Перейти к содержимому




Башфорум находится по адресу; www.forum.bash-portal.ru
Фото

Башҡорт теле ҡағиҙәләре


  • Please log in to reply

63 ответов в этой теме

#41 Karasura

 
Karasura

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 135 сообщений
 

Отправлено 09 Ноябрь 2009 - 10:48

Аттың аяғы тип тә, бото тип тә әйтергә булла, "синонимдар" - тип атала ул һүҙҙәр. Мәҫәлән: - ат артҡы аяғы менән тибеп осорҙо; - аттың артҡы аяғын дағаланым. Ә бына һуғым итеп һуйһаң атты, шунда уҡ уның аяғы ботҡа әйләнә)))

#42 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 09 Ноябрь 2009 - 12:04

АттыҐ аяћы  тип тљ, бото тип тљ љйтергљ булла, "синонимдар" -  тип атала  ул ўЈЎЎљр.
Мљџљлљн:
- ат артќы аяћы менљн тибеп осорЎо;
- аттыҐ артќы аяћын даћаланым.
Ђ бына ўућым итеп ўуйўаҐ атты, шунда уќ уныҐ аяћы ботќа љйлљнљ)))

Просмотреть сообщение

Доп-дорос.
Эммэ аягы шулай за кала эле. hугымды олошлэп алган кешенэн:"аяк ботомо, кул ботомо?" - тип hорайзар. Сонки кул бото енелерэк, бэлэкэйерэк була.

#43 fanur

 
fanur

    Дәрүиш

  • Форум ағзаһы
  • Pip
  • 5 сообщений
  • Ырыуым:Тамъян
 

Отправлено 21 Январь 2010 - 07:52

Ҡайһы яҡтанһың? Әйҙә, туған тел ҡағиҙәләрен өйрәнергә ярҙам итәйем. Һиңә башҡа теләүселәр ҙә ҡушылыр, тип ышанам.

Просмотреть сообщение


Афарин Тансулпан!!! :) :) :)

#44 Тансулпан

 
Тансулпан

    Аҡһаҡал

  • Тел һаҡсыһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 991 сообщений
  • Город:Уфа
  • Ырыуым:Бөрйән
  • Ораным:Туҡһаба!
  • Ҡошом:Бөркөт
  • Ағасым:Имән
 

Отправлено 21 Январь 2010 - 11:29

Бот тип беҙҙең яҡта аяҡтың тубыҡтан өҫкө өлөшөн әйтәләр.

#45 Дедеманн

 
Дедеманн

    Башҡорт ханы

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 474 сообщений
  • Ырыуым:Ырыуһыҙмын
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 22 Январь 2010 - 05:48

Бот тип беҙҙең яҡта аяҡтың тубыҡтан өҫкө өлөшөн әйтәләр.

Просмотреть сообщение

беҙҙә лә, төрөктәрҙе әйтәм....

#46 Belebey

 
Belebey

    Аҡһаҡал

  • Тел һаҡсыһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 873 сообщений
  • Ырыуым:Ырыуһыҙмын
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 29 Январь 2011 - 01:55

Был хата киң таралған:

ҡулланыу - использовать, пользоваться

урыҫса: пользоваться чем? (творительный падеж)
башҡортса: нимәне ҡулланыу? (төшөм килеш - винительный падеж)

ҡәләм менән ҡулланыу дөрөҫ түгел
интернет менән ҡулланыу дөрөҫ түгел

ҡәләм ҡулланыу дөрөҫ
интернет ҡулланыу дөрөҫ

#47 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 29 Январь 2011 - 10:20

Был хата киң таралған:

ҡулланыу - использовать, пользоваться

урыҫса: пользоваться чем? (творительный падеж)
башҡортса: нимәне ҡулланыу? (төшөм килеш - винительный падеж)

ҡәләм менән ҡулланыу дөрөҫ түгел
интернет менән ҡулланыу дөрөҫ түгел

ҡәләм ҡулланыу дөрөҫ
интернет ҡулланыу дөрөҫ


Дөрөҫ фекер. беҙҙә ер менән файҙаланыу тип тәржемә итәләр (закондарҙа етмәһә), минеңсә, был дөрөҫ түгел. Ерҙән файҙаланалар, йә ерҙе файҙаланалар (контексҡа ҡарап) - шулай дөрөҫөрәк булмаймы икән?

