Перейти к содержимому




Башфорум находится по адресу; www.forum.bash-portal.ru
Фото

"Киске Өфө" гәзите


  • Please log in to reply

17 ответов в этой теме

#1 Ishtak

 
Ishtak

    Башҡорт ханы

  • Тел һаҡсыһы
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 2 280 сообщений
  • Город:Өфө
  • Ырыуым:Табын
  • Ораным:Салауат!
  • Ҡошом:Ҡарағош
  • Ағасым:Ҡарағас
 

Отправлено 29 Июль 2009 - 12:19

"Киске Өфө"лә беҙҙен халыҡ өсөн файҙалы һәм бик тәрән уйланган фекерҙәр бар.
http://kiskeufa.ru/index.php?dn=down&re=load&ds=a5102946fe82db17e566b8e1f2d71180
Был һандағы "Дөрөҫ уйларға өйрән - үҙ-үҙенде үҙгәртеүҙең тәүге басҡысы ошо" статьяһын кабат уҡып ҡарагыҙ әле.

#2 Ishtak

 
Ishtak

    Башҡорт ханы

  • Тел һаҡсыһы
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 2 280 сообщений
  • Город:Өфө
  • Ырыуым:Табын
  • Ораным:Салауат!
  • Ҡошом:Ҡарағош
  • Ағасым:Ҡарағас
 

Отправлено 08 Сентябрь 2009 - 03:52

ДӘҮЛӘТБАЙ, БАЙДӘҮЛӘТ, ИШДӘҮЛӘТ –
был исемдәрҙә халҡыбыҙҙың хыялы сағыла...


Баймаҡ районының Темәс ауылында йәшәүсе Илсур Ирназаров үҙенең шәжәрәһен төҙөгән. Унда 1200-гә яҡын кеше теркәлгән һәм Ирназаровтарҙың нәҫел осо Темәс батырға, Морат Ҡашҡаға, Таулыҡай Сураҡовтарға барып тоташа. Илсурҙың был шәжәрәне төҙөр өсөн ни тиклем көс түккәнлеге лә күренеп тора. Төрлө архивтарҙы, ундағы ревизия мәғлүмәттәренән тыш, башҡа тарихи сығанаҡтарҙы, башҡа ырыуҙарҙың, заттарҙың, араларҙың шәжәрәләрен, зыяраттарҙағы ҡәбер ташы яҙыуҙарын да өйрәнә ул. Етмәһә, ул йәш сағында ҡазаға тарып, бына нисә йыл инде инвалид коляскаһында ултыра. Тормошоноң тап ошондай ауыр мәлендә рухи һынылыш кисерә Илсур. Вайымһыҙыраҡ үткәргән үҫмер сағын иҫенә төшөрөп, үҙенә тәбиғәт тарафынан бирелгән мөмкинлектәрҙең ҡулдан ысҡыныуына үкенес тә белдерә. Уның ҡарауы, бөгөн ул тулы ҡанлы әүҙем тормош менән йәшәй. Интернет селтәре аша илдә һәм донъяла барған барлыҡ ваҡиғалар менән танышып бара, төрлө форумдарҙа ҡатнашып, төрлө ваҡиғаларға үҙенең мөнәсәбәтен белдерә. Милләтебеҙҙең киләсәк яҙмышы өсөн уғата борсолоп, оло хәстәрҙәр, идеялар менән янып йәшәй ул. Түбәндә ул үҙенең донъя, сәйәсәт, милләт яҙмышы хаҡындағы фекерҙәре менән уртаҡлаша. Һүҙ - Илсур Ирназаровҡа.

Шәжәрә - милләт сере

Тарихи хәтер ебе өҙөлөүендә, милли аңыбыҙ юғалыуында үҙ шәжәрәләребеҙҙе онотоу, уны һанламау сәбәбе лә бар. Шәжәрә борон-борондан халыҡтың иң ҙур байлығы, сере, милләтте тулы ҡанлы итеп йәшәтеүсе йәшерен мәғлүмәт һаналған. Ырыуҙың, заттың, араның шәжәрәһенә тик бер-ике кеше генә ҡулы менән ҡағылырға, уның буйынса эш итергә хаҡы булған. Бөгөн иһә шәжәрәнең әһәмиәте шул тиклем тарайҙы, беҙ уны үҙебеҙҙең атай-олатайҙарыбыҙҙы, зат-нәҫелебеҙҙе, туғандарыбыҙҙы белергә ярҙам итеүсе әсбап итеп кенә күрәбеҙ. Милләтебеҙ киренән сифат яғынан күтәрелеп, тулы ҡанлы тормош менән йәшәп китһен өсөн шәжәрәләребеҙҙең элекке әһәмиәтен ҡайтарыу фарыз. Элек шәжәрәгә ҡарап эш итеүсе ҡанбабалар, һуңынан дин әһелдәре, ишандар ике батырҙың ғаиләһендә яңы тыуған ҡыҙ менән ир баланың ҡолағын тешләтеп, мәһәр малын шунда уҡ түләтеп тә ҡуйған. Был ни өсөн шулай эшләнгән һуң? Ҡыҙ менән егет бәлиғ булыу йәшенә еткәнсе, мәһәр өсөн бирелгән мал унлата артып киткән һәм, егет кеше ҡыҙҙы кәләш итеп алыуҙан баш тартҡан осраҡта, мәһәр хаҡын артҡан башынса ҡайтарырға мәжбүр ителгән. Был осраҡта инде егеткә сәңгелдәктә үк йәрәшкән кәләшенә өйләнеүҙән башҡа сара ҡалмаған.

Беҙҙә иһә һуңғы ваҡытта егеттәребеҙҙең өйләнеү, донъя ҡороу теләге үтә һүлпән. Был осраҡта инде ҡыҙҙарыбыҙға ҡыйыуыраҡ булырға тура килә. Мин, ҡыҙҙарыбыҙ егеттәргә үҙҙәре бәйләнә, тип әйтмәйем, әммә күп осраҡта өйләнешеүгә инициатива ҡыҙҙар яғынан килгәнен дә беләм. Элегерәк киреһенсә булған. Үткәндә бер ағай менән һөйләшеп киттек. Ул миңә: "Уй, ҡустым, арбала ултырһаң да, өйләнгәнһең икән", - ти. Мин уға: "Эйе, өйләндем шул, ә һин, ағай, нишләп өйләнмәйһең һуң?" - тинем. "Эй, өйләнер инем дә ул, хәҙер өйләнерлек йүнле ҡыҙҙар бармы һуң?" - ти теге. "Үҙеңдең йүнең булһа, йүнлеләре табыла инде. Һин илле йәшеңә етеп барғансы, шуны аңламайһыңмы ни? Ҡыҙҙар бығаса һине көтөп ултырмай инде. Һинең йәшеңдәге ҡыҙҙар күптән инде бер нисә балаға әсәй булып, ҡайһылары өләсәй ҙә булып өлгөргән. Ә һин һаман да йүнле ҡыҙҙар юҡ, тиһең...", - тип тегене бешеп һалдым. Эйе, бөгөн 30-35 йәшлек ҡыҙҙарыбыҙ кейәүгә сыға алмай йөрөй икән, мин быны ир-егеттәрҙең бешәлкәһеҙ булыуынан күрәм.

