Перейти к содержимому




Башфорум находится по адресу; www.forum.bash-portal.ru
Фото

Милли тәрбиә


  • Please log in to reply

9 ответов в этой теме

#1 Ябай башкорт

 
Ябай башкорт

    Бей

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPip
  • 365 сообщений
  • Ырыуым:Ҡыпсаҡ
 

Отправлено 20 Октябрь 2009 - 11:36

Хәҙерге Рәсәй етәкселәре дәүләтте урыҫтарҙың милли дәүләте тип ҡарай һәм мәғариф эшен, армияла һәм башҡа урындарҙа тәрбиә эшен шул юнәлештә үҙгәртеп ҡора. Улар башҡа милләттәрҙең телдәренә ирекле үҫешергә, диндәрҙең тиң тиң хоҡуклығына юл ҡуйһаҡ Рәсәй яңы СССР -ға әйленер, тип ҡурҡалар, күрәһең. Тимәк, беҙгә лә ошо өлгөгә эйәреп милли тәрбиә төшөнсәһен башҡорт мәктәптәре практикаһына рәсми рәүештә кертергә кәрәктер. Минең күҙәтеүемсә, мәктәптәрҙә башҡорт культураһы үгәй бала хәлендә. Милли тәрбиәне тик Башҡортостан (башҡорт) культураһы уҡытыусылары, башҡорт теле уҡытыусылары ғына бирергә тырыша. Тарих уҡытыусыһынан быны көтмәгеҙ,сөнки тарих дәреслектәре тик урыҫ халҡының таихына ғына иғтибар бирә, башҡа халыҡтар культураһы, тарихы тураһында бер-ике һүҙ менән генә әйтеп кителә. Дөйөм тәрбиә эше лә рус телендә алып барылған милли мәктәптәрҙе лә беләм. Бәлки башҡа ерҙә улай түгелдер? Башҡалар ни әйтер?

#2 muzzy

 
muzzy

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 1 025 сообщений
  • Ырыуым:Өпәй
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 20 Октябрь 2009 - 11:43

Тарих уҡытыусыһынан быны көтмәгеҙ.сөнки тарих дәреслектәре тик урыҫ халҡының таихына ғына иғтибар бирә, башҡа халыҡтар культураһы, тарихы тураһында бер-ике һүҙ менән генә әйтеп кителә.

Просмотреть сообщение

Бэте ерде ле улай ук тугел. Доресен hойлеген укытучылар да кyп. Башкорт рухында тэрбиэ биргэн...

#3 Ябай башкорт

 
Ябай башкорт

    Бей

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPip
  • 365 сообщений
  • Ырыуым:Ҡыпсаҡ
 