#48 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 31 Январь 2011 - 02:41

Бөгөн иртә менән кәйефем боҙолдо - Бәшмәк ауырыуы тигән тапшырыу тыңланым. Тырнаҡтарына бәшмәк сыҡҡан кешеләрҙе уйлап, бик йәлләнем бахырҙарҙы. Шампиньон (тиреҫ бәшмәге), гөрөздә кеүеге сығамы икән тим, кемгәлер бәлки мухомор (тырҡыш бәшмәк) тә сығалыр. Сөнки беҙҙең халыҡ грибы тигәнде генә бәшмәк тип атай. Ә грибки тигәне инде - үңәҙ, аңлайһығыҙмы, үңәҙ! Теп-теүәл генә тәржемәһе бар ҙа һуң!

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,байтаҡ һүҙлектәрҙә был һүҙ дөрөҫ тәржемә ителмәгән. Мәгәр, "Башҡорт теленең һүҙлеге"ндә ул бар. Ни өсөн хата килеп сыға һуң? Ҙур-ҙур ғалимдар редакторҙар исемлегендә. Эш шунда, улар уҡып та тормай ҡул ҡуя. Ә йәштәр тел һаҡлауҙан бигерәк аҡса һуғыу менән мауыға. Йән әрней.

#49 Aiguli

 
Aiguli

    Бей

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPip
  • 474 сообщений
  • Ырыуым:Белмәйем
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 31 Январь 2011 - 04:24

ликвидировали возгорание - нисек була башҡортса?

#50 Тискэре

 
Тискэре

    Башҡорт ханы

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 1 839 сообщений
  • Ырыуым:Белмәйем
 

Отправлено 31 Январь 2011 - 04:27

ликвидировали возгорание - нисек була башҡортса?


янгын hундереу.

#51 Aiguli

 
Aiguli

    Бей

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPip
  • 474 сообщений
  • Ырыуым:Белмәйем
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 31 Январь 2011 - 04:33

локализовать возгорание и ликвидировать открытое горение?

#52 Дедеманн

 
Дедеманн

    Башҡорт ханы

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 474 сообщений
  • Ырыуым:Ырыуһыҙмын
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 31 Январь 2011 - 06:10

локализовать возгорание и ликвидировать открытое горение?

йангын йэйелеуен туктатып, асык йангынды хундереу

#53 g&g

 
g&g

    Дәрүиш

  • Форум ағзаһы
  • Pip
  • 6 сообщений
  • Ырыуым:Үҫәргән
 

Отправлено 02 Февраль 2011 - 05:53

Ике һорауым бар, береһе - башҡорт һүҙҙәренең дөрөҫ яҙылышына ҡағыла, икенсеһе — башҡа телддәге исемдәрҙе башҡортсаға тәржемә итеү ҡағиҙәләренә.

Беренсе һорауым: Коран башҡортса Ҡөръән була бит, әйме (р хәрефенән һуң ъ — ҡатылыҡ билдәһе килә)? Ниңә бындай һорау тыуҙы — http://mfbl.ru/bash/bashlex битендәге һүҙлеккә ышанһаң, ул Ҡөрьән тип яҙыла (йомшаҡлыҡ билдәһе менән). Мин бығаса р-нан һуң ҡатылыҡ билдәһе килә, тип уйлай инем. Артабан, совершеннолетний — бәлиғ булған тип тәржемә ителәме ул? Һәр хәлдә мин бығаса шундай яҙылышты ғына осрата килдем, әле бына шул уҡ һүҙлектә балиғ булған тигән яҙылыш та бирелгән (б-нан һуң а хәрефе). Был ике яҙыу ысулы ла дөрөҫ тигәнде аңлатамы? Шунан, иудаизм - йәһүд дине тиелә, унан тыш йәһүди дин тигән тәржемә лә ҡулланыла шикеkле, һүҙлектә булмаһа ла, һәм ҡайһы берҙә интернетта йәһүҙи тигән яҙылыш осрай - былай яҙыу дөрөҫмө ул? тағы ла йәһүд динен тотоусылар йәһүдиҙәр буламы, йәһүдиләр буламы, әллә йәһүдтәр буламы?

