Перейти к содержимому




Башфорум находится по адресу; www.forum.bash-portal.ru
Фото

Пакет башкирских телерадиоканалов на новом спутнике


  • Please log in to reply

20 ответов в этой теме

#1 Yort

 
Yort

    Бей

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPip
  • 357 сообщений
 

Отправлено 11 Май 2010 - 08:30

Башкирский пакет состоящий из нового музыкально-развлекательного телеканала "КУРАЙ TV", нового музыкально-художественного радиоканала "АШКАДАР" и информационно-музыкального радиоканала "ЮЛДАШ" появился на спутнике ИНТЕЛСАТ-15. Передачи идут открыто. ИНТЕЛСАТ-15 - это новый спутник, работа которого рассчитана на 15 лет. Параметры настройки на этот пакет можно найти на официальном телеканале БСТ. Телеканал БСТ с радиоканалами ЮЛДАШ и СПУТНИК ФМ работает на спутнике ИНТЕЛСАТ 904, на самом непопулярном спутнике среди любителей спутникового телевидения. Может и БСТ со временем перейдет на ИНТЕЛСАТ-15, которая вещает на большую территорию, чем ИНТЕЛСАТ 904? Сейчас в СМИ Башкортостана были несколько сообщений о том, что скоро откроется башкирский детский телеканал ТАМЫР. Может и этот телеканал появится на спутнике ИНТЕЛСАТ-15?

#2 Дедеманн

 
Дедеманн

    Башҡорт ханы

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 474 сообщений
  • Ырыуым:Ырыуһыҙмын
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 12 Май 2010 - 11:04

Башкирский пакет состоящий из нового музыкально-развлекательного телеканала "КУРАЙ TV", нового музыкально-художественного радиоканала "АШКАДАР" и информационно-музыкального радиоканала "ЮЛДАШ" появился на спутнике ИНТЕЛСАТ-15. Передачи идут открыто. ИНТЕЛСАТ-15 - это новый спутник, работа которого рассчитана на 15 лет.
Параметры настройки на этот пакет можно найти на официальном телеканале БСТ.
Телеканал БСТ с радиоканалами ЮЛДАШ и СПУТНИК ФМ работает на спутнике ИНТЕЛСАТ 904, на самом непопулярном спутнике среди любителей спутникового телевидения.
Может и БСТ со временем перейдет на ИНТЕЛСАТ-15, которая вещает на большую территорию, чем ИНТЕЛСАТ 904?
Сейчас в СМИ Башкортостана были несколько сообщений о том, что скоро откроется башкирский детский телеканал ТАМЫР. Может и этот телеканал появится на спутнике ИНТЕЛСАТ-15?

hэлэ шокор....

#3 Сафаргул

 
Сафаргул

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 776 сообщений
  • Город:Өфө
  • Ырыуым:Юрматы
  • Ораным:Аҡтайлаҡ!
  • Ҡошом:Әтәлге
  • Ағасым:Өйәңке
 

Отправлено 24 Июнь 2010 - 06:57

А Курай-ТВ что показывает,какие передачи? Из чего состоит контент - из народной музыки и башкирских фильмов или как Туган Тел - бесмысленной и беспощадной попсы?

#4 саган

 
саган

    Бей

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPip
  • 489 сообщений
  • Город:Уфа
  • Ырыуым:Табын
  • Ораным:Салауат!
  • Ҡошом:Ҡарағош
  • Ағасым:Ҡарағас
 

Отправлено 30 Ноябрь 2010 - 12:35

2 декабря в Башкирии начнет работу новый детско-юношеский канал «Тамыр».
Он будет вещать в кабельных сетях республики по 16 часов в день.
С 8 утра до 11 вечера – программы для детей и юного зрителя.
  • Усал башкорт нравится это

#5 Тискэре

 
Тискэре

    Башҡорт ханы

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 1 839 сообщений
  • Ырыуым:Белмәйем
 

Отправлено 30 Ноябрь 2010 - 06:35

2 декабря в Башкирии начнет работу новый детско-юношеский канал «Тамыр».
Он будет вещать в кабельных сетях республики по 16 часов в день.
С 8 утра до 11 вечера – программы для детей и юного зрителя.


как настроиться?

#6 саган

 
саган

    Бей

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPip
  • 489 сообщений
  • Город:Уфа
  • Ырыуым:Табын
  • Ораным:Салауат!
  • Ҡошом:Ҡарағош
  • Ағасым:Ҡарағас
 

Отправлено 01 Декабрь 2010 - 12:15

Завтра, 2 декабря, попробуйте настроить поиск телевизора, если вы подключены к кабельному ТВ.