Шәжәрә - ул милләттең, ырыу-араның йәшерен сере, шуға күрә шәжәрәләргә конкурс үткәреү менән дә тулыһынса ризалашып бөтмәйем. Халҡыбыҙҙың үҙ тамырҙарын юллап, шәжәрәләрен төҙөүе яҡшы күренеш, әлбиттә, был бигерәк тә милли асылынан тайпылып, ассимиляцияға дусар булған милләттәштәребеҙ өсөн кәрәк. Әммә был эш башҡаларға күрһәтеп эшләнергә, кампания төҫө алырға тейеш түгелдер. Сөнки кампания булған урында яһалмалыҡ, "показуха" башлана.

Әле мин үҙебеҙҙең шәжәрәнең компьютер вариантын эшләнем, ҡатыным Гүзәл менән ҡағыҙға ла төшөрҙөк. Беҙҙең нәҫелгә ҡараған күптәр минән шәжәрәбеҙҙең әҙер электрон вариантын һорай. Тик мин уларҙың береһенә лә бирмәйем. Йәлләгән, ҡыҙғанған өсөн түгел, шәжәрәнең шулай еңел генә ҡулдан-ҡулға тапшырылмай торған хазина икәнен белгәнгә күрә. Мин шәжәрәнең ҡағыҙға яҙып, кешегә һөйләп булмай торған серҙәре барлығын да беләм.

Дингә мөнәсәбәтем

Беҙҙең милләттең генетик потенциалы иҫ китмәле ҙур. Ул әле йоҡо хәлендә һәм ул көстө уятырға кәрәк. Милләтте һаҡлау, үҫтереү буйынса төрлөсә фекер йөрөтәбеҙ, тарихыбыҙҙы өйрәнәбеҙ, ҡайһы саҡ бер сиктән икенсе сиккә һуғылабыҙ. Шул уҡ ваҡытта милләтебеҙҙе һаҡлай торған көстөң, сараның, ысулдың үҙебеҙҙә ятҡанын аңлауҙан алыҫ торабыҙ. Һәр кем үҙ урынында үҙенең бурысын намыҫлы итеп үтәһә лә беҙ алға китә аласаҡбыҙ. Әгәр ҙә шул көстө уятһаҡ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе лә, телебеҙҙе лә аяҡҡа баҫтырып, быға тиклем юғалтҡан ерҙәребеҙҙе лә кире ҡайтара аласаҡбыҙ.

Әле күп кенә милләттәштәребеҙ дингә ҡайта башланы. Иншалла, бик һуңлап булһа ла был юлға баҫтыҡ. Һуңлап, тиеүем, шунан, кешелек хәҙер инде мәғлүмәт быуаты һаналған егерме беренсе быуатҡа аяҡ баҫты. Шул уҡ ваҡытта дингә ҡайтыуыбыҙҙың кире яҡтарын да танымай булдыра алмайбыҙ. Сөнки дин милләтте айырмай һәм дин тотҡан үзбәккә ҡарағанда, миңә дин юлында тормаған милләттәшем күпкә яҡыныраҡ. Шул уҡ ваҡытта әзербайжандар, үзбәктәр, курдтар беҙҙең ергә килеп, ер алып, иген сәсеп, мал үрсетеп ята. Улар ҙа мосолман, мин дә мосолман, беҙ бер-беребеҙгә ярҙам итергә тейешбеҙ һымаҡ, әммә мин был хәлгә риза түгел. Беҙ совет осоронда Урта Азияла йәшәгән милләттәштәребеҙҙең, донъялар үҙгәргәс, нисек итеп ул илдәрҙән ҡыуылып ҡайтҡанын да яҡшы беләбеҙ. Үзбәктәр, мәҫәлән, үҙҙәрендә йәшәгән башҡорттарҙың өйҙәренә "Беҙҙең илдән китегеҙ", тигән хат ҡына ебәргәндәр. Уларға хатта фатирҙарын һатырға йә алмаштырырға мөмкинлек тә бирмәгәндәр. Миңә сит яҡтан килгән мосолмандарҙың үҙ-үҙҙәрен тотошо һәм беҙҙең халыҡҡа ҡарата һауалы ҡарашы оҡшамай. Уларҙың күбеһе Ислам динле булһа ла, мосолман түгел, сөнки улар итәк аҫтынан араҡыһын да, наркотигын да һата. Шул уҡ ваҡытта ауылда мал тотоп ҡына йәшәгән динһеҙ башҡортом күпкә мосолманыраҡ икәнен дә беләм.

Ир-ат ғәйепле

Беҙ ХХ быуатта тарихи хәтеребеҙ ебе өҙөлөп, милләтебеҙҙең элекке булмышын юғалттыҡ. Уның урынына ялған мәҙәниәт милләтебеҙ эсенә эркелеп килә һәм беҙҙе икенсе сифат менән әүәләй. Бөгөн беҙҙең милләткә телевизорҙан күрһәтелгәндән 99 процент мәғлүмәт бөтөнләй кәрәкмәй. Был беҙҙең ғәйеп түгел, бәләбеҙ. Һәр айырым кеше, шәхес аҡылға ултырғансы, бик күп хаталар яһай. Урта йәшкә еткәс, үҙенең хаталарын аңлай, уларҙы ҡабатламаҫҡа тырыша. Әммә ул хаталары кешене ғүмере буйына ебәрмәй тота, оҙата килә. Уларҙы төҙәтеп тә, ҡотолоп та булмай. Быны мин үҙемдән сығып әйтәм: әгәр ҙә минең бөгөнгө аҡылым менән теге мәлдәге һаулығым булһа, әллә ниҙәр эшләр инем. Иң беренсе нәүбәттә, сит ил телдәрен өйрәнер, үҙемә иң кәрәкле тип һанаған һөнәремде үҙләштерер инем.

Бөгөн аҡылы камил, үҙе айыҡ ир кешегә кешесә йәшәр өсөн бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ юҡ. Беҙҙең ир-атта мин-минлек сифаты хаттин ашҡан. Милләтебеҙ яңы сифатҡа күтәрелһен, тиһәк, иң тәүҙә беҙгә, ирҙәргә, ир булып өйрәнергә кәрәк. Ни өсөн ҡыҙҙар, ҡатындар боҙола? Ысын ир-аттар булмаған өсөн. "Ир хәстәрле булһа, ҡатын таҫтарлы булыр", тип әйтелә халыҡ мәҡәлендә лә.

