Перейти к содержимому




Башфорум находится по адресу; www.forum.bash-portal.ru
Фото

Башкортостандағы туғандарыбыҙҙы табырға ярҙам итегеҙ!


  • Please log in to reply

1 ответов в этой теме

#1 admin

 
admin

    Бэтман!!! =)

  • Admin
  • 4 802 сообщений
  • Город:Уфа
  • Ырыуым:Үҫәргән
  • Ораным:Туҡсаба!
  • Ҡошом:Торна
  • Ағасым:Миләш
 

Отправлено 17 Декабрь 2010 - 12:55

Ошондай хат: ----- Төркиәлә бик йыш булмаһа ла башҡорт тамырлы кешеләр осрай. Үткән йыл Анҡарала ТЮРКСОЙ ойошмахы тарафынан үткәрелгән Наурыз байрамы ваҡытында Өзәр Ураллы исемле кеше менән таныштым. Ул миңә атаһының Башҡортостандан килгэне өсөн башҡорт мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынып килгәнен аңлатты. Өзәр бейҙең Әхмәт исемле атаһы, Төркиәләге танытмаһы буйынса, Башҡортостандың Өфө ҡалаһында 1896 йылда тыуған. Атаһының исеме Мәхмәт, әсәһенеке – Мәмдүхә.Башҡорттарҙа Мәхмәт исеме һирәк осрай, Шуга Мөхәмәт булыуы ла ихтимал. Үткәт быуаттың егерменсе йылдарын! дағы боланан һуң төрлө юлдар үтеп 1921 йылда Иранға килгән. Бында ул Риза Шаһ Пехлеви һарайында һаҡсылар командиры була. 1925 йылда Төркиәгә күсенә. Белемле булыуы сәбәпле ул Анатолияның төнъяҡ-көнсығыш мөйөшөндәге Әрмәнистан сигендәге Ыгдыр ҡалаһына яҡын Маркара таможняһында эшләй. 1936 йылда таможня ябылғандан һуң үҙ эше шөгөлләнә. Измир ҡалаһында уның менән бергә килгән офицер булып хеҙмәт иткән тағы бер туғаны булыуы ихтимал. Ул Әхмәт Ыгдырҙа йәшәгән осорҙа күп тапҡыр күрергә килә. Ыгдыр ҡалаһында ул Калемзар исемле ҡыз менән 1935 йылда өйләнә. Уларҙың 1938 йылда Тургут исемле улдары тыуа. 1940 йылда ҡатыны үлеп китә һәм Әхмәт бей 1921 йылғы Зөһрә менән икенсе тапҡыр өйләнә. Уларҙың Өзәр, Эрол, Эртуғрул исемле 3 улы һәм Арзу һәм Ниһаль 2 ҡыҙы тыуа. 1960 йылда Әхмәт донъя куя. Әлеге көндә уның 30 кешегә яҡын тоҡомо(балалары, килендәре, кейәүҙәре һәм ейән-ейәнсәрҙәре) Төркиәлә йәшәй. Барыһы ла белемле, етеш йәшәйҙәр. Өзәр ағайҙың әйтеүенсә, улар Башҡортостандағы туғандарыбыҙҙы ! табып, атайыбыҙҙың тыуған тупрағын күреү теләге менән йәшәй. Бәлки гәзит уҡыусылар араһынан был мәсәләне асыҡларлыҡ мәғлүмәт ебәреүселәр табылыр. Уны түбәндәге электрон почта адресымы ебәреүегеҙҙе үтенәм: --------

#2 Тискэре

 
Тискэре

    Башҡорт ханы

  • Форум ағзаһы
  • PipPipPipPipPipPipPipPipPipPip
  • 1 839 сообщений
  • Ырыуым:Белмәйем
 

Отправлено 17 Декабрь 2010 - 06:13

Бар ине бит ошо уҡ хәбә яҙылған тема. Нигә форумды уҡып ҡарамаҫҡа яҙыр алдынан?




0 посетителей читают эту тему

0 пользователей, 0 гостей, 0 скрытых

Башфорум на Башпортале
BaShFoRuM