#7 Тискэре

 
Тискэре

    Башҡорт ханы

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 1 839 сообщений
  • Ырыуым:Белмәйем
 

Отправлено 01 Декабрь 2010 - 04:37

әлеге ваҡытта тестовый режимда уфанет, кристалл, башинформ күрһәтә имеш.

#8 Yort

 
Yort

    Бей

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPip
  • 357 сообщений
 

Отправлено 01 Декабрь 2010 - 09:09

Үткән айҙа ИНТЕЛСАТ 15 спутнигына БСТ каналы сигналында күтәрҙеләр. Хәҙер ул спутник аша БСТ, ҠУРАЙ-ТВ телеканалдары, ЮЛДАШ һәм АШҠАҘАР радиолары эшләй. Бәлки, киләсәктә унда ТАМЫР телеканалы ла булыр? Бик шәп булыр ине! Әлбиттә, БСТ сайты башҡортса тапшырыуҙарға төкөрөп ҡарай! Әйтерһең, күрергә теләмәй: реклама ла бирмәй, анонстарҙа юҡ!Республикала дәүләт теле булған башҡорт телен һанға һуҡмау - ул БСТ етәкселегенең ҙур хатаһы!

#9 Тискэре

 
Тискэре

    Башҡорт ханы

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 1 839 сообщений
  • Ырыуым:Белмәйем
 

Отправлено 22 Январь 2011 - 12:05

БСТ каналы онлайн режимда интернеттан курhэтэ икэн.

http://tv-rb.ru/index.php?option=com_content&view=article&id=5337&Itemid=84

#10 Тискэре

 
Тискэре

    Башҡорт ханы

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 1 839 сообщений
  • Ырыуым:Белмәйем
 

Отправлено 22 Январь 2011 - 01:04

2 декабря в Башкирии начнет работу новый детско-юношеский канал «Тамыр».
Он будет вещать в кабельных сетях республики по 16 часов в день.
С 8 утра до 11 вечера – программы для детей и юного зрителя.


http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=883

САБЫЙҘАРЫБЫҘ ЯҢЫ КАНАЛДА...
күңел телендә һөйләшәсәк


Башҡортостан юлдаш телеканалын "Тамыр" студияһы тапшырыуҙарынан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ, тиһәм, яңылышмам, моғайын. Уның сағыу, матур сығыштарын балалар ғына түгел, ололар ҙа яратып ҡарай. Үтеп барған йылда "Тамыр"ҙар өсөн айырыуса мөһим һәм әһәмиәтле ваҡиға булды. Хәҙер беҙ студияның сағыу, йәнле тапшырыуҙарын иртәнге 7-нән башлап киске 11-гә тиклем айырым "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалынан ҡарай аласаҡбыҙ. Ҡасандыр "Башҡортостан" радиоһында "Иләү" тапшырыуынан башланып, һуңынан студияға әүерелеп, хәҙер инде айырым канал булып киткән "Тамыр" тураһында уның директоры Гөлназ ҠОЛҺАРИНА һөйләй:

"Иләү"ҙән юл алып...

Рәсәй киңлегендә балалар телевидениеһы күп сығым талап иткән, реклама таҡмағына бейемәгән, аҡса килтермәгән кәрәкһеҙ өлкә булып һаналған заманда - 90-сы йылдарҙа тыуҙы "Тамыр". Бөтә үҙәк каналдарға бер "Спокойной ночи, малыши!" ҡалғайны ул саҡта. Ә Башҡортостанда шул мәлдә теләп, көтөп алынған сабый кеүек "Тамыр" донъяға килде. "Сәңгелдәк"тең сатнатып башҡортса һөйләгән балалары халыҡ геройҙарына әйләнде. 3-5 йәшлек балаларҙың телевизион тапшырыу алып барыуы - "Тамыр"ҙы асҡан Луиза Азамат ҡыҙының ҙур табышы ул.