Беҙҙең милләт эшлекле, тырыш. Быны мин үҙебеҙҙең атайҙарҙан, ағайҙарҙан алып әйтәм. Элек, колхоз бар сағында, улар таңғы алтыла өйҙән сығып китеп, төнгө ун икелә эштән ҡайталар ине. Улар хеҙмәтенең файҙалы эш коэффициенты бик юғары булды, тип әйтмәйем, асылда, улар бушҡа эшләне. Образлы итеп әйткәндә, улар һауған һөттөң ҡаймағын башҡалар һөҙөп ултырҙы. Бөгөн беҙҙең ҡыҙ-ҡатындарыбыҙ донъя картаһында сәтәкәй хәтлем дә булмаған Италияға барып, ундағы байҙарға бил бөгә. Ул илдең бер ниндәй файҙалы ҡаҙылма байлығы юҡ, төп байлыҡтары - диңгеҙ ҙә, әфлисун, пицца. Ни өсөн нәфис заттарыбыҙ унда бара һуң? Билдәле, аҡса эшләп, ғаиләһен нисек булһа ла аҫырар өсөн. Дөрөҫөрәге, ир-егеттәребеҙҙең ысын ир-ат була белмәгәне өсөн. Ир-егеттәр үҙ еребеҙҙәге байлыҡты үҙләштереп, таба алмаған аҡсаны улар ана шундай түбәнселеккә төшөп булһа ла, илгә, ғаиләһенә алып ҡайта. Ғәрлегеңдән ятып үлерлек бит.

Тағы ла. Үҙебеҙҙең ир-егеттәребеҙ ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡыҙғана белһен ине. Бына мин креслола ултырам һәм үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙҙарын башҡа милләт кешеләре менән күрһәм, ҡаным ҡайнай башлай. Беҙҙең ҡыҙҙар һылыулығы, һөйкөмлөгө, эшлеклеге, кешелеклеге йәһәтенән иҫ китерлек бит. Ә беҙ уларҙы баһалай белмәйбеҙ.

Бер атҡанда - өс ҡуян

Беҙгә бөткән ауылдарҙы киренән тергеҙергә кәрәк. Ошо Темәс янында ғына Ҡоштүбә, Һәүәнәк, Ҡортүлгән, Тәкәһуҡҡан ауылдары киренән тергеҙеүсеһен көтә. Минең ҡорҙаштарымдың берәүһе ер алып, иген сәсә, икенселәре ҡымыҙ яһай, өсөнсөләре бал ҡорто тота. Бына был эштәрҙе ҙур ауылда башҡарыу бик ауырға төшә, сөнки бындай ауылдар янында игенлек, көтөүлек ерҙәре бик сикләнгән. Ҙур ауыл янында игенлекте мал тапай, йылҡы өйөрө йөрөү түгел, ауыл һыйырҙарына көтөүлектәр етешмәй.

Беҙҙең Темәс ауылы ла самаһыҙ ҙурайҙы, һаман да йорт һалалар. Ауылда, элекке кеүек, эш тә, мал көтөү урыны ла, сабынлыҡтыр ҙа, бал ҡортона сәскәле болонлоҡтар ҙа юҡ. Шуға күрә бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса республика программаһына элек перспективаһыҙ тип бөтөрөлгән ауылдарҙы яңынан тергеҙеүҙе лә индереүҙе тәҡдим итер инем. Башҡа райондар өсөн яуап бирә алмайым, әммә бына беҙҙең рәсми телдә "Урал аръяғы" тип аталған райондарҙа ошондай программа бер юлы өс ҡуянды атыуға тиң сара булыр ине, тием. Беренсе ҡуян - ауылдарҙы, тимәк, милләтте һаҡлап ҡалыу йүнәлеше, икенсеһе - ауыл халҡын эш менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итеү, өсөнсөһө - йәшәү рәүешенең яңы сифаты. Ҙур ауылдар шул тиклем ҡотһоҙға әүерелә. Унда урам буйлап йөрөгән ирҙәр күбәйә. Бәләкәй ауыл булһа, кемдең ни эшләп ҡайҙа йөрөгәне күренеп тора. Ҙур ауылда иһә, кемдер эт һуғара, кемдер малын һуғара тигәндәй, контроль юғала. Ә инде 15-20 өйҙән торған ауылда эт һуғарып булмай, ундайҙарҙы бәләкәй ауылдар һөйһөнмәй, бармаҡ менән төртөп күрһәтә. Ҙур ауылдарҙың үрге, түбәнге остары бер-береһен танымай башлаһа, үҫмер-егеттәрҙең төнгө һуғыштары башланыусан. Ауыл, минеңсә, ҙур булмаһын, еңел идара итерлек булһын. Шул сағында ғына ауылда тәртип була. Әле бөткән ауылдарҙың урындары, уларҙың эргә-тирәһендәге көтөүлек, сабынлыҡ, игенлек ерҙәре шул килеш ята. Беҙҙең өсөн бына тигән эшмәкәрлек майҙаны. Шуны ла иҫебеҙҙән сығармайыҡ: ҙур тиһәк тә, Ер шары бәләкәй генә, уның халҡы йыл һайын 60-70 миллионға артып тора һәм ҡасандыр бөткән ауылдар урындарын да төрлө юлдар менән ҡулдарына төшөрә башлаусылар табыласаҡ. Ул сағында инде беҙ һуңға ҡаласаҡбыҙ. Ҙур ауылдарыбыҙ ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел, әлбиттә. Уларҙа тамамланған цикллы етештереү предприятиелары асыу маҡсатҡа ярашлы булыр ине. Әйтәйек, ағас эшкәртеү цехы. Беҙҙекеләр хәҙер нимә менән шөғөлләнә тип уйлайһығыҙ? Диләнкә бүлеп алалар, ағасты ҡырҡалар, бүрәнәләрҙе тейәп, таҡта ярыу станогына алып килеп таҡтаға, трансаға бысалар. Шунан һуң шул сей таҡталарҙы, трансаларҙы "КАМАЗ"дарға тейәп, осһоҙ ғына хаҡҡа һаталар. Улар иң ауыр эшен башҡара ла, иң аҙ аҡсаһын ала. Хәҙер евровагонка сығара торған станоктар миллион ярымдан ашмай, инвестор табып, һатып алғанда, ул үҙен тиҙ генә аҡлар ине. Әле Темәстә 17 таҡта ярыу станогы бар, тимәк, база бар. Тағы ла шуныһы: евровагонка эшләп сығарыуҙы юлға һалғанда, шул бер үк күләмдәге ағастан 10-15 мәртәбә күберәк төшөм алырға була. Цех ҡуйылһа, егеттәргә лә эш урыны мәсьәләһе үҙенән-үҙе хәл ителә. Тәҙрә рамдары, тәҙрә яңаҡтары, мебель эшләү буйынса ла цехтар асырға мөмкин. Урман яҡтары өсөн ауылды тотоп тороуҙың ошондай яңы ысулдарын күптән эшләргә мөмкин ине.

Ялан яҡтары өсөн ҙур ауылдарҙы тотоп торорға игенселек нигеҙ була ала. Унда ҙур көс түгеп йыйып алған уңыштарын арзан хаҡҡа ғына һаталар, һата алһалар әле. Һата алмаһалар, яғыулыҡ-майлау материалдары, техника өсөн шул иген китә лә бара. МТС-тан техника яллаһалар, тағы ла күберәк игендәре оса. Ялан яҡтарындағы ҙур ауылдарға хәҙер тирмәндәр, икмәк бешереү, макарон яһау цехтары ҡуйыу фарыз. Бындай агрегаттарҙы мин әллә ни ҡиммәт торалыр, тип уйламайым, әгәр ҙә алып ҡуйһалар, бер-ике йылда үҙен аҡларлыҡ шөғөл.