#54 g&g

 
g&g

    Дәрүиш

  • Форум ағзаһы
  • Pip
  • 6 сообщений
  • Ырыуым:Үҫәргән
 

Отправлено 02 Февраль 2011 - 06:10

Һәм икенсе һорауымды яҙыр алдынан форумда бер тармаҡ тапҡан инем — башҡорт һәм башҡа телдәге исемдәр сағыштырылған ине унда. Әле таба алманым, әллә насар эҙләнемме.. Шундағы миҫалдарҙың береһе — Адам - Әҙәм исемдәре. Әгәр славян исеме булһа, (мәҫәлән, Адам Смит - Шотландия экономисы, урыҫ графы Адам Петрович Ожаровский һ.б.), тәржемә иткәндә Әҙәм тиеләме? Шунан, Европа исемдәре һәм фамилиялары, мәҫәлән Вильгельм (Wilhelm), Иоган(Johan), Генрик(Henrik), Гектор(Hector) башҡортса Вильһельм, Иоһан, Һенрик, Һектор буламы ул? Ни тиһәң дә, әгәр башта урыҫсаға тәжемә яһамай, тура башҡортса яҙһаң, шулай килеп сыға шикелле.. бер ни ҙә иҫбат итергә йыйынмайым — бары тик осона сығырға ине шуның..

#55 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 02 Февраль 2011 - 06:19

Һүҙлектәрҙәге анархия башты тотош бутап бөттө, ысынлап та. Түләүле терминологик хеҙмәт булмауы бәкәлгә һуға. Төп эшенән айырылып ҡына һүҙлектәрҙе ентекле тикшереп булмай. Һүҙлек сығарыу менән профессиональ нигеҙҙә шөғөлләнергә тейештәр. Һәм бындай хеҙмәттә төрлө тармаҡ белгестәре лә ҡатнашырға тейеш.

#56 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 02 Февраль 2011 - 06:40

Һәм икенсе һорауымды яҙыр алдынан форумда бер тармаҡ тапҡан инем — башҡорт һәм башҡа телдәге исемдәр сағыштырылған ине унда. Әле таба алманым, әллә насар эҙләнемме.. Шундағы миҫалдарҙың береһе — Адам - Әҙәм исемдәре. Әгәр славян исеме булһа, (мәҫәлән, Адам Смит - Шотландия экономисы, урыҫ графы Адам Петрович Ожаровский һ.б.), тәржемә иткәндә Әҙәм тиеләме? Шунан, Европа исемдәре һәм фамилиялары, мәҫәлән Вильгельм (Wilhelm), Иоган(Johan), Генрик(Henrik), Гектор(Hector) башҡортса Вильһельм, Иоһан, Һенрик, Һектор буламы ул? Ни тиһәң дә, әгәр башта урыҫсаға тәжемә яһамай, тура башҡортса яҙһаң, шулай килеп сыға шикелле.. бер ни ҙә иҫбат итергә йыйынмайым — бары тик осона сығырға ине шуның..

Адам Смит славян түгел инде былай :D Был осраҡта, әлбиттә, Адам тип алыу дөрөҫ булалыр. Ҡөрьән Кәримдән булғанда һәм башҡортсанан - Әҙәм. Ҡөрьәнде башҡортсаға тәржемә иткәндә Ъ урынына Ь ҡуллана башланылар булһа кәрәк, нәҙек ижектәргә Ь тейеш тип. Сит илдәр турһанды яҙғанда исемдәрҙе, топонимик атамаларҙы башта урыҫсыға, шунан башҡортсаға ауҙарыу арҡаһында беҙ ул телдәрҙең өндәрен теүәл бирә алған килеш, күрәләтә хата менән тәржемә итәбеҙ. Әлбиттә, Вильһельм, Йоһан, Һенрих, Һиллари, Һанс, Һельсинки, Һоңҡоң (Гонконг), Һиндонезия... тип яҙыу үҙ телебеҙгә ихтирам күрһәтеү булыр ине.