Отправлено 24 Ноябрь 2009 - 12:07

Ғөмүмән, күп осраҡта мәктәптәребеҙ милли тәрбиә усағы булыу урынына миссионер мәктәптәре булып тора. Бигерәк тә башҡорт ауылдарында мәктәптәрҙе ябыу, һәм башҡорт балаларын район үҙәктәренә йыйып, "яңы типтағы, инновацион" мәктәптәр асыу,был мәктәптәрҙә милли тәрбиәнең "м" хәрефе лә булмауы борсоуға һала. Бындай мәктәптәрҙә балалар суррогат культураны үҙләштерә, үҙ теленән яҙҙырыла, сөнки уҡыусыларҙың үҙ-ара һәм уҡытыусылар менән аралашыуы рус телендә бара. Бына мәктәп байрамдарының исемлегенән өҙөмтә: " (изге) Валентин байрамы", "Проводы русской зимы". Наурузһәм Кәкүк сәйе был исемлектә юҡ. Балаларҙың аңына башҡорттарҙың байрамдары юҡ , тигән фекер һеңдерелә. Мәктәп һабантуйҙары тарихта ғына ҡалды. Уның урынына район мәктәптәренең һабантуйы исеме менән спорт байрамы үткәрелә. Быныһында милли байрам төҫө бөтөнләй юҡ , бында мәктәптәрҙән делегациялар ғына (15-20 бала ғына ҡатнаша. "Башҡорт теленән "б" хәрефе лә ҡалманы, тип милли рухы һүнмәгән уҡытыусылар ныҡ әсенәләр. Әммә ундай уҡытыусылар бик аҙ, алмашҡа килерлек милли рухлы йәштәр юҡ дәрәжәһендә. Сөнки мәктәп үҙе лә , вуздар инде бөтөнләй , милли рухлы йәштәр тәбиәләү менән шөғөлләнмәй. Йәш башҡорт уҡытыусылары телде һәм башҡорт тарихын үтә лә насар белә, хатта милләттең бөйөк шәхестәрен урыҫ уҡытыусылары өйрәткәнсә, кире яҡтан баһалай. Йәғни, милли кадрҙар әҙерләү системаһы бөтөнләй юҡ. Киреһенсә үҙебеҙ милләтте бөтөрөү эшен киң йәйелдергәнбеҙ. Урыҫ попттарына миссионерлыҡ менән булашып торорға ла кәрәк түгел. Сәбәбе дәүләт кимәлендә иғтибар булмауы. Дәүләт тигәндәй, уныһы ла үҙебеҙҙең милли дәүләт түгел инде. Беҙҙең башҡорт түрәләре власть башына башҡорт милли кадрҙары булып менеп китәләр ҙә , һуңынан ҡәҙимге империя чиновтниктарынан бер ни менән дә айырылып тормайҙар. законды асып ҡара тип тә ебәрәләр. Әлбиттә, улай итмәһәләр уларҙы Колчак партияһынан ҡыуып сығарасаҡтар. Ул ваҡытта " хуш, йылы урын". Ә мәскәүлеләр улай итмәйҙәр, бер ҙә "күп милләтлеРәсәй халҡы" тимәйҙәр, улар башҡа халыҡтарҙан тартынып тормай, рус милли дәүләтен төҙөйбөҙ, тип ҡысҡыралар. Үҙәк ТВ Украинаны күрһәткәндә " идет языковая ассимиляция - мягкая форма геноцида " тип ҡысҡыра, ә үҙ хөкүмәтенең Рәсәй эсендәге ассимиляция сәйәсәтен күрмәмешкә һалыша ғына түгел, шул сәйәсәттең ҡоралы булып тора. Үҙ милли партиябыҙ булмай тороп федерализм өсөн , халыҡтарҙың тиң хоҡуклығы өсөн көрәшеү мөмкин түгелдер

#4 Ябай башкорт

 
Ябай башкорт

    Бей

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPip
  • 365 сообщений
  • Ырыуым:Ҡыпсаҡ
 

