Перейти к содержимому




Башфорум находится по адресу; www.forum.bash-portal.ru
Фото

ТУҒАН ТЕЛ клубына рәхим итегеҙ!


  • Please log in to reply

6 ответов в этой теме

#1 Таhир

 
Таhир

    Тархан

  • Тел һаҡсыһы
  • PipPipPipPipPipPip
  • 658 сообщений
  • Город:Өфө
  • Ырыуым:Тамъян
  • Ораным:Тутыя!
  • Ҡошом:Ҡарға
  • Ағасым:Тирәк
 

Отправлено 19 Сентябрь 2009 - 11:04

Тел – властың бер ысулы ул. Банкирҙар һәм сәйәсмәндәр телен белмәгән кеше ил аҙаматтары иҫәбенә инә алмай. Телде һаҡлау өсөн, уның юғары престижлы һәм модалы өлкәләрҙә (хакимиәт, поп-музыка, кеҫә телефондары, компьютер программалары) файҙаланыуын күҙәтеп барырға кәрәк. Телде ҡулланыу барышында уның әһәмиәте арта бара. Һәр бер әйткән һүҙ менән бергә телде ҡулланыу ғәҙәткә инә бара. Әгәр ҙә телде ил аҙаматтары ҡуллана икән, уның ҡиммәте күп тапҡыр арта. Тел үҙенән-үҙе ҙур була алмай, бының өсөн сәйәси ихтыяр һәм пландар талап ителә. Телде һаҡлау өсөн мотивация кәрәк, ә мотивация дәғүә итеү, яҡшы эш урынын табыу йә иһә аҡса алыу, йә иһә иң шәп кешеләр араһына инеү мөмкинселеген аңлата. Ҡулланыу даирәһен таба алмаған тел бик ауыр үҙләштерелә. Телгә танылыу, абруй кәрәк. Рәсми яҡтан яҡлау һәм ҡулланыу тапмаған тел - бөгөн бар, ләкин 100 йылдан ул юҡҡа сыға. Тел һәм менталлек бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә. Урындағы телде өйрәнергә теләмәгән кешенең ул телгә мөнәсәбәте ыңғай, тип әйтеүе икеле. 2009 йылдың 20 февралендә ЮНЕСКО башҡорт телен "Юғалып барған телдәренең атласы"на индергән, уның мәғлүмәте буйынса, башҡорт теленең юҡка сығыу ҡурҡынысы бар, сөнки башҡорт балаларының күбеһе үҙ-ара башҡортса һөйләшмәй... Шуға курә 2009 йылдың 19 мартында Өфөлә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен һөйөүселәр "ТУFАН ТЕЛ" клубы барлыҡҡа килде. Клуб ойоштороу инициативаһы менән Тимур Мохтаров сыҡты. Уның фекере буйынса, клубтың төп маҡсаты - әҙәби башҡорт телен бөтә башҡорттарҙың ысын үҙ-ара аралашыу теле итеү. Клуб ағзалары аҙна һайын йыйылышып, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен башҡорттар араһында популярлаштырыу һәм пропагандалау сараларын күреү тураһында фекер алышырға килеште. Әлеге ваҡытта клуб ағзалары, һәр кесаҙна сәғәт 19.30 осрашып, пландар ҡора. Һеҙ ҙә ҡушылығыҙ!

#2 Таhир

 
Таhир

    Тархан

  • Тел һаҡсыһы
  • PipPipPipPipPipPip
  • 658 сообщений
  • Город:Өфө
  • Ырыуым:Тамъян
  • Ораным:Тутыя!
  • Ҡошом:Ҡарға
  • Ағасым:Тирәк
 

Отправлено 21 Сентябрь 2009 - 09:19

"КYК БYРЕ" хәрәҡәтенең инициативаһы буйынса, Өфөлә 19 сентябрь көнө "КYК БYРЕ", "ТУҒАН ТЕЛ" һәм"Аkтамыр" ойошмалары пикетҡа сыҡты. Акция Өфөнөң Салауат Юлаев майҙанында уҙғарылды, пикетта яҡынса 100 кеше ҡатнашты. Пикеттың төп маҡсаты - Рәсәйҙең милли сәйәсәтенә ҡарата ризаһыҙлыҡ белдереү. Пикетта “ТУFАН ТЕЛ" ойошмаһының етәксеһе Т. Мохтаров сығыш яһаны. Аҫтараҡ уның сығышының тулы текстын ҡарарға була.