"Сәңгелдәк", "Сулпылар"ға ун туғыҙынсы йәш китте. Телевизион эфир өсөн был бик оҙон ғүмер. Телевидение өлкәһендә талаптар, сифат үлсәмдәре әйләнгән һайын үҙгәреп тора. Беҙгә лә үҙгәрергә, кисә генә бик шәп тойолған алымдарҙан баш тартып, яңыһын уйлап табырға тура килә. Шунһыҙ булмай. Телевизор ҡумтаһы уртаҡ. Тамашасы ҡулында пульт та берәү. Арбанан төшөп ҡалмаҫ өсөн маҡсаттар ҙур, уйҙар яҡты, йөрәк ҡайнар, башта тәртип булырға тейеш, тип шаяртабыҙ үҙ-ара. Ике йыл элек кенә "Тамыр"ҙың айырым канал булыуы әкиәт кеүек тойола ине. Былтыр телевидениены тотош цифровизация көтә тип ҡурҡыта башлағас, балалар каналы төҙөргә тотонғанды һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Аптырап торһаң, әлеге лә баяғы арбанан төшөп ҡалыуың бар. Өҫтәүенә, "Тамыр"ҙа егәрле, яуаплы, нур сәсеп торған йәштәр күбәйҙе. Уларға майҙандарҙың иркене, талаптарҙың юғарыһы, ижадтың ҙурырағы кәрәк икәне һиҙелә башланы. Йәш кешегә йөктө өҫтәп тормаһаң, һүлпәнәйә, һүрелә башлай бит.

Мортаза Fөбәйҙулла улына ниәтебеҙҙе дәлилләп хат яҙҙыҡ. Ул тәҡдимебеҙҙе күтәреп алды. Үтеп барған йылдың февралендә "Тамыр" балалар-үҫмерҙәр каналын төҙөү һәм эфирға сығарыу хаҡында Хөкүмәт ҡарары сыҡты, ҡоролмалар алыр өсөн аҡса бүленде. Камера һәм монтажканы "Башнефть" алып бирҙе. Йәйге селләлә сюжеттар төшөрә башланыҡ. Уға тиклем бик күп эҙләндек. Каналдың дөйөм концепцияһын, биҙәлешен ҡағыҙҙа, эскиздарҙа ҡабат-ҡабат эшләнек, бәхәсләштек. Рәсәйҙең "Теленяня", "Бибигон", "Радость моя", сит ил балалар каналдарын ҡараныҡ, ныҡлап өйрәндек. Ыңғай һәм кире яҡтарын билдәләнек, үҙебеҙҙең хәлде, сығымдарҙы самаланыҡ. Барыһын да өйрәндек тә үҙебеҙсә эшләнек. Туған телгә, туған йолаларға нигеҙләнгән тәрбиә - иң тәбиғи, бала күңеленә ауаздаш тәрбиә. "Тамыр" үҙ тәжрибәһендә быны иҫбатланы инде. Мәрйәм Бураҡаеваның "күңел теле" тигән төшөнсәһе ысынлап та бар ул. Беҙ каналыбыҙҙа балаға уның күңел телендә өндәшәбеҙ. Тапшырыуҙарҙың заставкалары, декорациялары милли орнамент нигеҙендә эшләнгән. Бәләкәс кенә биҙәктәр ҙә, моң-тауыштар ҙа осраҡлы түгел. Һәр деталгә мәғәнә, кинәйә һалырға тырыштыҡ. Каналдың логотибын оҙаҡ эҙләнек. Рәссамыбыҙ Арыҫлан Бикбаев эскиздарҙы тиҫтәләп төшөргәндер. Боронғо башҡорт тамғаһында туҡталдыҡ. Ул ҡояш та, йүгергән, туп атҡан бала ла, һыбай малай ҙа булып тойола. Балаларға ла, арҙаҡлы шәхестәргә лә күрһәттек. Юлай Fәйнетдиновтың ҡыуаныуы күҙ алдында. "Был бит ҡояш, ут бөрсәһе, хәрәкәт!" тине ул күҙ ташлау менән. Халҡыбыҙҙың донъяға ҡарашы, тарихы, холоҡ-фиғеле, этнографияһы сағыла беҙҙең каналда. Һәр хәлдә, беҙ шуға ынтылабыҙ.

Башҡорт балаһының үҙ геройы булырға тейеш

Бөгөн "Тамыр" каналының "Бауырһаҡ", "Шәп арба", "Әкиәт китабы", "Шатлыҡ йыры", "ӘЮЯ ҡаласығы", "Борсаҡ", "Тау-тау хәбәр" тигән яңы тапшырыуҙары эфирға сыға башланы. Тиҙҙән уларға "Fәләмәт донъя" өҫтәләсәк. Элекке тапшырыуҙарыбыҙҙа төп алып барыусылар балалар ине. Яңы тапшырыуҙарҙа төп көс өлкән алып барыусыларға төшәсәк. Хәҙерге заманда атай-әсәй эштә, өләсәй-олатай йыраҡта булғанда, сабый өлкәндәр менән аралашыуға мохтаж. Ата-әсәнең ваҡыты юҡ, ә телевизорҙың һеҙҙең бала өсөн һәр саҡ ваҡыты етерлек, каналдары бихисап. Беҙ көнкүреш мәшәҡәттәре менән мәж килгән арала, телевизор беҙҙең баланы рәхәтләнеп үҙенсә тәрбиәләй. "Тамыр" каналы бала күңелен тәрбиәләүҙә ата-әсәгә ярҙамсы булырға ынтыла. Экранға баҡҡан балаға беҙҙең алып барыусы ағай-апайҙар ябай һәм ҡыҙыҡлы итеп, башҡорт телендә донъяны танып-белергә ярҙам итә, һорауҙарына яуап бирә, хуплай, күңелен үҫтерә. Бөгөн балалар каналы шуның өсөн кәрәк тә.