Барлыҡ был эштәрҙе шәхси инвесторҙар ярҙамында ғына атҡарып сығыу мөмкин түгелдер. Бында тағы ла хөкүмәттең финанс менән нығытылған махсус программаһы кәрәк буласаҡ.

Өсөнсө донъя һуғышы

Һуғыштан һуң тыуған быуын вәкилдәренең күбеһе йәш быуын алдында үҙенең ихтирамын юғалтты. Уларҙың биргән кәңәшен, өйрәткән һабаҡтарын хәҙерге йәштәр бер ҡолағынан индерә лә, икенсеһенән сығара. Ни өсөн шулай? Сөнки нәҡ ошо һуғыштан һуң тыуғандарҙың аңы милли аңыбыҙҙан ныҡ айырыла. Бының өсөн ул быуын вәкилдәре үҙҙәре ғәйепле түгел, сөнки утыҙ етенсе йылғы сәйәси золом, Бөйөк Ватан һуғышы уларҙы тәрбиәләй торған өлкән быуын вәкилдәрен юҡ итте. Быуындар сылбыры тап ошо мәлдә шартлап өҙөлдө һәм һуғыштан һуң тыуғандар милли аңдан мәхрүм ҡалды. Беҙ ана шундайҙарҙан тыуҙыҡ һәм беҙҙе тубыҡтарына ултыртып һикерткән, тарих, әкиәт һөйләгән олатай-ҡартатайҙарыбыҙ булманы. Үҙ-үҙенә ҡул һалыусы йәштәрҙең күбеһенең ата-әсәләре һуғыштан һуң тыуған быуын вәкилдәре. Уларға эш кейемен, фуфайканан башлап, кирза итегенә тиклем миҙгелдән-миҙгелгә биреп торғандар, улар иртә кистән ҡара кискә тиклем хеҙмәт иткән. Уларға шәжәрә лә, тарих та, дин дә кәрәкмәгән, шул системала йәшәп тик ятҡандар, балалары уларҙы ихтирам итмәгән. Ундай ата-әсәләрҙең күбеһенең балаларының яҙмышы бик аяныслы. Хәҙер урамда таяҡ таянып йөрөгән, мәсетте һәм динде бар тип тә белмәгән кешенең янына барып, мин уға нимә тип өндәшәйем, ниндәй кәңәштәр һорайым инде?

Беҙгә сит мәҙәниәт, асылыбыҙға ят булған холоҡ көсләп һеңдерелә һәм беҙ уны һеңдереп үк бөтмәйенсә, үҙ-үҙебеҙҙе танымайынса, үҙ-үҙебеҙҙе эҙләп, аҙашып йөрөйбөҙ. Эскелек, тәмәке тартыу, мәҫәлән, беҙҙең милләткә бөтөнләй ят күренештәр. Бер мәл мин хатта үҙ-үҙенә ҡул һалыусыларҙың исемлеген төҙөп, кеше йөрөгән урынға элеп ҡуйырға ла булып киткәйнем. Мәрхүмдәрҙең туғандарының күңелен уйлап, был уйымдан кире ҡайттым. Беҙҙең ауылда ғына һуңғы йылдарҙа утыҙҙан ашыу типһә-тимер өҙөрлөк егеттәр үҙ теләге менән донъялыҡтан китте. Ҡайһы бер өйҙәрҙән бер йыл эсендә генә өсәр кеше вафат булды. Сағыштырыу өсөн: Бөйөк Ватан һуғышына һәр ғаиләнән икешәр-өсәр улан һуғышҡа киткән, береһе булһа ла әйләнеп ҡайтҡан. Ә был хәл һуғыштан да былайыраҡ. Әлбиттә, ул күренмәй беҙҙең күҙгә, әммә Өсөнсө донъя һуғышы бара. Хәҙер үлемдән тәбиғи ҡурҡыу тойғоһо юҡҡа сыҡты. Сәбәбе - динһеҙлек. Тағы ла бер күренеш: атай булған кеше нисек итеп улдары менән бергә ултырып араҡы эсә икән?

Алһыу күҙлек аша

Шәжәрәмде төҙөгәндә, нигеҙендә "дәүләт", "милләт" һүҙҙәре булған исемдәргә күп осраным. Мәҫәлән, Дәүләтбай, Байдәүләт, Ишдәүләт, Миңдәүләт, Дәүләтғәле, Дәүләтша, Милләт, Милләтйән кеүек исемдәр. Был исемдәрҙә милләтебеҙҙең дәүләтселек хаҡындағы хыялы сағыла. Шул уҡ ваҡытта Дәүләтҡол, Ҡолдәүләт тигән исемдәр ҙә бар. Быларҙа дәүләтебеҙҙең башҡа дәүләттәр менән мөнәсәбәте сағыла. Әле ныҡлап тарихты өйрәнәм. Төрлө архивтарҙы аҡтарам, һөйләгән һүҙҙәрем ҡоро раҫлау булмаһын өсөн ундағы тарихи документтарҙың күсермәһен алам. Үҙемдең шәхси транспортым - коляскам менән булһа ла төрлө ауылдарҙың зыяраттарына инеп, уларҙағы боронғо яҙыуҙарҙы табып, фотоға төшөрөп алам. Тарихыбыҙҙы өйрәнә торғас, үҙемә асыштар ҙа яһайым. Бәлки, был асыштарым тарих фәне өсөн күптән билдәлелер, әммә шуныһы раҫ: тарих ҡабатлана һәм кешелек донъяға яралғандан башлап бер нәмә лә үҙгәрмәгән һәм был йәһәттән башҡорттарҙың Рәсәй менән мөнәсәбәте лә бер үк. Рәсәй һаман да беҙҙе үҙенә тиң итеп күрмәй, субъекты итеп кенә ҡарай. Беҙ үҙебеҙҙең ысынбарлыҡҡа алһыу күҙлектәр кейҙерелгән кешеләр кеүек ҡарайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта ысынбарлыҡты нисек бар, шул килеш итеп һөйләү, яҙыу, күрһәтеү тормошобоҙ өсөн ҡатмарлыҡтар килтеререн белгәнгә күрә, ярым хәҡиҡәт менән йәшәүҙе дауам итәбеҙ. Мин һәр нәмәне үҙ исеме менән әйтеү яҡлы. Үткәндә телевизорҙан "Апокалипсис" тигән фильм ҡарап, хисапһыҙ ҡырылған майяларҙы йәлләп, ҡыҙғанып ултырҙыҡ. Ундай ҡыҙғаныс апокалипсис ваҡиғалар үҙебеҙҙә лә барған. Ихтилалдарҙы ғына алайыҡ. Улар тарихсылар тарафынан ғына шулай ихтилал тип аталған. Ысынында иһә улар ҡан ҡойғос һуғыш булған бит. 1557 йылдан алып 1917 йылға тиклем башҡорттар Рус батшалығына ҡаршы 70-ләп мәртәбә баш күтәргән, тиҙәр тарихсылар. Баш күтәргәнме икән? Шунсама тапҡыр ҡан ҡойғос һуғыш булған бит улар.