Пикетта “ТУFАН ТЕЛ" ойошмаһының етәксеһе Т. Мохтаровтың сығышы


Быйыл 1 сентябрҙән башлап Рәсәйҙең 309-сы законы көскә инде. Был закон Рәсәй Федерацияһының мәғариф тураһындағы законын үҙгәртә. Республикалар менән кәңәшләшмәй, Дәүләт думаһы Рәсәй халыҡтарына ҡаршы яуапһыҙ бер аҙым яһаны.
Элек Мәғариф тураһындағы закондың 7-се статьяһында уҡыу йөкмәткеһе федераль, милли-региональ һәм мәктәп компонентына бүленә тигән аныҡ яҙыу бар ине. Хәҙер шул һүҙҙәр үҙгәртелеп, федераль һәм мәктәп компонентына ғына ҡайтып ҡала. Ә "милли-региональ компонент" төшөнсәһе хәҙер законда бөтөнләй юҡ.
Әйткәндәй, Башҡортостандың бөтә мәктәптәрендә ошо компонент иҫәбенә башҡорт теле дәүләт теле булараҡ уҡытыла ине. Татарстанда татар теле уҡытылды, ә башҡа урындарҙа – төбәк тарихы, мәҙәниәте һәм географияһы фәндәре.
Әлбиттә, закондың был үҙгәреше зур тауыш сығарҙы. Беҙҙән тыш, Татарстанда, Яҡутстанда һәм Мәскәүҙә халыҡ митингыларға сығып, үҙенең ризаһыҙлығын белдерә.
Сөнки, ысынлап та, хәүефләнергә урын бар. Ни өсөн тигәндә, законда булмаған нәмә ышанысһыҙ әйбер. Шуға күрә беҙҙең милли республикалар - Башҡортостан менән Татарстан законды үҙгәртеүгә ҡаршы сығыш яһай. Әгәр ҙә законда "милли-региональ компонент" төшөнсәһе юҡ икән, тимәк беҙҙең мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытырға һәм өйрәнергә мөмкинселектәр кәмей.
Хәҙер инде беҙҙең Башҡортостан Хөкүмәте РФ Фән һәм мәғариф министрлығы менән килешеп, мәктәптәргә бер нисә яҡынса уҡыу пландары тәҡдим итте, уларҙың береһендә "туған тел” предметтар исемлегенә индерелгән.
Был инде беҙҙең башҡорт телен һәм башҡа туған телдәрҙе уҡытыуға мөмкинлек бар тигәнде аңлата. Ләкин шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: уҡыу пландарының бөтәһенә лә туған тел индерелмәгән. "Туған тел” предметы булмаған пландар бар. Мәктәптәрҙең тап ошо планды һайлау ихтималлығы тынысланырға ирек бирмәй.
Бигерәк тә шуныһы ҡурҡыта: элек, мәҫәлән, Башҡортостан бөтә мәктәптәр өсөн уҡыу пландары төҙөй ине, ә хәҙер Башҡортостан ул хоҡуҡҡа эйә түгел. Закондың был хоҡуғыбыҙ алып ташланған, һәм уҡыу пландарын, Рәсәй уҡыу пландарына таянып, мәктәптәр үҙҙәре төҙөй. Белеүебеҙсә, мәктәптәрҙә төрлө директорҙар, төрлө ҡарашлы завучтар була. Бөтәһе лә туған телде уҡытам тип янып тормай.
Элек башҡорт теле дәүләт теле булараҡ уҡытыла ине. Шуға ла был мәсьәләне Башҡортостан милли-региональ компонент сиктәрендә еңел хәл итә ине, ә хәҙер телде уҡытыуға сәғәттәр табыуы ауырлыҡтар тыуҙыра.
Быйыл, мәктәптәребеҙҙә телебеҙ дәүләт теле булараҡ уҡытыласаҡ тип, беҙҙе Башҡортостан Хөҡүмәте тынысландырырға тырыша. Ләкин беҙ ышанмайбыҙ. Тағы ҡабатлайбыҙ: законда булмаған нәмә - ул ышанысһыҙ әйбер. Тик закон ғына иң ҙур көскә эйә, һәм уны үтәүе бөтә мәктәптәр өсөн мотлаҡ. Милли-региональ компонент ҡына беҙгә илдең патриоттарын тәрбиәләргә ярҙам итә. Шуға “Милли-региональ компонент" төшөнсәһен законға ҡайтарырға кәрәк.
Ҡәрҙәштәр! 309-сы законды юҡҡа сығарыу талабы менән Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы рәйесе Толкачев Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына сығырға тейеш! Ә Башҡортостан Президенты Рәхимов телебеҙҙе һаҡлау өсөн ысын көрәшәме! Юҡ! Әлеге ваҡытта беҙ уңың телебеҙ өсөн Рәсәй трибуналарында сығыш яһағанын күрмәнек! Беҙ Президентыбыҙҙан шуны талап итәбеҙ!
Телебеҙҙе һаҡлап ҡалайыҡ!
Башҡорт, башҡорт менән башҡортса һөйләш!
Теле юҡтың - иле юҡ!