Беҙ Чебурашка, Незнайка, Буратиноларҙың донъяһында, улар өсөн көйөнөп-һөйөнөп үҫтек. Бөгөнгө балалар Лунтик, Смешарик тип иҫтәре китә. Таҫтамалдарҙа ла, кәнфиттәрҙә лә, крем-һабындарҙа ла смешарик-лунтиктар. Мин быны насар тимәйем. Заманыбыҙҙың балалар геройҙары яһау технологияһының хәтәр үҫешенә һоҡланам хаттта. Тик барыбер ниҙер күңелде ҡыра. Көләкәс Лунтиктың финанс магнатҡа әйләнеүе лә түгел. Аҡса эшләй беләләр икән, эшләһендәр әйҙә. Башҡорт балаларының һаман да шул смешариктарға конкурент булырлыҡ үҙ геройы булмауы эсте бошора. Бер яҡтан, беҙ үҙебеҙҙең балалар өсөн бер нисә герой булдырҙыҡ та кеүек: беҙҙең балалар Тыртыр менән Семәркәйҙе бик ярата. Уларҙың ҡурсағын эшләргә, диск-китаптарын сығарырға тип күптән ниәтләйбеҙ. Дәрт бар ҙа, дарман етеңкерәмәй. Ҙурҙан ҡубып эшләйем тиһәң, был үҙе бер айырым сәнәғәт. Шулай ҙа эшләргә кәрәк.

Балалар өсөн халыҡ әкиәттәренә нигеҙләнеп төшөрөлгән йәнһүрәттәр яһарға теләк ҙур. Мультипликация - ныҡ сығымлы тармаҡ. Ә эшләге килә. Бала зиһененә йәнһүрәттең тәьҫире ныҡ көслө. Тапшырыуҙар ише генә түгел. Шуға беҙ йәнһүрәттәр эшләп ҡарарға булдыҡ. Сериал итеп күҙаллайбыҙ. Төп геройҙарын билдәләгәнбеҙ. Эскиздар, сценарийҙар өҫтөндә эшләйбеҙ. Киләһе йылда тәүге эштәребеҙҙе күрһәтә алырбыҙ, тип ышанам.

Бала үҙ телендә фекерләһен

Ҡайһы бер ата-әсәләр баланың башын бутамайым, тип башҡортса өйрәтмәй, балаһы менән рус телендә аралаша. Бындай наҙанлыҡҡа иҫем китә. Бала бер юлы өс-дүрт телде лә һеңдерә, тик теле туған телендә асылырға тейеш. Әгәр бала үҙ телендә һөйләшә башлаһа, башҡа телдәрҙе өйрәнеүе, киреһенсә, еңелерәк буласаҡ. Туған тел - ул нигеҙ, күңел теле. Нигеҙ ныҡлы булһа, ҡатлы-ҡатлы йорттар төҙөп була. Туған йырҙарыбыҙҙы көйләп, яғымлы һүҙҙәребеҙҙе шыбырлап, баланы хатта дауалап була. Туған тел - Хоҙай биргән бүләк, һәр кешенең күңеленә, булмышына һалынған. Ә кешегә нишләптер булғандың ҡәҙерен белмәү хас. Хатта хайуан да балаһы ҡояш аҫтында үҙ урынын табып йәшәһен, ризыҡлы булһын, тоҡомон дауам итһен өсөн бар белгәнен балаһына һалырға тырыша. Ә беҙ ғәзиз балабыҙға үҙебеҙҙең иң ҙур хазинабыҙ - телебеҙҙе лә өйрәтмәйбеҙ. Тел йәшәһен өсөн ул телдә һөйләшергә генә кәрәк. Әгәр беҙ балаларыбыҙ менән үҙ телебеҙҙә һөйләшмәйбеҙ икән, тимәк, беҙ үҙ телебеҙҙе үлтерәбеҙ.

