Перейти к содержимому




Башфорум находится по адресу; www.forum.bash-portal.ru
Фото

I Башҡорт Һәм Татар


  • Please log in to reply

1 ответов в этой теме

#1 admin

 
admin

    Бэтман!!! =)

  • Admin
  • 4 802 сообщений
  • Город:Уфа
  • Ырыуым:Үҫәргән
  • Ораным:Туҡсаба!
  • Ҡошом:Торна
  • Ағасым:Миләш
 

Отправлено 01 Сентябрь 2010 - 01:09

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы I Башҡорт һәм татар эстрадаһы фестивален тәҡдим итә! Йәй үтеп, көҙ етеү менән халыҡ ултыраҡ тормошҡа күсә. Каникулдар һәм отпускылар тамамлана. Йәйҙең матур мажараларынан һуң күңелдәр буш һәм һил булып ҡала. Кешеләрҙең тамашасылар залында бер-береһе менән осрашаһы, сәхнәләрҙә яңы тамашалар күрәһеләре килә. Шул матур, эстәлекле программаларҙы һәм бер-береһен һағынған тамашасылар өсөн 23, 24 сентябрь Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ,,Алтын көҙҙөң моңдары,, исемле башҡорт һәм татар эстрадаһы концерт-фестивален тәҡдим итә. һәр дәүерҙең үҙ йыры, үҙ моңо булған кеүек үҙ тыңлаусыһы, үҙ тамашасаһы ла була. Йылдар уҙған һайын улар тағы ла ҡәҙерлерәк, яҡыныраҡ була бара. Был фестивалгә лә килгән тамашасы үҙенә яҡын булған, үҙе яратҡан йырсыһын күрә ала. Концерт программаһы халыҡ, композитор һәм автор йырҙарына бик бай булмаҡсы. Башҡортостандың, Татрстандың популяр йырсылары менән бер рәттән фестивалдә талантлы, халыҡ араһында танылыу яулап өлгәргән, йәштәр ҙә ҡатнашасаҡ. Ойоштороусылар әйтеүенсә, концерт-фестивалдә төрлө жанр артистары ҡатнашасаҡтар, әммә эстрада йырына күберәк баҫым яһалыр. «Далан», «Ҡарауанһарай» үҙҙәренең таланттары менән йәш йөрәктәрҙе дер һелкетһә, «Ҡыҙыҡ-Мәҙәк» көлдөрөп, күңелдәрҙе күтәрер. Фәдис Ғәниев, Азамат Тимеров, Әлфиә Юлсурина, Зифа Нагаева, Фән Вәлиәхмәтов, Альберт Шаһиев, Лилиә Биктимерова, Вәлит Илембәтов, Нурия Абдуллина, Радик Вәлмөхәмәтов, Айгөл Һағынбаева , Лилиә һәм Хәлит Фәтиховтар, Хәсән һәм Зилә Усмановтар һәм башҡалар үҙҙәренең алтын көҙҙәй алтын йырҙарын һеҙгә бүләк итер. Көҙҙөң алтын кистәренең береһендә «Алтын көҙҙөң моңдары» башҡорт һәм татар эстрадаһы фестиваленә килгәндәрҙең күңел түрендә матур уйҙар тыуҙырыр, саф хистәр бүләк итеп, яҡты хәтирәләр булып һаҡланыр. Тамашаның авторы-режиссеры Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Салауат Мостафа улы Итбаев әйтеүенсә, был фестиваль ҡан-ҡәрҙәш халыҡтар араһында ижади тәжрибә туплау менән генә сикләнеп ҡалмай, ә дуҫлыҡ ептәрен тағы ла нығытыр һәм көсәйтер. Киләсәктә, тамашасының да уй-фекерен күҙ уңында тотоп, был музыкаль проект йылдан-йыл шымарыр һәм артабан матур традицияға әүерелеп, ижади яҡтан үҫер, тигән ышаныстабыҙ.

#2 tartar

 
tartar

    Дәрүиш

  • Форум ағзаһы
  • Pip
  • 5 сообщений
  • Ырыуым:Тамъян
 

Отправлено 26 Январь 2012 - 01:11

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы I Башҡорт һәм татар эстрадаһы фестивален тәҡдим итә!

Йәй үтеп, көҙ етеү менән халыҡ ултыраҡ тормошҡа күсә. Каникулдар һәм отпускылар тамамлана. Йәйҙең матур мажараларынан һуң күңелдәр буш һәм һил булып ҡала. Кешеләрҙең тамашасылар залында бер-береһе менән осрашаһы, сәхнәләрҙә яңы тамашалар күрәһеләре килә. Шул матур, эстәлекле программаларҙы һәм бер-береһен һағынған тамашасылар өсөн 23, 24 сентябрь Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ,,Алтын көҙҙөң моңдары,, исемле башҡорт һәм татар эстрадаһы концерт-фестивален тәҡдим итә.
һәр дәүерҙең үҙ йыры, үҙ моңо булған кеүек үҙ тыңлаусыһы, үҙ тамашасаһы ла була. Йылдар уҙған һайын улар тағы ла ҡәҙерлерәк, яҡыныраҡ була бара. Был фестивалгә лә килгән тамашасы үҙенә яҡын булған, үҙе яратҡан йырсыһын күрә ала. Концерт программаһы халыҡ, композитор һәм автор йырҙарына бик бай булмаҡсы. Башҡортостандың, Татрстандың популяр йырсылары менән бер рәттән фестивалдә талантлы, халыҡ араһында танылыу яулап өлгәргән, йәштәр ҙә ҡатнашасаҡ.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, концерт-фестивалдә төрлө жанр артистары ҡатнашасаҡтар, әммә эстрада йырына күберәк баҫым яһалыр.
«Далан», «Ҡарауанһарай» үҙҙәренең таланттары менән йәш йөрәктәрҙе дер һелкетһә, «Ҡыҙыҡ-Мәҙәк» көлдөрөп, күңелдәрҙе күтәрер. Фәдис Ғәниев, Азамат Тимеров, Әлфиә Юлсурина, Зифа Нагаева, Фән Вәлиәхмәтов, Альберт Шаһиев, Лилиә Биктимерова, Вәлит Илембәтов, Нурия Абдуллина, Радик Вәлмөхәмәтов, Айгөл Һағынбаева , Лилиә һәм Хәлит Фәтиховтар, Хәсән һәм Зилә Усмановтар һәм башҡалар үҙҙәренең алтын көҙҙәй алтын йырҙарын һеҙгә бүләк итер.
Көҙҙөң алтын кистәренең береһендә «Алтын көҙҙөң моңдары» башҡорт һәм татар эстрадаһы фестиваленә килгәндәрҙең күңел түрендә матур уйҙар тыуҙырыр, саф хистәр бүләк итеп, яҡты хәтирәләр булып һаҡланыр.
Тамашаның авторы-режиссеры Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Салауат Мостафа улы Итбаев әйтеүенсә, был фестиваль ҡан-ҡәрҙәш халыҡтар араһында ижади тәжрибә туплау менән генә сикләнеп ҡалмай, ә дуҫлыҡ ептәрен тағы ла нығытыр һәм көсәйтер. Киләсәктә, тамашасының да уй-фекерен күҙ уңында тотоп, был музыкаль проект йылдан-йыл шымарыр һәм артабан матур традицияға әүерелеп, ижади яҡтан үҫер, тигән ышаныстабыҙ.

http://http://www.tatworld.ru/article.shtml?article=901&section=0&heading=0




0 посетителей читают эту тему

0 пользователей, 0 гостей, 0 скрытых

Башфорум на Башпортале
BaShFoRuM