Перейти к содержимому




Башфорум находится по адресу; www.forum.bash-portal.ru
Фото

Аслыҡ иғлан итәм, сөнки...


  • Please log in to reply

3 ответов в этой теме

#1 admin

 
admin

    Бэтман!!! =)

  • Admin
  • 4 802 сообщений
  • Город:Уфа
  • Ырыуым:Үҫәргән
  • Ораным:Туҡсаба!
  • Ҡошом:Торна
  • Ағасым:Миләш
 

Отправлено 25 Февраль 2010 - 04:36

Бер нисә көн элек редакцияға бер ир шылтыратты.
– Мин фәлән райондың фәлән ауылында йәшәйем. Бөгөндән аслыҡ иғлан итәм!.. Сөнки ҡатын, бөтә мал-тыуарҙы эйәртеп, әсәһенә ҡайтып китте, фәләнсә баш һыйырҙың, шунса быҙауҙың, бер нисә аттың берәүһен булһа ла ҡалдырманы...
Сәйер хәбәргә аптырап ҡалдыҡ. Бәлки, берәй алимент түләмәгән атай йоратылыр, шуға бөтә мөлкәтен тартып алғандарҙыр, тине арабыҙҙан кемдер.
– Балалары асыҡҡанда эше юҡ, ә үҙе бер нәмәһеҙ ҡалыу менән тотош республикаға яр һалмаҡсы булған, – тип йөпләне уны икенсебеҙ.
Улай тиһәң, мал-мөлкәтте тартып алған хәлдә лә, кешегә үҙ өлөшө – тәғәйене ҡалдырылырға тейеш тә баһа... Хәйер, берәү асыҡҡанда, сәбәбен асыҡламай, баш ватып ултырырһыңмы? Иртәгәһенә үк юлға сыҡтыҡ.

Районға барып инеү менән тура юлдан тарттыҡ. Көн, беләһегеҙ, һыуыҡ... Юл сатында ҡул күтәргән әҙәмде ни йөрәгең етеп ҡалдырып китмәк кәрәк?! Юл ыңғайы беҙ ҙә машинабыҙға бер ҡатынды ултыртып алдыҡ.
– Әллә һеҙ журналистармы? – тип һорап ҡуйҙы юлдашыбыҙ машинаға инеп ултырыу менән.
– Эйе, әллә күрәҙәселек итәһегеҙме? – тип көлөштөк, яңы танышыбыҙҙың зирәклегенә һоҡланып.
– Юҡсы... Һеҙ юлланған ауыл республикабыҙға данлыҡлы шәхестәрҙең береһен биргән ауыл булғас, уның йорт-музейына хәбәрселәрҙең юлы йыш төшә, – тигән булды юлдашыбыҙ. Һөйләүенсә, ханым заманында ауыл советында эшләгән булып сыҡты. Шуға күрә эргә-тирәләге ауыл халҡын яҡшы белә. Ошоно тойомлап, редакцияға шылтыратыусы ирҙең ниндәйерәк кеше булыуы хаҡында ҡыҙыҡһындым.
– Холҡо бик сәйер уның. Ҡатыны менән күптән айырылышты, балалары, ғаилә ҡороп, һәр береһе үҙ аллы донъя көтә. Быларҙы ниңә һөйләйем әле мин һеҙгә? Моғайын, исем-фамилияһын белеп һорашҡас, берәй танышығыҙҙыр әле, – тип уңайһыҙланып ҡуйҙы. Ул да булмай, юлдашыбыҙ төшөп ҡалды. Беҙ артабан елдерҙек.
Ниһайәт, кәрәкле ауылға килеп еттек. Ағайыбыҙҙың йортон һорашырҙай бер генә йән эйәһе күренһәсе, тип торғанда, йорт-музей ихатаһынан сайҡала-сайҡала йәш егет килеп сыҡты. Ошонда ут яғыусы булып эшләйем, тип таныштырҙы ул үҙен. Әйҙәгеҙ, эҙләп килгән кешегеҙгә үҙем алып барам, мин дә шул яҡҡа китеп бара инем, тип, рөхсәт һорап-нитеп тормай, машинабыҙға инеп ултырҙы.
– Ана-а-ауында йәшәй, – тине ул, телен саҡ әйләндереп, ауылдың бер ситендә торған йортҡа төртөп күрһәтеп.
Бәй, был йорт бөтөнләй ауыл ситендә, машина менән яҡын барырлыҡ түгел, көрт баҫҡан, етмәһә, юлға машина ҡуйып киткәндәр, иҫерек егет алдап-фәлән алып килмәгәйе – баштан мең төрлө шикле уй үтә... Ахырҙа, өйгә яңғыҙ инәсәгем юҡ, тип, фотохәбәрсебеҙҙе өгөтләргә тотонам.
Ә иҫеректән ҡасып ҡотолормон тимә. Юл өйрәткән өсөн илле һум аҡса һорап, артыбыҙҙан ҡалмай йөҙәтте. Быларҙың барыһын да нимә өсөн яҙам? Оялыуҙан. Халҡыбыҙҙың данлы улы, милләтебеҙҙең батыры үҫкән изге ауылдың исемен бысратып, түбәнселеккә төшкән ошондай бәндәләр өсөн йән һыҡрауҙан.