Ҡалала балаға туған телле мөхит булдырыу ҡатмарлы ғына. Тик теләк булһа, уңайын сығарып була. "Латифа" башҡорт һынлы сәнғәт студияһы хаҡында ишеткәс, интернеттан адрестарын табып, Урал улымды шунда йөрөтә башланым. Йәш кенә ата-әсәләр, ҡайһы берҙәре үҙҙәре лә башҡортса ауырыраҡ һөйләшә, балаларын ихлас йөрөтә бында. Килеп инеү менән үҙебеҙҙең рух тойола унда, ҡурай моңо, аҫалы балаҫтар, семәрләп-һырлап эшләнгән һауыттар. Улыма бик оҡшай, атлығып тора. Ә ҡыҙым Гәлсәр менән ике-өс йәшенән үк башҡорт спектаклдәренә, "Сыңрау торна", "Арҡайым" балеттарына, арыуыраҡ концерттарға йөрөнөк. Пианинола ла башҡорт композиторҙары әҫәрҙәрен айырыуса яратып өйрәнә ул.

Бала күңеле - елкән

Бала "һин насар булма, яҡшы бул" тигәндән генә тәрбиәле булып китмәй. Насар менән яҡшы хаҡында уның үҙ фәлсәфәһе бар. Өлкән кешенең төшөнөргә зиһене, сабырлығы етһә, баланың фекер йөрөтөүенән күп нәмәгә өйрәнә ала. Беҙҙең "Тамыр" тапшырыуҙарына ноҡот уҡыу хас түгел. Балалар донъяға йылмайып-көлөп баға. Шаярыу, уйнау - бала өсөн иң тәбиғи, аңлайышлы шөғөл. Шуға бер нәмәне етди итеп ҡырҡ тапҡыр ҡабатлауға ҡарағанда, мәрәкә, уйын-көлкө аша еткерһәң, тулыраҡ ҡабул ителәсәк. Шәхси өлгө тигән бик мөһим, нәтижәле нәмәне лә иҫтә тоторға кәрәк. "Тамыр"ҙың тапшырыуҙарын да ихлас, шаян, күп белгән, кескәй тамашасыларға өлгө булырлыҡ ағай-апайҙар алып бара. Хәҙерге заман балалары әкиәт тыңламай, тигәнде ишеткән бар. Һөйләүсе юҡ - шуға тыңламай. Беҙҙең "Әкиәт китабы"нда Ләйсән Солтанғолова башҡорт халыҡ әкиәттәрен еренә еткереп һөйләй, балалар ихласлап тыңлай, әкиәтте аңларға тырышып, һорауҙар бирә, үҙҙәре күргән-белгән менән сағыштырып, һабаҡ ала.

"Бауырһаҡ"та Ләйсән Мәзитова шаярып-көлөп кенә балаларҙы файҙалы, тимәк, тәмле аҙыҡ ашарға күндерә. Эш араһында ғына аҙыҡ-түлек хаҡында әллә күпме ҡыҙыҡлы мәғлүмәт биреп ташлай. Малайҙар өсөн айырым тапшырыуыбыҙ бар. "Шәп арба" тип атала. Оҫта ҡуллы Фәрхәт ағай Fәйнетдинов ҡабаланмай ғына кәрәкһеҙ нәмәләрҙе кәрәклегә әйләндерә. Бармаҡҡа сүкеш һикерһә лә иламаҫҡа, эште ослап ҡуйырға саҡыра. "Һеҙ бит малайҙар - буласаҡ атайҙар", ти. "Шатлыҡ йыры"нда Сәлимә Исламова "Тамыр" йыр ансамбле менән телевизор ҡараусы бәләкәстәргә йыр өйрәтә. Башта ҡыҙыҡ гимнастика яһайҙар, шунан йырҙың мәғәнәһенә, көйҙөң характерына төшөнәләр, аҙаҡ бергәләшеп йырлайҙар. "ӘЮЯ ҡаласығы"н мөхәрриребеҙ Гөлназ Ишемғолова яҙа. Алып барыусылары логопед, артистар һәм балалар өн-хәреф донъяһына саҡыра. Еңел генә итеп уҡырға, һөйләмдәр төҙөргә өйрәнәләр. "Борсаҡ"та Лилиә Дауытова уйнап-бейеп, көлкөлө һанашмаҡтар әйтеп, гимнастика эшләтә. Тиҙҙән "Fәләмәт донъя" тигән тапшырыу сығасаҡ. Уны Фәнүник-Зөлфәт Ишбаев менән Шүрәле алып бара. Тәбиғәттең бөтмәҫ-төкәнмәҫ серҙәре хаҡында һәр береһенең үҙ туҡһаны туҡһан. Фәнүник фәнгә таянһа, Шүрәле ырым-ышаныуҙар, хөрәфәттәрҙе дәлил итеп килтерә. "Тау-тау хәбәр" тигән яңылыҡтар хеҙмәтен төҙөнөк. Башҡортостан, Рәсәй, донъя яңылыҡтарын балаларға еткерер өсөн Ләйсән Мәзитова, Элина Хананова, Fәлиә Мөхәмәтйәнова, Айһылыу Шәйхлисламова ал-ял белмәй эшләй. Үҫмер алып барыусылар, корреспонденттар ярҙам итә. Район-ҡалаларҙа үҙ хәбәрселәребеҙ ҙә бар. Көн дә тау-тау яңылыҡты бергәләп кенә өйөп була.

