тип уйлайым. Уларға закон сиктәрендә булған вәкәләттәр биреп, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәрен дә йәлеп итеп, Талҡаҫ буйында даими рейдтар үткәреп торорға булыр ине. Ҡала һәм район Советының махсус комиссиялары, ветерандар Советы, йәштәр ойошмалары, мәктәп һәм башҡа мәғариф учреждениелары ситтән күҙәтеүсе ролендә ҡалмаһын, киреһенсә, халыҡты йәлеп итеп, күл буйында санитар өмәләр ойоштороуҙы ла күҙаллаһын ине.

Шифахана һәм уның биләмәләре генә түгел, халыҡтың күпләп ял иткән йәмәғәт урындары ла таҙа, санитар нормаларға тап килергә тейеш, бының өсөн райондың торлаҡ-коммуналь ойошмалары яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алһа, яҡшыраҡ булыр ине. Һыу инергә килгән халыҡты, ситтән килгән әрһеҙ "ҡунаҡтарҙы" һәр ерҙә тәртипкә саҡырып тороусы белдереүҙәр һәм иҫкәрмәләр ҡаршы алып торһон. Яр буйҙары тәбиғи бәҙрәфкә әйләнмәһен өсөн кәрәкле урындарҙа бәҙрәфтәр, биотуалеттар урынлаштырырға мөмкиндер бит. Сүп-сар өсөн дә урналар күпләп урынлаштырылырға һәм йыйылған сүп-сарҙы йышыраҡ сығарып торорға кәрәк.

Эйе, бөгөн таҙа һыу, таҙа тәбиғәт өсөн көрәшмәйенсә булмаясаҡ. Әле һыуҙа батыусыларҙы ҡотҡарыу буйынса дәүләт хеҙмәте эшләп килһә, бөгөн инде, киреһенсә, йылға-күлдәрҙе һыу инеүселәрҙән ҡотҡарыу, ҡурсалау хеҙмәте булдырыу мохтажлығы тыуҙы. Еребеҙҙе, тәбиғәтебеҙҙе, вәхшилектән ҡотҡарыу эше үҙебеҙҙең өҫтә, был һәр кемдең бурысы булырға тейеш. Ләкин тәбиғәт өсөн көрәш кемдеңдер табыш сығанағына әүерелергә тейеш түгел. Уларҙың кәрәкле урында шлагбаум менән һаҡ ҡуйып, ял итергә теләүселәрҙе "һауып" ултырыуына юл ҡуйырға ярамай. Хаҡ алына икән, хеҙмәтләндереү ҙә булһын. Алынған килемдең һәр бер тине район бюджетының тәғәйен статьяһында урынлаштырылһын. Йыш ҡына, урмандарҙы, йылға-күлдәрҙе кемдәргәлер арендаға биреп йәки һатып ҡына уларҙы һаҡлап була, тигән фекерҙе ишетергә тура килә. Мин бының менән килешә алмайым, сөнки ошо төбәктә тыуып үҫкән һәр кемгә ата-әсәһендәй ҡәҙерле Талҡаҫта, Граф күлендә, аҡса түләп, ваҡытлыса ғына ял итеү хоҡуғына эйә булыу үҙе бер фажиғә буласаҡ. Тәбиғәт балаһы башҡорт үҙ ер-һыуына үҙе хужа булһын, үҙ өйөндә тәртипте үҙе булдырһын.

Бер кем дә, бер нәмә лә был донъяға ҡабат килмәй, бөтәһе лә ваҡытлыса бирелгән. Ошоно аңлап, балаларыбыҙға ла аңлатып, Хоҙай Тәғәлә биргән ниғмәттәренә - ер-һыуына рәхмәтле, һаҡсыл һәм мәрхәмәтле булып йәшәргә бурыслыбыҙ барыбыҙ ҙа.

Тамара ИЛЕМБӘТОВА.

P.S. Беззен дэ быйыл Талкаска барып кунел кырылып кайттык: суп-сар, бутылка, кагыз кисэктэре, полиэтилен торгэктэр менэн яр буйы туп-тулы. Кызганыс, гузэл тэбигэтебез югала...




Башфорум на Башпортале
BaShFoRuM