Отправлено 27 Ноябрь 2009 - 01:16

Инновацион милли мәктәптәр асыуҙың маҡсаты милләтте үҫтереү, уға заманса тиҙләнеш биреү өсөн ныҡлы белемгә эйә булған милли кадрҙар әҙерләү ине, шулай бит? Тимәк милли тәрбиә ундай мәктәптәрҙә иғтибар үҙәгендә торорға тейеш. Космополиттарҙан патриот рухлы шәхестәр үҫтереп булмаясаҡ. Был хәҡиҡәтте онотоу ҡайһы бер милли мәктәптәребеҙҙе миссионерлыҡ мәктәбенә әүерелдерә. Милли мәктәп башҡорт телен йәмғиәттә киң ҡулланыуҙа юл ярыусы булырға тейеш түгелме ни? Йәғни , бөтә тәрбиә саралары, уҡытыусыларҙың балалар менән аралашыуы, педсоветтар, кәңәшмәләр, ата-әсәләр йыйылыштары башҡорт телендә барырға тейеш. Был буш хыял түгел, Өфөлә ундай мәктәптәр бар! Интернетта үҙҙәренең башҡортса сайттарын булдырғанын күреп һокландым! Бына исмаһам, инновацион милли мәктәп! ( Ә ҡайһы бер башҡорт райондарында башҡортса гәзит тә юҡ. Бындай мәктәптәр ҡалаларҙа бар икән , ниңә район үҙәктәрендә булмаҫҡа тейеш һуң әле?
Тарих , йәмғиәтте өйрәнеү, география фәндәре 9-сы синыфты тамалағансы мотлаҡ рәүештә башҡорт телендә уҡытылһа, физика, математика, химия. биология дәрестәрендә терминдар башҡортсаға тәржемә ителһә, балаларҙың телмәре үҫешәсәк, тимәк фекерләү һәләте лә(мышление) үҫешәсәк. Бындай балалар артабан русса еңел уҡып китә ала. ( Әлбиттә бөтә терминдарҙы ла башҡортсаға әйләндереп булмай, был кәрәкмәй ҙә,әммә бала медь- баҡыр, латунь- еҙ , щелочь - һелте, клетка-күҙәнәк, вещество- матдә, электрическое напряжение- ток көсөргенеше һ.б. ябай терминдарҙы белергә һәм ҡулланырға тейеш. Ә бит үлән, хайуандар исемдәренең башҡортсаһын онотоп барабыҙ, тәбиғәт балалары! Юл япрағының, һары мәтрүштең дә исемдәрен урысса ғына әйтеп ебәребеҙ!) Ошолай эшләмәһәк. беҙ тыуған телебеҙҙән кәмһенәбеҙ, уны "несовременный", тип һанайбыҙ булып сыға. Үҙ тыуған теленән кәмһенгән меҫкен рухлы уҡытыусы көсло рухлы шәхестәр тәрбиәләй аламы ни? ( Балалар йәки үҙебеҙ рус телен оноторбыҙ тип ҡурҡмайыҡ. ул тел беҙҙең ҡанға һеңгән инде.)
Әгәр башҡорт мәктәбендә башҡорт теле иҗтимағи ҡулланылмай икән, балалар үҙ-ара башҡортса аралашмаясаҡ, сөнки ҡулланылмаған белем онотола. Балалар бик һиҙгер бит. Улар тормошта нимә кәрәк, нимә кәрәкмәй бик тиҙ аңлай, фальшты тиҙ һиҙә. Улар тыуған телдең формаль рәүештә генә уҡытылғанын күреп торалар, һәм башҡорт теле кабинетынан сығыу менән урыҫ теленә күсәсәктәр.
Әйткәндәй, балаларын башҡорт мәктәптәренә теләп биргән урыҫтарҙы күп беләм. Береһенән дә башҡорт теле кәрәкмәй, тигәнде ишеткәнем юҡ. Ә , әйтеүе лә оят, башҡорттарҙан ишеткенем бар.
Ата- бабаларыбыҙ быуаттар буйы тотҡан динебеҙҙе мәктәптә балаларыбыҙға өйрәтергә күптән ваҡыт. Үҙ динебеҙҙән ҡурҡҡан сәйәси һуҡырҙарҙы тыңлаһаҡ, иртәгә үк балаларыбыҙҙы килеп суҡындыра башлаясаҡтар. Изге урын буш булмай. Бында "кем өлғөрмәй, шул һуңлай".

#5 muzzy

 
muzzy

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 1 025 сообщений
  • Ырыуым:Өпәй
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 27 Ноябрь 2009 - 01:51

  Ата- бабаларыбыҙ быуаттар буйы тотҡан динебеҙҙе мәктәптә балаларыбыҙға өйрәтергә күптән ваҡыт. Үҙ динебеҙҙән ҡурҡҡан сәйәси һуҡырҙарҙы тыңлаһаҡ, иртәгә үк балаларыбыҙҙы килеп суҡындыра башлаясаҡтар. Изге урын буш булмай. Бында "кем өлғөрмәй, шул һуңлай". 

Просмотреть сообщение


Буш хыял элегэ... Шул ук элегэ грипп эпидемияхы турахында тогрусын хойлеген осен генэ шелтэ бирелэр... Шэхер буйынса нисэ кешэ шул суска грибынан улгенен эйтхен(hандарзы ) -эштен осорга була...
Э шул ук 2000-2001 ни эшлэнелэр хун, оноттогызмы... Исламский экстремизм дие, онын хымак предметтарны укытырга кэтги ряуештя тыйдылар...
А ШОС линияхы буйынса кабул ителгэн - анда исламды мэктепкэ кертеу - "измена родине" га тинленген...

#6 Ябай башкорт

 
Ябай башкорт

    Бей

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPip
  • 365 сообщений
  • Ырыуым:Ҡыпсаҡ
 

Отправлено 27 Ноябрь 2009 - 11:37

Һеҙ әйткән документты ҡайҙан табып була?Ссылка бирһәгеҙ яҡшы булыр ине.