Әле генә "Сулпылар"ҙың еңеүселәр кисәһен төшөрҙөк. Башҡортостаныбыҙҙың тиҫтәнән ашыу районынан йырсы-бейеүселәр килде. Бүләктәр алып, түбәләре күккә тейеп, ҡыуаныстан күңелдәре үҫеп ҡайтып киттеләр. Ең һыҙғанып Яңы йыл әкиәтен әҙерләйбеҙ. "Батыр Балҡас" тип атаныҡ. Күңелле лә, фәһемле лә килеп сыҡмаҡсы.

Беҙ Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә эшләгән балалар телестудиялары менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Фестивалдәрҙә аралашабыҙ. Рәсәй киңлегендә "Тамыр"ҙың тапшырыуҙары иң көслөләрҙән һанала. Халыҡ-ара "Включайся!", Бөтә Рәсәй "Бибигон иле" фестивалдәрендә төп приздар - башҡорт тапшырыуҙарыныҡы. Был фестивалдәрҙең финалына тик беҙ генә үҙебеҙҙең телдә эшләнгән тапшырыуҙар менән барып етәбеҙ. Башҡа бөтә программалар ҙа рус телендә. Айырым канал асабыҙ, тигәс, аһ иттеләр. Рәсәйҙең бер төбәгендә лә бындай күренеш юҡ. Федераль каналдарҙы әйтмәйем, уларҙың үҙ үҫеш юлы. Киләсәктә башҡа төбәктәр менән тапшырыуҙар алышыуҙы ла яйға һалырбыҙ, тибеҙ. "Тамыр" каналында сыҡҡан тапшырыуҙарҙы дискыларға туплап, биҙәп, һатыуға сығарырға ла ниәтебеҙ бар. Кабель телевидениеһын Башҡортостандың бөтә төбәктәре лә ҡабул итмәй. Республиканан ситтә лә тамашасыларыбыҙ бар бит әле. Шул тиклем көс түгеп, күңел һалып эшләнгән тапшырыуҙарыбыҙ мөмкин тиклем күберәк балаға барып етһен өсөн кәрәк был эш.

Ә бөгөн кескәйҙәр "Тамыр" балалар-үҫмерҙәр каналын "Уфанет" һәм "Башинформ" кабель селтәрҙәрендә цифралы пакетта ҡарай ала. Яҡын арала уларға "Кристалл" да ҡушыласаҡ. БСТ каналында "Тамыр" тапшырыуҙарының һаны күпкә артты. Был инде шулай уҡ республикабыҙҙа һәм унан ситтә йәшәгән башҡорт балалары үҙ телендә заманса сағыу, дәртле, рухлы тапшырыуҙарҙы ҡарай алһын өсөн эшләнде. Ата-әсәләр ҙә балаһының ниндәй тапшырыу ҡарауы менән һәр ваҡыт ҡыҙыҡһынып торһон ине. "Тамыр" каналын ҡуйып, ҡайһы бер тапшырыуҙарҙы бергәләп ҡарап, мәғәнәһен аңлатып, хуплап ебәрһендәр, бер үҙе булғанда ҡараған башҡорт тапшырыуҙарын һөйләп биреүен һораһындар ине. Балаға өҫтөнә ишелеп барған буталсыҡ мәғлүмәт донъяһында бик ауыр. Бала күңеле - елкән, тибеҙ. Әгәр уны иң яҡын кешеләре саф тулҡындарға йүнәлтеп торһа, күңеле бөтөн, арҡаһы ныҡ шәхестәр үҫеп сығасаҡ. Ә беҙгә шул кәрәк тә.