Кадрҙар мәсьәләһе

Бына мин ошо өйҙә ултырам һәм ошо өйҙөң бүрәнәһе генә үҙебеҙҙең урмандыҡы. Ә ҡалғаны: мебель, телевизор, һыуытҡыс, телефон һәм башҡаһы - барыһы ла сит илдеке. Ни өсөн шулай һуң? Сөнки беҙ үҙебеҙҙә шундай сеймал була тороп, һаман да йүнле тауар етештерә алмайбыҙ. Ни өсөн етештерә алмайбыҙ? Сөнки ошо эште ойоштороусы кадрҙарыбыҙ, икенсе төрлө әйткәндә, алдынғы ҡарашлы етәкселәребеҙ етешмәй. Атайым булдыҡһыҙ түрәләргә ҡарап: "Бер түтәл кишер ҙә сәсеп үҫтермәгән кешене ниңә түрә итеп ҡуялар икән?" - тип әйтә торғайны. Ана шундай түрәләрҙең эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә гөрләп эшләп ултырған элекке миллионер колхоздар юҡҡа сыҡты ла инде. Хәҙерге көндә ундай колхоздарҙың һуңғы мөлкәтен ситтәргә һаталар. Күптәр бында заман үҙгәреүенә һылтанып маташа. Ләкин ҡайһылыр районда совет осорондағы колхоздар һаман да гөрләп эшләй ҙәһә. Булдыҡлы түрә ниндәй шарттарҙа ла хужалыҡты һаҡлап ҡала ала. Бында кадрҙар мәсьәләһе үҙенән-үҙе ҡалҡып килеп сыға. Беҙҙә интеллектуаль кимәле түбән булған кешене ҙур интеллект талап ителгән креслоға мендереп ултырталар ҙа, был хәл һыйырға һалынған эйәрҙе хәтерләтә. Ундай түрәләр шундуҡ үҙенең кеҫәһен ҡайғырта башлай, мөлкәтте һатырға тотона йә эскелеккә бирелә. Беҙ үҙебеҙҙең аралағы аҡыллы, талантлы, булдыҡлы кешеләрҙе үҫтерә һәм күтәрә белмәйбеҙ.

Шулай итеп:
Тормошобоҙҙа барған ваҡиғаларҙың, күҙәтелгән хәл-күренештәрҙең һәр ҡайһыһына Илсурҙың тик үҙенә генә хас ҡарашы, үҙенсәлекле мөнәсәбәте бар. Илсур тапалған һуҡмаҡтарҙан атларға, әҙер ҡалыптарҙы ҡулланырға яратмай. Был хәл аңлашыла ла: ҡасандыр үҙ тормошонда киҫкен рухи һынылыш кисергән кешегә тормошобоҙҙо яҡтылыҡҡа алып сығарыр юлдар яҡшыраҡ күренәлер, моғайын.

Әхмәр ҮТӘБАЙ яҙып алды

Прикрепленные файлы

  • Прикрепленный файл  ilsur.gif   49,67К   0 Количество загрузок


#3 Наза

 
Наза

    Бей

  • Тел һаҡсыһы
  • PipPipPipPipPip
  • 390 сообщений
  • Ырыуым:Бөрйән
  • Ораным:Тарауыл!
  • Ҡошом:Ҡарсыға
  • Ағасым:Ҡарағас
 

Отправлено 08 Сентябрь 2009 - 04:24

Хай АФАРИН ИЛСУР! Тап доросон эйтеп халганхын, хатта кунел кутэрелеп китте был статьяны укыгас, бигерэктэ дорос итеп, матур хуздэр менэн, куптэн мине хэм башкаларзы борсотоп торган хораузарзы, матур итеп эйтеп биргэнхен! РЭХМЭТ Илсур! ЭХ, шундай аккыллы фекер йороткэн башкортом куберэк булхын ине...!

#4 Скиппей

 
Скиппей

    Бей

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPip
  • 317 сообщений
  • Город:Башкорт иле
  • Интересы:Сэйэхэт, баксасылык
  • Ырыуым:Табын
  • Ораным:Салауат!
  • Ҡошом:Ҡарағош
  • Ағасым:Ҡарағас
 

Отправлено 08 Сентябрь 2009 - 05:14

Хак хуззэр! Курергэ телэмэгэнден - кузен асыу, ишетергэ телэмэгэнден - колагына тошереу был! Йук-бар хуззе куйыртып, кэрэк-кэрэкмэгэнгэ ыспорлашып ултыргансы Илсур дус эйткэн юсыкта эшлэргэ кэрэк барыбызга ла! Хэр кем уз урынында!

#5 Scorpio

 
Scorpio

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 253 сообщений
  • Интересы:всяка-разна
  • Ырыуым:Белмәйем
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 10 Февраль 2011 - 07:49

ОЛОНО ОЛО ИТЕГЕҘ, -
Кәңәш алып йөрөгөҙ

Һәр халыҡтың быуаттар буйына һаҡлана, туплана килгән тәрбиә ҡанундары бар. Башҡорт халҡының иһә тәрбиә ҡанундары ауыҙ-тел ижадында, бигерәк тә мәҡәл-әйтемдәрендә һәм "Урал батыр" эпосында һаҡлана. Эпоста атай-әсәйҙәр аңы менән генә зиһенгә һеңдерерлек, атай-әсәйҙәргә генә һөйләрлек фәһемле һабаҡтар бихисап. Шуларҙың бер нисәһенә генә туҡталып китәйек.
"Урал батыр" эпосы меңәр йыл элек ижад ителгән, XXI быуат балаларын ундағы һабаҡтар менән тәрбиәләп булырмы?" тигән аптыраулы һорау тыуыуы ихтимал. Дөрөҫ, заман шауҡымының тәрбиәгә йоғонтоһо бик ҙур: кешене атай-әсәй генә түгел, мөхит тә тәрбиәләй. "Урал батыр" эпосы ижад ителгән осор менән беҙҙең заман араһында тиҫтәләгән быуат ята. Әммә шуныһы ғәжәп: кешенең күңел донъяһы әллә ни үҙгәреш кисермәй. Яратыу-яратмау, киң күңеллелек-көнсөллөк, яҡшылыҡ-яуызлыҡ, ихласлыҡ-ике йөҙлөлөк, асыҡлыҡ-аҫтыртынлыҡ һәм башҡа бик күп тойғо-хистәрҙән торған эске донъя, күңел донъяһы шул уҡ. Иғтибар менән ентекләп өйрәнһәң, эпостың һәр һүҙе, кинәйә менән әйтелгән һәр фекере тәрән мәғәнәгә эйә һәм бөгөнгө көнгә тап килә, уны аҙ ғына үҙгәртеү йәки яңылыш һөйләү, хатта интонациялағы яңылышлыҡ та был халыҡ әҫәренә, уның баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле фекеренә хилафлыҡ килтерә. Халыҡ быны алдан күрә алған һәм, хилафлыҡҡа юл ҡуймау маҡсатында, әҫәрҙе шиғри юлдар менән ижад иткән. Был бөйөк әҫәрҙе һәр берегеҙ уҡып сыҡһағыҙ, уның тиңдәшһеҙ ҡиммәтле хазина булыуына үҙегеҙ ҙә инаныр инегеҙ, хөрмәтле атай-әсәйҙәр. Бына, мәҫәлән...

