Перейти к содержимому




Башфорум находится по адресу; www.forum.bash-portal.ru
Фото

Йәшлек хаталары хаҡ һорай


  • Please log in to reply

Пока никто не отвечал в этой теме...

#1 admin

 
admin

    Бэтман!!! =)

  • Admin
  • 4 802 сообщений
  • Город:Уфа
  • Ырыуым:Үҫәргән
  • Ораным:Туҡсаба!
  • Ҡошом:Торна
  • Ағасым:Миләш
 

Отправлено 23 Апрель 2010 - 05:01

Бик матур итеп осраша башланыҡ. Һин мине өҙөлөп яраттың, буғай, Иҙел. Һөйөү тулы наҙлы ҡараштарың, ҡурсалауың әйтеп тора ине был хаҡта. Мин дә үҙем эҫендем, һин тип йән аттым, һөйҙөм, һөйөлдөм, наҙыңда иренем, мөхәббәткә сорналдым. Ваҡыт үтә торҙо. Икебеҙ өсөн дә донъя гүзәл! Тормош ваҡлыҡтары, насар кешеләр, аҡ-ҡара юҡ, барыһы ла йәйғор төҫөндә. Беребеҙ өсөн икенсебеҙ өҙөлөп, күҙ ҡарашыбыҙҙан аңлашып, кино-концерттарға йөрөп үтә ине йәшлек таңыбыҙҙың матур көндәре. Бәхетле инек. Өйләнешергә теләнек. Тик ата-әсәйең нишләптер ҡаршы төштө. Һин медицина институтының 3-сө курсындаһың, яңы ғына армиянан ҡайтҡан­һың. Мин беренсе курста ғына. Өйҙәгеләр, уҡый бирегеҙ, тип кәңәш итте, тинең. (Һинекеләр, ғөмүмән, миңә өйләнеүеңә ҡаршы булған икән, был хаҡта аҙаҡтан еткереүселәр табылды). Көтмәгәндә йөккә уҙҙым. Атай-әсәй алдына нисек ҡайтып күренермен, кеше ни әйтер, тигән аптыраулы хәлдә ҡалдым. Оят ине. Бер үк ваҡытта рәхәт тә... Һуң миңә һинән дә яҡыныраҡ, ҡәҙерлерәк кеше бар инеме икән ул мәлдәрҙә? Юҡ, һин минән баш тартманың, бөгөндән өйләнергә әҙер инең, тик ата-әсәйеңдән тартындың, дөрөҫөрәге, ҡурҡтың!!! Бына шул ваҡытта ныҡышыраҡ булһаң, ир-егет һүҙендә тороп, табип булараҡ дәлилдәреңде иҫбатлай алһаң, тормошобоҙ, бәлки, икенсерәк булыр ине лә, донъялағы иң ҙур гонаһҡа батмаҫ инек бит... Хәҙер уйлайым да, үкенесле уйҙарға уйылам. Һөйләрҙәр ҙә тынырҙар ине... Тыуҙырырға кәрәк булған сабыйымды! Бөгөн әсәйем дә, ташламаҫ инек әле, тип әйткән була. Ә ул ваҡыттағы ҡурҡыуым, кисерештәрем... Абортҡа барҙым. Ново-Александровкаға үҙең үк оҙатып ҡуйҙың. Мөхәббәт емешебеҙҙе үҙ ҡулыбыҙ менән үлтерәбеҙ, тинең дә ул һуңынан әсенеп. Тик «барма» тип әйтергә көс тапманың. Һуңынан икәүләшеп әҙ иламаныҡ. Дарыу эсеп, ағыу­ланыр­ға ла маташып ҡараның, эсеп иҫереп, ҡыйыҡ башынан һикерәм, тип ҡур­ҡыт­ҡан саҡтарың булды. Хәтерләйһеңме, таныныңмы үҙеңде, Иҙел? Эстә нимәлер сыңлап тартылды, әрнеп өҙөлдө. Ә шулай ҙа мөхәббәтебеҙ һүрелмәне. Һин мине һаҡланың, ҡурсаланың, усыңда ғына йөрөттөң, бер ауыр һүҙ әйтмәнең. Бер теләгемә лә ҡаршы килмәнең, ә мин бигерәк иркә, үҙһүҙле инем шул. http://www.yeshlek-gazeta.ru/main/5222-jj1241shlek-khatalary-kha1185-1211orajj.html




1 посетителей читают эту тему

0 пользователей, 1 гостей, 0 скрытых

Башфорум на Башпортале
BaShFoRuM