#7 Ябай башкорт

 
Ябай башкорт

    Бей

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPip
  • 365 сообщений
  • Ырыуым:Ҡыпсаҡ
 

Отправлено 30 Ноябрь 2009 - 11:27

1. ШОС документтары теократик дәүләттәр төҙөргә ынтылған ислам радикалистарына ҡаршы юнәлтелгән. Был ШОС дәүләттәре, шул иҫәптән Рәсәй ҙә донъяуи дәүләттәр(светские государства) булып ҡала тигәнде аңлата. Тимәк Рәсәйҙә православие сиркәүе лә дәүләт эштәренә ҡыҫылырға тейеш түгел. 2. Ә мәктәптәрҙә дин нигеҙҙәрен уҡытыу беҙҙән башҡа ла хәл ителгән инде. Быны Рәсәй президенты үҙе хупланы. Әллә Һеҙ Медведев әфәндене дини экстремизмда ғәйепләргә йыйынаһығыҙмы? Был предметты уҡытыуға дин әһелдәре йәлеп ителмәйәсәк тип яҙалар. Тимәк, дин нигеҙҙәре культурологик предмет булараҡ күҙаллана. Шулай булғас, беҙ ҙә, һуңламайса , ислам дине нигеҙҙәрен нисек итеп уҡытыу тураһында фекер алышырға хаҡлы. Әйтәйек, был эште "Башҡорт культураһы" предметы сиктәрендә алып барырға мөмкин булыр ине, тип уйлайым. Бәлә шунда, шовинистик ҡарашлы урыҫ поптары был яңылыҡты мосолмандарҙы көсләп суҡындырыуға сигнал тип ҡарай. Был турала ошо форумдың "О миисионере христиан...." темаһынан уҡығыҙ. Ундай поптарҙың дини эстремист булыуы көн кеүек асыҡ. Тик нишләптер үҙәк хөкүмәт ряса кейгән урыҫ экстремистарының конфессиялар һәм милләттәр араһында ыҙғыш тыуҙырыуын күрмәмешкә һалыша. Икенсе яҡтан, башҡорттар доғаларҙы ғәрәп телендә уҡып, дини йолаларҙы үҙ телендә башҡарырға, мәсеттәрҙә муллаларҙың вәғәздәрен башҡорт телендә тыңларға лайыҡлы түгелме ни? Беҙгә ни башҡорт, ни татар телен белмәгән, үҙ теленән кәмһенгән муллалар кәрәкмәй. Беҙҙең олатай-оләсәйҙәребеҙ Аллаһы Тәғәләгә доғаны ғәрәпсә уҡып, теләктәрен башҡорт телендә әйтеп һыйынған. Үҙ телендә матур мөнәжәттәр, бәйеттәр сығарған. Хоҙай бар телде лә аңлай, шуға үҙ илебеҙҙә үҙ телебеҙҙе кәмһетеүгә юл ҡуймайыҡ.

#8 INS

 
INS

    Мырҙа

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPip
  • 71 сообщений
  • Ырыуым:Ырыуһыҙмын
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 26 Январь 2010 - 11:29

Был буш хыял түгел, Өфөлә ундай мәктәптәр бар! Интернетта үҙҙәренең башҡортса сайттарын булдырғанын күреп һокландым! Бына исмаһам, инновацион милли мәктәп! ( Ә ҡайһы бер башҡорт райондарында башҡортса гәзит тә юҡ. Бындай мәктәптәр ҡалаларҙа бар икән , ниңә район үҙәктәрендә булмаҫҡа тейеш һуң әле?
[/color]

Просмотреть сообщение


Шул мәктәптәрҙең сайттарын яҙһағыҙ ине.

#9 Скиппей

 
Скиппей

    Бей

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPip
  • 317 сообщений
  • Город:Башкорт иле
  • Интересы:Сэйэхэт, баксасылык
  • Ырыуым:Табын
  • Ораным:Салауат!
  • Ҡошом:Ҡарағош
  • Ағасым:Ҡарағас
 

Отправлено 08 Ноябрь 2010 - 11:40

Бер ишара: "БИШ ТИГӘС ТӘ НИ ЯМАН?
Ильястан Иван тыуһа, шул яман... "
http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=812

#10 Ябай башкорт

 
Ябай башкорт

    Бей

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPip
  • 365 сообщений
  • Ырыуым:Ҡыпсаҡ
 

Отправлено 03 Декабрь 2010 - 07:59

Шул мәктәптәрҙең сайттарын яҙһағыҙ ине.

Был сайт , ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оҙаҡ эшләмәне. Сәбәбе вирус һөжүме булды, ахыры. Сайтты бысратып Олатайға карикатура ҡуйғандар дошмандар. Шунан сайт юкка сыҡты.




0 посетителей читают эту тему

0 пользователей, 0 гостей, 0 скрытых

Башфорум на Башпортале
BaShFoRuM