Мәрйәм БУРАҠАЕВА

http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=918

#6 Scorpio

 
Scorpio

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 253 сообщений
  • Интересы:всяка-разна
  • Ырыуым:Белмәйем
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 10 Февраль 2011 - 07:53

БАШҠОРТ БУЛЫУЫҢДАН НИ МӘҒӘНӘ,
балаларың башҡорт булмағас...

Беҙҙең ҡалаға сауҙа эштәре менән Кавказ яҡтарынан килгән бер мосолман ғаиләһен беләм. Бөтә дини ҡанундарҙы башҡармаһалар ҙа Ҡөрьән сүрәләрен белеп, хәрәм эштәрҙән һәм аштарҙан тыйылып көн итәләр.
Мине иң аптыратҡаны - уларҙың балалары. Улы һәм ҡыҙы буй еткергән инде, бәлиғ булғандар. Уларҙың кем менәндер дуҫлашып, ғаилә ҡороу тураһында һүҙ ҡуҙғатҡанын ишеткән булмағас, аптырап, ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай, бер көн үҙҙәренән үк һорай ҡуйҙым. Кейәүгә сығырға, кәләш алырға йыйынмайҙармы әле, йәнәһе. Сәс толомо теҙенә тиклем төшөп торған һомғол буйлы сибәркәйҙең яуабы ошо булды: "Бында мин әсәй-атайыма сауҙа эшендә ярҙам итергә һәм һөнәри белем алырға тип килдем. Уҡыуымды тамамлайым да, тыуған илемә ҡайтып, үҙ милләтемдән булған егеткә кейәүгә сығасаҡмын. Бында минең милләт егеттәре юҡ бит..." 27 йәшен тултырған улдары менән әңгәмә мине тағы ла нығыраҡ аптыратты ла, һоҡландырҙы ла: "Әгәр бында минең ниндәйҙер ҡатын-ҡыҙ менән сыуалғанымды яҡташтарым белеп ҡалһа, мин үҙ илемә ҡайтып кәләш ала алмаясаҡмын. Туғандарым һәм иң тәүҙә атайым минән баш тартасаҡ". Артабан егет милләте менән ғорурланыуы, үҙ еренә, тәбиғәтенә, туған теленә, моңона һәм лезгинка бейеүенә үлеп ғашиҡ булыуы тураһында һөйләне…………………………

Рима ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВА.
Салауат ҡалаһы.

РЕДАКЦИЯНАН: "Киске Өфө" гәзите биттәрендә ҡатнаш никахтар мәсьәләһен йыш күтәрәбеҙ. Был тыйылған тема түгел. Был теманы күтәргәндә беҙ башҡа милләттәрҙе кәмһетмәйбеҙ, милләттәрҙе бер-береһенә ҡаршы ҡуймайбыҙ. Ҡатнаш никахтар бер милләт өсөн дә файҙа килтермәй икәнен үҙ милләтебеҙ миҫалында раҫларға тырышыуыбыҙ ғына. Хоҙай беҙҙе был ергә милләт итеп яратҡан икән, беҙ артабан ошо милләтте дауам итер балалар үҫтерергә тейешбеҙ. Киреһенсә булғанда, беҙ Хоҙай әмеренә ҡаршы барабыҙ булып сыға. Тыуасаҡ балаларҙың күңелен бүлгеләйбеҙ - бына шуныһы ҡурҡыныс уның, ҡатнаш никахтарҙың. Ҡылынған хаталарҙы төҙәтеү мөмкин түгел, ә ҡылыныу ихтималлығы булған хаталарҙы иҫкәртеп була. Әйҙәгеҙ, ошо тема буйынса бер аҙ фекерләшеп алайыҡ. Уның кемгәлер файҙалы булыуы бик тә мөмкин.
http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=915

#7 Scorpio

 
Scorpio

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 253 сообщений
  • Интересы:всяка-разна
  • Ырыуым:Белмәйем
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 16 Февраль 2011 - 11:32

БАШҠОРТ ТАТЫУЛЫҠ ЯҠЛЫ,
башҡалар ҙа татыулыҡ яҡлы булһын


"Киске Өфө" гәзитендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың сығыштарынан өҙөктәр бер урынға туплап бирелгәйне. Журналистың бик отошло алымы булды был. Мин уны ҡыҙыл ҡәләм менән билдәләй-билдәләй уҡып сыҡтым.

Бик күп мәсьәләләр - коррупцияға ҡаршы көрәш, тәбиғи ҡомартҡыларҙы һаҡлау, халҡыбыҙҙың йәшәү кимәлен күтәреү, ер һатҡанда йәки арендаға биргәндә үҙ республикабыҙ халҡы мәнфәғәттәренән сығып эш итеү тураһында әйтә Президент. Уның сығыштары тупланған был яҙмаларҙы һәр район, һәр ҡала етәксеһе үҙенең эш өҫтәлендә, ҡул аҫтында һаҡлап, уларға әленән-әле күҙ һалып алыуы фарыз, тип һанайым. Был бик файҙалы булыр ине. Юҡһа, ҡайһы бер етәкселәр Президент сығышындағы үҙенә ҡулай берәй өҙөктө генә иҫендә ҡалдыра ла, үҙенең ҡырын эштәрен йәшерер өсөн шул һүҙҙәрҙе девиз итеп ҡуллана башлай.
Мәҫәлән, "башҡорт телен мәжбүри уҡытыу булырға тейеш түгел" тигән һүҙҙәрҙе ҡабатлаусылар һәм башҡорт телен уҡытыуға кәртә ҡороусылар табыласаҡ. Ә һәр район башлығының, Президент әйткәнсә, "Башҡорт теле - ул республикаға исем биргән тел. Ул рус теле менән бер рәттән мотлаҡ өйрәнелергә тейеш!" тигән аңы булырға тейеш, минеңсә. Уларҙың һәр сығышы республикабыҙҙың дәүләт теленә ихтирамлы ҡарашын сағылдырырға тейеш. Шунһыҙ беҙ Башҡортостан халҡын башҡортостанлылар тип туплай алмаясаҡбыҙ. Беҙ - бер республика халҡы, беҙ бер маҡсатлы, йәғни республикабыҙ иҡтисады үҫеүен, үҙ илебеҙҙең бай ҙа, күркәм дә булыуын теләүсе һәм уға йәм биреүсе берҙәм халыҡ булып ойошорға тейешбеҙ. Уның өсөн башҡорт теленең дәүләт теле булыуын һәр кеше танырға, уны дәүләт теле булараҡ өйрәнергә бурыслы. Шул ваҡытта "күп милләтле" һүҙен аяҡ атлаған һайын ҡысҡырып йөрөүҙең кәрәге лә ҡалмаясаҡ. Ҡайһы республика бер генә милләтле икән? Башҡа бер республикала ла "күп милләтле" төшөнсәһе юҡ. Күршеләребеҙҙе беҙ "удмурттар, сыуаштар, мариҙар, ҡаҙаҡтар, татарҙар" тип беләбеҙ. Ундағы халыҡ та үҙен шулай тоя. Ә ниңә Башҡортостандағы халыҡ үҙен төрлө-төрлө итеп тойорға тейеш әле? Ғаилә берҙәм булһын өсөн тырышҡан ата-әсә: "Быныһы үгәй улым, быныһы опекунлыҡҡа алынғаны, ә бынауы үҙемдеке", - тип һөйләмәй. Бына ни өсөн дәүләт телдәре булараҡ башҡорт телен һәм рус телен берҙәй өйрәтеү мотлаҡ булырға тейеш. Был бит беҙҙе берләштереү, башҡортостанлы итеү сараһы ла...