#3 Таhир

 
Таhир

    Тархан

  • Тел һаҡсыһы
  • PipPipPipPipPipPip
  • 658 сообщений
  • Город:Өфө
  • Ырыуым:Тамъян
  • Ораным:Тутыя!
  • Ҡошом:Ҡарға
  • Ағасым:Тирәк
 

Отправлено 02 Октябрь 2009 - 01:55

Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен һөйөүселәр «ТУFАН ТЕЛ» клубының 2009-2010 уҡыу йылына эш планы

http://www.bashqort.com/site/index.php?option=com_content&view=article&id=166:plan&catid=60:tugantel&Itemid=97

#4 Ябай башкорт

 
Ябай башкорт

    Бей

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPip
  • 365 сообщений
  • Ырыуым:Ҡыпсаҡ
 

Отправлено 06 Октябрь 2009 - 11:24

Ниһәйәт, күптән кәрәк булған клуб барлыҡҡа килгән! Башҡорт теленең ҡулланыу даирәһен киңәйтмәйсә уны һаҡлап ҡалып булмаясаҡ. Әгәр башҡорт теле тик өйҙә генә ҡулланылһа ул үлемгә дусар. Беҙҙең милли мәктптәребеҙҙең күбеһе закон ҡабул ителгәнгә тиклем үк ҡағыҙҙа ғына башҡорт мәктәбе булып һаналды, сөнки башҡортса уҡытыу тик башланғыс кластарҙа ғына алып барыла, бишенсе кластан алып уҡытыу рус телендә алып барыла, башҡорт теле предмет булараҡ ҡына алып барыла. Ә мәктәптәр,район мағариф бүлектәре һәм министырлыҡ "беҙҙә фәләнсә башҡорт мәктәбе бар" тип ялған отчеттар биреп килделәр. Был күҙ буяу байтаҡ йылдар дауам итә Мин белгән башҡорт мәктәптәрендә хатта тәрбиә эше лә рус телендә алып барыла. Башҡорт телендә бары тик вывеска ғына. Йәшерен- батырыны юҡ, милли кадр булараҡ власҡа менеп ултырған күп кенә башҡорттар башҡорт телен ҡулланыуҙан тартыналар. Күп тигәндә, телмәр башында "Һаумыһығыҙ", тип бер генә башҡортса һүҙ ҡыҫтыралар. Хатта залда ултырғандар бөтәһе лә башҡорт булһалар ҙа. Был хәлде мин төп башҡорт райондарында йыш күрәм. Ә һеҙ, әйтәйек, Үрге Йәркәйгә барып ҡарағыҙ, унда татарҙар урамда русса түгел, үҙ телендә һөйләшә. Бында ситтән ғәйеп эҙләүе лә оят, сөнки телгә иғтибаритергә һуңғы 10-15 йылда форсат бар ине. Бер кем дә ҡамасауламй ине.Күрәһең, политик ихтыяр етмәгәндер. Суверенитет тип күп шапырынып ташланыҡ. Концерт ҡуйып ҡына милләтте алға ебәреп булмай. Тәүҙә үҙ түрәләребеҙҙән талап итергә кәрәк ине. Был милли ойошмаларҙың урындағы ойошмаларының эшләмәүен асыҡ күрһәтеп тора. Өфөлә ултырып ҡына эшләп булмай ул. Ишетеүемсә, Өфөлә башҡортмәктәптәрендә тәрбиә эше, ата-әсәлар йыйылыштары, кәңәшмәләр тулыһынса башҡорт телендә алып барыла. Аңлашыла, мәктәп етәкселәре рухлы кешеләр. Бына кемдәрҙән өлгө алырға кәрәк! Ошо тәжрибәне милли матбуғат пропагандалаһа арыу булыр ине.