http://www.yeshlek-gazeta.ru/main/tormosh/4810-asly1185-i1171lan-it1241m-s1257nki....html

#2 Кужа-Левашовка

 
Кужа-Левашовка

    Башҡорт ханы

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 2 757 сообщений
  • Город:г.Уфа
  • Интересы:история, философия, этнология, политика
  • Ырыуым:Һалйот
  • Ораным:Барлас!
  • Ҡошом:Көйөлдө
  • Ағасым:Көйөрөс
 

Отправлено 25 Февраль 2010 - 06:03

м-да... не мужик, а моральный "инвалид"! Остается удивлятся как его жена с ним столько лет жила...

#3 admin

 
admin

    Бэтман!!! =)

  • Admin
  • 4 802 сообщений
  • Город:Уфа
  • Ырыуым:Үҫәргән
  • Ораным:Туҡсаба!
  • Ҡошом:Торна
  • Ағасым:Миләш
 

Отправлено 01 Март 2010 - 02:20

Аслыҡ иғлан итәм, сөнки... II

Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы


Ғ. апай иһә хәлде былай тип аңлата. Ир төнгө сәғәт ундан таңғы дүртенсе яртыға тиклем уның ҡобараһын ала. Туҡмап, бер туҡтауһыҙ үлем менән янай. Ахыр сиктә, Ғ. апай үҙе хәйлә уйлап таба. Шул ерҙә араҡы ултыра, әйҙә, барыбер үләбеҙ бит инде, хушлашыу өсөн тотайыҡ булмаһа, тип, шешә ултырған ерҙе әйтә. Ир рюмка өҫтәгән һайын илерә. Һуңғы сиктә Ғ. ханым, көнөмдөң бөтөүе ошолор инде, тип, ҡыҙы менән бәхилләшергә телефон биреүен һәм һөйләшеү өсөн ҡулын бәйҙән ысҡындырыуын үтенә. Ир рюмкаға араҡы ҡойған арала «02»-не йыя. Быны аңлап ҡалған вәхши, телефонды тартып алып: «Эйе, эйе, милиция! Килегеҙ, барыбер өлгөрә алмаясаҡһығыҙ, мин хәҙер ҡатынымды үлтереп, өйгә ут төртәм!» – тип, адресты атай.
– Ул арала нисек өлгөргәнмендер ҙә, ҡайһылайтып көс тапҡанмындыр, бығауҙан ҡотолоп, күршеләргә табан йүгерҙем. Үҙем дә аптырайым, ғүмеремде ҡотҡарыу теләге көслө булғандырмы, ҡурҡыштанмы, был мәлдә бер ниндәй ауыртыу тойманым тиерлек, – ти Ғ. апай.

http://www.yeshlek-gazeta.ru/main/tormosh/4828-asly1185-i1171lan-it1241m-s1257nki...-ii.html

#4 elvira

 
elvira

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 712 сообщений
  • Город:Уфа
  • Ырыуым:Мең
  • Ораным:Алаҫ!
  • Ҡошом:Ыласын
  • Ағасым:Ҡарама
 

Отправлено 02 Март 2010 - 09:36

Статья очень впечатлила. Тошнит от таких моральных уродов. Считаю, что появлению таких негодяев виноваты не только женщины, которые терпят своих мужей- тиранов, но менталитет, воспитание, негативное отношение к разведенной женщине. Многие женщины терпят таких мужей, боясь огласки, тем более родные чаще всего не поддерживают их. И в данной статье родные заявили: «сама виновата».




0 посетителей читают эту тему

0 пользователей, 0 гостей, 0 скрытых

Башфорум на Башпортале
BaShFoRuM