Рәүеф БИКТАШЕВ.
Сибай ҡалаһы.

http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=925

#8 Scorpio

 
Scorpio

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 253 сообщений
  • Интересы:всяка-разна
  • Ырыуым:Белмәйем
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 17 Февраль 2011 - 04:32

ХЕҘМӘТ МАЙМЫЛДАН КЕШЕ ЯҺАҒАН,
ә эскелек кешенән маймыл яһай


"Айыҡ Башҡортостан" төбәк йәмәғәт хәрәкәте саҡырыуы буйынса февраль башында Башҡортостанда РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһының алкоголь буйынса эксперт советы ағзаһы, Халыҡ айыҡлығы өсөн көрәш союзы рәйесе, "Айыҡ Рәсәй" йәмәғәт хәрәкәте рәйестәше, собриолог-профессор Владимир Георгиевич Жданов лекциялар уҡыны. Ул ағза булып торған Психоаналитиктарҙың халыҡ-ара ассоциацияһы сиктәрендә бөгөн бөтөн ил генә түгел, бөтөн донъя буйынса халыҡ сәләмәтлеге университеттары селтәре ойошторолған. Уларҙа медицина ысулын ҡулланмай ғына халыҡтың рухи, йән сәләмәтлеген нығытыу, бик күп насар ғәҙәттәрҙән арындырыу мөмкин.
http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=927

#9 Scorpio

 
Scorpio

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 253 сообщений
  • Интересы:всяка-разна
  • Ырыуым:Белмәйем
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 24 Апрель 2011 - 04:58

Монолог
Азамат МОРАТОВ һүҙ ала:
ТУҒАН ТЕЛЕМДЕ БЕЛМӘҮ... мин башҡорт түгел тигәнде аңлатмай әле

...Ата-әсәйем сығышы менән Белорет районынан, ә мин үҙем Өфөлә тыуҙым һәм үҫтем. Өйҙә атайым башҡортса һөйләшһә лә, мин, ҡыҙғанысҡа күрә, туған телемдә һөйләшә белмәйем һәм ныҡлап аңлап та етмәйем. Ләкин мин туған телемде белмәүҙән генә башҡорт булыуҙан туҡтамайым бит. Әгәр ҙә мин башҡортса аралашыусылар араһына барып инһәм, унда йә урыҫ теленә күсәләр, йә ни тураһында һөйләшкәндәрен миңә тәржемә итеп бирәләр. Туған телемдә һөйләшә белмәһәм дә, ҡурайҙа һыҙғырта алам. Был ҡала мөхитендә үҫкән башҡорт өсөн әҙ түгел, тип уйлайым...
http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=1006

#10 Scorpio

 
Scorpio

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 253 сообщений
  • Интересы:всяка-разна
  • Ырыуым:Белмәйем
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 25 Апрель 2011 - 11:30

http://kiskeufa.ru/index.php?dn=info&pa=1711

БӨЙӨК ТУҠАЙҘЫҢ ӘСӘҺЕ… ғәйнә башҡорттарынан

...Басир Мәһәҙиев 1947 йылда "Октябрь" (хәҙерге "Ағиҙел") журналында атаҡлы педагог һәм ғалим Закир Шакировтың Ғабдулла Туҡайҙың әсәһе Мәмдүдәнең (Мәмдүҙә) атаһы Зиннәтулланың ғәйнә башҡорто булыуын хәтерләүе тураһында яҙа. Шулай уҡ Өфө ҡалаһында йәшәүсе Гөлзифа Ҡәнәфина инәйҙән яҙып алған ҡыҙыҡлы мәҡлүмәтте килтерә. Гөлзифа инәй уға былай тип һөйләй: "Беҙҙең фамилия Ҡәнәфиә ҡарттан килә. Хәҙерге Иглин районындағы Түбәнге Ләмәҙ ауылы кешеһе була. Туғандарыбыҙ һаман да шунда йәшәй. Ғабдулла Туҡайҙың әсәһе Мәмдүдә ана шул Ҡәнәфиә ҡарттар нәҫеленән. Беҙҙең Ҡәнәфиндар Туҡайҙың туғаны булып сыға. Ана, улым Наил Ҡәнәфин... Ғабдулла Туҡайға бик оҡшаш төҫө менән. Хөкүмәтебеҙҙәге Миҙхәт Шакиров миңә атаһы яғынан да, әсәһе яғынан да туған. Атаһы ла, әсәһе лә беҙҙең яҡтың төп башҡорттары..."
http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=1005

#11 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 25 Апрель 2011 - 11:53

Монолог
Азамат МОРАТОВ һүҙ ала:
ТУҒАН ТЕЛЕМДЕ БЕЛМӘҮ... мин башҡорт түгел тигәнде аңлатмай әле

Туған телемдә һөйләшә белмәһәм дә, ҡурайҙа һыҙғырта алам. Был ҡала мөхитендә үҫкән башҡорт өсөн әҙ түгел, тип уйлайым...
http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=1006

Азамат ысынлап та башҡорт рухлы ғаиләлә үҫте. Ҡыҙғаныс, атаһы Зөлфәр ағай бик иртә мәрхүм булып ҡалды. Кеше йәнле, ифрат ипле ағай ине. Олатаһы Барй ағай Абдрахманов - Ватан һуғышына тиклем үк етәксе булып эшләп, абруй яулап өлгөргән, байтаҡ йылдар Кушнаренко районында беренсе вазифаны үтәгән. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Юғары Советта Секретарь булып эшләне. Бер ваҡытта ла телен боҙоп, сусылдап йөрөмәне. Ә бит байтаҡ ҡына башҡорт етәкселәре милләтен йәшерә торғайны ул заманда, әле лә бар ундайҙар.