#5 Таhир

 
Таhир

    Тархан

  • Тел һаҡсыһы
  • PipPipPipPipPipPip
  • 658 сообщений
  • Город:Өфө
  • Ырыуым:Тамъян
  • Ораным:Тутыя!
  • Ҡошом:Ҡарға
  • Ағасым:Тирәк
 

Отправлено 22 Октябрь 2009 - 10:21

17 октябрь көнө Өфөлә башҡорт йәмәғәтселек ойошмалары мөстәҡиллекте яҡлап пикет уҙғарҙы. Унда йөҙҙән артыҡ кеше ҡатнашты. Сара пикет тип аталһа ла, ул митинг кеүек уҙҙы, унда сығыштар яһалды.
Әлеге сараға татар йәмәғәтселек ойошмалары вәкилдәре лә килгән ине. Шуға сараны ойоштороусыларҙың береһе, "Туған тел" клубының етәксеһе Тимур Мохтаров татарҙарға мөрәжәғәт менән сығып, мөстәҡиллекте бергә яҡларга сакырҙы. “Күк бүре” хәрәҡәтенең ағзаһы Азамат Вәлиев һүҙҙәренсә, “мөстәҡиллекте юғалтыуға үҙебеҙ ғәйепле. Сөнки беҙ зәғифләндек. Йомшарҙык. Федераль үзәктең көсө беҙҙең көсһөзлөктә. Ошонан ҡотолмай тороп, мөстәҡиллекте ҡайтара алмаясаҡбыҙ. Ул ғына ла түгел, республиканы юғалтыуыбыҙ ҙа ихтимал”. “Мирас” ойошмаһы вәкиле Фәнзил Әхмәтшин эскеселек, тәмәке тартыу, наркомания кеүек зарарлы ғәҙәттәрҙән арынырға, изге эштәр өсөн көрәшкә берләшергә саҡырҙы. “Уянайыҡ һәм һуғайыҡ”, тине ул. Кемгә һәм ни рәүешле һуғырға саҡыра, аңлатып торманы. “Күк бүре”нең лидерҙарҙың береһе Рәмзил Байназаров йәштәрҙе әүҙемерәк булырға, ҡурҡмаҫка сакырҙы. Сарала сығыш яһаусыларҙың төп талабы - мөстәҡиллекте, 1993 йылғы БР Конституцияһын ҡайтарыу. Әлеге талаптар резолюцияға ла индерелде. Резолюцияны “Күк бүре”, Башкорт халык үҙәге “Урал”, “Аҡтамыр”, “Мираҫ” һәм “Туған тел” исемле башкорт йәмәғәтселек ойошмалары рәйестәре имзалаған. Пикет аҙағында йәштәр Салауат Юлаев һәйкәленә барып сәскә һалдылар.
http://www.bashqort.com/site/index.php?option=com_content&view=article&id=175:koresh&catid=60:tugantel&Itemid=97

#6 Таhир

 
Таhир

    Тархан

  • Тел һаҡсыһы
  • PipPipPipPipPipPip
  • 658 сообщений
  • Город:Өфө
  • Ырыуым:Тамъян
  • Ораным:Тутыя!
  • Ҡошом:Ҡарға
  • Ағасым:Тирәк
 

Отправлено 30 Октябрь 2009 - 03:10

29 сентябрь көнө Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен һөйөүселәр өсөн “Туған тел” йәмәғәтселек клубы эш башлай. Клуб ағзалары ултырышы һәр кесе йомала киске сәғәт 7-нән 9-ға тиклем 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында үтәсәк. Бында шулай уҡ шиғри кисәләр, яҙыусылар, тарихсылар, фольклорсылар менән осрашыуҙар уҙғарыласаҡ, киләсәктә башҡорт риторикаһы буйынса оҫталыҡ дәрестәре, телде өйрәнеү буйынса бушлай курс үткәреү, башҡорт йырҙары хорын ойоштороу ҙа планлаштырыла.

#7 Аҡылһыҙ

 
Аҡылһыҙ

    Юлдаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPip
  • 46 сообщений
  • Интересы:Аҡылды ҡайҙан табып алырға һәм уны нимә менән бешереп ашарға...
  • Ырыуым:Ҡыпсаҡ
  • Ораным:Туҡсаба!
  • Ҡошом:Бөркөт
  • Ағасым:Ҡарама
 

Отправлено 13 Май 2011 - 11:23

Һуңғы арала "Туған тел" тураһында ишетелмәй башланы. Ҡайҙа юғалдығыҙ? Клубығыҙ эшләмәй башланымы әллә?




0 посетителей читают эту тему

0 пользователей, 0 гостей, 0 скрытых

Башфорум на Башпортале
BaShFoRuM