Перейти к содержимому




Башфорум находится по адресу; www.forum.bash-portal.ru
Фото

3-е Бөтә Донья Башҡорттары Ҡоролтайына арналған тамаша филармония сәхнәһендә


  • Please log in to reply

Пока никто не отвечал в этой теме...

#1 admin

 
admin

    Бэтман!!! =)

  • Admin
  • 4 802 сообщений
  • Город:Уфа
  • Ырыуым:Үҫәргән
  • Ораным:Туҡсаба!
  • Ҡошом:Торна
  • Ағасым:Миләш
 

Отправлено 28 Май 2010 - 12:43

10 июндә филармонияның сәхнәһендә сибайҙар үҙенең «Йөрәктәрҙә ҡалдың йыр булып» тигән музыкаль драмаһы менән сығыш яһай. Был спектакль тыумыштан сәсән булған мәҙәк оҫтаһы, сәхнәнән көлдөрөүсе кәмит, ғәҙелһеҙлекте, тигеҙһеҙлекте фашлаусы әсе телле сатирик, мөхәббәт утында яныусы саф күңелле хыялый «милләтсе һәм халыҡ дошманы», шағир, көрәшсе егет Шәйехзада Бабичҡа арнала. Музыкаль драма йыр-моң һәм шиғри юлдар, бейеүҙәр менән үрелеп барасаҡ. Ә 11 июнь Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы үҙенең тыуған яғын, тыуған илен данлаған йырҙарҙан торған «Уралымда ТАМЫРЫМ…» исемле концерт-программаһын тәҡдим итә. Концертта филармонияның солистары һәм ижади коллективтары ҡатнаша: Олег Ҡасымов етәкселегендәге Эстрада-джаз оркестры, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин етәкселегендәге БР-ның Халыҡ ҡоралдары милли оркестры, Илдар Ишбирҙин етәкселегендәге БР-ның Дәүләт академия хор капеллаһы, «Ихлас», «Ҡарауанһарай», «Далан», «Йәдкәр» төркөмдәренең солистары башҡарыуында халыҡ һәм башҡорт композиторҙарының йырҙары яңғыраясаҡ. Кемгә ҡыҙыҡ - уҡығыҙ: http://www.yeshlek-gazeta.ru/mezeniet/5554-iii-b1257t1241-donja-bash1185orttary.html




0 посетителей читают эту тему

0 пользователей, 0 гостей, 0 скрытых

Башфорум на Башпортале
BaShFoRuM