#12 Scorpio

 
Scorpio

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 253 сообщений
  • Интересы:всяка-разна
  • Ырыуым:Белмәйем
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 27 Апрель 2011 - 07:00

Олатаһы Барый ағай Абдрахманов...

Значит, Азамат - племянник академика И. Б. Абдрахманова?

#13 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 27 Апрель 2011 - 09:35

Значит, Азамат - племянник академика И. Б. Абдрахманова?

Да.

#14 Ishtak

 
Ishtak

    Башҡорт ханы

  • Тел һаҡсыһы
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 2 280 сообщений
  • Город:Өфө
  • Ырыуым:Табын
  • Ораным:Салауат!
  • Ҡошом:Ҡарағош
  • Ағасым:Ҡарағас
 

Отправлено 29 Июнь 2011 - 08:36

Подписка тамамлана, Киске Офогэ язылырга онотманыгызмы?

#15 Scorpio

 
Scorpio

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 253 сообщений
  • Интересы:всяка-разна
  • Ырыуым:Белмәйем
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 06 Июль 2011 - 12:11

тарихи хәҡиҡәт
БАШҠОРТ ЙӘЙЛӘҮҘӘРЕ
Беҙ улар хаҡында нимә беләбеҙ?


Башҡорттоң йәйләүгә сығып мал көтөү ысулын батша хөкүмәте кочевка, кочевание тип атай. Башҡорт халҡының хужалығына ҡарата ҡулланылған ошо һүҙ ниндәйҙер бер ярлыҡ булып йәбешеп ҡала...
...XVIII быуатта, бигерәк тә XIX быуатта, батша хөкүмәте йәйләүҙәр өсөн ҡулланылған йәйрәп ятҡан башҡорт ерҙәрен "буш" ятҡан ерҙәр тип, күпләп тартып ала, заводтар төҙөй, күпләп урыҫ крәҫтиәндәрен күсереп ултырта...
Башҡорт күсмә халыҡ түгел
Бөгөн дә ғалимдарыбыҙ үҙҙәренең хеҙмәттәрендә "Башкиры вели кочевой, полукочевой образ жизни" тип яҙа. Беҙ, уларға эйәреп, халҡыбыҙ күсмә тормошта йәшәгән, тип һөйләйбеҙ. Шуны балаларға уҡытабыҙ. Башҡорт халҡының борон йәйләүҙәргә сығыуын "кочевка", "полукочевой образ жизни" тип атау дөрөҫмө һуң? Юҡ, әлбиттә! Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, илһеҙ-ерһеҙ донъя гиҙеп йөрөгән сиғандар ҙа, аҫаба ерҙәренә йәбешеп ятҡан, уның өсөн күпме ҡанын түккән башҡорт халҡы ла шул уҡ "кочевой народ" тип аталамы? Был үҙе бер абсурд фекер түгелме һуң?
...Башҡортостанда борондан уҡ ерҙәр ырыуҙар (улар ил тип аталған) тарафынан үҙ-ара бүленгәнлеге билдәле. Икенсенән, беҙҙәге 30-40 градуслыҡ һыуыҡ ҡыштарҙа йыл әйләнәһенә тирмәлә йәшәү мөмкин түгел. Шуға күрә башҡорттарҙың борондан ҡышын тирмәләрҙә түгел, ә ағас йорттарҙа, ауылдарҙа йәшәгәнлеге бәхәсһеҙ.
http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=1074

Азат ЮЛАН.
(Дауамы бар).

"Киске Өфө": №26, 25 июнь - 1 июль, 2011

#16 Зианбердин

 
Зианбердин

    Неизвестен.

  • Егет
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 802 сообщений
  • Интересы:http://vk.com/club54956707 или группа «Граффитиология и краеведение»,
    Башкортостана» и другие.
    http://vk.com/club75634890 или «Путеводитель по башкирским древностям»,
    http://vk.com/club81778685 или "Бтиг ччдим",
    http://vk.com/club75581166 или «Толковый словарь башкирских языков»,
    http://vk.com/club75639634 или «О башкирской музыке»,
    http://vk.com/club61429559 или «Наскальные письмена Башкортостана»,
    http://vk.com/club61429586 или «Тексты на предметах»,
    http://vk.com/club61428749 или «Сулпы и кумбазы Башкортостана»,
    http://vk.com/club67747155 или Turkology in Bashkortostan.
    http://vk.com/club61429514 или «Географические указатели Башкортостана»,
    http://vk.com/club61428829 или «Эпитафии Башкортостана»,
    http://vk.com/club65187388 или «Кунгел\\Душа и память»,
    http://vk.com/club61429544 или «Афиши и плакаты, товарные ярлыки, этикетки Башкортостана» и.т.д.
  • Ырыуым:Үҫәргән
  • Ораным:Байһоңғар!
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 03 Октябрь 2011 - 10:47

Кэлэмдэштэргэ куб сэлэм! Киске Офоно "Башкорттарзынг боронго акттары архивы"-н карарга сакырам. Шулай ук, ошо гэзиттенг лауреаты буларак, уларга "Башкорттарзынг боронго акттары архивы"-ндагы телэ ниндэй мэглумэтте лэ уз гэзиттэрендэ бастыртып сыгарырга алдан ук рохсэт кылам.

#17 root1

 
root1

    Мырҙа

  • Admin
  • 62 сообщений
  • Ырыуым:Тамъян
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 03 Октябрь 2011 - 11:38

Кэлэмдэштэргэ куб сэлэм! Киске Офоно "Башкорттарзынг боронго акттары архивы"-н карарга сакырам. Шулай ук, ошо гэзиттенг лауреаты буларак, уларга "Башкорттарзынг боронго акттары архивы"-ндагы телэ ниндэй мэглумэтте лэ уз гэзиттэрендэ бастыртып сыгарырга алдан ук рохсэт кылам.

Увы... Здесь обычно лица не имеющие прямого отношения к газете, в основном только читатели!
Если у Вас имеется желание оратиться непосредственно к редакции "Киске Офо", то прошу проследовать по этой ссылке где есть адреса и реквизиты:
http://kiskeufa.ru/index.php?dn=info&pa=about

#18 Scorpio

 
Scorpio

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 253 сообщений
  • Интересы:всяка-разна
  • Ырыуым:Белмәйем
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 25 Ноябрь 2011 - 07:29

шаңдау http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=1164 (Әхмәр Үтәбай "Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә - ҡатын")

ТЫУМАҒАН БАЛАЛАРЫБЫҘ ӨСӨН...
ирҙәрме, ҡыҙҙарыбыҙмы ғәйепле?

Ағай көлөп ебәрҙе: "Башҡортса түгел, русса ла белмәйҙәр, тик французса һәм итальян телендә генә һөйләшәләр", - тине. Бер апай түҙмәне: "Ейән-ейәнсәрҙәрең әсә телен белмәгәс, бында маҡтанырға түгел, ә иларға кәрәк", - тине...

http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=1252

"Киске Өфө": №48, 26 ноябрь - 2 декабрь, 2011




1 посетителей читают эту тему

0 пользователей, 1 гостей, 0 скрытых

Башфорум на Башпортале
BaShFoRuM