#57 g&g

 
g&g

    Дәрүиш

  • Форум ағзаһы
  • Pip
  • 6 сообщений
  • Ырыуым:Үҫәргән
 

Отправлено 03 Февраль 2011 - 09:33

Адам Смит славян түгел икән шул :) мосолман исеме булмаһа тип әйтергә теләгәнменме икән ) яуабығыҙ өсөн рәхмәт - бер ни тиклем аңлашылды, Вильһельм тип әйтке килһә лә, рәсми ҡағиҙәләр буйынса Вильгельм булалыр, күрәһең..

#58 jan

 
jan

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 100 сообщений
  • Ырыуым:Ырыуһыҙмын
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 03 Февраль 2011 - 11:00

Вильһельм тип әйтке килһә лә, рәсми ҡағиҙәләр буйынса Вильгельм булалыр, күрәһең..



Тимәк, ошо рәсми ҡағиҙәне уҙгәртергә кәрәк!

]Даже милицию на полицию враз поменяли, а тут какое-то безобидное правило ;)
Вилhелм булhын! :)

#59 miraj

 
miraj

    Аҡһаҡал

  • kыҙ
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 404 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:Тайлаҡ!
  • Ҡошом:Ҡауҙы
  • Ағасым:Артыш
 

Отправлено 03 Февраль 2011 - 01:26

Адам Смит славян түгел икән шул :) мосолман исеме булмаһа тип әйтергә теләгәнменме икән )
яуабығыҙ өсөн рәхмәт - бер ни тиклем аңлашылды, Вильһельм тип әйтке килһә лә, рәсми ҡағиҙәләр буйынса Вильгельм булалыр, күрәһең..

Адам Смиттың исеме үҙ телендә лә Адам тип әйтелә, шуның өсөн Адам тип яҙыу дөрөҫөрәк. Ә бынна Һиллариҙы рәхәтләнеп Һ менән яҙырға кәрәк, сөнки инглиз телендә ул шулай әйтелә.

Телсе ғалимдар Башҡорт теленең Академик һүҙлеген сығарһын ине ул, орфографияны, тәржемәләрҙе бер рәүешкә килтереп. Юҡһа бит, күрәләтә аяҡҡа бәшмәк сыға тип яҙа, тапшырыуҙар әҙерләй башланылар, ауыҙҙарына мухомор сыҡҡырҙар! :D

#60 Belebey

 
Belebey

    Аҡһаҡал

  • Тел һаҡсыһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 873 сообщений
  • Ырыуым:Ырыуһыҙмын
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 28 Январь 2012 - 05:28

Башҡорт телендә һүҙҙе икенсе юлға күсереү ҡағиҙәләре бармы? Бына хәҙер бер гәзит уҡып ултырам, ике-өс бит ҡарап сыҡтым да, ошондай миҫалдарға юлыҡтым: ула-рҙың, уларҙ-ың, бой-ороҡ, ниндәйҙ-ер, бей-етә, гәзитебе-ҙгә, уҙы-штары, тей-еш, урынлашҡ-ан, алай-ыҡ, атҡ-арылған, яң-ыртыу, бу-лһа, хе-ҙмәткәрҙәре, эш боҙ-оуҙарҙы, яҡла-рҙай, аҡ-ыллы, уй-ынында, тыу-ым, ҡыҙҙ-ар, майһ-ыҙ, китәсәкһ-егеҙ Хатта башҡорт теле уҡытыу мәсьәләһенә арналған мәҡәләлә лә “һүҙҙәрҙ-ең” тип яҙылған. Хиҡмәт нимәлә? Бәлки, һыҙыҡсалар бер компьютер программаһы автоматик рәүештә ҡуялыр? Улай булһа, корректорҙар нишләп төҙәтеп бармайҙар?




0 посетителей читают эту тему

0 пользователей, 0 гостей, 0 скрытых

Башфорум на Башпортале
BaShFoRuM