Шулай итеп...
Рәсәй киңлегендә генә түгел, ә сит илдәрҙә лә ҙур танылыу алған "Тамыр" студияһының айырым канал булып сығыуы, ысынлап та, халҡыбыҙ өсөн оло ҡыуаныс. Кескәй сағында йөрәгенә үҙ моңон, үҙ көйөн һеңдергән, күңелен тылсымлы әкиәттәр, бишек йырҙары менән үҫтергән сабыйҙарыбыҙ киләсәктә илебеҙҙең, халҡыбыҙҙың лайыҡлы ул-ҡыҙҙары булып үҫеп етәсәк. Амин, шулай булһын!


Гөлнәзирә АЙЫТБАЕВА яҙып алды.

#11 ҠунаҡЛиә_*

 
ҠунаҡЛиә_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 22 Январь 2011 - 08:14

БСТ каналы онлайн режимда интернеттан курhэтэ икэн.

http://tv-rb.ru/index.php?option=com_content&view=article&id=5337&Itemid=84

Рәхмәт. БСТ каналы яҡшыраҡ(өҙлөкһөҙ тиергә була) күрһәтә. Иртә менән ҡотлау һүҙҙәре һәм йырҙар тапшыралар. Туған радионан айырмалы рәүештә, ҡолаҡҡа ғына ишетелеп түгел, күҙгә лә күренеп, күңелгә ләззәт бирә шул туған телевидение.

#12 Дедеманн

 
Дедеманн

    Башҡорт ханы

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 4 474 сообщений
  • Ырыуым:Ырыуһыҙмын
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 22 Январь 2011 - 01:20

әәә, кем белә, онлайн БСТны 1 сәғәт ҡарағанда, нисә мегабайтҡа килеп баҫҡанын? Тамыр онлайн булып сығасак мы?

#13 Administrator

 
Administrator

    Йөҙбаш

  • Admin
  • 267 сообщений
  • Город:NUR
  • Ырыуым:Түңгәүер
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:Һайыҫҡан
  • Ағасым:Тирәк
 

Отправлено 22 Январь 2011 - 02:55

әәә, кем белә, онлайн БСТны 1 сәғәт ҡарағанда, нисә мегабайтҡа килеп баҫҡанын?

Тамыр онлайн булып сығасак мы?

в секунду окло 72 килобайт.
с минуту 4.2 мбайт

#14 footil

 
footil

    Йөҙбаш

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPip
  • 184 сообщений
  • Город:Мәскәү
  • Ырыуым:Ҡыпсаҡ
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 11 Февраль 2011 - 11:52

Егеттэр, кыззар! Кто-нибудь ловит через спутник Intelsat 15 «Курай-ТВ»? Слышал, что этот канал вещает в HD (High Definition) формате, поэтому нужен не обычный ресивер за тысячу рублей, а HD-ресивер за 4 тыс. рублей. Кроме того, звук идет раньше изображения на 3-4 секунды. Если это правда, то смысла ловить такой канал нет. Может быть кто-нибудь знает телефоны «Курай-ТВ»? В интернете искал, не нашел, есть только мейл: bst_kuray@mail.ru

#15 anvar53

 
anvar53

    Дәрүиш

  • Форум ағзаһы
  • PipPip
  • 26 сообщений
  • Ырыуым:Ҡатай
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 27 Ноябрь 2011 - 02:20

Мин Мәләүездә кабельный ТВ ла ултырам.40 ка яҡын канал араһында БСТ,ТНВ ғына бар, КУРАЙ,ТУҒАН ТЕЛ юҡ.РЕН ТВ ла урындағы Спутник ТВ ултыра,ә йома,шәмбе,йәкшәмбе төндәрен шул кАналдан эротика күрһәтәләр.Ул канал кабельныйҙа ғына түгел,социаль пакетта ла бар,сөнки администрацияның каналы бит инде,шуны бөтә район йәштәре,балалары ҡарай икән.Урындағы хакимиәт тә,ҡоролта ҙа һәләүәт тә итмәйҙәр.

#16 CancaH

 
CancaH

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 705 сообщений
  • Город:Өфө
  • Интересы:төрлө-төрлө
  • Ырыуым:Тамъян
  • Ораным:Тутыя!
  • Ҡошом:Ҡарға
  • Ағасым:Ҡарағай
 

Отправлено 25 Январь 2013 - 12:48

Кисә Өфөлә Интернетта (эфирҙағы түгел!) "Юлдаш" радио каналы юғалды, уның урынында "Радио России - Башкортостан". "Өфөлә" тип айырып әйтәм, сөнки сит яҡтарҙа аҙна элек үк юғалыуы тураһында хәбәрҙәр бар ине инде…
Шулай уҡ "Тамыр" телеканалының сайты эшләмәй.

#17 CancaH

 
CancaH

    Аҡһаҡал

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPip
  • 705 сообщений
  • Город:Өфө
  • Интересы:төрлө-төрлө
  • Ырыуым:Тамъян
  • Ораным:Тутыя!
  • Ҡошом:Ҡарға
  • Ағасым:Ҡарағай
 

Отправлено 26 Январь 2013 - 10:31

Баҫылғанға кире ҡайтып…

Кисә Өфөлә Интернетта (эфирҙағы түгел!) "Юлдаш" радио каналы юғалды...

Бөгөн кискә уҙ урынына ҡайтты…
"Тамыр" - үҙгәрешһеҙ.

#18 Ilgiz

 
Ilgiz

    Тархан

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPip
  • 594 сообщений
  • Ырыуым:Ырыуһыҙмын
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 05 Январь 2016 - 01:02

Только начал смотреть Курай тв. Башкирские песни частенько прерываются татарскими. Если сравнить то близко к такой аналогии что на азербайджанском канале все больше и больше ставят армянские клипы. А отношения азеров и армян известны. И вот здесь такая примерно ситуация.

Как-то неловко себя чувствуешь и стыдно становится. Считаю, что это неуважение башкир. Какое-то наступление на права башкир! Канал должен быть полностью башкироязычным!

Курай тв относится к ТРК Башкортостан. Кто-нибудь в курсе как было в начале создания этого канала, также было много татарских клипов?

Это что Якуповская линия, или Ганеевская? Не думаю что ганеев самостоятелен в этом вопросе. Или это указка сверху с Белого дома?

Надо выявить причину этого позорного для башкир явления и предпринять контрмеры.

#19 ҠунаҡЛиә_*

 
ҠунаҡЛиә_*
  • kунаҡ
 

Отправлено 05 Январь 2016 - 11:10

Бик һирәк кенә телевизор ҡарайым. Иптәшем менән Салауат Юлаев уйнағанын ғына тиерлек. Яңыраҡ бына мин һайлаған киноларҙы ҡараныҡ. Джентельмены удачи, Кавказская пленница, Голубая лагуна (1 һәм 2). Элекке киноларҙы һәм тәбиғәттә төшөрөлгән фильмдарҙы яратам. Әйткәндәй, яңыраҡ ауылдан килгән туғандарымды "В сердце моря" тигән киноға алып барғайным. Оҡшаны. Өлөкөгөн кис, өйҙә ҡунаҡ булғас, Курай каналын ҡуйҙыҡ. Рәхәтләнеп башҡортса концерттар ҡараныҡ. Татарса булманы. Өйҙә ҡунаҡ булғанда, фон өсөн, шул канал бик яҡшы икән.

#20 Ilgiz

 
Ilgiz

    Тархан

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPip
  • 594 сообщений
  • Ырыуым:Ырыуһыҙмын
  • Ораным:белмәйем
  • Ҡошом:юҡ
  • Ағасым:юҡ
 

Отправлено 05 Январь 2016 - 04:32

Бик һирәк кенә телевизор ҡарайым. Иптәшем менән Салауат Юлаев уйнағанын ғына тиерлек. Яңыраҡ бына мин һайлаған киноларҙы ҡараныҡ. Джентельмены удачи, Кавказская пленница, Голубая лагуна (1 һәм 2). Элекке киноларҙы һәм тәбиғәттә төшөрөлгән фильмдарҙы яратам. Әйткәндәй, яңыраҡ ауылдан килгән туғандарымды "В сердце моря" тигән киноға алып барғайным. Оҡшаны. Өлөкөгөн кис, өйҙә ҡунаҡ булғас, Курай каналын ҡуйҙыҡ. Рәхәтләнеп башҡортса концерттар ҡараныҡ. Татарса булманы. Өйҙә ҡунаҡ булғанда, фон өсөн, шул канал бик яҡшы икән.

Не надо учитывать Юлдаш йыры, Башкорт йыры, башкирские муз.фильмы, переводы фильмов и тд. которыми заполнили эфир Курай тв в эти новогодние дни.
Я имею в виду обычные дни, когда почти каждый второй клип является татарским.

Понятно для чего это делают. Вот для меня непонятно кто это делает -это местечковый якуповский или ганеевский шовинизм, или это указка сверху? Башкиры не должны молчать, это татаризация башкирских СМИ. Выяснить причину и действовать.




1 посетителей читают эту тему

0 пользователей, 1 гостей, 0 скрытых

Башфорум на Башпортале
BaShFoRuM